Ете ырыуға берләшеп

– Тамғабыҙ – Ҡаҙаяҡ,
Йылғабыҙ –Нөгөш,
Төйәгебеҙ – Урал,
Илебеҙ –Башҡортостан,
Батырыбыҙ – Майҡы бей,
Девизыбыҙ: «Беҙ – Табын, беҙ – Табын,
Үҙ күрәбеҙ беҙ барын».

 

Табын ырыуы вәкилдәре «Имәнкәй» йәйләүенә ҡорға йыйылыусыларҙы ошолай сәләмләне. Үҫәргәндәр, юрматылар, бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар, меңлеләр, тамъяндар ҙа алыҫ араларҙы яҡынайтып, хозур тәбиғәтле Ғафури еренә ашыҡты. Йыйынға килеүсе һәр ырыу үҙенең тамғаһы, ҡошо, ағасы, батыры менән таныштырып үткәс, яңыраҡ уҙған III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына байҡау яһанылар. Уҡытыусы йылы айҡанлы күп эштәр башҡарылыуын билдәләп киттеләр. Ә ниндәй ҡор йыр-моңһоҙ үтһен инде?! Һәр ырыу вәкилдәре йыр-бейеү «күстәнәс»тәренән ауыҙ иттерҙе.

Сәсән һүҙе – бер алтын, күмәк кәңәш – мең алтын, тигән боронғолар. Ошоно иҫтә тотоп, ҡорға килеүселәр мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, йәйләүгә башланғыс биреүсе, «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар берлеге ағзаһы, журналист-яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, «Туған тел» клубынан Тимур Мөхтәровтарҙың кәңәш-фатихаларын тыңланы. Унан йәйләү хужаһы Миңлеғәле Ғәзизов ырыу башлыҡтарын йыйып, йәйләүҙе асыҡ тип иғлан итте, флагтар күтәрелде.

Ниндәй йәйләү, ырыу, ҡор ул, тиһегеҙме? «Имәнкәй»ҙә лагерҙы – йәйләү, отрядтарҙы ырыуҙар тип атап йөрөтәләр. Бында әле республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан башҡорт телен яҡшы белгән 200-гә яҡын бала ял итә.

– Балаларҙың ялын матур ойошторор өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Рамазан Йәнбәков, Мөхәмәт Иҙрисов, Рәшиҙә Туйсина, Фәйзи Ғәскәров исемендәге йыр-бейеү конкурстары уҙғарыласаҡ. Күренекле әҙип, сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған. Йәйләүҙә үҙен һәр яҡлап яҡшы күрһәткәндәр Еҙем буйлап һалда йөҙәсәк. «Йәйләү һылыуы», «Йәйләү батыры» ла һайланасаҡ. «Әкиәттә ҡунаҡта», «Көләмәстәр көнө» лә һәр кемдең күңелендә иҫтә ҡалырлыҡ булыр тип ышанабыҙ, – ти йәйләү хужаһының урынбаҫары Әлфиә Тимербай ҡыҙы Мәүлийәрова.

«Имәнкәй» йәйләүендә балалар 21 көн буйына матур ял итеп кенә ҡалмаясаҡ, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуҙарын да өйрәнәсәк. Әйткәндәй, ял итеүселәрҙе ашха- нала 5 тапҡыр туҡландыралар. Халҡыбыҙҙың милли аштарын да бирәләр.

Йәйләү асылған көндө төшкө аштан һуң бүтәндәр һыу инер-гә китһә, «бөрйәндәр» яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән күҙгә- күҙ осрашып, туған тел, ил, ғаилә ҡороу хаҡында һөйләште. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, автографтар алды.

– «Бөрйән» ырыуына 19 район уҡыусыһы йыйылған, берәүебеҙ Ырымбурҙан, – ти тәрбиәсе Рәсимә Йомағолова. Улар араһында Шишмә районы Күсем мәктәбенән Айҙар Юлмөхәмәтов башҡорт, урыҫ телдәрендә шиғырҙар ҙа ижад итә икән, һөйләп ишеттерҙе.

Осрашыу бөтөүгә уҡыусыларҙы спартакиада, ауыл клубындағы кеүек башҡортса бейеүҙәр, милли уйындар көтә ине.
Һәр көнөгөҙ матур, иҫтәлек-ле үтһен, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Киләсәктә туған телебеҙ, хал-ҡыбыҙ, илебеҙ өсөн файҙалы, ышаныслы кешеләр булып үҫергә яҙһын һеҙгә.

Гөлназ ИҠБАЕВА.
Ғафури районы.

 

ВИДЕО

 

"Йәншишмә" гәзите сайтынан