Тел - милләт тотҡаһы

Тел - халыҡтың күңел көҙгөһө. Туған тел аша һәр халыҡ вәкилдәре быуындан-быуынға үҙенең ҡабатланмаҫ рухи мираҫын тапшыра килә. Тел - милләт тотҡаһы. Тел йәшәй икән, милләт тә үлемһеҙ. Ата-бабаларыбыҙ теле, халҡы өҫөн үҙен ҡорбан итергә әҙер булған бит. Ни өҫөн бөгөн килеп телебеззән оялабыҙ? Журналдың өҫөнсө һанында донъя күргән 3.Бураҡаеваның "Пама, мама... йәки хаталар ҡайҙан башлана" мәҡәләһе уйға һалды...

Ысынлап та, телебеззе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған маңҡортлоҡ йәшәп килә беҙҙең халыҡта. Әйтәйек, ҡала транспортында үҙ-ара башҡортса һөйләшә башлаһаң, урыҫтар аптырап ҡарайҙар. Әйтерһең дә һин бында сит планетанан килеп юлыҡҡанһың. Бәғзеләр мәзәниәтһезлектә ғәйепләй, йәиһә "бездарные башкиры" тип мыҫҡыллы һүҙҙәр ташларға ла тартынмай икән, тимәк, беҙ үҙебеҙ быға юл ҡуябыҙ түгелме? Сөнки һирәктәр генә үҙен, милләтен яҡлап ҡаршы сығасаҡ. Һүҙ йоҙроҡ төйнәү хаҡында түгел, әлбиттә. Аҡылға таянып, үз-үзеңде лайыҡлы тотоп, ғорур рәүештә урындарына ултыртырға ине ундайҙарҙы. Ә бит күптәр бындай осраҡта башҡортлоғонан оялып башын аҫҡа эйәҫәк йәки башҡа телдә тәтелдәргә тотонасаҡ. Ҡыҫҡаһы, телебеҙгә хөрмәт юҡ беҙҙә. Ике башҡорт һөйләшеп торғанда араларына урыҫ килеп ҡушылһа, шунда уҡ икеһе лә ошо телгә күҫә. Ниңә һуң ике урыҫ араһында башҡорт булғанда улар башҡортса һөйләшмәй? Башҡорт теле дәүләт теле бит!?
Ҡала урамдарында көндән-көн башҡорт телендә төрлө яҙыуҙар барлыҡҡа килә. Әммә уларҙы минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе һымағыраҡ ҡараш менән язалар, шикелле. Күп һанлы иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, хаталар яһау әле лә дауам итә. Республикабыҙҙа тел белгестәре етерлек бит. һәр төрлө урам, туҡталыш исемдәрен яҙҙырғанда, ниңә уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәҫкә?!
Ә инде башҡорт телендә йүнләп һөйләшә алмаған, йә бөтөнләй белмәгән балаларҙың башҡорт филологияһы факультетына килеп эләгеүе - башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Бындай студенттар киләсәктә яҡшы тел белгестәре була алырҙармы икән!? Юҡ, әлбиттә. Уларҙың төп маҡсаты башҡорт теле өҫөн хеҙмәт итеү түгел, нисек тә булһа юғары белемгә эйә булыу, диплом алыу. Телдәрен вата-емерә имтихан биреп сыҡһалар шул еткән.
Берәүҙе лә милләтселеккә өндәмәйем. Әммә үҙ телебеҙгә иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булһаҡ ине. Вәлиди һәм уның арҡазаштары башҡа халыҡтарҙы, сит телдәрҙе һанламау яҡлы булмаған, ә бары тик үҙ халҡын һаҡлау, үҫтереү өҫөн көрәшкән. Әле килеп уларҙың тырышлығына күҙ йомоп ҡарайбыҙ.
Ғаиләлә үҙ-ара аралашыуҙа, ҡала урамдарын биҙәгән яҙыуҙарҙа ғына сағылмай бындай ғәмһеҙлек. Эстрадабыҙ күгенә күҙ һалһаҡ та хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Үҙ моңобоҙ, үҙ мәҙәниәтебеҙ була тороп, көнсығыш йоғонтоһона бирелгәнбеҙ. Һуҡырҙарса сит ил моңдарына табынабыҙ. Йыр һүҙҙәренең мәғәнәһе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Йырҙарыбыҙ ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәр, тузға яҙмаған һөйләмдәр менән сыбарланған. Ритм менән рифма күптән ял итә. Бындай күренештәр башҡорт телен шул тиклем йәмһезләүен аңлаһа ине йырсыларыбыҙ.
Беҙ - башҡорт балалары. Быуындан-быуынға күсеп килгән тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, моңобоҙ бар. Милләтебеҙгә, телебеҙгә битараф булмаһаҡ ине. Киләсәк беҙҙең ҡулда. Саф башҡорт телендә һөйләшкән ул һәм ҡыҙҙар үҫтерәйек.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА, БДУ студенты.
"Шонҡар" журналы, 8/2009