ҠАЛАЛАР БИТ ЛӨҒӘТТӘРҘЕ ҠУШЫП, милләттәрҙән яһай винегреттар...

Элегерәк ауыл халҡы "Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә", тип әйтергә ярата торғайны. Хәҙер иһә, урбанизацияның яңы этабында, бындай һүҙҙәр ишетелмәй ҙә тиерлек. Илебеҙҙә һәм бар донъяла барған глобаль үҙгәрештәр ауыл халҡын күпләп ҡалаларға йүнәлткән бер ваҡытта шырпы ҡабындай йорттар һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ автомашиналар тарлығынан ялҡҡан ҡаланыҡылар, киреһенсә, ҡала ситенә, тәбиғәткә ынтыла. Хәҙер инде "Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә", тигән һүҙҙәрҙе күберәк ҡала халҡы әйтә кеүек. Нисек кенә булмаһын, кешелектең ошо ике ауыл-ҡала бүленеше проблемалары һәр заман өсөн дә актуаль булып ҡаласаҡ. Беҙ ошо хәл-күренеште иҫтә тотоп, ҡала, унда йәшәүселәрҙең менталитеты, ҡаланың милли йөҙө һәм мәҙәниәте темаларына диалогтар һәм монологтар серияһы башларға ҡарар иттек. Бисмиллаға, ҡалала тыуып үҫеүсе милли интеллигенциябыҙҙың икенсе быуын вәкилдәренең әңгәмәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Улар: яҙыусы һәм журналист Зөһрә БУРАҠАЕВА, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш ЙОСОПОВ менән социология фәндәре кандидаты Тимур МОХТАРОВ.

Үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында беҙҙең илдә лә Европа, Америка модаһына эйәрергә тырышҡан ҡала йәштәре араһында стилягалар күренеше таралып китте. Кейем һәм башҡа төрлө итеп бүтәндәрҙән айырылырға теләүсе был йәштәр ауыл кешеһенән "деревня", "колхозник" тип көлөргә лә яратты, үҙҙәренең ҡалала тыуып үҫеүҙәренең өҫтөнлөгөн ошо рәүешле билдәләргә тырышты. Һуңғы ваҡытта фән донъяһында ла ошондайыраҡ хәл күҙәтелде: ҡалала тыуып үҫкән өс-дүрт ғалим ауылда тыуып үҫкән ғалимдарҙың хеҙмәтен юҡҡа сығарырға маташты. Был хәл баяғы шул стилягалар күренешен хәтерләтте лә инде. Ошо хәлде һеҙ нисек аңлата алаһығыҙ, ниндәй баһа бирәһегеҙ? Аңлауыбыҙса, бында мәсьәлә ҡала-ауыл айырмалығына ғына бәйләнмәгән, бында, иң беренсе нәүбәттә, милләттең хоҡуҡтарын инҡар итеү ҙә, уларҙы танырға теләмәү ҙә бар. Шулай түгелме?

Ю. Йосопов: Беҙ үҙебеҙҙәге ниндәйҙер тарихи күренеште күршеләребеҙҙәге күренештәр менән сағыштырып аңлатырға тырышабыҙ. Иван Грозный Ҡаҙанды яулағандан һуң ундағы барлыҡ төрки халыҡ вәкилдәре юҡ ителә, йәғни татарҙар ул саҡта ҡала этносы булараҡ юҡҡа сыға. Ҡалала ҡалғандары урыҫтар тарафынан ассимиляцияға дусар ителә. Был хәл XVI-XVII быуаттарҙа дауам итә. XVII быуат аҙағында ғына татарҙар Ҡаҙанға яңынан килә башлай.
Ә үҙебеҙгә килгәндә, ни өсөн аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булған башҡорттар өсөн ҡалаға килеү ихтыяжы улай уҡ көслө булмаған һуң? Башҡорттарҙың татарҙар һымаҡ ҡалаға эркелеп килмәүенең төп сәбәбе аҫабалыҡ хоҡуғына бәйле. Татарҙы ҡалаға көн итеү ихтыяжы алып килгән. Ҡалаға килгән тәүге быуын башҡорттар, асылда, башҡа милләт вәкилдәре менән ғаилә ҡороп, үҙенең милли үҙенсәлеген юғалтҡан, татарлашыу аша урыҫлашҡан. Мәҫәлән, Өфөлә Бураҡаевтар, Шәкүревтар һымаҡ һирәк ғаиләләр генә үҙенең миллилеген һаҡлап ҡала алған. Артабан социаль лифттар, юғары һәм махсус уҡыу йорттары, юлдар һалыныу һөҙөмтәһендә совет дәүерендә башҡорттар ауылдан күпләп ҡалаға ағыла башлай. Хәҙер баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа башҡорт мәҙәни мөхите анклавы барлыҡҡа килде. Күптәр Өфөнөң башҡорт мәҙәниәте үҙәге итеп Башҡорт дәүләт филармонияһын, театрҙарҙы, мәктәп-гимназияларҙы атай. Әммә был объекттар ғына баш ҡалабыҙҙың башҡорт мәҙәниәтен билдәләмәй әле. Мәҙәни мөхитебеҙ беҙҙең социумда, менталь үҙенсәлектә, ҡалаға хас маркерҙарҙа. Ҡала милли мәҙәниәтенең төп күрһәткесе - күмәктән берәүгә, берәүҙән күмәккә туған телдәге мәғлүмәт каналы булыуы. Әгәр ҙә ошо шарт үтәлмәһә, ҡалала милли мәҙәниәт оҙаҡ йәшәй алмай. Мәҫәлән, беҙҙең атайҙар ауылдан ҡалаға килгән һәм беҙгә, балаларына, олатайҙарҙың рухи мираҫын тапшырған, хәҙер инде беҙ ул мираҫты үҙ балаларыбыҙға тапшырырлыҡ, улар уны ҡабул итерлек мәҙәни майҙансыҡ булдырырға тейешбеҙ. Ошоно эшләй алһаҡ ҡына ҡаланың башҡорт милли мәҙәниәте барлыҡҡа килә һәм йәшәй башлай.
Әлбиттә, беҙ атайҙарыбыҙ тапшырған барлыҡ мираҫты ла ҡабул итә алмайбыҙ, ҡайһылыр өлөшөн ҡалдырабыҙ, сөнки ҡала башҡорто образы ауылдыҡынан ныҡ айырыла. Бының өсөн беҙҙең оло быуын менән ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килә. Ундай ҡапма-ҡаршылыҡ һәр ваҡыт буласаҡ, шунһыҙ үҫеш тә юҡ.
Башҡорттар ҡала милләте булып формалашып бөтмәгән, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел. Был - дошман һүҙе. Беҙ күптәнән үҙ милли мәҙәниәте булған ҡала милләте. Уның дәлиле - үҙ туған телебеҙҙә һөйләшеүсе, ижади һәм ғилми эш алып барыусы беҙҙең быуын вәкилдәре. Хәҙер инде беҙ үҙебеҙҙең балалар аша ошо эстафетаны артабанғы быуынға тапшырырға тейешбеҙ - быныһы инде иң төп бурысыбыҙ.
Т. Мохтаров: Хәҙерге ҡала башҡорттары араһында ике төрлө ынтылыш, ике төрлө күренеш бар. Береһе уның дөйөм ҡала стихияһына бирелеп, манҡортлаша, икенсеһе рухи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе барлап, йола-традициялар нигеҙендә йәшәргә ынтыла. Беренсе төркөмгә ҡараусылар ксенофобия менән сирләй, икенселәре иһә, киреһенсә, халҡының тарихи үткәне менән ғорурланып йәшәй. Юлдаш менән килешәм, беҙҙең оло быуын менән фекер айырымлығы бар һәм буласаҡ. Беҙ, ҡалала тыуып үҫеүсе башҡорттар, ололарса фекер йөрөтмәүебеҙ менән милләтебеҙгә зыян килтерәбеҙ тип уйламайым. "Башҡорт халҡының тарихы" күп томлығында ҡатнашыусы беҙҙең һымаҡ йәш бер ғалимдың ҡала башҡортоноң концепцияһын ҡайһы бер оло ағайҙар ҡабул итмәне, хатта оло ғауға күтәрҙе. Йәш ғалим хатта Мәскәүгә китергә мәжбүр булып, унда бер йыл эшләп килде. Бары тик концепцияһы өлкән ғалимдарҙыҡына тап килмәгәне өсөн генә ул шундай хәлгә ҡалды. Уның концепцияһы башҡорттарҙы һис кенә лә кәмһетмәй, киреһенсә, унда беҙҙең тарихҡа ҡарата яңыса ҡараш сағыла ине. Минеңсә, был концепция күп томлыҡта сағылыш тапһа, ҡыҙығыраҡ булыр ине.

Уның концепцияһының төп фекере нимәгә ҡайтып ҡала һуң?

Т. Мохтаров: Уның концепцияһы милләт дәүләтселегенә ҡала күҙлегенән генә ҡарауға ҡоролмағайны. Бындай концепция беҙгә көнбайыш дәүләттәрҙән бермә-бер күсерелгән, ә беҙҙең дала йәмәғәтселегенә нигеҙләнгән дәүләтселегебеҙ формаһы бөтөнләй башҡаса. Әгәр ҙә далалағы дәүләттең башлығы булған хан бөгөн - бер урында, иртәгә икенсе урында йөрөһә, ниндәй ҡәлғә-ҡала тураһында фекер йөрөтөргә була һуң? Беҙгә хатта башҡаларса фекер йөрөтмәгәндәрҙе генә түгел, хата ҡарашта булғандарҙы ла ситкә тибергә ярамай. Ни өсөн тигәндә, тик бер төрлө генә фекер йөрөткән йәмғиәттә үҫеш булмай. Милләтебеҙҙең ҙур өлөшөнөң татар милләтенә күсеүендә лә өлөшләтә ошо сәбәп бар, минеңсә. Урыҫ телле башҡорттарға ҡарата ла ситләтеү ҡарашы йәшәп килә. Башҡорт йәмғиәте үҙенекен ситкә тибеүгә ҡоролған бындай менталитеттан ҡотолорға тейеш.
З. Бураҡаева: Хәҙер ҡаланың башҡорт йәштәре арыу ғына көсәйҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, дәүләт учреждениелары - үҙ тормошо, башҡорт йәштәре береккән ижтимағи ойошмалар үҙ тормошо менән йәшәй. Йәштәр, өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә, чиновниктарҙың ауыҙына ҡарап ҡына тормай. Хәҙер ололар шуны аңлай бара: заман үҙгәрә, 75-80 йәштә әүҙем булып булмай һәм теләһә-теләмәһәләр ҙә, заман дилбегәһе беҙҙең ҡулға күсә. Беҙ оло быуындан кемделер ҡабул итәбеҙ, кемделер - юҡ, сөнки беҙҙең үҙебеҙҙән оло булған өсөн генә кемдеңдер дөрөҫ булмаған принцибын ҡабул итеп йәшәргә теләгебеҙ юҡ. Хәҙер ололар менән йәштәр араһындағы тәбиғи аралашыу процесы юғала бара. Салауат заманында ла, Әхмәтзәки Вәлиди заманында ла шулай булған. Ваҡытында Рәми Ғариповтар быуыны ла үҙҙәренән алдағы бер быуынды ҡабул итмәй, төшөрөп ҡалдырған һәм был мәғлүмәтте беҙгә тапшырған. Ялған фән, ялған әҙәбиәт киләсәктә йәшәй алмаясаҡ. Эйе, өлкәндәрҙең том-том китаптары бар, әммә макулатура тигән төшөнсә лә бар.

Бер ҡәүемдең йәштәре аҡһаҡалдарынан үлгән кешеләрҙе терелтә торған тылсымлы һүҙҙе отоп алырға теләгән. Аҡһаҡал ҡаршылашҡас, йәштәр уны ҡурҡытып, теге һүҙҙәрҙе әйттереп алыуға өлгәшкән. Шунан һуң йәштәр сүллек буйлап киткән. Юлдарында тауҙай өйөлөп ятҡан һөйәктәрҙе күреп, теге тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеүҙәре булған, һөйәктәр бүреләргә әүерелеп, йәштәрҙе ашап бөтөргән. Быны ни өсөн һөйләйем һуң? Ҡала комфортына ынтылыу шул тылсымлы һүҙ кеүек мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта уның мәҙәниәтте, телде, рухиәтте бүре кеүек өҙгөләү, йотоу халәте лә бар. Ҡалалар бит милләттәрҙән винегреттар яһай. Шулай түгелме?

