2012 йыл башында башҡорт йәмәғәтселегенең хәле. Ирек Агишевтың сығышы

19 ғинуар көнө Өфө ҡалаһында Халыҡ мәғәрифына булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” һәм “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт ойошмалары республикалағы башҡорт йәмәғәт мөхитендә барлыҡҡа килгән ижтимағи–сәйәси хәл тураһында темаһына арналған берләштерелгән йыйылыш үткәрҙе.
Был йыйылышта Өфөләге ҡайһы бер башҡорт йәмәғәт ойошмалары (“Туған тел” клубы, “Беҙ - "Башҡортостан киләсәге" хәрәҡәте) һәм яҡын-тирә региондарҙағы, ҡалаларҙағы башҡорт халыҡ үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты.
Йыйылышҡа яҙыусылар, ғалимдар, башҡорт аҡһаҡалдары килде.

Был йыйылышта төп доклад менән "Аҡтамыр" үҙәге етәксеһе Ирек Агишев сығыш яһаны. Бик фәһемле был докладтың тексты менән һеҙҙе таныштырабыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар.

 

Хөрмәтле милләттәштәр, ватандаштар һәм барса йәмәғәтселек әһелдәре!

 

         Бөгөн беҙ бында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән ижтимағи-сәйәси ситуацияны тикшерергә генә йыйынманыҡ. Уҙғарыласаҡ әлеге “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге менән “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең берләштерелгән йыйылышы башҡорт йәмғиәтселегенең хәҙерге ваҡытта шундай түбән кимәлгә төшөү сәбәптәрен асыҡлаясаҡ һәм был хәлдән сығыу өсөн ниндәй саралар күреү кәрәклеге буйынса халыҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең тәҡдимдәрен тыңлаясаҡ.

         Мөхтәрәм ватандаштар һәм милләтәштәр!

Бөгөнгө осорҙа халҡыбыҙ һәм Башҡортостан Республикабыҙ фажиғәле хәл кисерә. Киләсәктә беҙҙең республика дәүләт булып ҡалырмы, йәғни Рәсәйҙең унитар сәйәсәте арҡаһында ул рәсми рәүештә милли автономия хәленә төшөрмө?

Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһы ошондай ҡурҡыныс дилемма алдында тора. Сөнки республиканы субъект булараҡ юҡҡа сығарыу йәшерен сәйәсәтте бер Рәсәйҙең юғары власы органдары ғына түгел, уның махсус хеҙмәттәре һәм республикалағы прокуратуранан башлап бөтөн хоҡуҡ һаҡлау органдары, шулай уҡ Өфө муниципаль хакимиәттең дә ҡайһы бер әһелдәре алып бара.

Мәскәү тәғәйенләп ҡуйған Президент Р.З. Хәмитовтың да тирә-яғы шундай позицияла тора.

Бындай шарттарҙа Башҡортостан Ватаныбыҙҙы ҡурсалау халҡыбыҙға һәм йәмәғәтселегебеҙгә бик ауырға төшә. Башҡортостан Президенты Р.З. Хәмитовтың, Республика Дәүләт йыйылышы депутаттары, хөкүмәт чиновниктары һәм “әпкәләйҙәр” позицияһында торған Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы әһелдәренең Башҡортостанды яҡлай алмаясағы көн кеүек асыҡ.

Ундай осраҡта барлыҡ таяныстар һәм өмөттәр әлеге-баяғы башҡорт йәмәғәтселегенә барып теркәлә. Сит Европа илдәрендәге кеүек, халыҡ тик йәмәғәтселек аша ғына граждан йәмғиәте төҙөп, үҙ дәүләтен һаҡлап алып ҡалыуы ихтимал. Ләкин Рәсәйҙәге хәҙерге сәйәси режим граждан йәмғиәте институттарының эшмәкәрлеген инҡар иткәндә, башҡорт халҡының ғына түгел, республикалағы барлыҡ күп милләтле халыҡтың һәм йәмғиәтселектең берҙәмлеге кәрәк. Тик шул юл аша ғына беҙ үҙебеҙҙең Башҡортостан Ватаныбыҙҙы һаҡлай алабыҙ.

