Башҡорт йәштәре ФСБ-ға ҡаршы баш күтәрә

Башҡорт йәштәре иттифағы Рәсәйҙәң Башкортостан буйынса именлек хеҙмәте башлығы, генерал-майор Виктор Палагинды республиканан ҡыуырға теләй...

Был хактағы хәбәр һәм мөрәжәғәт ошо иттифаҡтың интернет сайтында 15 февралдә ҡуйылды. Шулай уҡ Рәсәйҙең “Регнум” агентлығы ла донъяға таратты.

Был мөрәжәғәттә Башҡорт йәштәре иттифағы Башкортостанда барлыҡ милләттәр дә дуслыҡта йәшәй, тип белдерә. Һәм бына ошо шарттарҙа кемдер татыулыҡ нигеҙенә “шартлатҡыс” һалырға теләй, тип әйтә. Ә был шартлатҡыс, республикаға генерал-майор Палагин ФСБ, йәғни Именлек хеҙмәте башлығы булып килгәс, һалына башланы, тип раҫлана.

“Генерал-майор Палагиндың “ниндәйҙер уйлап сығарылған “экстремисттар”ға ҡаршы эшмәкәрлеге беҙгә уның Рәсәй хаҡына ла, Башкортостан өсөн дә эшләмәүен күрһәтә”, - тип әйтелә был белдереүҙә. “Ул бирегә карьера баҫҡысында өҫкәрәк күтәрелергә һәм сираттағы “йондоҙҙарын”, ордендарын, медалдәрен алырға һәм экстремизм менән көрәштә ҙур көрәшсе исеменә ирешергә килгән, тигән фекер ҡала”, - әйтелә был мөрәжәғәттә. - Ләкин беҙҙең республикала эктремисттар юҡ икән, тимәк уларҙың уйлап сығарыу кәрәк. Батырлыҡ күрһәтеү мотлак.

Башкорт йәштәре иттифағы шул белдереүҙә Палагин әфәнденең башҡа “хилафлыҡтарына” да иғтибар йүнәлтә. Һуңғы айҙарҙа ФСБ идараһы Башҡортстандың башҡа көс органдары – Эске эштәр министрлығын, Башпрокуратураны һәм башка идараларҙы файҙаланып, төрлө дәүләт ойошмаларына тикшереү үткәрә, тип әйтелә. Шул иҫәптән, Башҡортостан хөҡүмәте эргәһендәге Матбуғат, полиграфия һәм нәшриәт идараһында, Мәғариф министрлығында, Башҡортостан дәүләт филармонияһында, Башҡортостан спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығында һәм башҡа ойошмаларҙа ФСБ тикшереүҙәр ойошторған икән. Бына шул хәлдәрҙең барыһы ла Башҡорт йәштәре иттифағы мөрәжәғәтендә республикаға “баҫым” тип ҡабул ителгән.

Шул уңайҙан, Башҡорт йәштәре иттифағы һәм башҡа башҡорт милли ойошмалары 17-18-19 февраль көндәрендә Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идараһы һәм Башҡортостан прокуратураһы биналары ҡаршыһында өс көнлөк урам йыйыны ойошторасағы хаҡында белдерә.

Ҡайһы бер мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәрҙәренә күрә, Башҡорт йәштәре иттифағының элекке рәйесе Артур Иделбаевтың өйөндә һәм уның эш урынында 10 февраль көнө тентеүҙәр ойошторолған һәм уны 48 сәғәткә кулға алғандар. Әммә 15 февраль көнө ул үзенең әлеге эш урынында иртәнге кәңәшмә үткәргән.

Ошо көндәрҙә мәхкәмә уға ҡарата Өфөлә декабрь айында журналисттарҙы ҡыйнауға бәйле ҡарар ҡабул итергә тейеш икән. Уны тикшереү бүлегенә ябырға ла мөмкин, ти. Башҡорт йәштәре иттифағының алдағы көндәрҙә урам йыйындары ойошторасағына ла төп этәргесте ошо хәлдәр дә биргәндер, тип әйтә бәйһез белгестәр.