Мәктәптәрҙә икенсе дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһендә нимәгә ирешергә тейешбеҙ?

Минем ҡарауымса, һәр төп халыҡ уҙенең ерендә йәшәп үҙенең телендә аралашҡанда икенсе халыҡ уны аңларлыҡ булырға тейеш. Дәүләт төп халыҡ менән йәшәүсе бөтә этник группаларға телде өйрәтеүҙе ойошторорға тейеш. Шул иҫәптән урта белем биреү системаһы аша...

Беҙҙә генә түгел, Рәсәй Федерацияһының икенсе республикаларында ла шундай тел сәйәсәте алып барыла. Европала 1980-1990-сы йылдарҙа региональ телдәр, шулай уҡ, официаль статус алдылар. Мәҫәлән, Уэльс Бөйөк Британияның составына керә. Уэльс теле инглиз теле менән тигеҙ хоҡуҡлы була. Был дәүләттең ҡалаларында күбеһе инглиз телендә аралашыуға ҡарамаҫтан, 1990-сы йылдан алып төп халыҡтың теле Уэльстың бөтә уҡыусылары өсөн мотлаҡ предмет булып тора. Испанияла ла икенсе дәүләт телдәре бар, ул баск һәм каталан телдәре. Был телдәр илдең тейешле төбәктәрендә урта белем биреү программаһында мотлаҡ предмет булып тора һәм дәүләт тарафынан ярҙам менән тәьмин ителгән.

Минең өсөн һәм беҙҙең республикабыҙҙың күпселек йәшәүселәре өсөн икенсе дәүләт телдәрен өйрәнеү булыуы шик тыуҙырмай. Был ҡараш бөтә дәрәжәләрҙә һәм бөтә хакимиәт тармаҡтарында раҫланырға тейеш.

4 декабрҙә Госдумаға һайлауҙар үтәсәк. Минең уйлауымса, сәйәси фиркәләрҙең позицияһында мәктәптәрҙә икенсе дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһе (йәки уның булмауы) Башҡортостан, Татарстан, Якутия һәм Чувашия һымаҡ, мотлаҡ тәртиптә икенсе дәүләт теле өйрәнелгән төбәктәрҙә, һайлаусыларҙың мөнәсәбәтен билдәләүсе иң мөһим шарттарҙың береһе булып тороға тейеш.

Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙерге ваҡытта Госдумала булған сәйәси фиркәләрҙең береһе үҙенең ҡарашын ап-асыҡ белдерҙе. Ошо йылдың февраль айында ЛДПР РФ субъектарында урыҫ теленән башҡа телдәрҙе өйрәнеүҙе тыйыу закон проекты менән сығыш яһаны. Был закон проекты, иң беренсе сиратта, татар, башҡорт, яҡут, сыуаш телдәренә ҡаршы йүнәлтелгән. Был телдәр үҙ республикаларында үҙҙәренең закондар йыйылмаһына ярашлы рәүештә өйрәнелә. ЛДПР позицияһы беҙҙең өсөн үҙенең мәғәнәһеҙлеге арҡаһында яраҡһыҙ. Был позиция хаҡында фекер алышыуҙан файҙа юҡ. Был шовинизм большевиктарына ирек бирһәң Рәсәйҙе ниндәй тиҙлек менән юҡҡа сығарырҙар?

Икенсе фиркәләр был мәсьәләгә нисек ҡарайҙар? Ә икенсе дәүләт телен мәктәптәрҙә өйрәнеүҙе мотлаҡ тип һанаусыларҙың уларға ҡарата мөнәсәбәте ниндәй? Бер йыл элек, РБ президентының сәйәси фиркәләренең республика бүлектәре лидерҙары менән беҙҙең башҡорт коммунисы Рифҡат Гарданов башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеүҙе туҡтатып, уны факультатив итергә тәҡдим итә. Гардановтың авантюризмы мәғариф өлкәһендә булған сағынан уҡ күптәр беләләр. Бөгөнгө көндә был сифатҡа эҙмә-эҙлекһеҙлек өҫтәр инем. Сөнки 1993-нсы йылда Башҡортостан республикаһының мәғариф министры булғанда, шул уҡ Гарданов әҙерлекһеҙ һәм аңлатыу эше алып бармайынса, мотлаҡ башҡорт телен өйрәнеү программаһын бөтә мәктәптәргә ашығыс индерергә тырышты. Был №425 бойороҡтоң ҡапыл килеп сығыуы башҡорттарға ҡаршы булған матбуғатта истерия ҡуҙғатты, улар киләсәктә «эшкә ҡабул иткәндә һәм республика ВУЗдарына уҡырға ингәндә тел тотҡарлығын күтәреү» менән урыҫ телле халыҡты ҡурҡытырға әҙер тора. Бойороҡ кире ҡағыла, ә яҡшы фекер оҙаҡ ваҡытҡа яманатлы булды.