Оҙаҡ йылдар Башҡортостанда башҡорт йәмғиәтселегенең функцияһын Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты үтәне. Был ярым дәүләт һәм ярым йәмәғәт структура ниндәйҙер кимәлдә булһа ла халҡыбыҙҙың мәҙәниәт, мәғариф, сәнғәт өлкәһендә үҙбилдәләнеш хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырҙы. Ләкин күп осраҡта был хоҡуҡтар халыҡ мәнфәғәттәренә ярашлы ғәмәлгә ашманы, ә уларҙың барыһының да башҡорт чиновниктары үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙаланды.

Шуға күрә лә бына нисә йыл инде халыҡта Ҡоролтай Башҡарма комитеты халыҡҡа түгел, ә кланға хеҙмәт итә тигән йәмәғәт фекере йөрөй. Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитетының халыҡты дөрөҫ юлдан алып бармауы 2011 йылдың 4 декабрендә үҙғарылған Дәүләт Дума депутаттары һайлауҙары иҫбатланы. Ҡоролтай һәм уға эйәреп Башҡорт йәштәр иттифағы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе яҡлы булып, халыҡты шул партияға тауыш бирергә өгөтләне. Ә бит был фирҡәнең унитар сәйәсәте арҡаһында Башҡортостан суверенитетынан, мәғариф өлкәһендә милли төбәк компонентынан, үҙ башҡарма власынан мәхрүм ителде һәм әлеге мәлдә дәүләт булараҡ юҡҡа сығырға тора.

Ана шуға күрә лә 2011 йылдың 17 декабрендә үҙғарылған Ҡоролтай Башҡарма комитеты йыйылышында профессор М.М. Ҡолшәрипов үҙенең сығышында ошо ҡапма-ҡаршылыҡ тураһында һәм аппараттың һүлпән эшләүенә тәнҡит һүҙе ысҡындырҙы. Был сығышҡа ҡарата интернет сайттарында төрлө аңлатмалар уҡырға була.

“Аҡтамыр” һәм “Күк бүре” башҡорт үҙәктәре был тәнҡит менән тулыһынса риза.

Шулай итеп, әлеге осорҙа ҡоролтайҙың халыҡ һәм йәмәғәтлелек алдында абруйы ныҡ төштө һәм ул башҡорт халҡына дөрөҫ юл күрһәтергә һәләтһеҙ тип таныла.

Бындай осраҡта кемгә ышанырға йәғни ниндәй башҡорт йәмәғәт ойошмаһы был функцияны үҙ өҫтөнә алыр һәм халыҡ менән бөтә йәмәғәт үҙәктәрен үҙ эргәһендә берләштерер тигән һорау күптәрҙе борсорға тейеш.

Башҡорт йәмәғәт атамаларының эшмәкәрлеге тураһында “Ағиҙел” журналы 2011 йылдың декабрь айындағы номерында “Вайымһыҙлыҡ һәм күндәмлек бара” исемле мәҡәлә менән сығыш яһап, йәмәғәтселек хәрәкәтенә объектив анализ бирергә тырыштым. Бәлки ҡайһы берҙәр был мәҡәлә милләттәштәребеҙгә сығыш яһарға мөмкинлек бирер.

Башҡорт йәмәғәт үҙәктәренең эшмәкәрлегендә вайымһыҙлыҡ һәм күндәмлек бер Өфө ҡалаһына ғына хас түгел, ошондай уҡ хәл бөтөн Башҡортостанда күҙәтелә. Тик республиканың Салауат, Ишембай ҡалаларында ғына башҡорт йәмәғәт берекмәләренең эшләүе ишетелеп тора. Әммә, барыбер, ғөмүмән билдәләгәндә, республикала ХХ быуаттың 90-сы йылдарында әүҙем эшмәкәрлек алып барған күп берекмәләр эшләмәй. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында ниндәй әүҙем эшмәкәрлек алып барған “Көнгәк” башҡорт ижтимағи сәйәси үҙәкте һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.

Эшләмәгәнгә күрә лә әлеге мәлдә башҡорт халҡы менән йәмғиәтселек бөтөн өлкәлә лә онотола.

