Милләтебеҙҙең рух шишмәһе ҡоромаһын

umagulovaБөгөнгө күп милләтле мөхит шарттарында туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ дәүерендә ҡаныбыҙға, аңыбыҙға һеңдерелгән башҡорт рухын һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел. Әлбиттә, матбуғат, мәғлүмәт сараларының милләтте тәрбиәләүгә әһәмиәте бик ҙур. Телевидение экрандары аша алып барылған тапшырыуҙар, гәзит, журнал биттәрендә баҫылған мәҡәләләр йәштәрҙең дә, ололарҙың да аңына, томошҡа мөнәсәбәтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Әммә бөгөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзит, журнадарҙың тиражы бик аҙ, тотош милләткә барып етерлек түгел.

Бының, әлбиттә, объектив һәм субъектив сәбәптәре лә етерлек. Күптәр үҙенә кәрәк мәғлүмәтте интернет селтәренән ала. Ә барыбер ҙә милләтебеҙҙең күпселек өлөшө ауыл ерендә йәшәгәнлектән, интернет, компьютер мөмкинселектәре менән файҙаланыу сикләнгән. Гәзит, журналдарға яҙылыу өсөн ауыл ерендә осон-осҡа ялғап йәшәгән эшһеҙ халыҡтың аҡсаһы ла юҡ.

Ә мәктәп илебеҙ мәғарифында бер туҡтауһыҙ барған үҙгәртеүҙәр, реформалар менән мәшғүл, шуғалыр ҙа уҡыусыны рухи яҡтан тәрбиәләү функцияһын педагогтар үҙ өҫтөнән алып ташлаған. Ниндәй генә йәмғиәт ҡоролошонда йәшәһәк тә, ниндәй генә үҙгәртеп ҡороу елдәренә дусар ителһәк тә, беҙҙе бер милләт итеп берләштергән асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу һәр халыҡтың үҙенең мөҡәддәс бурысы ул. Әгәр был изге бурысты үтәй алмаһаҡ Аллаһы Тәғәлә беҙҙе икенсе халыҡ менән алмаштырыр. Был турала изге ҡөрьәндә лә иҫкәртелгән. Был йәһәттән гәзит, журналдарҙан тыш Башҡортостан телевидениеһының эфирға сығарылған тапшырыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бигерәк тә Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов әҙерләгән һәм эфирға сығарған тапшырыуҙар тәрән йөкмәткеле, юғары идеалдар менән һуғарылған, башҡортта сәм, ғәм, милләт өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятырлыҡ. Тарихи фараз рубрикаһы, арҙаҡлы шәхестәребәҙ, күренекле замандаштарыбыҙ тураһындағы тапшырыуҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте бик көслө.

Журналист Шамил Кучуков әҙерләп һәм алып барған “Ҡайтайым ауылыма” проектында тыуып үҫкән, беҙҙе туйҙырған изге төйәгебеҙгә һөйөү, еребеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәр тапшыыруҙа һыҙыҡ өҫтөнә алына. Тапшырыу геройҙары яҡташатры менән ихлас аралашып ҡына ҡалмай, уларҙың аһ-зарҙарын, теләктәрен, үтенестәрен тейешле дәүләт органдарына еткереп, тыуған ауылының проблемаларын хәл итеүҙә мөмкин булған ярҙам күрһәтә. Тимәк, телевидениеның бөгөн тәрбиәүи мөмкинселектәре иҫ киткес ҙур.

Әммә барлыҡ тапшырыуҙар ҙа юғары маҡсаттарға яуап бирә алмай. Әйтәйек, аҙна һайын эфирға сыҡҡан “Арыҫлан” ир-егеттәр клубын төптән уйлап, тәрбиәүи миҫалдар менән тулыландырып барғанда телевизор ҡараусыларға файҙаһы һис шикһеҙ булыр ине. Был тапшыыруҙа ҡатнашҡан ир-егеттәребәҙ көләмәстәр һөйләп, ләстит, сафсата һатыуҙан ары китә алмай. Ғаилә башлығы, абруйлы атай булырлыҡ шәхесте, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү яуаплылығын үҙ өҫтөнә алырлыҡ, үҙен, ғаиләһен, халҡын яҡлай алырҙай ир-егетте ғаиләлә нисек тәрбиәләргә, көслө заттарыбыҙҙың сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан кире күренештәрҙе нисек булдырмаҫҡа, туған тел культын ниндәй алымдар, ысулдар менән күтәрергә, башҡорт ғаиләһендә милли мөхитте булдырыу юлдарын өйрәтһәләр, тапшырыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте бермә-бер артыр ине.

