Милли-төбәк компоненты һәм «Мәғариф-2020» моделе тураһында

Хөрмәтле йәмәғәтселек! 

Мәғлүм булыуынса, быйылғы 2009-2010 уҡыу йылы бик ауыр шарттарҙа башланып китте. Ул шарттарҙың береһе – Рәсәй Федерацияһын солғаған финанс көрсөгө туҡталырға уйламай һәм ул мәғариф системаһына ҡағылыу ғына түгел, ысынбарлыҡта уны емерә башланы.

Республикала 467 мәктәптең ябылырға тороуы быға ап-асыҡ миҫал. Беҙҙең Башҡортостан етәкселеге 1990 йылдан башлап әлеге осорға тиклем 1000 мәктәп сафҡа индерелде, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта ауыл мәктәптәре ябыла, уҡытыусылар һаны ҡыҫҡартыла, күптәре эшһеҙ ҡала.

 

Икенсе мәсьәлә – милли-төбәк компоненты. Бына икенсе йыл инде 309-сы федераль закондың ҡабул ителеүенә. Быйыл башҡорт йәмәғәтселәренең акциялары арҡаһында республика мәғариф системаһында милли-төбәк компоненты һаҡланып ҡалды, әммә закон үҙгәртелмәне. Икенсе уҡыу йылында милли-төбәк компоненты предметтары һаҡланырмы, быны инде Мәскәү хәл итә.

Милли-төбәк компонентының һаҡланыуына бер ниндәй гарантия юҡ.

Быйыл йәмәғәтселек яғынан «Урал» үҙәге Президент М.Ғ. Рәхимовтан милли-төбәк компоненты буйынса Указ сығарыуҙы һораны. Шуның буйынса 165 мең ҡултамға йыйылды, әммә Президент Указы һаман юҡ.

Шулай итеп, әлеге осорҙа милли-төбәк компонентын яҡлап, Рәсәй власы ғына түгел, беҙҙең үҙебеҙҙең дәүләт башлығы Президент М.Рәхимов та Указ сығармай. Әлбиттә, ул республика август кәңәшмәһендә милли-төбәк компоненты предметтарын уҡытырға кәрәк тине. Әммә Указ булмағас, республикалағы ҡайһы бер мәғариф учреждениеларында 309-сы федераль законға таянып уҡытылмаҫҡа ла мөмкин.

Шуға күрә хәҙер йәмәғәтселек һәм халыҡ кемгә ышанырға һәм өмөтләнергә тейеш? Шул турала тәҡдимдәр һәм фекерҙәр ишетке килә.

Беҙҙеңсә был мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлы бар. Ул турала беҙ үҙебеҙҙең «Үҙбилдәләнеш» гәзитендә яҙҙыҡ.

Беренсе юл – талаптар менән төрлө акциялар үткәреү. Ул акциялар – пикеттар, Конституция рамкаһындағы митингылар, демонстрациялар үткәреүҙе һәм хаттар, телеграммалар ебәреүҙе дауам итеү.

Был юлды беҙҙең йәмәғәтселек ҡулланды. Ошо йылда ғына пикеттар һәм митингылар үткәрелде. Бына 2009 йылдың 19 сентябрендә лә «ТУFАН ТЕЛ» ойошмаһы һәм «КҮК БҮРЕ» хәрәкәте менән пикет үткәрҙек. Икенсе юл – Рәсәйҙең был законын судҡа биреү. Әммә бындай судты отоп булырмы һуң? Бында Рәсәй судына биргәс, уны Европа судына тиклем алып барып еткереү тураһында уйларға кәрәктер. Сөнки Рәсәйҙә В.В. Путин ҡул ҡуйған законды үҙгәртергә берәү ҙә баҙнат итмәҫ. Кем уны судҡа бирер? Хөкүмәт, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы законды судҡа биререме, юҡмы? Бында икеләнеүҙәр күп.

Ә «Аҡтамыр» үҙәгенең был эште эшләргә финанс мөмкинселектәре юҡ.

Был мәсьәләне хәл итеүҙә үҙебеҙҙең ағайҙарҙың, аҡыл эйәләренең, ғалимдарҙың кәңәше һәм ярҙамы кәрәк.

Ә законды барыбер судҡа бирергә кәрәк.

Ә хәҙер милли мәғарифтың әлеге торошо һәм киләсәге тураһында йәмәғәтселек үҙ ҡарашын белдерә. Милли мәғарифтың әлеге хәле һәм бурысы тураһында “Аҡтамыр” үҙәге үҙенең гәзитендә яҙып сыҡты. “Аҡтамыр” үҙәге иң төп бурыс итеп бөтә милли мәктәптәрҙә башҡорт шәхестәрен тәрбиәләүҙе ҡуя. Ул турала Рәсәй Президенты Д.А. Медведев та шундай йүнәлеш бирә. Ләкин беҙгә иң беренсе сиратта башҡорт халҡының шәхестәре кәрәк. Ә ундай шәхестәрҙе республикала “милләтселәр” тиҙәр. Ана шул “милләтселәргә” әлеге мәлдә йәмәғәтселек бик ныҡ мохтаж.