Башҡорт йәмғиәт ойошмаларының эшләмәүе бер йыл ғына түгел, бына бер тиҫтә йылдан артыҡ дауам ителә. Республиканың райондарында, ҡалаларында ул башҡорт үҙәктәре әлеге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең филиалдары булып төҙөлгәйне. Ул филиалдарҙың күптәре 1995 йылға беренсе бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы үткәрелгәнгә тиклем бик әүҙем эшмәкәрлек алып барғайны. Һуңынан ҡоролтайҙа Башҡарма комитет төҙөлгәс, ул ойошмаларҙың күптәре яңы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетына ышанып, эшмәкәрлеген һүлпәнәйтте һәм һуңынан бөтөнләй туҡтатты.

Ә Ҡоролтай башҡорма комитетының райондарҙа, ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән урындағы ҡоролтайҙарҙың күбеһе барыбер эшләмәне һәм әле лә эшләмәй.

Икенсенән, ҡайһы бер башҡорт ойошмалары рәсми рәүештә эшмәкәрлек алып барған булып һаналһалар ҙа, улар үҙҙәре халыҡтан һәм йәмәғәтселектән айырылды. Рәсми тел менән әйткәндә был башҡорт ойошмалары бюрократлашты тиһәң, дөрөҫөрәк булыр.

Улар үҙҙәре төрлө сараларға, власть органдарына халыҡ, йәмәғәтселек исеменән йөрөһәләр ҙә, ябай башҡорт халҡы, йәмәғәт әһелдәрен яҡларға ашыҡмай. Күп осраҡтарҙа ниндәй генә сетерекле мәсьәләләр килеп тыуғанда ла, улар һәр ваҡыт чиновниктар яҡлы. Бер ҡасан да халыҡты, йәмәғәтселекте, республиканың үҙаллылығын яҡлап, улар үҙҙәре генә акция ойошторманы, ә устав буйынса отчет һайлау йыйынын үткәреүҙе улар бөтөнләй онотто.

Ошондай ойошмалар иҫәбенә Өфөлә БЙИ, “Аҡ тирмә” мәҙәни үҙәк, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен индерергә була.

Үткән 2011 йылда ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте сентәбрҙә конференция үткәргәйне. Ул конференция тураһында матбуғатта нимә генә яҙманылар. Ысынбарлыҡта был сарала ябай башҡорт ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен хәл итеүҙә бер ниндәй ҡарар ҡабул ителмәгән. Республиканың үҙаллалағын, федерализмды яҡлап, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте бер ниндәй акция ойошторманы һәм үткәрелгән акцияларға ла килеп ҡушылманы.

Шулай итеп, республикала әлеге башҡорт йәмғиәт мөхитендә яуаплылыҡ булмағас бына ошондай хәл барлыҡҡа килгән.

Йәмғиәтселек һәм халыҡ шуһынны тарҡау, лидерҙарыбыҙҙың күптәре ҡурҡаҡ, ғалимдарыбыҙ менән милли интеллигенциябыҙ битараф. Чиновниктарҙың барыһы ла “әпкәләйҙәргә” һәм “бохайырҙарға” әйләнде. Күп кенә йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бер ниндәй сәбәпһеҙ ҡулға алып, төрмәғә ябалар, ә халыҡ һәм йәмәғәтселек шуларҙы яҡлап, урамға ла сыға алмай. Сыҡһалар ҙа пикетҡа йәки митингҡа, барлығы унда 50 кеше генә йыйыла. Быны нисек аңларға?

Ниңә Рәсәйҙә беренселәрҙән булып үҙ автономияһын төҙөүгә өлгәшкән бай тарихлы башҡорттар, хәҙерге ваҡытта үҙҙәрен яҡларлыҡ бер нәмә лә эшләй алмай.

Рәсәйҙең ҡайһы бер халыҡтары был өлкәлә беҙҙе күпкә үҙып китте, Чечня, Татарстан кимәле тураһында беҙгә хыялланырға ғына. Ә татарҙар әлеге ваҡытта башҡорттарҙан бер нисә кимәлгә юғарыраҡ. Улар күпкә беҙҙән берҙәмлерәк, ойошҡаныраҡ һәм егәрлерәк. Был өлкәлә рус булмаған халыҡтарҙан алтайҙар ҙа башҡорттарҙы артта ҡалдырҙы бит. Улар бер йылды ошо субъектарҙы эреләтеү сәйәсәтенә ҡаршы митинг ойоштороп, 5 меңгә яҡын кеше йыя алды һәм үҙ субъектарын ҡурсалауға өлгәште.