З. Бураҡаева: Ҡалала йәшәүсе йәш кеше бойондороҡһоҙ, ауылдыҡына кемдеңдер ихтыярына буйһоноу психологияһы хас. Әммә хәҙерге ҡала башҡорто менән ауыл башҡорто тигеҙләшеп бара. Шуға күрә мин ошондай бүреләр менән булған хәлдәй ҡурҡыныс барлығын тоймайым. Минең өсөн хәҙер ауыл-ҡала бүленешенән бигерәк, ҡулынан эш килгән йә килмәгән йәштәр бүленеше генә тороп ҡала бара. Был, минеңсә, милләтебеҙҙең ҡаланыҡы булып формалашып бөтөүе күрһәткесе. Хәҙер хатта төпкөл ауылдарҙа ла 2-3 йәшлек балалар үҙ-ара скайп аша аралаша. Хәҙер кейемдә лә айырма тойолмай. Элек БДУ тирәһендә йөрөһәң, кейем буйынса ла, атлап йөрөштәре буйынса ҡалаға абитуриенттар килеүе һиҙелә торғайны. Хәҙер бит был һиҙелмәй.

Ҡала ҡатнаш никахтарҙы арттырыуға булышлыҡ итеүен дә әйтеп үтергә кәрәктер…

З. Бураҡаева: Әсәйемдәр заманында шулай булған: әгәр ҙә ауылдан килеүсе йәш башҡорт егете йә ҡыҙы үҙ милләтендәге кеше менән ғаилә ҡорһа, ул хатта ҡалаға килмәгән кеше булып иҫәпләнгән икән. Ә инде ҡалала тыуып үҫеүсе башҡа милләт вәкиле менән ғаилә ҡороу мәртәбә, күкрәккә тағылған миҙал кеүек булған. Был хәл элек шулай булһа, хәҙер икенсе бер тенденция күҙәтелә: ул да булһа, башҡорт ҡыҙҙарының Европа йә Америка егеттәренә кейәүгә сығыуы. Иҫәнғолда бер матур башҡорт ғаиләһенән сыҡҡан ҡыҙ Америка баптисына кейәүгә сыҡҡан. Күрше-күләндәре, туғандары ҡыҙҙың шундай кейәүгә сығыуын ҙур ҡаҙаныш итеп билдәләй икән. Был - ҡаҙаныш түгел, ә ғәрлек. Хатта шул ҡыҙ менән Иҫәнғол мәктәбендә осрашыу ойошторғандар. Америка кейәүе осрашыуға килә алмаған, әммә кәләше аша бер плакатҡа ҙур итеп ҡултамғаһын ҡуйып ебәргән. Шул ҡултамғаны видекамераға төшөрөп халыҡҡа күрһәткәндәр, йәнәһе, американлы төпкөлдәге Иҫәнғол халҡына сәләм ебәреп ята. Төрөккә кейәүгә сығыусы башҡорт ҡыҙҙары ла күп. Беҙ динебеҙгә ҡайтабыҙ, әммә дин аша йотолабыҙ. Бөгөн, мосолман, тип, төрөккә, ғәрәпкә, татарға, әзербайжанға кейәүгә сығыу хуплана.
Т. Мохтаров: Ҡатнаш никахтар бер ваҡытта ла беҙҙең файҙаға түгел, сөнки унда һәр ваҡыт башҡорт позицияһы бушаҡ булыусан. Был беҙҙең милләттең менталитетына ла бәйле. Хәҙер бар донъя йәмәғәтселеге ҡатнаш никахтарҙан баш тарта, сөнки ике ҡандан тыуған балаларҙа психик ауырыуҙар күберәк осрай. Элегерәк ике милләттән тыуған балалар матур, аҡыллы була, сөнки бындай балалар ике милләттең дә яҡшы сифаттарын ҡабул итә, тигән фекер йыш яңғырай ине. Был - миф, сөнки ундай балалар ике милләттең дә тик кире сифаттарын үҙенә һеңдерә икәнен фән күптән раҫланы. Мәҫәлән, Америкала, индеец менән африканлынан тыуған баланы шундуҡ төрмәгә бикләү яҡшыраҡ, тиҙәр. Уларҙы самбо тип атайҙар. Бер ниндәй ҙә әхлаҡ нормаларына һыймаған самболар Америка йәмәғәтселеге тарафынан ҡабул ителмәгән. Улар индеец та, африканлы ла түгел, ғөмүмән, бер кем дә түгел. Беҙ Америка үткән метизизация бәләһен әле саҡ үтәбеҙ. Америка бөгөн ҡатнаш никахтарҙан баш тарта, ә беҙҙә әле бындай никах хуплана.
Ю. Йосопов: Ҡатнаш никах мәсьәләһе әле генә күтәрелмәй. Минеңсә, ҡатнаш никахтарҙан тыуған балаларҙың беҙҙең милләтте ҡабул итеүе йә итмәүе уның ниндәй ғаиләлә, ниндәй мөхиттә үҫеүенә бәйлелер. Бала үҙен ике милләттең вәкиле итеп тоймаһын өсөн дә бер мөхиттең генә йоғонтоһо көслө булырға тейештер. Мәҫәлән, башҡорттарҙың ҡалмыҡтар менән һуғышы осоронда күп кенә башҡорттар ҡалмыҡ ҡыҙҙарын кәләш итеп алған. Иң тәүҙә уларҙы әсирә итеп алғандар, аҙаҡ өйләнгәндәр. Ошо рәүешле башҡорттар араһында ҡалмаҡ аралары барлыҡҡа килгән. Беҙгә хәҙерге ваҡытта ҡатнаш никахтарҙан арыныр өсөн ысын ир-аттар кәрәк. Әгәр ҙә ауылдарҙа ысын ир-аттар күберәк булһа, ҡыҙҙарыбыҙ ситкә лә китмәҫ һәм, Иҫәнғолдағы һымаҡ, халыҡ ҡайҙалыр Америкала йәшәүсе баптистың ҡултамғаһына ҡарап, ауыҙ һыуы ҡоротоп та ултырмаҫ ине.