Туған телебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән быуындан-быуынға күсә килгән изге йолаларын тергеҙеү һәм милли рухыбыҙҙы һаҡлау – быларҙың барыһына ла ғаиләлә нигеҙ һалына. Ғаилә ышаныслы булһын өсөн уның нигеҙе ныҡ булырға тейеш. Ошо көндәрҙә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов указы менән 2012 йыл республикабыҙҙа “Балалар именлеген һаҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” тип иғлан ителеүе йәмғиәттә ғаиләнең тотҡан урынына хөкүмәт кимәлендә иғтибар бирелергә тейешлегенә асыҡ дәлил.

Башҡортостан телевидениеһында ошо юҫыҡта тапшырыуҙар йышыраҡ булһын ине. Был тәңгәлдә аҙна һайын эфирға сыҡҡан “Бәхетнамә” рубрикаһында уны әҙерләүсе һәм алып барыусы журналистар баланы башҡорт ғаиләһендә башҡорт рухлы, заманса йәшәргә һәләтле, аң-белемгә, ғилемгә ынтылыусы, эшһөйәр һәм илһөйәр шәхес итеп тәрбиәләү юлдарын өйрәтһендәр ине. Баланың сәләмәт булып үҫеүендә милли ризыҡтарға өҫтөнлөк биргән пропаганда кәрәк. Колбаса, сосиски, гамбургер, чупа-чупас, кока-кола кеүек фасфуд аҙыҡтар менән туҡланыу баланың һаулығына зыян ғына килтерә.

Баланы шәхес итеп мәктәп тә, урам да тәрбиәләй алмай, был изге бурысты ғаилә генә тулыһынса тормошҡа ашыра ала. Шуның өсөн йәштәребеҙ ғаилә ҡороу мәсьәләләренә бик етди ҡараһындар ине. Бөгөн милләтебеҙҙең тамырына балта сабыусы бик ҡурҡыныс ике факторға туҡталып китеү кәрәк булыр.

Беренсеһе: ауылдарҙа ғәҙәти күренешкә әйләнгән эскелек тамыр йәйгән, - икенсеһе: ҡалаларҙа рухһыҙ, туған теленән, халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәренән мәхрүм булған маргиналдарҙың арта барыуы. Был инде ҡатнаш никахтарҙан хасил булған ғаиләләр емеше.

Эскелек ул – милләтебеҙҙе упҡынға этәреүсе иблес ҡоралы. Был йәһәттән матбуғат биттәрендә һәм информация сараларында даими рәүештә динебеҙ ҡанундары талаптарына ярашлы һәм фәнни яҡтан нигеҙләп тә айыҡ тормошто пропагандалау алып барылһын ине. Бәлки Рәсәй хөкүмәтенә эскән халыҡ менән идара итеүсе еңелерәктер. Ә шулай ҙа генофондыбыҙҙы, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн беҙгә, башҡортҡа, эскелектән арыныу мотлаҡ.

Канада ғалимдарын төньяҡ халыҡтарынан чукча, эвенк, эскимостарҙың эскелеккә бирелеү сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында ғилми тикшеренеүҙәр үткәргән һәм ошондай һығымтаға килгән. Быуаттар дауамында халыҡ үҙенең туҡланыу рационында ит, һөт, балыҡ аҙыҡтары менән файҙаланған икән (йәшелсә, емеш-еләк, фруктылар ашамайынса), был халыҡ вәкилдәренең организмында алкоголдең емергес тәьҫиренә ҡаршы торорҙай иммунитет бөтөнләй булмай һәм алкоголле эсемлектәр был халыҡ вәкилдәренең генофондына емергес зыян килтерә. Беҙҙең ата-баабларыбыҙ ҙа Уралдағы тәбиғәт шарттарынан сығып, әллә күпме быуаттар һуҙымында ит, һөт аҙыҡтары менән туҡланған бит. Шуның өсөн эскелектән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – милләтебеҙгә айыҡ тормош алып барыу. Бынан бер быуат элек кенә Зәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр” китабында: “Милләтебеҙ арҡы эсмәй ине”, - тип телгә алған.
Әгәр әҙәм балаһы тәүбәгә килеп, үҙенең ихтыяр көсө табып, эскелек кеүек яман ғәҙәттән ҡотолоу юлдарын тапҡан хәлдә үҙенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә һәм ғаиләһен дә һаҡлап ҡала ала.