Ә беҙ, башҡорттар?

Өфөнөң үҙендә генә иң кәмендә 100 мең башҡорт йәшәй. Уларҙы республика, башҡорт халҡы мәсьәләләре борсомай микән? Шулар араһынан уҡытыусылар, талиптар, яҙыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар республиканы субъект булараҡ бөтөрөүгә алып барған сәйәсәтте аңламайҙар микән тигән һорауҙар тыуа. Халыҡтың сәйәсәткә ҡыҫылмауында иң төп сәбәп – менталитет.

Айырыуса Башҡортостан башҡорттары шундай менталитетҡа эйә.

Ә бына Ырымбур, Силәбе, Саратов һәм Урта Азия йәғни башҡа яҡтан күсеп ҡайтҡан милләттәштәр Өфөләге генә түгел, бөтөн Башҡортостандағы хәлгә төшөнөп, бында барлыҡҡа килгән хәлгә аптырай. Ысынлап та республикала халыҡ шул хәлгә ҡәнәғәт. Сит яҡтан килгән башҡорттар аптырай, сөнки уларҙа бөтөнләәй икенсе менталитет тигән сағыштырыуҙарҙы халыҡтан йыш ишетергә була.

Үҙҙәренең менталитеты буйынса Башҡортостан башҡорттары ҡурҡаҡ, тиҙ ышаныусан, күндәм, сәйәсәт өлкәһендә “аҡты” “ҡаранан” айыра, йәғни юғары власть даирәләрендәге ғәҙелһеҙлекте күрә белмәғән, йырларға, бейергә һәм эсергә яратҡан халыҡ тип атайҙар уларҙы республикалағы рустар, татарҙар һәм башҡа милләттәр. Уларҙың ғалимдары, яҙыусылары ла сәйәсәт өлкәһендә наҙандар тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә ошо башҡорт булмаған милләт әһелдәренән.

Ышанмаһағыҙ, ана ҡарағыҙ интернеттағы “Уфагуб” сайтын. Нисек кенә башҡорттарҙы мыҫҡылламайҙар һәм нисек кенә уларҙан көлмәйҙәр. Шул сайтты ла бит беҙ судҡа бирә алмайбыҙ.

Халыҡтың сәйәсәткә битараф булыуында тағы бер сәбәп – Башҡортостанда Ә. Вәлиди, С. Юлаев, Алдар батыр рухлы шәхестәр ҡалмаған. Ундай рухлы шәхестәр булһа ла, уларҙы бөтөн власть структураларында ултырған хәҙерге үҙебеҙҙең “әпкәләйҙәр” һыйҙырмайҙар. Рәхимов заманында ошо “әпкәләйҙәр” милли хәрәкәткә ылыҡҡан күп кенә рухлы зыялыларыбыҙҙы эшһеҙ ҡалдырҙылар, ә ҡайһы бер төбәктәрҙә ултырып та бөттөләр. Әле лә башҡорт мөхитендә шул хәл һаҡлана. Шулай итеп әлеге Башҡорттостан “әпкәләйҙәр”, “бохайырҙар”, “ҡолой кантондар” иленә әйләнгән тиһәм яңлышмаҫмын моғайын.

Башҡорт йәмғиәтселегенә был хәлдән сығыу өсөн нимә эшләргә тигән һорау һәр милләттәште борсорға тейеш. Шуға күрә лә бөгөнгө йыйылышта беҙ ғалимдарҙың, аҡһаҡалдарҙың, яҙыусыларҙың, йәмәғәт ойошмалар етәкселәренең тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен ишетке килә.

Иң беренсе сиратта, беҙҙең “Аҡтамыр” үҙәге йәмәғәт эшмәкәрлегенең престижын күтәреүҙе мөһим мәсьәлә тип ҡарай. Башҡортостанда йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, бөтөн ерҙә эҙәрекләйҙәр, хоҡуҡтарын боҙалар һәм бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Ошо хәлде башҡорттар ғына түгел, башҡа милләттән булған йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә кисерә. Шуға күрә лә был мәсьәләне бөтөн күп милләтле республика йәмәғәтселеге менән бергә күтәрергә кәрәктер.