Ҡала милли мәҙәниәте тигәндә, ысынында, Рәсәйҙәге бер халыҡтың да ҡала милли мәҙәниәте юҡ, бында, бәлки, милли мәҙәниәттең элементтары хаҡында һүҙ алып барырға кәрәктер. Урыҫтарҙы алайыҡ. Бөгөн беҙ Рәсәй ҡалаларында урыҫ ҡала мәҙәниәтен түгел, урыҫ телендәге социализм осоронда нигеҙләнгән барлыҡ халыҡтарҙың дөйөм аралашыу даирәһен күрәбеҙ...

Ю. Йосопов: Ҡала милли мәҙәниәтендә тел мәғлүмәт тапшырыу вазифаһынан тыш, мәҙәниәттең үҙен дә тәшкил итә. Урыҫтар, мәҫәлән, мәҙәниәттәре бармы-юҡмы, ҡалала йәшәй ала.
Т. Мохтаров: Минеңсә, ҡала ерендә милли мәҙәниәт барыбер ҙә телдән башлана. Тел мәҙәнитенә аралашыу һәм ижад итеү шарты инә. Тел ҡалала үҙенә генә хас мөхитте һәм мәҙәниәтте барлыҡҡа килтерә. Әгәр ҙә беҙ башҡорт милләте мәҙәниәте һәм милләт яҙмышы тураһында урыҫ телендә һүҙ алып барабыҙ икән, был инде субкультура тип атала. Ҡалала башҡорт милли мәҙәниәте башҡорт телендә аралашыу мөхите булған урында ғына тойола. Әйтәйек, мин өйҙә үҙ телемдә аралашам, унда милли мәҙәниәт мөхите бар, урамға сығып, төрлө телдәрҙәге яҙыуҙарҙы, башҡа телдәге аралашыу мөхитен тойһам, ул мәҙәниәт юҡҡа сыға.
Ю. Йосопов: Минең башҡортса ла, урыҫса ла яҡшы һөйләшкән, ике телде лә тәрәндән тойған апайым бар. Ул оҙаҡ йылдар башҡорт әҙәбиәтен уҡып-уҡып килде лә, хәҙер башҡортса китап уҡымай башланы. Үҙе аңлатыуынса, ул башҡорт китаптарынан үҙе өсөн бер нәмә лә ала алмай хәҙер.
Т. Мохтаров: Мин дә хәҙерге ваҡытта башҡорт телендәге китаптар араһынан Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" китабын, ваҡытлы матбуғат араһынан "Киске Өфө" гәзитен уҡығанда ғына күңелемә диалог табам.