Милләтте юҡҡа сығарыусы икенсе фактор: халҡыңдан ситләшеп, уның яҙмышына, киләсәгенә битараф булыу. Башҡорт телен белмәгән, уны ихтирам итмәгән, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанға һуҡмаған рухһыҙ балалар башлыса ҡатнаш никахтарҙан торған ғаиләләрҙән сыға. Ғаиләлә аралашыу теле башҡорт теле булғанда ғына, атай менән әсәй өйҙә башҡорт мөхитен булдыра алһа ғына, бала туған телен үҙләштерә, өйрәнә, туған телендә фекер йөрөтә, халҡының рухи ҡиммәттәрен аңына һеңдереп, башҡорт рухлы булып үҫә. Атай менән әсәй ике милләттән булған ғаиләләрҙә башҡорт теле аралашыу теле була алмай. Башҡорттоң милли булмышы, менталитеты үҙенә зыян килтереп булһа ла, ят мөхиткә, икенсе телгә өҫтөнлөк бирә. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә бөгөнгө кәндә ҡатнаш никахтарҙың нисбәте башҡорттарҙа 55 процент тәшкил итә, ә урыҫтарҙа ҡатнаш никахтар нисбәте 21 процент ҡына. Халыҡта ҡатнаш никахтарҙың нисбәте 70 процентҡа етһә, милләт үҙенең булмышын, асылын юғалтып, юҡҡа сығыуға дусар ителә.

Башҡорт файҙаһына булмаған был күрһәткестәр йәштәребеҙҙе уйландырһын ине, егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ ғаилә ҡорор алдынан туған телде һаҡлау, милләтте ишәйтеү проблемаһына етди ҡараһындар ине.

Ә инде Рәсәйҙең сиктәре асылғас, демократик, ирекле йәмғиәттә йәшәбеҙ тип, бигерәк тә ҡыҙҙарыбыҙ сиғандар һымаҡ Ер шарының төрлө тарафтарына китеп, ете ят милләт вәкилдәренә кейәүгә сығып, ғаилә ҡороуҙы ғәҙәткә әйләндерҙеләр. Хатта Башҡортостанда йәшәгән ата-әсәәлре кейәүем ғәрәп, төрөк, негр, инглиз, француз, итальян, грек тип ауыҙ тултырып маҡтаналар. Төптән фекер йөрөтә башлаһаң, был процесс ғорурланыу өлгөһө түгел, ә милләттең ысын мәғәнәһендәге фажиғәһе. Башҡорт бит сиған түгел. Сиғандар Ер шарының ниндәй генә төбәгендә йәшәһә лә булмаған халәттә лә, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли булмышын, минталитетын һаҡлап ҡала ала. Әлбиттә, был йәһәттән сиған халҡы – һоҡланырлыҡ ҡәүем.

Ә бына башҡорт тыуған еренән, иленән сығып китеү менән, туған телен икенсе телгә алмаштыра, ғөрөф-ғәҙәттәрен онота, хатта бәғзеләре динен дә алмаштыра. Шулай булғас, башҡорт ҡайҙалыр иленән ситтә диаспора булып йәшәй алмай, ул тик үҙ ерендә, үҙ илендә, үҙ мөхитендә, үҙ милләте араһында ғына башҡорт булып ҡала ала.

Советтар Союзы осоронда йәшәү, торлаҡ шарттарына бәйле Башҡортостандан ситкә китергә мәжбүр булған йөҙәр меңләп милләттәштәребеҙҙең күбеһе бөгөнгө көндә ассимиляцияға дусар ителеп, бер нисә быуын үткәндән һуң сит милләттәрҙән йотолоуы быға асыҡ миҫал. Уларҙың тик бармаҡ менән һанарлығы ғына туған телен, милләтен, рухын һаҡлап ҡала алған. Төрлө төбәктәргә һибелгән башҡорттоң ассимиляцияға бирелеүенең сәбәбе үрҙә телгә алынған ҡатнаш никахтарҙа.

Башҡортостан телевидениеһында аҙна һайын сыҡҡан “Башҡорттар” программаһы тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китеү кәрәк булыр. Беҙҙең журналистар сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе интернет аша эҙләп табып, эфирға сығара, улар менән әңгәмәләшә, уларҙың хәл-әхүәлен һораша. Әлбиттә, белем алыу, уҡыу, тәжрибә туплау өсөн сит илдәргә сығыу, сит ерҙәрҙе күреү, сит телдәрҙе өйрәнеү кәрәк. Тик йәшәү өсөн, ғаилә ҡороу өсөн түгел. Ете диңгеҙ аръяғында сит милләт вәкиле менән ғаилә ҡороп, сит илдә йәшәргә тороп ҡалған башҡорттан Башҡортостанға, башҡорт милләтенә ни файҙа?.. Сит тарафтарҙағы әле һанап кителгән сит милләт кейәүҙәребеҙҙән ҡасан башҡорт балаһы тыуғаны бар? Сит милләттәрҙең һанын арттырыу үҙ халҡыңа бер ниндәй ҙә мәртәбә өҫтәмәй һәм беҙгә сит милләттәрҙең һанын арттыырусы сеймол булып хеҙмәт итеүҙән туҡтарға ваҡыт. Башҡорт бит йәһүд түгел. Йәһүд кенә ниндәй илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан йәһүд булып ҡала белә. Күрәһең йәһүд халҡының үҙ асылын, үҙ-үҙен һаҡлай ала торған эске инстинкты бик көслөлөр.