Республикалағы барлыҡ башҡорт йәмәғәт берекмәләренең эшмәкәрлеген киренән тергеҙер өсөн үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарҙан ниндәйҙер бер стимул булһа һәм райондарҙа, ҡалаларҙа урындағы йәмәғәтселектең яуаплылығы көсәйтелһә генә был мәсьәләнең хәл ителеүе мөмкин.

Ҡоролтайҙың “Бизнес үҙәге” ошо йәмәғәт ойошмаларының акциялары йәғни уларҙың дөйөм эшмәкәрлеге буйынса ниндәйҙер бер конкурс ойошторһа һәм һуңынан халҡыбыҙҙың бер байрамында йәмәғәтселеккә арналған кисәлә еңеүселәрҙе тәбрикләһә, ул саҡта йәмәғәт берекмәләренең дә эшмәкәрлеге әүҙемләшер ине.

Ә яуаплылыҡҡа килгәндә, “Һәр бер йәмәғәт ойошмаһы милләт, республика намыҫын яҡлай” тигән девизды урындағы халыҡ үҙәктәренең төп маҡсаты итеп күрһәтер кәрәк.

Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ойошмаға әүҙем эшмәкәрлек алып барыу талап ителә. Ә ундай эшмәкәрлекте төрлө акциялар үткәреп урында һәм хатта республика масштабында хәл иткес йәмәғәт фекере тыуҙырыу тип күҙ алдына килтерер кәрәк. Ул саҡта ғына урындағы һәм республика властары йәмәғәтселекте танырға мәжбүр була.

Йәмәғәт ойошмалары һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға бурыслы, ә ниндәйҙер бер чиновникты яҡларға тейеш түгел.

Был өлкәлә йәмәғәт ойошмаларының Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты менән позициялары айырыла. Сөнки әлеге ҡоролтай чиновниктар мәнфәғәттәренән сығып эшмәкәрлек алып бара.

Бөгөнгө ҡоролтай нисек булырға тейеш? Әлеге ҡоролтай Башҡарма комитеты аппараты эшмәкәрлегенә бөтөн шарттар булдырылған, әммә башҡорт йәмәғәтселеге был ярым дәүләт һәм ярым йәмәғәт органдың халыҡты дөрөҫ юлдан алып барыуына ышанмай. Шуға күрә лә ул үҙенең тәҡдимдәрен һәм киҫәтеүҙәрен белдерергә мәжбүр.

Беренсенән, БДБК – халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы булыу сәбәпле Рәсәйҙәге һәм республикалағы төрлө сәйәси уйындарҙа, ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашырға тейеш түгел. Ә һайлауҙарға килгәндә ул да илдән төрлө диндәр, конфессиялар кеүек, битараф позицияһында торһон ине. Ул саҡта ғына ҡоролтайҙың халыҡ алдында абруйы юғалмаясаҡ.

Икенсенән, Ҡоролтай халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаларының иттифағи исемен йөрөтөү сәбәпле республикалағы йәмәғәт үҙәктәр берекмәләр менән дә эшләргә бурыслы. Ул эште беҙ ниндәйҙер мәсьәләләр буйынса берләштерелгән йыйылыштар үткәреү, ҡоролтай менән йәмәғәт ойошмалары араларында аңлашылмаусанлыҡ, бәхәстәр тыуыу сәбәпле, “түңәрәк өҫтәлдәр” ойоштороу, йәмәғәт ойошмаһына, халыҡ үҙәгенә власть органдары, структуралары менән диалог булдырыуҙа ярҙам итеү, республика, ҡала, район масштабында берләштерелгән төрлө акциялар (митинг, пикет, манифестация) үткәреү, башҡарма комитеттың йыйылышына саҡырыу һ.б. Ҡоролтай аппараты йәмәғәт берекмәләрҙең эшмәкәрлегенә объектив баһа бирергә һәм Башҡарма комитеты составына йәмәғәт ойошмаларҙан да вәкилдәр индерергә тейеш. Үкенескә ҡаршы, быларҙың береһе лә ҡоролтай аппараты тарафынан эшләнмәй.

