I башҡорт йәштәре ҡоролтайында “ТУFАН ТЕЛ" клубының етәксеһе Т.Мохтаровтың сығышы

Thumbnail imageҺаумыһығыҙ! Минең исемем Тимур Мохтаров.Мин башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр "ТУFАН ТЕЛ” клубының етәксеһе булам. Миңә 33 йәш, юрист булып эшләйем. Социология фәндәре кандидатымын. Үҙем ҡала башҡорто булам, Өфө ҡалаһында үҫтем.

Беҙҙең клубыбыҙ 2009 йылдың март айынан башлап эшләп килә.

Баласаҡтан уҡ мин ысын башҡорт ғаиләһен ҡорорға теләнем. Шуның өсөн, буласаҡ хәләл ефетемде башҡорт ҡыҙҙары араһында эҙләнем. Аллаға шөкөр, таптым. Ул да ҡала башҡорто, туған телен белмәгән, шуға алдан уҡ башҡортса өйрәттем мин уны, үҙем башҡортса ауыр һөйләшһәм дә.

Дүрт йыл элек, улым тыуғас, ғаиләбеҙҙә фәҡәт башҡортса һөйләшә башланыҡ. Ҡалала башҡорт мөхите ғаиләнән башлана һәм күп осраҡта ғаилә менән сикләнә. Шуға ҡала ерендә, башҡорт балаларын туған телдән биҙҙермәү өсөн, ғаиләлә һәр саҡ тик туған тел яңғырарға тейеш.

Мәрйәм Бураҡаеваның «АРҒЫМАҠ» исемле китабын уҡығас, мин үҙемдең стратегиямдың дөрөҫ икәнен аңланым. Ул китапта асыҡ миҫалдар менән туған теленең әһәмиәте асыҡлана. Ҡала шарттарында башҡортлоҡто нисек һаҡлап ҡалырға тип, Мәрйәм инәй үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уға рәхмәт.

Ләкин, ҡала ерендә күпселек башҡорт ғаиләләрендә туған телгә ҡарата битарафлыҡ мине борсой. Былтыр, февраль айында, ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы башҡорт телен "Юғалып барған телдәр атласы"на индергән. Ундағы мәғлүмәттәр буйынса, башҡорт теленә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай, сөнки башҡорт балаларының күбеһе үҙ-ара башҡортса һөйләшмәй. Ошо йүнәлештә, мин бер нисә йыл элек социологик тикшеренеү үткәрҙем. Ғөмүмән, минең иҫбатлауым буйынса, ассимиляция шул тиклем көслө, хатта ҡала ерендә башҡорт балалары үҙ-ара ғына түгел, ата-әсәләр менән дә башҡортса һөйләшмәй.

Әгәр һәр бер йәш башҡорт ғаиләһе туған телгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәһә, XXI быуаттың аҙағына тиклем башҡорт теле юҡҡа сығасаҡ.

Ассимиляция, тел юғалтыу күренеше улымдың тиңдәштәре араһында бик ныҡ сағыла. Минеңсә, әлеге ваҡытта башҡорт телле балалар ҡала ерендә үҙҙәрен бик яңғыҙ тоя, сөнки урамға сыҡһалар, уларҙың туған телдә һөйләшерлек иптәштәре юҡ.

Минең белеүемсә, Америка Ҡушма штаттарында ҙур ҡалаларҙа туған тел клубтары бар. Америкала йәшәгән диаспоралар (итальяндар, поляктар, гректар) ошондай хәрәкәт ойоштороп, ғаиләләрендә аралашыу теле итеп туған телдәрен иғлан иткәндәр. Инглиз теленең баҫымы менән улар шулай көрәшә.

Палестинала, XX быуат башында, Бен-Иехуда тигән кеше үҙенә ант биргән икән – еврейҙар менән тик иврит телендә һөйләшергә. Ул саҡта был тел күптән онотолған булған. Был кеше үҙенә маҡсат ҡуйған – туған телен бөтә еврейҙар араһында таратыу. Ул ошо маҡсатҡа бар ғүмерен бағышлаған, һәм теләгәненә ирешкән, хәҙерге ваҡытта ул илдә бөтә еврей балаларының ысын туған теле – ул иврит. Ә беренсе туған телдә һөйләшкән ғаилә – уның ғаиләһе булған.

Ошо миҫалдар илһамландыра. Минеңсә, беҙ ҙә, телебеҙ өсөн ысын мәғәнәһендә көрәшергә тейешбеҙ. Шуға, йәш ғаиләләргә тел ҡәҙерен аңлатыр өсөн, Өфөлә "ТУFАН ТЕЛ" клубы барлыҡҡа килде. Клубтың глобаль маҡсаты – ул башҡорт әҙәби телен бөтә башҡорттарҙың үҙ-ара аралашыу теле итеү.

Беҙҙең хәрәҡәттең ҡайһы бер ағзалары башҡортса ауырыраҡ һөйләшә. Бер-беребеҙ менән һөйләшкәндә, күп осраҡта нисектер яһалма килеп сыға. Ләкин беҙ беләбеҙ – нисек булһа ла, емерә-вата булһа ла, рус теленә күсмәй, ауыҙҙарыбыҙҙы асыбыраҡ, башҡортса һөйләшергә кәрәк. Шым ултырыуҙан, өндәшмәүҙән күпкә хәйерлерәк ул.

Беҙҙең пландарыбыҙҙа – киләсәктә башҡорт риторикаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре, телде өйрәнеү буйынса бушлай курс үткәреү, башҡорт йырҙары хорын ойоштороу. Һәм әлбиттә, аңлатыу эшен алып барыу.

Беҙҙең ут күршеләребеҙ, Татарстан йәштәре, инде 5-се тапҡыр “Мин татарча сөйләшәм” тигән акция үткәрәләр. Ул акцияның маҡсаты – ҡала йәштәрен туған телгә ылыҡтырыу. Акцияға Татарстан хөкүмәтенең бер ҡыҫылышы ла юҡ. Тик йәштәр ойошмалары уны ойоштора. Минеңсә, беҙгә уларҙан үрнәк алырға кәрәк һәм киң рәүештә эш башларға.

Шулай итеп, донъя тәжрибәһен ҡулланып, телебеҙҙе һаҡлап ҡалайыҡ, туғандар! Һеҙгә шуны ғына әйткем килә: “Башҡорт, башҡорт менән башҡортса һөйләш!”.

Теле юҡтың - иле юҡ! Рәхмәт!