Шулай итеп, быйыл Гардановтың фиркәһе Госдумаға үтеүе башҡорт теле өсөн яҡшылыҡ килтермәйәсәк. Уның һымаҡ эшмәкәрҙәр, тағараҡҡа килеү менән икенсе дәүләт теленә ҡарата хоҡуҡлы һәм фиркә ресурсын ҡуллана башлаясаҡ, йә уның файҙаһына, йә уға ҡаршы буласаҡ. Ике осраҡта ла тел төҙөлөшөнә зарар килтерәсәк.

Хәҙер «Справедливая Россия»ның позицияһын алайыҡ. Константин Шагимуратов «Справедливая Россия»ның региональ бүлегенең рәйесе булараҡ РБ президенты менән осрашыуҙа тел мәсьәләһенә килгәндә, «Коммерсант» гәзите раҫлауынса, Гардановтың һүҙенә ҡушылды. Тимәк, был уның яғынан икенсе дәүләт теленә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ булғанын күрәбеҙ. Башҡорт коммунистары менән сағыштырғанда, уның өсөн бөтәһе лә күпкә ябай. Тел юҡ икән - проблема ла юҡ. Бөгөнгө көндә «Справедливая Россия»ның Башҡортостан бүлегендә башҡорт теленә ҡарата шундай позиция. Был этник маргиналдарҙың нигилизмына оҡшаған, ә дөрөҫрәге шулай булып тора ла.

Артабан “Яблоко” фиркәһенең позицияһын ҡараныҡ. Был фиркәнең региональ бүлегенең етәксеһе Сергей Наумкин быйыл апрель айында “Клуб регионов” интервьюһын биргәндә түбәндәгене хәбәр итә: “Башҡортостанда кеше хоҡуғы тураһында килешеү үтәлмәй… Милли телдең мотлаҡ өйрәнелеүе Рәсәй Конституцияһына тура килмәй…”.

Күреүебеҙсә “Яблоко”ның башҡорт теле өсөн файҙаһы ла булмаясаҡ. Наумкин юридик яҡтан хаталана, сөнки Рәсәй Конституция суды 2004 йылдың 16-сы ноябрынан алып № 16-П ҡарарында милли телдәрҙең мотлаҡ өйрәнелеүе Рәсәй республикаларында РФ Конституцияһына тура килгәнен күптән әйтеп бирҙе.

Башҡорт “Яблоко”һының икенсе дәүләт теле мәсьәләһенә ҡарата позицияһы либераль популизм булып тора. Наумкин, Башҡортостанда йәшәп, башҡорттар менән иҫәпләшергә теләмәгән, беҙгә бөтәһе лә булһын һәм бының өсөн бер ниҙә булмаһын тигән кешеләрҙең кәйефен сағылдырған.

Аҙаҡҡы айҙарҙа оппозицион фиркәләре рәтендә яңы “Правое дело” тигән фиркә килеп сыҡты. Үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡтырғыс күренә. Ысынында, уның милли тел сәйәсәте өлкәһендә позициялары юҡ. Ә был инде һағайта. Принциптары асыҡ булмаған фиркәгә иң сәйер шәхестәр килеп эләгә. Мәҫәлән, “Уфабумторг” тың генераль директоры Шамил Ғабдрахмановты алып ҡарайыҡ. Ул бер үк ваҡытта “Правое дело” фиркәһенең Башҡортостан бүлеге рәйесе булып тора. 2010 йылдың июлендә беҙҙең республикала хәкимиәт алмашынғанда Ғабдрахмановтың етәкселеге аҫтында ошо фиркәнең региональ бүлегенең политсоветы, Рөстәм Хамитовҡа бик сәйер, ләкин асыҡ мөрәжәғт итә. Шул мөрәжәғәттән өҙөк: “Яңы етәкселеккә этник башҡорттарҙы Өфө тирә-яғына күсереүҙең мәғәнәһе хаҡында уйларға кәрәк. Кешеләр ата-бабалар ерендә быуаттар буйы йәшәгәндәр. Уларҙы тамырҙары менән тартып алып, налог түләүселәр ҡаҙнаһына төҙөлгән, казарма тибындағы ҡасабаларға урынлаштыралар.” Нисек һеҙгә бындай пассаж?

Күреүебеҙсә, Рөстәм Зәкиевичкә, күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, Өфөгә халыҡты күсереү эшен тыйыуҙы тәҡдим итәләр. Өҫтәүенә, милли билдәгә ҡарап сикләүҙәр менән ике тапҡыр Конституцияны һанға һуҡмайҙар. Ошо тапҡыр һүҙҙәрҙе уҡыу менән беҙҙең Өфөләге сикләнгән оппозициянан фиркә босстарына иҫең китә. Был ниндәйҙер башҡорттарға ҡараған шыр наҙан, тотанаҡһыҙ һәм ҡоторонған расизм зоология паркы. Шаян маймыл, ишәк, кәзә тәкәһе һәм тайыш табан айыу. Ә айыу хаҡында артабан һүҙ барыр.

Шулай итеп, “Единая Россия”ның ҡарашын тикшереүгә килеп еттек. Был хәкимиәт фиркәһе интернет ҡамаҡтары ғәйеп ташлау өсөн бик популяр сайт булып тора. Был фиркә Госдума аша аҙ һанлы халыҡтарға ҡарата, милли телдәрҙе ижтимағи тормоштан ҡыҫырыҡлаусы, бөтөнләй ғәҙелһеҙ федераль закондар һәм төҙәтеүҙәр үткәрә.

Беренсе сиратта, был федераль закондар «О государственном языке Российской Федерации» 01.06.2005г. №53-ФЗ һәм «О внесении дополнения в статью 3 Закона Российской Федерации» 11.12.2002г. №165-ФЗ.

“Единая Россия” фиркәһенең федерализм принцибын һанға һуҡмаған һәм милли телдәргә һиҙелерлек һуғыу булған икенсе акты федераль закон булып тора 01.12.2007г. №309-ФЗ «О внесении изменений в отдельные законодательные акты Российской Федерации в части изменения понятия и структуры государственного образовательного стандарта» Был закон ҙур яңғыраш ҡуҙғатты, сөнки региондарҙы региональ белем биреү программаһы компонентына хоҡуҡһыҙ ҡалдырҙы. Сөнки нәҡ региональ компоненттары сиктәрендә мәктәптәрҙә туған тел һәм икенсе дәүләт телдәре уҡытылды. Хәҙер Үҙәк үҙе генә белем биреү программаһының йөкмәткеһен билдәләй. Һәм аталып киткән телдәр уларҙың ҡайһы берҙәренә генә керетелесәк, өҫтәүенә, бүлеп биргән сәғәттәр һаны, Мағәриф министрлығы һәм РФ фәне тарафынан иң аҙға ҡалдырылған.

Бөгөн «Единая Россия» арҡаһында РФның титул халыҡтары федераль органдарҙан үҙ милләт телдәрен уҡыу программаһына өҫтәүен һорарға мәжбүр була. Федераль белем биреү стандарттар биш йылға бер тапҡыр ҡиренән ҡарала, ә был инде республикалар биш йылға бер Мәғариф Министрлығы , РФ хөкүмәте менән ҡатмарлы һөйләшеүҙәр алып барырға, икенсе дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн бер-ике сәғәт үтенеп һорап алырға мәжбүр буласаҡ. Был сәғәттәрҙе бирмәҫкә лә мөмкин, хәҙер закон буйынса мәктәп программаһының эстәлеге аҙ һанлы халыҡтарҙың фекеренән тормай.