Өсөнсөнән, йәмәғәт ойошмалары бөгөнгө ҡоролтай аппараты әһелдәренең эшмәкәрлегендә бер ниндәй яуаплылыҡ һиҙмәй. Ҡасан шул ҡоролтайға килмә, беренсе рәйес урынбаҫары Р.Т. Аҙнабаевтың бүлмәһе һәр ваҡыт бикле тора. Төштән һуң ул эш урынына йә сәғәт өстә, дүрттә килеп ултыра.

Күптәр үҙ бурыстарын дөрөҫ аңламай. Мәҫәлән, рәйестең бер урынбаҫары В.М. Бәҙретдинов бурысын интернетта ниндәйҙер бер мәҡәлә яҙыу тип аңлаһа, Ә.Ф. Әхмәтшин, йәштәрҙе ойоштороу урынына, мосолман хәрәкәтен әүҙемләштереүҙе мөһимерәк тип аңланы.

Шуға күрә лә йәмәғәтселек һәр ҡоролтай аппараты эшмәкәренә вазифа бурыстарын (должностные обязанности) булдырыуҙы талап итә. Ул вазифа бурыстарында эшмәкәрҙең нимә эшләргә, белергә тейешлеге һәм хоҡуҡтары яҙыла. Шулай уҡ башҡа дәүләт структураларындағы кеүек, аттестация үтеүҙе лә индерһәләр, ул саҡта ысынлап та ҡоролтай етди ойошмаға әйләнер ине.

Бына ошо 3 тәҡдим ҡоролтай тарафынан үтәлһә генә, башҡорт йәмәғәтселеге был халыҡ-ара ойошмаһына ышана. Ә инде ул, киреһенсә, айырыуса кадрҙар мәсьәләһендә ҡаршы эшләй икән, ул саҡта башҡорт йәмәғәтселегенә был органдың кәрәге юҡ.

Граждан йәмғиәтенең бер инситуты аҡһаҡалдар кәңәшмәһе тураһында ла бер нисә һүҙ әйтмәйенсә булмай. Ҡайһы саҡта халҡыбыҙҙың үҙбилдәләнеш мәсьәләләрен йәмәғәт ойошмалары булдыра алмағанда, аҡһаҡал ағайҙарыбыҙҙың ярҙамына мохтажбыҙ. Бына былтыр “Аҡтамыр” үҙәге профессорҙар Рәшит ағай Шәкүр менән Вадим ағай Сафиндың ярҙамы арҡаһында мәғариф өлкәһендә кадр мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙә өлгәшкәйне. Шулай итеп әлеге мәлдә лә ҡайһы саҡта чиновниктарҙы төшөндөрә алмағанда, аҡһаҡал ағайҙарыбыҙҙың төрлө власть әһелдәренә ҡабул ителеп, һөйләшеүҙәре күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ағайҙарҙың ул өлкәлә эшләүе һиҙелмәй. Улар ҙа кемдәрҙеңдер бойороҡ, үтенесен көткән һымаҡ.

Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе башҡорт ҡоролтайы эргәһендә лә эшләргә тейеш. Әле ишетеүебеҙсә “Аҡ тирмә” үҙәге эргәһендә Ғәлим Хисамов етәкселәрендә аҡһаҡалдар кәңәшмәһе бар икән. Тик беҙ уларҙың емешле эшмәкәрлеген тыймайбыҙ. Ниңә аҡһаҡалдары БР Президенты Р.З. Хәмитовҡа инеп, федерализм, кадрҙар мәсьәләһен күтәрмәҫкә? Йәғни шул уҡ мәсьәләләр буйынса К.Б. Толкачевҡа инмәҫкә?

Күп кенә йәмәғәт эшмәкәрҙәрен ҡулға алып төрмәгә ултырталар? Шул мәсьәлә буйынса йыйылып, ҡарар сығарып, прокурорға йәки ФСБ начальнигына инмәҫкә? Аҡһаҡал ағайҙар! Беҙ һеҙҙең ярҙамығыҙға шуһынны мохтажбыҙ!

Икенсенән, аҡһаҡал ағайҙар! Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ ниндәйҙер чиновникты төшөндөрөү менән генә сикләнмәгән. Әлеге йәштәрҙе тәрбиәләү, уларҙан шәхес әҙерләү – былар барыһы ла аҡһаҡалдарҙың төп изге бурысы.

