Сибайҙа ТУҒАН ТЕЛ клубы барлыҡҡа килде

12 апрель көнө Сибай ҡалаһының "МИР" кинотеатрында «ТУFАН ТЕЛ» клубының презентацияһы үтте. Презентацияның төп ойоштороусыһы КҮК БҮРЕ хәрәҡәтенең Сибайҙағы филиалы булды. Рухлы йәштәр тарафынан баш каланан кунактар сакырылды. Улар Өфөләге «ТУFАН ТЕЛ» клубының етәксеһе Тимур Мохтаров һәм клуб ағзалары Айрат Сабиров менән Айгөл Мохтарова.

Осрашыуга ҡала уҡыу йорттарынан уҡыусылар һәм талиптар йыйылды. Фәһемле фекер алышыу өс сәғәтҡә һуҙылды, залдағы бөтә теләгән кешеләр үҙ фекерен әйтте. Тимур Мохтаров Сибай ҡалаһында «ТУFАН ТЕЛ» клубын ойоштороу тәҡдиме менән сыҡты. Йәштәр был тәҡдимде хуплап, буласаҡ ойошмаға кандидатураларын күрһәтте. Ике тиҫтә сая ҡыҙҙар һәм аҫыл егеттәр клуб ағзалары булып һайланды. Артабан улар Сибайҙағы «ТУFАН ТЕЛ» клубының етәксеһе итеп БДУ Сибай инстиутының талибәһен Рузилә Иҫәнбаеваны һайланы. Яңы ойошторолған клуб шул уҡ көндә беренсе ултырыш уҙғарҙы, пландар ҡорҙо. Йәштәргә еңел булмаған эштэ уңыштар теләп ҡалабыҙ!