Мөстәҡиллек өсөн көрәш

17 октябрь көнө Өфөлә башҡорт йәмәғәтселек ойошмалары мөстәҡиллекте яҡлап пикет уҙғарҙы. Унда йөҙҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Сара пикет тип аталһа ла, ул митинг кеүек уҙҙы, унда сығыштар яһалды.
Әлеге сараға татар йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре лә килгән ине. Шуға сараны ойоштороусыларҙың береһе, "Туған тел" клубының етәксеһе Тимур Мохтаров татарҙарға мөрәжәғәт менән сығып, мөстәҡиллекте бергә яҡларга сакырҙы.

“Күк бүре” хәрәҡәтенең ағзаһы Азамат Вәлиев һүҙҙәренсә, “мөстәҡиллекте юғалтыуға үҙебеҙ ғәйепле. Сөнки беҙ зәғифләндек. Йомшарҙык. Федераль үзәктең көсө беҙҙең көсһөзлөктә. Ошонан ҡотолмай тороп, мөстәҡиллекте ҡайтара алмаясаҡбыҙ. Ул ғына ла түгел, республиканы юғалтыуыбыҙ ҙа ихтимал”. “Мирас” ойошмаһы вәкиле Фәнзил Әхмәтшин эскеселек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙән арынырға, изге эштәр өсөн көрәшкә берләшергә саҡырҙы. “Уянайыҡ һәм һуғайыҡ”, тине ул. Кемгә һәм ни рәүешле һуғырға саҡыра, аңлатып торманы. “Күк бүре”нең лидерҙарҙың береһе Рәмзил Байназаров йәштәрҙе әүҙемерәк булырға, ҡурҡмаҫка сакырҙы. Сарала сығыш яһаусыларҙың төп талабы - мөстәҡиллекте, 1993 йылғы БР Конституцияһын ҡайтарыу. Әлеге талаптар резолюцияға ла индерелде. Резолюцияны “Күк бүре”, Башкорт халык үҙәге “Урал”, “Аҡтамыр”, “Мираҫ” һәм “Туған тел” исемле башкорт йәмәғәтселек ойошмалары рәйестәре имзалаған. Пикет аҙағында йәштәр Салауат Юлаев һәйкәленә барып сәскә һалдылар.