Совет осоронда башҡорт шәхестәрен үҫтерергә тик ауыл мәктәптәрендә генә шарттар булды. Ә ҡала мәктәптәрендә тейешле шарттар булманы. Быға ап-асыҡ миҫал итеп Т. Ғирфановтың “Митинг” исемле хикәйәһен килтерергә була. Үкенескә ҡаршы, шул хикәйәләге осраҡтар әлеге мәлдә лә ҡайһы бер рус мәктәптәрендә булырға мөмкин.

Ә башҡорт мәктәптәрендә ана шул хикәйәләге герой – Мирсәлихҡа оҡшаш уҡыусылар күренә башланы. Бына улар ысын шәхестәр. Шулар араһынан, мәҫәлән, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Йәмил Намаҙбаев.

“Урал-батыр” эпосы конкурсында призға лайыҡ булған һәм Мәскәүҙә “Фәндә беренсе аҙымдар” конкурсында беренсе урынды алған Й. Намаҙбаевҡа бер жюри ағзаһы “Рәсәй Президенты була алмаһаң да, киләсәктә һеҙҙе Премьер-министр итеп күрге килә” тип уның ҡулын ҡыҫа.

Ысын шәхес – тирә-яҡ донъяға яраҡлашмай, ул киреһенсә, донъяны үҙенә яраҡлаштыра. Күп милләтле Башҡортостанда ул башҡорт донъяһын ҡора. Ә был тел уҡытыуға ғына ҡағылмай, ә башҡорт теле даирәһен киңәйтеүҙе, власть органдарында халҡыбыҙ вәкилдәрен булдырыуҙы һәм йәмғиәттең бөтә өлкәләрендә лә (сәйәсәт, иҡтисад, рухиәт, социаль) башҡорт теленең рус теле менән бер тиң кимәлгә булыуын күҙ алдында тотоу.

Ана шундай шәхестәрҙе Өфөнөң 8 ҡала мәктәбендә тәрбиәләргә тейештәр. Ә уның өсөн һаман ата-әсәләр һәм администрация яғынан тейешле шарттар юҡ. Беренсе шарт – Милли-мәғариф концепцияһының үтәлеше. Мәктәптәрҙә 1-се синыфтан алып 9-сы синыфҡа тиклем бөтә предметтарҙы туған телдә уҡытыу.

Икенсе шарт – мәктәп эсендә, ихатаһында милли мөхит булдырыу. Ҡала урамынан мәктәп ишеге алдына ингән уҡыусы рус телен оноторға тейеш. Рус телендә ул математика, физика, химия дәрестәрендә генә белем ала, шулай уҡ уның үҙен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Ә ҡалған тәрбиә процесы тик туған телдә булырға тейеш.

Мәктәп директоры, уның урынбаҫарҙары, айырыуса тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары, синыф етәкселәре, тәрбиәселәр, башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм барса башҡорт милләтенән булған уҡытыусылар тәнәфес ваҡытында балалар менән туған телдә генә аралашырға тейеш.

Мәктәп линейкаларында, педагогик кәңәшмәләрҙә башҡорт теле өҫтөнлөк алырға тейеш. Һәр бер синыф етәксеһе синыф сәғәттәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында әңгәмәләр ҡорорға бурыслы.

Ошо мәктәптәрҙә эшләгән башҡорт теле, Башҡортостан тарихы уҡытыусылары милли матбуғатҡа, сәнғәткә, мәҙәниәткә, халҡыбыҙҙың тарихына һәм яҡты киләсәгенә һөйөү тәрбиәләмәһә, ундай мөғәллимдәрҙең милли мәктәптәрҙә эшләргә әхлаҡи хоҡуҡтары юҡ.

Үкенескә ҡаршы, ҡаланың күп башҡорт мәктәптәрендә был ҡағиҙәләр үтәлмәй. Йәмәғәтселек барыһын да ишетеп тора. 140-сы мәктәптән ошондай хәл тураһында хәбәрҙәр ишетелә.

Әгәр ҙә мәктәп, гимназия директоры башҡорт телендә мәктәп линейкаларында, ата-әсәләр йыйылыштарында телмәр тота белмәһә, ул унда етәкселек итергә тейеш түгел.

Быйылғы 2009-2010 уҡыу йылында Аҡтамыр үҙәге ошо йүнәлеш буйынса һәр бер мәктәпкә акция яһарға йыйына. Быйыл республика власы яғынан мәғариф системаһы өҫтөнән йәмәғәт контроленә рөхсәт буласаҡ. Шуға күрә бындай акцияларға һәр бер мәктәп әҙер булырға тейеш.

Һуңғы ваҡытта башҡорт теленең ҡулланылышына йәмәғәтселек һәм республика властары яғынан битарафлыҡ була башланы. Башҡорт теле 1999 йылда рус теле менән бер рәттән дәүләт статусын алды. Бына быйыл ул законға 10 йыл тулды.