Бөгөнгө йәштәр һеҙҙең тәрбиәгеҙҙә һәм кәңәштәрегәҙҙә шуһынны мохтаж. Шуға күрә лә улар менән аралашығыҙ, шәхси тормоштары һәм йәмәғәт, йәғни ижади эштәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ, кәңәштәр бирегеҙ, уңыштары өсөн маҡтағыҙ, насар эштәрҙән һәм ғәҙәттәрҙән тыйығыҙ, иң мөһиме, халыҡ, республика намыҫы өсөн изге эшкә өндәгеҙ.

Хөрмәтле йәмәғәтселек әһелдәре. Әлеге йыйылыш Рәсәйҙә Президент һайлауҙарына әҙерлек барғанда үтә. Һайлауҙарға тиклем барлығы ай ярым ғына ваҡыт ҡалды. Ә беҙҙең башҡорт йәмәғәтселеге һаман ойошоп бөтмәгән. Киләсәктә беҙ берҙәм көскә ойошмаһаҡ беҙҙең республиканан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Уныһы көн кеүек асыҡ.

Шуға күрә беҙ бөгөн Президент һайлауҙарына ҡарата ла үҙ ҡараштарыбыҙҙы белдереүгә тейешбеҙ. Ниндәй кандидатты Президент итеп һайларға? Ул турала аҡһаҡалдарҙан тәҡдимдәр, кәңәштәр, сығыштар көтәбеҙ.

Бөгөн беҙ бер үҙәккә ойошҡанда йәмәғәт ойошмаларына әлеге республика власына ҡарата сәләмәт оппозиция булдырыу тураһында мәсьәләне күтәрергә кәрәк. Ни өсөн тигәндә башҡорт йәмәғәт ойошмалары яғынан ошо ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Президентына ҡарата бер ниндәй сәләмәт оппозиция булманы.

Рәхимов заманында бер Айрат Дильмухаметов ҡына шул оппозицияны ойоштороп маташҡайны, әммә уны башҡорт йәмәғәтселеге аңламаны. Сәләмәт оппозиция булғанға күрә лә Президент М.Ғ. Рәхимов бөтөн Башҡортостандың байлығын һатып, республиканы йәмәғәтселек теләмәгән етәксегә ҡалдырып китте.

Оппозиция тураһында Рәсәй юғары советы спикеры Руслан Хасбулатовтың да һүҙҙәрен хәтергә алырға кәрәктер. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында ул “Демократия оппозицияһыҙ демократия түгел, ә плутократия”, - тигәйне.

Хәҙерге мәлдә лә БР Президенты Р.З. Хәмитов үҙ бурыстарын Конституцияға ярашлы башҡармай. Был айырыуса уның федерализм мәсьәләһен күтәрмәүҙә һәм кадрҙар тәғәйенләүҙә сағыла.

Ошоңарса хөкүмәттә мәҙәниәт министры ҡуйылмаған һәм Р.З. Хәмитов үҙенең ярҙамсыһы итеп элекке Дәүләт Дума депутаты А. Назаровты тәғәйенләгән. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла Р.З. Хәмитовтың тирә-яғындағыларҙың уйынсығына әйләнеүен иҫбатлай. Шуға күрә лә бөгөнгө йыйылыш Президент Р.З. Хәмитовҡа ҡарата ла үҙ ҡарашын белдерәсәк.

Әгәр ҙә башҡорт йәмәғәтселеге киләсәктә гел шулай Президенттың Конститутцияға ярашлы булмаған сәйәсәтен тәнҡитләп һәм уның үҙ бурыстарын үтәүен талап итеп торһа, ул саҡта инде ниндәйҙер кимәлдә булһа ла беҙгә үҙаллылыҡты һаҡлап алып ҡалыуы мөмкин буласаҡ. Бына был инде сәләмәт оппозицияның булыуын раҫлай.

Сығышты йомғаҡлап, йыйылышта һүҙ алырға теләгән ватандаштарға ошо докладта күрһәтелгән мәсьәләләргә ҡарата тәҡдимдәрегеҙҙе индереүегеҙҙе һорайым. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.