Һеҙ әйткәндәрҙе дөйөмләштереп, шундай һығымта яһарға булалыр: милләттең ҡала мәҙәниәтле булыуы шул милләттең тәбиғи юл менән ойошҡан үҙ телендәге интеллектуаль йәмғиәте зарурлығында...

З. Бураҡаева: Һинең рух кимәлең балаларыңда түгел, ейәндәреңдә сағыла, ти әсәйем. Беҙҙең милләт киләсәккә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҙ милләтебеҙ вәкилдәре менән етәкләшеп барған сағында ғына үтә ала. Был - аксиома. Беҙҙең бөгөн ҡала мәҙәниәте бармы-юҡмы, был бер 15-20 йылдан асыҡ күренәсәк, йәғни беҙ хәҙерге мәҙәни-тарихи мәғлүмәтте ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә алып барып еткерә алабыҙмы-юҡмы? Беҙ бөгөн өлгөлө итеп күргән "Тамыр" телерадиостудия балалары киләсәктә үҙ яҙмыштарын милләтебеҙгә бәйле рәүештә ҡороп, ысынлап та, өлгөлө була алырмы? Беҙ әле үк уларҙың күбеһенең өлгөлө була алмауын күрәбеҙ.
Атайым иҫән саҡта беҙ дүрт бүлмәле фатирҙа йәшәнек. Бер бүлмәбеҙҙә һәр ваҡыт ауылдан килеп, яңы өйләнешеп, йәшәргә урындары булмаған йәш башҡорт ғаиләләре йәшәне. Шул ғаиләләр үҙҙәренең фатиры булып, балаларын ҡаланың башҡорт мәктәбендә йә гимназияһында уҡытты, һуңынан ул балаларҙың ҡайһы берҙәре сит милләт вәкиле менән ғаилә ҡорҙо. Уйлап ҡараһаң, уларҙың ата-әсәһе үткән ауырлыҡтар, балаларын уҡытырға, кеше итергә тырышыуҙар бушҡа сыҡҡан була бит, сөнки сит телдә һөйләшкән ейән-ейәнсәрҙәр - ул бушҡа уҙған ғүмер билдәһе лә инде.

Беҙҙә тағы ла сәхнәгә милли кейем кейеп сығып бейеүҙе, йырлауҙы, ҡурай тартыуҙы мәҙәниәт үҫеше тип ҡарау бар. Минеңсә, мәҙәниәт үҫеше интеллектуаль тәрәнлектәлер...

З. Бураҡаева: Беҙҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренең күбеһендә "башҡорттар өсөн бара ул" тигән тенденция бар. Был манҡортлашҡан башҡорттар яғынан әйтелгән һүҙ. Улар ошо мөхиттә йөрөй, уны файҙалана, шунан туҡлана, үҙенең йәшәү сығанағын тәьмин итә һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә икенсел итеп ҡарай. Ҡыҫҡаһы, бөгөн ҡала башҡорт мәҙәниәтен тап маргиналдар боҙа. Улар тыуҙырған сәнғәт тә башҡорт сәнғәте түгел, ә маргинал сәнғәт. Улар үҙҙәренең балаларын иһә башҡорт милләте сәнғәте нигеҙендә тәрбиәләмәй.
Ю. Йосопов: Беҙҙә бөгөн тәнҡит юҡ һәм бар нәмәне абруй, статус хәл итә. Беҙ, башҡорттар, әле үҙебеҙҙең сәнғәтте һәм мәҙәниәтте тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеп өйрәнмәгәнбеҙ. Беҙ башҡортса яңғыраған һәр күренеште башҡортса булғаны өсөн генә яҡшы итеп ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ.

Маргиналдарҙы психология фәндәре докторы Вадим Сафин бер юлы ике кәмәгә баҫып йылға буйлап китеп барыусылар менән сағыштыра. Улар бер юлы ике кәмәгә баҫып китеп бара һәм дауыл ҡубып, саҡ ҡына һыу сайҡалдымы, һыу эсенә ҡолап төшәләр, йәғни улар үҙҙәренең аяҡ аҫтында тупраҡты тоймаусылар. Улар, урыҫтар әйтмешләй, ит тә, балыҡ та түгел. Ҙур кимәлдә алғанда, беҙ барыбыҙ ҙа ике дәүер, ике ижтимағи ҡоролош, ауыл менән ҡала, ике төрлө цивилизация араһында тороусы, урталыҡтағы маргиналдар. Минеңсә, ысын мәғәнәһендәге башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте һәм әҙәбиәте дәүләттән бойондороҡһоҙ нәшриәттәребеҙ, театрҙарыбыҙ һәм уҡыу йорттары, йәғни буржуазия синыфыбыҙ аяҡҡа баҫҡас барлыҡҡа киләсәк. Был осраҡта тәнҡиткә лә, ирекле үҫешкә лә, ысын мәғәнәһендәге башҡорт ҡала мәҙәните үҫешенә лә нигеҙ булыр ине. Шулай түгелме?

