Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы – үткәне һәм бөгөнгөһө

 

16 йыл элек, 1993 йылда, Республикабыҙ Юғары Советы тарафынан беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың төп законы ҡабул ителде.

Конституцияның иң тәүге редакцияһы беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың үҙаллылығын иҫбатланды. Республиканың суверенитеты тураһында Декларацияға, Федератив килешеүгә һәм уның Башҡортостандан Ҡушымтаһына таянып, иң башта, беҙҙең финанс-иҡтисади нигеҙҙәр, властың халыҡ менән бәйләнеш формалары билдәләнде.

Республикабыҙҙа властың демократик институттары ойошторолоуы – ике палаталы парламент, һайлаулы Президент, Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный постары – беҙҙең өсөн ысын яңылыҡ булып яңғыраны.

Ғөмүмән әйткәндә, Конституциябыҙға беренсе төҙәтмәләр индергәнгә тиклем, республикабыҙ бик ҙур үҙаллылыҡҡа эйә булды. Конституцияның беренсе редакцияһында мәҫәлән ошондай һүҙҙәр булған: “Башҡортостандың ере, ер байлыҡтары һәм тәбиғәт байлыҡтары – ул республиканың күп милләтле халҡының милеге”.

Әммә Конституцияның хәҙерге редакцияһында был һүҙҙәр күптән инде юҡ. Ул ғына түгел, 2002 йылдан башлап, республикабыҙҙың дәүләт суверенитеты тураһында һүҙҙәр Конституциянан алып ташланған. Ә инде 2006 йылдың июненән башлап, Конституциябыҙҙа республика Президенты халыҡ тарафынан һайланыуы тураһында положениелар юҡҡа сыҡты. Һәм, бынан тыш, республиканың үҙаллылығы тураһында.

Был үҙгәрештәр, әлбиттә, федераль үҙәк ҡыҫымы арҡаһында индерелгән. Үҙәк, республикаларҙың үҙаллылығына ҡаршы федераль закондар сығарып, Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй Конституцион судының ҡарарҙарына таянып, үҙенең унитаристик сәйәсәтен үткәрә. Һәм бының нигеҙе – Рәсәй Конституцияһында республикаларҙың суверенитеты тураһында статьялар юҡлығы.

Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителмәҫ борон, 1993 йылда, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Президиумы быға ҡаршы сыҡты. Ләкин артабан был протест дауам ителмәгән.

1994 йылдың 3 август көнө Башҡортостан менән Рәсәй власы органдары араһында Килешеү төҙөгән саҡта, беҙҙең Президентыбыҙ шул һорауҙы күтәрмәгән. Ә бит шул ваҡытта, әгәр ҙә ул Мәскәүҙә Рәсәй Конституцияһына республикалар суверенитеты тураһында статьялар индереүҙе талап итһә, берәү ҙә уның башына һуҡмаҫ ине.

Күпмелер ваҡыттан һуң, Рәсәйҙең Конституцион суды, Федератив килешеүҙе һанға һуҡмай, беҙҙең Башҡортостан Конституцияһынан республикабыҙ үҙаллылығы тураһындағы бар статьяларҙы алып ташларға ҡушты.

Хәҙер инде һуң булһа ла – аңлайбыҙ. Дәүләттә тик Конституция ғына иң ҙур көскә эйә. Шуға Конституция статьялары бик ҙур иғтибар талап итә.

Рәсәйҙә һәр ваҡыт ике һорау тыуа: “Кем ғәйепле?” һәм “Нимә эшләргә?”.

Башҡорт йәмәғәтселеге Башҡортостан Конституцияһын яҡлар өсөн нимә эшләне?

Власть органдары нимә эшләй? Улар Конституциябыҙҙы яҡлаймы?

Беҙ, башҡорттар, Конституцияның хәҙерге редакцияһы менән килешәбеҙме?

Хәҙерге ваҡытта беҙ нимә эшләргә тейеш?

Бына ошо һәм башҡа бик күп һорауҙар тыуа йәш быуында.

Был һорауҙар буйынса фекер алышыу өсөн, Өфөнөң Конгресс-Холл бинаһында бөгөн түңәрәк өҫтәл үтә.

 

Тимур Мохтаров