«Мин башҡортса һөйләшәм» Сибай ҡалаhы конкурс-акцияһының положениеһы

«Мин башҡортса һөйләшәм»

ҡала конкурс-акцияһының положениеһы

Сибай ҡалаһы                                                                                                                                 12 апрель 2011й.

1.Ойоштороусылары.

«Күк бүре» башҡорт йәмғиәте хәрәкәте (Сибай филиалы), Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен hɵйɵʏселәр «Туған тел» клубы (Ɵфɵ ҡ.), Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен hɵйɵʏселәр «Туған тел» клубы (Сибай ҡ.), Сибай ҡалаһы, Сибай ҡала округы администрацияһы.

2.Дөйөм положение

2.1. Акцияның идеяһы йәштәр ойошмаһы исполкомы (ВКБ) башҡорт йәштәренең I ҡоролтайын әҙерләү сиктәрендә Башҡорт телә һәм әҙәбиәтен hɵйɵʏселәр «Туған теле» клубы инициативаһы буйынса йылдың февраль айында Түңәрәк өҫтәлдә барлыҡҡа килде. «Мин башҡортса һөйләшәм» акцияһының идеяһы булып башҡорт теле ҡулланылышы сфераһын киңәйтеү , йәштәрҙе милли мәҙәниәт байлыҡтарға йәлеп итеү тора.

2.2. «Мин башҡортса һөйләшәм» акцияһына киң характер биреү маҡсаты менән иң яҡшы үткәрелеү формаһы буйынса конкурс уҙғарыла. Конкурс 3 майҙан алып 23 июнгә тиклем дауам итә. Конкурста урта белем биреү , урта һөнәри-техник белем һәм юғары уҡыу йорттары, һатыу предприятиелары, көнкүреш хеҙмәтләндереү ,транспорты, дәүләт, муниципаль учреждениелары һәм ведомстволары ҡатнаша ала. Конкурс халыҡты,йәштәрҙе башҡортса һөйләшеүгә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Үткәрелгән саралар тураһында мәғлүмәт ҡатнашыусылар йөҙөнән киң мәғлүмәт сараларында һәм Сибай ҡалаһының официаль интернет-порталында 25 июнгә хәтлем яҡтыртылырға тейеш. Етештереүселәр, һатыу предприятиялары, көнкүреш хеҙмәтләндереү, транспорт, дәүләт һәм муниципиаль учреждениялары араһында рейтинг/антирейтинг төҙөләсәк. Рейтинг түбәндәге критерийҙар буйынса төҙөлә: - алтаҡталарҙа башҡорт телен ҡулланыу - клиенттарҙы башҡорт телендә хеҙмәтләндереү - тауар һәм хеҙмәтләндереү тураһында мәғлүмәттең башҡорт телендә булыуы - ике дәүләт телендә лә яҡшы аралашҡан эшселәрҙе дәртләндереү (бүләкләү) - “Мин башҡортса һөйләшәм!” акцияһында ҡатнашыу - “Мин башҡортса һөйләшәм!” акцияһының логотипын ҡулланыу Рейтинг/антирейтинг һөҙөмтәләре 23 июндә билдәләнәсәк һәм республика киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыласаҡ. “БР дәүләт телдәре тураһында” законын иҫәпкә алмаусыларҙы “Ҡара исемлек”кә индереп Сибай ҡала округы администрацияһы һәм БР хөкүмәтенә йүнәлтеләсәк.

2.3.Конкурс-акцияла ҡатнашыусылар ойошторған саралар жюри-ағзалары киң мәғлүмәт баҫмаларында һәм Сибай ҡала округы администрацияһы порталына урынлаштырылған материалдар нигеҙендә баһалай.

2.4.Конкурстың төп шарты булып акцияның берҙәм стилен (логотипты һәм төҫөн) ҡулланыу. Акцияның ойоштороусылары билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үткән сара буйынса отчет ебәрергә тейеш.Отчет үҙенә түбәндәгеләрҙе индерә: -Ҡатнашыусыларҙың иҫәбен; -акциянан фотоһүрәттәр; -сценарий; -кешене башҡортса һөйләшеүгә, аралашыуға йәлеп итеү һөҙөмтәһе. 23 июндә “Мин башҡортса һөйләшәм” акцияһының һуңғы көнөндә конкурстың һөҙөмтәләре әйтелә һәм еңеүселәргә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр бирелә. Шулай уҡ был осрашыуҙа ойошмаларҙың тәҡдим итеүселәренең сығышы яңы дәүер башҡорт йырҙарын планлаштыра,йәш шағирҙар һәм мәҙәниәт кешеләре, “Мин башҡортса һөйләшәм” символлы акцияһының значоктарын таратыу, акцияның наклейкалары һәм футболкалары.

3. Ойоштороу талаптары 

3.1.Бөтә әҙерлекте һәм конкурс-акцияның үткәрелеүен ойошма комитеты үҙ өҫтөнә ала. Ойошма комитеты конкурста жюри ла булдырасаҡ.

3.2.Конкурс-акцияла ҡатнашыу заявкаһын яҙма рәүештә лә, электрон рәүештә лә Сибай ҡала округы администрацияһы порталына йә электрон адрес буйынса ебәрергә.Шунда уҡ осрашыуҙың һөҙөмтәһе ебәрелә. Конкурсҡа ебәрелгән материалдар кире ҡайтарылмай һәм башҡа сығымдарҙы ҡатнашыусылар үҙҙәре түләйҙәр. Өҫтәлмә мәғлүмәттәр буйынса 89373356783, 89656529639 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә.