Асыҡ ауыҙ ҡарға булмайыҡ!

Федераль белем биреү стандарттарында милли – региональ компонентты һаҡлап ҡалыу тураһында ҡултамғалар йыйған саҡта төрлө кешеләр менән аралашырға тура килде. Үҙенең балаһына Иҙел тип исем ҡушҡан, халҡыбыҙҙың моңона иҫе киткән, тик туған телендә аралашыуҙан мәхрүм булған йәш ҡатын ата-әсәһенә әле булһа үпкәһен белдереп: «Бала саҡта өйрәтмәгәс, хәҙер ата-бабаларым аралашҡан телдә һөйләшеүе ҡыйын»,- ти.

Эйе, башҡортлоғо уның мөләйем йөҙөнә сыҡҡан, күңеленә ҡаны менән һеңгән, ләкин теле генә әйләнмәй. Эйе, быйылғы уҡыу йылынан Рәсәйҙә яңы мәғариф стандарттары индереп, былай ҙа телен оноторға әҙер торған халҡымды тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеүҙе тыйып, бер милләтле ил яһарға маташҡайнылар. Шовинист чиновниктарҙың маҡсаттары әлегә тормошҡа ашманы. Артабан да беҙ уларҙың был ниәттәренә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.
Үткән быуат башында ғына ике миллиондан ашыу булған башҡорт халҡы, рус йә татар телдәрендә уҡып һәм һөйләшеп, үҙ туған телен онотоп, милли рухынан яҙып, икенсе милләттәр тарафынан йотола-йотола яртылашҡа тиерлек кәмене. Үҙ туған телен, ата-әсәһе телен белмәгән кеше милли аңын, милли рухын да юғалта. Бындай хәл – халыҡ, милләт яҙмышы өсөн оло хәүеф.
70-се йылдарҙа күптәребеҙ туған телебеҙҙә уҡыуҙан, белем һәм тәрбиә алыуҙан мәхрүм булып ҡалдыҡ, шуның өсөн аҙым һайын күпме «мама», «папа»лар. (Уҡытыусы коллегаларыма ла балаларының шулай өндәшкәнен ишеткәнем бар, мыҫҡылдың аръяғы инде!) Ярай әле «бабушка»,«дедуль» тип әйткәндәре осраһа ла - һирәк.
Бала сағым үткән быуаттың 60-70-се йылдарына тура килде. Ырымбур өлкәһендә бәләкәй генә шишмәнән башланған Ташлы йылғаһы ауылыбыҙ эргәһенән үҙенә юл ярып, бәрәкәтле һыуҙарын Оло Эйеккә ҡоя. Ташлы аръяғы ерҙәре беҙҙеке түгел – Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районына ҡарай. Бала-сағаның ҡайһылары шул райондың Михайловка ауылында, ҡайһылары Ейәнсура районы Иҫәнғол мәктәбендә һабаҡ ала торған ине. Русса һөйләшеү модаға керә башлаған саҡ. Ләкин ябай колхозсы булып эшләгән әсәйем һәм атайым: «Пап – мам» тип әйтер булһағыҙ, Михайловкалағы Иван менән Марьяға барып йәшәгеҙ, үҙ милләтебеҙҙән булмаған кешене тормош иптәше итер булып, тупһаға баҫтырмағыҙ. Ҡартайған көнөбөҙҙә ҡарғалай ҡаңғылдашып ултырырға Хоҙай ҡушмаһын», - тигән һүҙҙәрен биш балаһына ла һеңдерә алғандар. Шағир ҙа был турала ябай кешенең фекерен иҫбатлап яҙған бит: «Ҡарғалар күп, беҙ аҙ тип ҡаңғылдашмай бит бөркөттәр». (Шағирҙан да яҡшыраҡ әйтеп буламы ни!)
Тағы ла бер аҙ баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашҡы килә. Оҙон ҡышҡы кистәрен әсәйем менән атайым ҡул эштәрен ҡуйып тороп, алмаш-тилмәш З. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдарын беҙгә ҡысҡырып уҡығандарын хәтерләйем. Бәләкәй мыртыйҙарым илап ебәрһә, атайым елкәһенә ултыртып, саптырып йөрөй: «Егеттәр иламай! Беҙ Салауат Юлаев тоҡомонан!!» - тип уйынлы-көлкөлө йыуатыр ине. Шулай ябай ғына һүҙҙәр менән арбай алғандар беҙҙе.
Ҡыуандыҡ ҡалаһында йәшәп ятҡан ағайымдың ике балаһы ла башҡорт телендә белем ала алмаһалар ҙа, үҙ телебеҙҙә аралашыуҙы хуп күрәләр, рухлы булып үҫеп киләләр. Рауил Бикбаев әйтмешләй: «Башҡортостанда башҡорт булыуы нимә ул, башҡалар араһында башҡорт булып ҡара». Хәҙер инде шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙа балаларыбыҙға туған телен өйрәнергә шарттар тыуҙырылған, тик уның ҡәҙерен генә белергә кәрәк.
Туған тел – әсә теле генә түгел, ул - халыҡ теле. Донъя цивилизацияһында милләтебеҙҙең үҙ урыны булырға тейеш. Ғәмһеҙ ҡараштарҙан, битарафлыҡтарҙан, һәлкәүлектән ҡотолоу кәрәк.

Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА,
3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, туған телдәр буйынса директор урынбаҫары.
Күмертау ҡалаһы

yeshlek.ru сайтынан