Т. Мохтаров: Минеңсә, беҙҙең башҡорт ҡала мәҙәниәте урынын башҡорт субкультураһы яуларға тейеш түгел. Әйтәйек, ҡаланың башҡорт гимназияһында балалар бары тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә үҙебеҙҙең телдә аралаша. Башҡа барлыҡ фәндәр, тәнәфестәге аралашыуҙар урыҫ телендә бара.
Ю. Йосопов: Әгәр ҙә милли рухи нигеҙебеҙҙе тәшкил иткән ауылдарыбыҙ йәшәһә, ҡаланың бындай субкультураһы ла әллә ни ҡурҡыныс булмаҫ ине. Хәҙер бит ауылдарыбыҙға ҡурҡыныс янай. Бөгөн ауыл емерелә. Был яҡшыға түгел.

Гәзитебеҙҙең быйылғы 14-се һанындағы әңгәмәлә ҡатнашыусы ғалимдар ауыл-ҡала мәсьәләһе буйынса ике төрлө фекер әйтте. Әңгәмәлә ҡатнашыусы Ҡадир Мәғәфүров: "Беҙ бөгөн башҡортто ауылда ҡалырға өгөтләргә тейеш түгелбеҙ. Килһендәр ҡалаға, һис юғы, урам һеперһендәр, таксист булһындар", - тиһә, икенсе әңгәмәсе Зифҡәт Сәйетғәлиев: "Ауыл - милләтебеҙҙең сәңгелдәге. Шуға күрә беҙ ауылда аҙыҡ-түлек етештереү өсөн кеше аҙ талап ителә, тип кенә үҙебеҙҙең тамырҙарҙан үҙебеҙ теләп баш тартырға тейеш түгелбеҙ", - тип уға ҡаршы төшә. Һеҙҙеңсә, ошо фекерҙең араһында алтын урталыҡты табып буламы?

Т. Мохтаров: Минеңсә, бар халыҡты ауылдан ҡалаға алып килгән осраҡта ла, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Был осраҡта беҙ тамырҙарыбыҙҙан айырыласаҡбыҙ. Хәҙерге ауылда йәшәгән кешене ҡалаға алып килһәк, уларҙың күбеһенә урам һепереүсе булып эшләргә тура киләсәк. Беҙ бынан нимә отабыҙ һуң? Был аҙым маргиналдарҙың һанын ғына арттырасаҡ.
Ю. Йосопов: Египетта булған саҡта мин ундағы ғәрәптәрҙең тормошон күҙәттем. Уларҙың эске тормошонда ҡот осҡос хаос хөкөм һөрә. Әгәр ҙә беҙ ауыл халҡын күпләп ҡалаға күсерһәк, шундай уҡ хаосҡа юлығыуыбыҙ бар.
Т. Мохтаров: Бөгөн беҙҙең ҡала башҡорт йәштәре күп йәһәттән ауыл кешеләренә өлгө күрһәтә. Бына мин, мәҫәлән, ғаиләм менән ауылға ҡайтһам, кәләшем һәм улым менән башҡортса һөйләшһәм, ауылдағылар беҙгә: "Һеҙ алыҫтағы Өфөнән ҡайтһағыҙ ҙа, башҡортса һөйләшәһәгеҙ, ә бына кәртә артындағы Магниттан ҡайтҡандар урыҫса һөйләшә", - тип үҙҙәренең ғәжәпләнеүен белдерә.
З. Бураҡаева: Хәҙерге көндә башҡорт мөхитенә иң күп маргиналдар биргән урын - район үҙәктәре. Улар ауыл кешеһенән үҙен юғары һанай, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре ҡала кешеһе лә түгел. Тап ошо район үҙәктәрендә йәшәүселәр ер һата. Бөгөн беҙгә ауылда йәшәгән кешене үҙен икенсе сортлы итеп тойоу тойғоһонан арындырырға кәрәк. Шуға күрә лә ҡалаға килеп уҡыуын бөтөрөп, ауылға ҡайтҡан йәш кеше йыш ҡына үҙен "икеле" алған уҡыусылай тойоп йөрөй.
Ю. Йосопов: Күп кенә кешеләр ауылға ярҙам итергә теләп, "народничество" хәрәкәтендәге кеүек, тыуған ауылдарына китеп ҡараны, әммә улар унда оҙаҡ тора алманы. Әллә ҡалала тыуып үҫкәнгәме, ауыл беҙгә ят һымаҡ. Мин бына хатта Әлкәләге йортома күсеп сығырға ла баҙнат итмәйем.
З. Бураҡаева: Миндә лә ауылға ҡарата "дачная психология" йәшәй. Мин унда ял итергә генә ҡайта алам, йәшәргә түгел.