Ә беҙ, башҡорттар, халыҡ булараҡ үҙебеҙҙе тик үҙ илебеҙҙә, Уралыбыҙҙа ғына һаҡлай алабҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе Уралыбыҙҙан айырмаһын, ошо изге ерҙә халыҡ булып ойошҡанбыҙ, моңло ла, яғымлы ла, камил да туған телебеҙ ошонда яралған.

Ата-бабаларыбыҙ:

- Һай, Уралым, Уралым,

Атам кейәү булған ер,

Әсәм килен булған ер,

Кендегемде киҫкән ер,

- тип Уралын Мәккәгә тиңләп, уға табынған, ерен-һыуын һаҡлап, миллионлаған ҡорбандар биргән, тыуған еренең хозурлығына, матурлығына һоҡланып, йырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән. Тимәк, башҡорт милләтенең яҙмышы ошо ерҙә генә хәл ителә ала һәм дәүләтселеге лә ошо ерҙә генә һаҡланып ҡала ала.

Үҙәк телеканалдарҙа алып барылған тапшырыуҙарҙан үҙебеҙгә әллә ни өлгө ала алмайбыҙ. Рәсәй телеканалдары тапшырыуҙарында милләт-ара никахтарҙы мөхәббәт емеше тип һәр яҡлап хуплауы АҠШ өлгөһөнә эйәреүҙәндер ул. АҠШ бит – килмешәктәр иле. Американы Колумб асҡандан һуң, Европанан был яңы ерҙәргә төрлө милләт вәкилдәре байлыҡ артынан ағыла башлай. Американың төп халҡы индеецтар баҫҡынсыларҙан күпләп ҡырылыуға дусар ителгәс, был территорияла йөҙәрләгән килмешәк милләт вәкилдәре бер халыҡ булып уҡмаша һәм бөгөн улар үҙҙәрен америкалы милләте тип йөрөтәләр.

Үҙәк канал тапшырыуҙарында рәсәйлеләр дөйөм берҙәм милләт, бер халыҡ тип тылҡыуҙары беҙҙе һағайта.

Ә Рәсәй дәүләте бит бөтөнләй икенсе йүнәлештә формалашҡан, уның составында йәшәгән һәр этностың үҙенең тарихи ере, ошонда меңәр йыллап йәшәгән ватаны бар. Шуға күрә Рәсәй бер халыҡтың ғына түгел, ә күп милләтле дәүләттең федерацияһы. Федерацияның бер гөлләмәһен тәшкил иткән башҡорттоң башҡаларҙан айырып торған үҙ теле, үҙ моңо, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, үҙ йолалары бар бит.

2 февралдә Рәсәйҙең “Мир” телеканалында журналист Алексей Шахматов алып барған “Һүҙҙән – һүҙгә” (слово за слово) программаһында “Рәсәй мигранттары кәрәкме?” тигән тапшырыу булды. Ошо тапшырыуҙа ЛДПР фракцияһынан Госдума депутаты Вадим Деньгин үҙенең сығышында: ”Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында урыҫтар Ҡытай мигранттарынан йотола, сөнки был төбәктә көнөнә 12 урыҫ-ҡытай никахтары теркәлә. Эш былай барһа, урыҫ милләте ассимиляцияға дусар ителеп, ҡытайлыларҙан йотолоп бөтәсәк”, - тип саң ҡаға.

Ә беҙҙең зыялыларыбыҙ милләт-ара никахтарҙы юғары мәҙәниәтлелек, дуҫлыҡ, татыулыҡ өлгөһө тип күккә күтәреп маҡтайҙар. Ә бер нисә тиҫтә йылдан тотош Уралды 50 меңләп башҡорт тороп ҡалһа, башҡорт теле, башҡорт халҡы ғына түгел, Башҡортостан Республикаһы ла булмаҫ бит.

Туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе, бай тарихыбыҙҙы үҙебеҙ яҡлап, үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алмай, милләт булараҡ юҡҡа сығып, тарих арбаһынан төшөп ҡалһаҡ, беҙҙе хатта Аллаһы Тәғәлә лә тергеҙә алмаҫ. Милләтте туған тел, туған моңдар, рух йәшәй. Шуны онотмайыҡ.

Әнүзә Йомағолова