• Автор: bashqort

Инсан
Башҡортомдоң биле һынған, йөрәге ҡатҡан,
Ерҙәре янған, телен онотҡан,
Эскегә батҡан, ул йәнен һатҡан, төшкән тубыҡҡа,
Данын юғалтҡан, башында бутҡа, сыҡты ул юҡҡа!

Халыҡтарҙы төкөтөү, милләтем көтөү,
Өмөттө өтөү, көсһөҙлөктән күнегеү,
Ярлыларҙан көлөү, сәйәсмәндәрҙе һүгеү,
Ҡалды шаршауҙы көтөү, әсе күҙ йәштәр түгеү…

Мәктәптәр ябыла, сит яҡта уҡый бала,
Ағыу һыуы һатыла, ауылдар юйыла,
Күп яҙмыштар сыйыла, көслө тауыш тыйыла,
Онотола бит йола, артабан да йоҡла!

Башҡорт! Тормошоң да буталды,
Исемдәре юғалды, тарихта эҙе ҡалды,
Маңҡорт битлеге ҡара йөҙөн ҡапланы!
Кем менән беҙ ҡарғалдыҡ?!

Ҡушымта: Инсан
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып,
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип,
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм,
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”

Фил MC
Һин башҡортмо, егет, татыу йәшәhен өсөн,
Күпме быуат түккән көсөн, халҡың сыҡҡан еңеп,
Иҫләйһеңме тарихты, исемде яулауы булмаған еңел,
Маҡсат - бер ҡасан да булма ебек.

Ә киләсәк ҡараңғы, ҡайҙа ҡарама, яһалма -
Һаңғырау һәм күрмәмештәр,
Йөрәк көтә үҙгәрештәр, кем яуаплы көн-күрештә
Әсәм телен үлтерә хөкүмәт, рәсми рәүештә!

Ватан-ватан кем емерә, һине вата?
Ҡара көстәр ме эстән тарҡата,
Аптырата алдаҡ донья, телдәрҙе ҡыҫҡарта,
Бөйөк Ватан һуғышы 20 миллион ерҙә ята.

Аң аптыраҡта, ятам бишенсе ҡатта ятаҡтың
Тормош һыйпамай, ямай аяҡтан яңаҡҡа,
Былай булһа дауамы тураһын юрайым,
Килер ваҡыт, һуңғы башҡорт уйнар ҡурайын.

Ҡушымта: Инсан
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып,
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип,
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм,
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”

 

Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде,
Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек!
Башҡорт башын эймәй тейеп - йыуатһам да үҙемде,
Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө...

Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем,
Беҙ - башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен!
Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп,
Үҙең дә онотоп бараһың әсә телен...

Бер-беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә,
Шул арала, башҡа баҫып - башҡалар күтәрелә!
Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә,
Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт!

Хоҙай, зинһар бирсе миңә түҙемлек...
Һорайым - ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде!
Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа
Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!!!

Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып,
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип,
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм,
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”

Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып,
Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын,
Берәй ҡасан китһәм дә мин байып,
Булырмын шул уҡ ауыл малайы.

Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан,
Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар.
Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан!
Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан!

Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк!
Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа, бер үк һыу эсә...
Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә
Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә!

Ғорурланамын мин, тыуғаныма башҡорт булып!
Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы!
Һәр башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын...
Телем, ерем, милләтебеҙ - тере булыр!!!

Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып,
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип,
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм,
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”