Әммә һаман телгә иҫкесә ҡараш, телдең ҡәҙерен белмәйбеҙ.

Ниңә һаман Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйылыштары, ултырыштары сит милләт вәкилдәре булмаған осраҡта ла рус телендә үткәрелә һуң? Ниңә юғары вазифаны биләгән Премьер министр урынбаҫары И.Ғ. Илешев ҡоролтай йыйылыштарында тик рус телендә генә сығыш яһай? Ә ниңә Ҡоролтай рәйесе Р.Т. Аҙнабаев ошо мәсьәлә буйынса Хөкүмәт етәкселәренә талап ҡуя алмай? Һорауҙар, һорауҙар, һорауҙар…

“Аҡтамыр” үҙәге бөгөнгө осорҙан алып республикала башҡорт телен йәмәғәтселек һәм милли мәғариф теле итеп иғлан итә.

Ниндәй генә йыйылыш булмаһын, ул ошо телдә сығыш яһауҙы талап итәсәк. Ә кем белмәй, уға һүҙ бирелмәйәсәк. Башҡа ойошмалар ҙа шулай эшләһә, бәлки, телгә иғтибар артыр тигән фекерҙәбеҙ.

Ә хәҙер ошо 8 мәктәп буйынса белем сифаттары тураһында белдереү яһайбыҙ. Белем сифаты БДИ-ла сағылды. Былтыр 2008 йылда БДИ тапшырыу буйынса рус теле, математика предметтарынан 136-сы һәм 122-се мәктәптәр яҡшы һөҙөмтә күрһәткәйне. Ә 48-се башҡорт лицейы менән 20-се башҡорт гимнзазияһы БДИ-ны математика менән рус теле буйынса түбән балдар менән бирҙе.

Ә быйыл 2009 йылда бөтә башҡорт мәктәптәре 20-се мәктәптән башҡа, БДИ-ны яҡшы тапшырҙы. Тик 20-се гимназиянан ғына бер уҡыусы 3 предметты бирә алманы.

Мәғарифтың киләсәгенә килгәндә, әлеге мәлдә Рәсәйҙең үҫешен федераль властар 2020 йылға тиклем билдәләйҙәр.

Шуға күрә мәғариф моделе 2020 йылда ниндәй буласаҡ тигән һорау бар кешене лә борсойҙор.

Беренсенән, юғары белеме булмаған кешене йәмғиәттә һәм дәүләт власы органдарында күҙ алдына ла килтереп булмаясаҡ. Юғары белем алыу заман талабына әйләнәсәк.

2020 йылғы мәғариф моделенең айырмаһы мәғлүмәттең күп булыуында. Вуздарҙа алған юғары белем 1-2 йылға ғына етә, һәм шуға күрә белемде даими рәүештә камиллаштырып тороу талап ителә.

Икенсенән, элек кеше ғүмергә бер тапҡыр юғары белем алыу маҡсаты менән йәшәһә, хәҙер һәр гражданин ғүмер буйы белем алыу менән мәшғүл буласаҡ. Был инде “Быуат йәшә, быуат уҡы!” – тигән мәҡәлгә ярашлы буласаҡ.

Өсөнсөнән, уҡытыусының роле лә үҙгәрә. Ул хәҙер дәрес биреүсе генә түгел, шулай уҡ консультант, тәрбиәсе, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар ролендә лә булырға мөмкин.

Бишенсенән, уҡытыусы технологияларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп тапҡыр алмаштырып торорға тейеш.

Алтынсынан, уҡытыусы баланы үҙаллы белем алырға, эҙләнергә өйрәтергә тейеш. Бала уҡытыусының, оло кешенең ҡушҡанын көтөп йәшәргә, уҡырға тейеш түгел, ә барыһын да үҙе белеп эшләргә бурыслы.

Етенсенән, дәүләт белем биреү сифатын контролдә тота алмаҫҡа мөмкин.

Шуға күрә бында йәмәғәт ойошмалары, матбуғат саралары мәғариф учреждениелары менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итә ала. Улар ғына түгел, шундай уҡ предприятиелар, фәнни ойошмалар ҙа бындай хеҙмәттәшлеккә хоҡуҡлы.

Бына шундай яҡтары менән яңы модель айырыла. Әле барған осор – модернизация заманы. Был заманда беҙ фекерләү яғынан да үҙгәрергә тейешбеҙ. Беҙҙең әлеге менталитет та тура килмәй был заманға. Ул менталитет тураһында яңыраҡ “Киске Өфө” гәзитендә профессор В.Сафин менән яҙыусы Ғ.Хисамовтың диалогы баҫылды. Беҙҙең халыҡ ошо менталитет менән йәшәһә, киләсәктә юғалырға мөмкин. Шуға күрә йәмәғәтселеккә менталитетты үҙгәртеү тураһында ла уйларға ваҡыт.

 

 

Ирек Агишев, «Аҡтамыр» үҙәгенең рәйесе