Башҡорт телендә һөйләшәм

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитетында хәҙерге ҡала шарттарында башҡорт теле һәм телдең йәмғиәттәге проблемалары мәсьәләһе буйынса “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. БДБҠ Башҡарма комитетының Йәштәр советы һәм “Туған тел” башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр клубы ойошторған сара Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналды. Башҡорт йәштәре ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән сарала башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар, талиптар ҡатнашты. Мәғариф системаһынан төбәк компонентын алыу мәсьәләһе, әлбиттә, туған тел уҡытыуға бәйле күп проблемалар тыуҙырҙы. Шулай ҙа “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең уны йөрөтөүселәре тарафынан юғала барыуын билдәләне.

Башҡорт теле донъяның юғалып барыусы телдәре исемлегенә индерелгән булған. Сарала, урбанизация шарттарында мәктәптәрҙә башҡорт телендә белем алған һәм ауылда тәрбиәләнгән йәштәрҙең ҡалала бер ни тиклем йәшәгәндән һуң, үҙ-ара икенсе телдә һөйләшә башлауы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был осраҡта билингвизм кире роль уйнай, ә туған башҡорт теле тора-бара өҫтәмә телгә әүерелә. Магниторгорск ҡалаһынан килгән йәштәр үҙ ҡалаларынды шундай күренештең киң таралыуына әсенеү белдерҙе. Өҫтәүенә, ҡалала халыҡтың билдәле өлөшөн башҡорттар алып торһа ла, бер генә башғорт класы ла юҡ. Был ҡала власының башҡорт класын асырға теләмәүенә түгел, ә башҡорттарҙың пассивлығына бәйле. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар был күренеш менән ҡәнәғәт булмауын һәм хәл-торошто яҡшыртыу буйынса саралар тәҡдим итте. Бөгөн туған телде пропагандалауҙың ысулдарын үҙгәртергә кәрәк, административ ысулдар менән күпкә өмөт итеп булмай. Был йүнәлештә “Туған тел” түңәрәге ҡала башҡорттары менән эшләүҙә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Түңәрәк өҫтәл”дең ҡарарҙарының береһе Татарстан, Мари Иле, Сыуашстан Республикаларындағы кеүек оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән акция үткәреү булды. Уның логотиптары халыҡты башҡорт телендә хеҙмәтләндергән һәм хеҙмәтләндереүе мөмкин булған магазиндар, учреждениелар, дәүләт структуралары ишектәренә йәбештереләсәк. Бер яҡтан, акция телде популярлаштырыу характерын алһа, икенсе яҡтан “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын тулыһынса тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк.