Мәрйәм Бураkаева менән осрашыу

     30 апрель көнө "Туған тел" клубында яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған "Арғымаҡ" китабы буйынса осрашыу үтте. 
     Әңгәмә барышында клуб ағзалары һәм ҡунаkтар Мәрйәм инәйзән үҙҙәрен ҡыҙыҡындырған һорауҙарына яуаптар алды, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ҡатмарлы булған мәсьәләләргә етди тәҡдим-яуаптар ҡайтарҙы. 
     Без Мәрйәм инәйгә ҙур рәхмәтлебеҙ! Һәм киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ! 
     Был осрашыу "Туған тел" клубының тәүге акцияһы булды.

Динир Хәсәнов, клуб ағзаһы