Туған телгә һөйөү баҫмаларҙан башлана

Декабрҙә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында "Башҡортостан" гәзите матбуғат байрамы ойошторҙо. Сарала баҫмала эшләүсе танылған шағирҙар Салауат Әбүзәров менән Лариса Абдуллина ла сығыш яһаны. Һоҡланып, таң ҡалып тыңланыҡ уларҙы. Байрамға ҡала мәктәптәренән уҡыусылар ҙа килгәйне. Улар үҙҙәре теләгән баҫмаларға яҙылды, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Шоңҡар", "Аманат", "Йәншишмә" гәзит-журналдарында эшләүсе ағай-апайҙары менән яҡындан танышты. Ошондай матбуғат байрамдары йышыраҡ ойошторолһа ине тим. Һүҙемде дәлилләп, фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын...

Үҙем баш ҡаланың 29-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һєм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Бер үк ваҡытта директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарам, дөйөм эш стажым 40 йыл. Ысынлап та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә милли матбуғат баҫмаларын ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә. Гәзит һєм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙе, хикєйә-повестарҙы, яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады хаҡындағы һүрәтләмәләрҙе, очерк, ижади портреттарҙы ҡулланыу өҫтәмә белем биреү өсөн генә түгел, ә балаларҙы башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүгә лє ярҙам итә. Уҡыусыларыбыҙ республикабыҙ, уның аҫыл ир-егеттәре һєм шәхестәре менєн ғорурланып үҫһен, башҡорт теленән ятһынмаһын, үҙ телендє һөйләшһен өсөн кәрәк башҡорт телендәге баҫмалар. Мин үҙем дә ошо дүрт тиҫтә йыл эсендә башҡорт матбуғатынан айырылманым. Гәзиттєрҙәге фәһем алырлыҡ мәҡәләләрҙе дәрестәремдә ҡулланам.

Башҡорт теле уҡытыусыһы - предмет уҡытыусыһы ғына түгел, ә бөгөнгө заман уҡыусыһында ватансылыҡ, кешелеклелек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, зауыҡ, хатта эшҡыуарлыҡ сифаттары тәрбиәләгән бөйөк шәхес ул, сөнки уның ҡулына иң ҙур ҡорал - тәрбиә ҡоралы тапшырылған. Шул ҡоралды дөрөҫ файҙаландымы, маҡсатына өлгәшәсәк, йәғни Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге тәрбиәләнәсәк. Бөгөн еребеҙгә сит-яттар тулып, хужа булып ятҡанда эшҡыуарлыҡ сифаттарын тәрбиәләү айырыуса мөһим. Мәҫәлән, эш юҡ тибеҙ, ә бит халҡыбыҙҙың умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, тире эшкәртеү, ағастан юнып төрлө хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләү кеүек боронғо шөғөлдєре булған. Ниңә шуларҙы дәрескә ҡағылышлы темаларҙы үткәндә һөйләп китмәҫкә? Уның өсөн хатта айырым сәғәттәр ҙә кәрәкмәй. Миҫалға V класта өйрєнелгєн "Әминбәк" әкиәтен генә алығыҙ, унан башҡорт халҡының тормош-көнкүреше хаҡында әллә күпме мәғлүмәт алырға мөмкин.

Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙєбиәте уҡытыусылары, әйҙәгеҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бирешмәйек, матбуғат менән арабыҙҙы өҙмәйек. Уҡыусыларыбыҙҙа республика матбуғатына һөйөү тәрбиәләйек.

 

Земфира УСМАНОВА,

29-сы мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы

 

Өфө ҡалаһы.


"Башҡортостан" гәзите, 13.01.2010й.