"Мин башҡортса һөйләшәм" акцияһының һөҙөмтәләре

332 июль Сибай ҡалаһының төп майҙанында Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә һәм халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу йылына бағышланған сара үтте.

Был сара сиктәрендә Сибай ҡала хәкимиәте тарафынан ҡала «Мин башҡортса һөйләшәм!» тигән конкурс-акцияһына йомғаҡтар яһалды, сара ошо йылдың апрель айынан июнгә ҡәҙәр үтте.

Конкурс-акция йомғаҡтары буйынса иң актив ҡатнашыусылар һәм ирекле ярҙамсылар бүләкләнделәр.

Бүләкләү тантанаһын йәмәғәтселек тарафынан ойоштороусылар - Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратыусылар «ТУҒАН ТЕЛ» клубы етәксеһе Тимур Мухтаров һәм «КҮК БҮРЕ» хәрәҡәте Сибай филиалының етәксеһе Айнур Ишкильдин бүләкләнеүселәргә ҡиммәтле приздар тапшырҙылар. Был акцияға Сибай ҡалаһында мең ярым кеше йәлеп ителде, уларҙың күбеһе уҡыусылар һәм студенттар.

Түбәндәге ҡатнашыусылар бүләкләнделәр:

Актив ҡатнашҡан өсөн:

1. Дәүләкәнов Илфат Тәлгәт улы - СиБашДУ, пед. фак.;

2. Алламоратова Ләйсән Хакимйән ҡыҙы - СиБашДУ талибәһе, юр. фак.;

3. Әминев Айнур - СиБашДУ талибы, пед. фак.;

4. Колесников Виталий Андреевич - студент СиБашДУ, юр. фак.;

5. Боярова Ольга Николаевна- СиБашДУ, юр. фак.;

6. Ярмуллина Альбина Зуфаровна- СиБашДУ, юридик факультетының кафедра мөдире.

Акция ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн:

1. Уразбахтин Айбулат Алик улы - Сибай Телевидениеһының директоры;

2. Бикмәтов Ирик Ниғмәт улы - Сибай ҡалаһының БДҠ Исполкомы рәйесе;

3. Асмандияров Иҙел Әхәт улы - Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатры директоры;

4. Нәҙерғолова Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы - мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең директоры;

Шулай уҡ, йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Альфир Ирек улы Вәлитов, Сибай ҡалаһының Административ округы исеменән акция ойоштороусыларҙы почетлы грамота менән бүләкләнеүен иғлан итте:

1. Мохтаров Тимур Ғаяз улы - «ТУҒАН ТЕЛ» клубының етәксеһе (Өфө);

2. Ишкилдин Айнур Ринат улы - «КҮК БҮРЕ» хәрәҡәте Сибай филиалының рәйесе (Сибай)

3. Рәхмәтуллина Гөлнара- «ТУҒАН ТЕЛ» клубы Сибай филиалының рәйес вазифаһын башҡарыусы, СиБашДУ талибәһе (Сибай).

Акция, әйтеп китеү мотлаҡ, бары тик ошо йылда ғына беренсе тапҡыр үткәрелә, һәм Сибай ҡалаһында ғына. Шул уҡ ваҡытта оҡшаш акция «Мин татарча сөйләшәм!» 2006 йылдан Татарстанда бөтә республика масштабында үтә.

Шуға ярашлы һорау тыуа, ни өсөн шундай мөһим акция «Мин башҡортса һөйләшәм!» быға тиклем беҙең республикала булмаған һәм ни өсөн хәҙер ул Сибай ҡалаһында ғына үтте.

Был һорауға яуапты беҙ үҙебеҙҙә, туған телебеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙә эҙләргә тейешбеҙ. 

Башҡорт халыҡ хәрәҡәте етәкселәре (бигерәк тә республика етәкселәре) тарафынан башҡорт теле мәсьәләһенә икенсе дәрәжәләге мөһимлелек бирелә.
1999 йылда «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы ҡабул итеүгә, хатта Башҡортостан республикаһының халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһы ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, актив үҙ телендә аралашҡан башҡорттарҙың һаны өҙлөкһөҙ кәмей бара. Проблемаға ҡағылышлы конференцияларҙа күп һөйләйҙәр, тик уны сисеү өсөн ойошторолған саралар үткәрелмәгән йә был саралар мәсьәләнең бәҫен ебәререүгә әйләнгән. 
Башҡорт интеллигенцияһының өлкән быуыны, бик һирәктәрен генә иҫкә алмағанда, туған телгә янаған ҡурҡынысты аңлап еткермәй һәм уға утилитар яҡтан ғына ҡарай. Һөҙөмтәлә, башҡорт теле урбанизация шарттарында йәшәгән башҡорттар быуыны аңында үҙенең урынын юғалта бара, сөнки уларҙың ата-әсәләре ҡалала үҫкән балаларына маҡсатлы тел тәрбийәһен биреүҙең мөһимлеген аңламайҙар.
 Шуның менән бергә, үҙ телендә яҡшы һөйләшмәгән йәш башҡорттар туған телдәренең ҡәҙерен белә башлайҙар һәм уны яһалма рәүештә ҡайтарырға тырышалар, сөнки улар өсөн тәбиғи тел мөхите юҡ.
 Шундай «яһалма» ҡараш 2009 йылда, совет-башҡорт традицион йәмғиәте һәм глобаль постмодерн яҫылығында формалашҡан ҡала егете Тимур Мохтаров тарафынан төҙөлгән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яратыусылар клубында сағыла. 
 Тимур Мохтаров «ТУҒАН ТЕЛ» һымаҡ клубтарҙы башҡа ҡалаларҙа ойоштороуҙы тәҡдим иткәс, Сибай ҡалаһында урындағы фекерҙәштәре уның идеяһын аңлайҙар һәм тормошҡа ашырырға булалар. Шул саҡта, Тимур Мохтаров «Мин башҡортса һөйләшәм!» акцияһын үткәрергә тәҡдим итә, сөнки бөтә республика күләмендә булһын өсөн матди яҡтан ярҙам һәм актив ҡатнашыусы кешеләр кәрәк. 
 «КҮК БҮРЕ» хәрәкәтенең Сибай филиалы «ТУҒАН ТЕЛ» клубы филиалын ойоштороуын башлап ебәресе булып тора, шуның өсөн, берҙәмерәк көс булараҡ, тиҙҙән акция ойоштороуи эштәрен үҙ өҫтөнә ала.
Әйткәндәй, «КҮК БҮРЕ» хәрәкәтенең Сибай филиалының лидеры ла ҡала башҡорто, 21 йәшлек Айнур Ишкилдин, Баймаҡта тыуып үҫкән. 

Шулай итеп, туған тел өсөн йәмәғәт хәрәҡәтенең инициаторҙары йәш ирекле башҡорт йәмәғәтселәре булып торалар. Улар ҡалала тыуып үҫкәндәр, ә унда башҡорт теле көндәлек аралашыу теле түгел.
 Был акцияны Айнур Ишкилдин һәм Тимур Мохтаров көҙөн ҡабаттан үткәрергә хыяллана. Ләкин, уларҙың, хәҙерге ваҡытта башланғыстарын үҫтереү өсөн мөмкинлектәре ҡыҫынҡы. «Мин башҡортса һөйләшәм!» акцияһының символикаһын бөтә республика масштабында булһын өсөн патриот башҡорт эшҡыуарҙарының ярҙамы мотлаҡ, республика хакимиәт органдарының (бигрәк тә хоҡуҡ тәртибен һаҡлау) лояль йә булмаһа нейтраль ҡарашы һәм киң мәғлүмәт саралары яғынан информацион булышлыҡ кәрәк. 
Һәм әлбиттә, башҡорт Аҡ йорто акция нәтижәһендә алынған тәжрибәне иҫәпкә алыр һәм сираттағы 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан республикаһының халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһына йыл һайын үткәреүҙә ярҙам итеү тигән пункт индерер, тип өмөтләнәбеҙ.