Урал аръяғында "Мин башҡортса һөйләшәм!" исемле акция старт алды

Сибай ҡалаһында туған телдең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән "Мин башҡортса һөйләшәм!" акцияһы дауам итә.

Май башында ҡалалағы юғары уҡыу йорттары студенттарының инициативаһы менән башланып киткән акцияның шарттары ябай: туған телеңде белеп кенә ҡалма, аралашыуҙа ла ҡуллан. Магазиндамы, йәмәғәт транспортындамы, уҡыу йортондамы, ғаиләңдә булһынмы – башҡортса һөйләш.

Акцияны йәйелдереүселәрҙең береһе менән осрашып, сараның тәүге емештәре хаҡында һорашам. Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуып үҫкән Рузилә Иҫәнбаева Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында 3-сө курста уҡып йөрөй. Уҡыуҙан һуң әхирәттәре менән бергәләшеп ҡалаға сығып, башҡорт телен пропагандалауҙа ҡатнаша.

"Филология бүлегендә белем алыусы булараҡ, туған тел, уның киләсәге хаҡында уйланмай булмай. Шуға ла, "Башҡортса һөйләшәм!" акцияһына ихлас тотондоҡ. Әлеге ваҡытта магазиндар, йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем эш алып барабыҙ. Телде пропагандалау маҡсатында көнкүрештә башҡортса аралашыу, тауарҙарға хаҡтарҙы, аңлатмаларҙы башҡорт телендә лә биреп барыу, башҡорт телен белгән һатыусыларға үҙ телендә һөйләшеү һәм башҡа тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына булып күренгән миҫалдар ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирә бит", – ти ул.

– Акцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәр күпме? Ғөмүмән, халыҡ яңылыҡты нисек ҡабул итә?

– Әлбиттә, аңлатыу эше алып барырға кәрәк, һәм беҙ тап ошоноң менән шөғөлләнәбеҙ ҙә инде. Инициатив төркөм ҙурайғандан-ҙурая, был иһә акцияға күберәк халыҡты йәлеп итеү мөмкинлеге бир. Әле бына яңыраҡ ҡына Сибай институтында йәштәр проблемаларына ҡағылған форум үтте. Беҙ унда туған телдең яҙмышы мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ. Май айында уҡыуға күберәк иғтибар бүлергә тура килде, әммә июндә "Мин башҡортса һөйләшәм!" акцияһының төп саралары үтәсәк тип ниәтләйбеҙ.

 

И. ҠАНСУРИН

"Йәшлек" гәзите