Тимәк ниндәй һығымтаға килеп еттек? Шулай булғас, бер сәйәси фиркә, оппозиция, хөкүмәт власы ла башҡорт телен яҡламаясаҡ. Шуның өсөн беҙ уларға хурлыҡ тамғаһы һуғабыҙмы? Дөрөҫ, региональ булектәрҙең фиркәләренең лидерҙары Хамитов менән осрашҡанда, «Единая Россия» ғына башҡорт теленә ҡаршы сығышы булманы. Был хәлдән берҙән-бер сығыу юлын үҙәк партия етәкселәре(ЛДПР һәм «Правое дело»нан башҡа) менән һөйләшеүҙәр алып алып барыуҙа күрәм. Кешеләргә теләгеңде белдерер өсөн, фиркәләр һайлау алды программаларына тейешле пункттарҙы керетһен өсөн талаптарҙы аныҡ итеп әйтеү кәрәк.

Мин уйлауымса, алдағыны талап итергә кәрәк булыр. Беренсенән,мәғариф федераль законына региональ компонент тигән төшөнсәне кире ҡайтарыу һәм уның эстәлеген элекке күләмендә билдәләүҙә региондарҙың хоҡуғын ҡайтарыу кәрәк. Был ғәҙелһеҙ 01.12.2007г.№309-ФЗ федераль законды кире ҡағыу тигәнде аңлата. Был закон икенсе дәүләт телдәрҙе ҡыҫырыҡлау өсөн шарттар тыуҙыра һәм федерализм принцибын тупаҫ боҙа. Сөнки айырыуса миллли региондарҙың хоҡуҡтарын тартып алып уларҙы һораусылар хәленә ҡуя. Әгәр ҙә региональ компонент кире ҡайтһа, яңы республика хакимиәте килеү менән уның сиктәрендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ һаҡланмаҫҡа ла мөмкин, тип күптәр ҡаршы килергә мөмкин. Башҡортостан республикаһының хакимиәте өҫтәмә сәғәттәрҙе туған тел өсөн генә бирә (татарҙар өсөн татар теле, сыуаштар өсөн сыуаш теле), ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ алып ташлайҙар имеш. Йә, ғөмүмән туған телдәрҙе лә мәктәп программаһынан алырға ла, уны икенсе предмет менән алмаштырырға. Региондарға үҙҙәренә бындай мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирер өсөн федерализм принцибы кәрәк тә бит инде. Мин Ҡәдерле Имамутдинов, Бигнов, Некрасоваа, Яушев менән бәхәсләшергә әҙер.Башҡорт ойошмалары ситтә ҡалмаҫтар тип уйлайым. Дискуссия республика эсендә, ғәҙел һәм асыҡ булырға тейеш.

Консенсус табылыр тип уйлайым. Башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү хаҡында тупаҫ рухлы ата-әсәләр арҡаһында ғына килеп сыҡманы. Тағы ла 2006-нсы йылда башланған процесстың, кадрҙар һәм уҡыу-методик материалдар етмәгәнгә бәҫе китте. Ә иң мөһиме бер ниндәй ҙә аңлатыу эше алып барылманы, йәмәғәтселек фекере мәктәптәрҙә икенсе дәүләт телен индереүгә әҙер түгел ине.

Тимәк, әгәр ҙә беҙ ғәҙеллек еңеп сығыуын теләһәк, беҙ, сәйәси фиркәләрҙең етәкселәре араһында ла, үҙ ваҡытында үткәрелмәгән аңлатыу эшен алып барырға тейешбеҙ. Беҙ иң яҡшы, ҡыҙыҡлы, һәр кем алырлыҡ китаптар сығарырға тейешбеҙ. Бының өсөн Великобританиянан (Уэльс), Испаниянан (Каталония), Израильдан һәм Германиянан белгестәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Уҡытыусылар өсөн квалификация күтәреү курстарын үткәреү кәрәк. Ә предметтың абруйын төшөргән ваймһыҙ уҡытыусылар өсөн аттестация ойоштороу артыҡ булмаҫ.

Һәм шул саҡта,мәктәптәрҙә башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеүҙе «ҡанлы режим» һымаҡ күрһәтмәҫтәр. Һәм сәйәси фиркәләр ҙә туған телдәр һәм икенсе дәүләт телдәре буйынса позицияларын формалаштырырҙар. Мин үҙем данлыҡлы «Едро», «Справедливая Россия» менән эшләргә әҙер. Хатта «Яблоко» фиркәһенән Наумкинға юридик ликбез үткәрә алам. Тик үҙҙәренең теләктәре генә булһын…

Тимур Мохтаров