ЭШҺЕҘЛЕК БУЙЫНСА ПОСОБИЕҒА... эшҡыуарлыҡ мәктәбе

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Латифа" исемле башҡорт балалар художество студияһы үҙ ишектәрен асты. Уның ойоштороусыһы һәм етәксеһе Эльза Ҡотлобаева республикала беренселәрҙән булып бизнес-планын яҡлап сыҡты һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән яңы федераль программа сиктәрендә үҙ эшен асып ебәрҙе.

     - Был проекттың маҡсаты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәптә торған һәм үҙ эшен ойошторорға теләгән кешегә дәүләт тарафынан эшһеҙлек буйынса түләнгән пособиеның бер йыллыҡ күләмен бер тапҡыр ҡайтарып биреүгә йүнәлтелгән, - ти Киров районының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең эшкә урынлаштырыу бүлеге начальнигы Зинаида Степанова...

     - Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең һуңғы ҡарарына ярашлы, хәҙер пособие күләменең 12 тапҡыр ҡабатланышы иң юғары күләмдә иҫәпләнәсәк һәм буласаҡ эшҡыуарҙың компенсация суммаһы 60 мең тирәһе тәшкил итәсәк. Зинаида Степанова һөйләүенсә, был сумманы тик үҙ эшеңде асыуға ғына тотонорға мөмкин.
     - Был студияны асыу күптәнге хыялым ине, - тип һөйләп китте Эльза Ҡотлобаева. - Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, быға донъя финанс көрсөгө этәргес көс булды. Мин телевидениела компьютер графикаһы рәссамы булып эшләп йөрөй инем, аҙаҡ халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәптә торҙом. Унда үҙ эшемде асыу ниәте менән мөрәжәғәт иттем һәм бер ваҡыт бизнес менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн курстар үткәрелеүе тураһында иғлан күреп ҡалдым. Лекцияларҙы беҙгә юристар, иҡтисадсылар, эшҡыуарҙар һөйләне һәм ике аҙна үтеүгә, мин дөрөҫ итеп бизнес-план төҙөргә өйрәндем, һалымдар системаһын үҙләштерҙем. Бының бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы булмауын аңланым. Планды үҙем төҙөнөм. Маҡсатыңды аныҡ билдәләгәндә барыһына ла өлгәшергә була икән.
     Эльза Ҡотлобаева Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернатынан һуң Өфө сәнғәт училищеһының дизайнер факультетын, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университын тамамлаған. Бөгөн ул һөнәри оҫталығын камиллаштырыуын дауам итеп, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаяновтан дәрестәр ала.
     - Бизнес-планымды яҡлағанға тиклем үк үҙ эшемде асыу өҫтөндә эш башлағайным инде, - тип һүҙен дауам итә Эльза. - Мин Һамарҙан килгән танышыма шул тиклем рәхмәтлемен. Ул асфальтта һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә. Бер ваҡыт ул үҙенең нисек эшләгәнен ҡарарға мине лә саҡырҙы. Мин был күренешкә ҡарап иҫем китте: уның тирәләй балалар уратып алған һәм улар ҙа асфальтта төрлө һүрәттәр төшөрә ине. Миңә был идея бик оҡшап ҡалды.
     "Латифа" студияһы ғәҙәти биш ҡатлы йортта урынлашҡан. Эльза үҙ фатирын үҙгәртеп, студия өсөн ҙур бүлмәне һәм кухняны берләштергән һәм уҡыу класы булдырған, ә бәләкәй бүлмәһен үҙенә йәшәү өсөн ҡалдырған. Студияны үҙе төшөргән картиналар һәм ҡурсаҡтар менән биҙәгән, ҙур көҙгө ҡуйған.
     - Был бизнес ойоштороуҙың көнбайыш варианты. Рәсәйҙә бындай тәжрибә киң таралмаған әле, - ти студия етәксеһе эштең айышына төшөндөрөп. - Минең үҙ фатирым булыуы күп нәмәнән ҡотҡарҙы, юғиһә, минең кеүек йәштәгеләрҙең фатиры ла юҡ бит.
     Студияға биш йәштәге балаларҙан алып, йәш сикләүенә ҡарамайынса, барыһы ла, хатта пенсионерҙар ҙа килә ала. Иртәнге сәғәттәрҙә балалар менән, ә киске ваҡытта ололар менән шөғөлләнергә уйлайым. Дәрестәр нисек дөрөҫ итеп бумала, ҡәләм тотоп, һыҙырға өйрәнеүҙән башланасаҡ.
     Шулай итеп...
     Был проекттың төп бурысы һүрәт төшөрөргә теләүселәрҙә ижади һәләтте асыуға булышлыҡ итеүгә, эстетик зауыҡ һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Дәрестәрҙә төп иғтибар биҙәү-ғәмәли сәнғәттә, Башҡортостандың профессиональ рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусылар ижадында һәм дөйөм башҡорт һынлы сәнғәт мәктәбендә сағылыш тапҡан башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтеләсәк. Бүтән хужожестволы мәктәп һәм студияларҙан айырмалы рәүештә, Эльза Ҡотлобаева үҙ студияһында башҡорт телендә аралашҡан балалар өсөн айырым төркөм ойошторорға уйлай. Был балалар үҙ телендә уҡый алһын һәм профессиональ терминдарҙың башҡортса аталышын белһен, тигән маҡсаттан сығып эшләнә.


Олеся СЕРЕГИНА
"БАШвестЪ"


     P.S. Әйткәндәй, Эльза Ҡотлобаева беҙҙең "ТУҒАН ТЕЛ" клубыбыҙҙың ағзаһыSmile. Уңыштар һиңә, Эльза!