Беҙҙең милләт туғанлыҡ менән көслө. Ауыл бөгөн туғанлыҡ принцибы буйынса йәшәй, ҡалала иһә, күршелек принцибы. Тимәк, ауылдан ҡалаға килеүсе кеше иң беренсе нәүбәттә туғандарынан айырылыу тойғоһо кисерә...

Т. Мохтаров: Беҙгә был йәһәттән ҡаҙаҡтарҙы өйрәнергә кәрәк. Уларҙа ла шундай уҡ урбанизация процесы бара. Әммә ҡалала йәшәүсе ҡаҙаҡтар ауылдарҙа йәшәүселәр араһынан үҙҙәренә яраҡлы кешене табып, уға матди яҡтан ярҙам итеп, унда үҙҙәренең һарыҡ көтөүен йә йылҡы өйөрөн булдыра икән. Ҡыҫҡаһы, улар ошо юл менән үҙҙәренең туҡланыу мәсьәләһен хәл итә.
З. Бураҡаева: Алма-Ата ҡаҙаҡтары, мәҫәлән, үҙҙәрен "асфальт ҡаҙаҡтар" тип атап йөрөтә. Улар тел белмәй, ҡаҙаҡ ҡыҙҙары күпләп сит милләт вәкилдәренә кейәүгә сыға. Ҡала ҡаҙаҡтары ҡаҙаҡса һөйләшеүҙе наҙанлыҡҡа тиңләй, исемдәрен үҙгәртә. Әйтәйек, Әнүәр икән - Алян, Гөлниса икән - Гука, Ләззәт икән - Ляска. Ҡаҙаҡтарҙың был хәленә беҙгә ғибрәт итеп ҡарарға кәрәктер. Әммә уларҙың өлгө итеп алырлыҡ яҡтары ла бар. "Булачак", беҙҙеңсә "Киләсәк" тигән программа буйынса улар массалы рәүештә ҡаҙаҡ йәштәрен Европаның алдынғы уҡыу йорттарына уҡырға ебәрә. Ҡаҙаҡ кешеһе өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына инеү түбән баҫҡыс һанала. Хәҙерге ваҡытта был программа буйынса уҡып ҡайтыусылар Назарбаев етәкселегендә дәүләт органдарында эшләй.

Шулай итеп...

Баҙарҙарҙа йыйын әтрәгәләм,
Урамдарҙа тулы иле юҡтар.
Ҡалалар бит лөғәттәрҙе ҡушып,
Милләттәрҙән яһай винегреттар,

тип яҙғайным үҙемдең "Ҡалаларҙың ғәҙәттәре сәйер..." тигән шиғырымда. Үкенескә күрә, ҡалаларҙың ауылдарҙы ғына түгел, милләттәрҙе лә йотоу халәте бар шул. Шул уҡ ваҡытта ил сәйәсәте ҡалала башҡарыла, кешене оло донъяға алып сығыусы белем һарайҙары ла, дәүләт һәм милләт институттары һәм атрибуттары ҡалала урынлашҡан. Эйе, милләтебеҙ тамырҙары, уның сәңгелдәге ауылдарҙа, тимәк, ауылдарҙы ла һаҡлау фарыз беҙгә. Ҡаланы маҡтайыҡ та, ауылда йәшәйек, ауылды маҡтайыҡ та... ҡалала йәшәйек, туғандар!


 Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.