Башҡорт йәштәре Өфөнөң Ленин майҙанында байрам ойошоторҙо

21 ғинуар кис Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында (Ҡала Советы туҡталышы) бер төркөм башҡорт йәштәре йыйылып, киске уйын ойошторҙо. Әйткәндәй, был осрашыу боронғо төрки Нардуған байрамы хөрмәтенә уҙғарылды. Йәштәр, сәнғәт училищеһынан ҡурайсыларҙы саҡырып, ҡурай моңдарына сорналып, йырлашып, бейешеп, танышып, күңел асты. Нардуған байрамы үткәрер өсөн Ленин майҙанының һайлауы осраҡлы түгел. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, тере башҡорт көйө һәм башҡорт теле Өфөнөң көнъяғында ғына түгел, ҡаланың төрлө яҡтарында яңғырарға тейеш.

 

Дәүләт органдары тарафынан был байрамға ярҙамы ла, зыяны ла теймәне. Ҡала хаҡимиәтенән сара ойоштороусылары бер ниндәй ҙә рөхсәт һораманы, сөнки закон буйынса, тик ижтимағи-сәйәси акциялар үткәрер өсөн власть органдарына мөрәжәғәт итергә мотлаҡ. Шуға күрә, яҡын тирәлә милиция ла күренмәне.

Киске уйын бик ихлас үтте. Йәштәр әйлән-бәйлән, “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындарын көлөшөп-көлөшөп уйнаны. Майҙанда һыуыҡ булһа ла, өшөп торманы, алдан әҙерләп алынған термостарын асып, бер-береһен эҫе сәй менән һыйланы, ҡоймаҡ тәмләп ҡараны. Ошо матур байрам “ТУҒАН ТЕЛ”, “Әбйәлил йәштәре” ойошмалары һәм “Башҡорт форум”, “Башҡорт ICQ-чат 568154206” интернет берләшмәләре инициативаһы буйынса үткәрелде. Һәм был бик шатландыра, тимәк өҫтән килгән әмере буйынса түгел, ә йәштәрҙең теләге ойошторолған һәм үткәрелгән сара булды ул.