Егетмен тигән егет…армияла булырға тейешме?!

Күп ҡабатланған ялған ысынға әйләнә, тиҙәр. Бөгөн «Киске Өфө» гәзитендә «Егетмен тигән егет армияла булырға тейеш» исемле мәҡәлә уҡып сыктым. Уҡығандан һуң, ошо абруйлы гәзит редакцияыһы өсөн бик уңайһыҙландым. Аңлашыла: гәзиткә хөҡүмәт сәйәсәтен нисек тә булһа ла, үтәргә кәрәк, ләкин шул тиклем оятһыҙ рәүештә ҡыланырға ярамай ҙа инде...


Иң беренсенән, һорау тыуа: «Киске Өфө» үҙенең укыусыларын бөтөнләй һанға һуҡмаймы? Беҙҙе «һарыктар» тип һанаймы? Рәсәй журналисттары федераль телеканалдар аша ялған тарата, кешеләрҙе сүпкә һанап. Әммә ләкин беҙ, башҡорт гәзиттәре уҡыусылары, башҡорт журналисттары ла өсөн мал тип һаналабыҙмы?
«Егетмен тигән егет армияла булырға тейеш» исемле мәҡәләһендә һүҙ шунан башлана: быйыл яҙ Башҡортостанда Ҡораллы Көстәр сафына элегерәк яҙмыштары енәйәт яуаплылығы менән бәйле егеттәр ҙә саҡырылды. Әммә Башвоенкомат бөгөнгө әйтеүенсә, әлеге яҙмышҡа дусар булған егеттәре араһынан армияға тик шартлы рәүештә хөкөм ителгәндәре генә алынды… 
Ниңәлер, гәзит редакцияһы, армияға йәш енәйәтселәр оҙатыуы тураһында мәҡәлә яҙып, уға «Егетмен тигән егет армияла булырға тейеш» тигән исемен биреп, беҙҙең башҡорт егеттәребеҙҙең сәменә теймәксе булып ҡылана. Имеш, егет булһаң, армияға хезмәт итергә ынтылырға тейешһең… 
Ләкин армияла енәйәтселәр хеҙмәт итһә, беҙҙең армия ябай кешеләрҙең һаҡсыһына түгел, ә талаусыға әйләнә. Ә бит ысынын әйткәндә, хәҙерге Рәсәй армияһының ярты шәхси составы тигәндәй - енәйәт яуаплылығы менән бәйле ирҙәр. Ошондай армия кемде тәрбиәләй һуң? Ҡораллы бандиттарҙымы? Өфө ҡалаһының «Малышок» магазинында булған талау трагедияһы – быға ишара түгелме? Магазин һатыусыны үлтереүсе – беҙҙең криминаль Рәсәй армияһының һалдаты түгелме?
Мәҡәләлә армияға саҡырыу буйынса пландың арттырылыуы тураһында һандар килтерелә: быйыл Башҡортостандан 11 000 егет армияға оҙатылған. Ә 2008 йылдың яҙында иһә - бөтәһе 6600 генә егет армияға алынған. Афарин Башвоенкомат! Үәт-шулай! 
Тик ни өсөн ошо һандарҙан һуң курсант Радмир Сәғитовтың вафаты, былтыр апрель айында үткән Рәсәй армияһында тәртипһеҙлеккә ҡаршы митинг хәтеремә килә? Митингта әйтелгән һүҙҙәр “Армияға саҡырыу буйынса пландың арттырыу - Башҡортостан өсөн дан түгел, сөнки был армияла һуғыш булмаған ваҡытта егеттәребеҙ һәләк һәм ғарип була”.
Тағы бер нисә Башҡортостан егеттәребеҙ иҫемә килә: 
Марат Ғафаров - Өфө егете, 2006 йылда һауа десант дивизияһында хеҙмәт иткәндә, уға офицер, ҡыҙып, итеге менән башына типкән; операцянан һуң Марат инвалид булып ҡалған.  
Евгений Овечкин – 2006 йылда ул офицер тарафынан ҡаты яраланыуға дусар ителгән, шунан һуң урманда тереләй ергә күмелгән.
Марат Ғизатуллин, 2006 йылдың апрель айында часттан алыҫ түгел аҫылынып үлеп табылған. Сәбәбе – “бабайлыҡ”. Ғизатуллин һауа десант полкында хеҙмәт иткән.
Марс Солтанов, Учалы районы егете, 2007 йылда Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт иткән саҡта үлтерелгән... Официаль версия – поезд аҫтында вафат булған. 

Һәм бына бөгөн тағы яңылыҡ: Стәрлетамаҡ егете Антон Аксёнов Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында № 89547 хәрби часында “үҙ-үҙенә ҡул һалған”. Официаль версия “автомат менән үҙенең эсенә атҡан”…

...Егетмен тигән егет…армияла булырға тейешме һуң?!?