Һылыуҡай-2009

"Һылыуҡай" конкурсында башҡорт ҡыҙҙарына хас милли һыҙаттарға ла ҙур иғтибар бирелһен ине.
Шулай ҙа республика гүзәллек бәйгеһенең әҙерлек кимәле йылдан-йыл күтәрелә.

Баш ҡаланың иң гүзәл урыны милли батырыбыҙ һәйкәле янындағы Конгресс-холға был көндә халыктын, күпләп ағылыуы бушка түгел ине. Һәр килеүсене беҙҙен кеүек үк бер һорау борсой кеүек: "Гүзәллек тажы кемгә тәтер икән?"

Һылыуҡайҙарҙы алдан күреп белһәк тә, танышһак та, финалдың аҙағынаса кем еңере билдәһеҙ булды. Шулай ҙа, жюри ағзалары иң-иңде билдәләне, ул - Стәрлебаш, һылыуы Гөлназ Ғәлиева! 

БЫЙЫЛҒЫ КОНКУРС БАШҠАЛАРЫНАН АЙЫРЫЛЫП ТОРҘО

     Гәзитебеҙҙең үткән һандарында республика кимәлендәге гүзәллек бәйгеһе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Хәтерегеҙгә төшөрөп китәйек, һайлап алыу турына килгән 45 гүзәл араһынан тик 12-һе генә финалға сыҡты. 20 көн самаһы әҙерләнгәндән һуң 11 апрель көндө еңеүсе лә билдәле булды. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, конкурс, беренсенән, ҡыҙҙарҙың әҙерлекле булыуы (әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың күбеһе баш ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында уҡый һәм "Һылыуҡай" студияһына йөрөй булып сыҡты) һәм уға байтаҡ яңылыҡтар индерелеүе менән айырылып торҙо. Миҫалға "Башҡортостан" ТРК-һы менән берлектә әҙерләнгән реалити-шоу, йәғни конкурсанттарҙың 10 көнө нисек үтеүен телевизор ҡараусылар күҙәтеп, ҡыҙҙарҙың ниндәйерәк булыуҙарын күҙҙаллай алыуы тора. Быға тиклем тамашасылар тик конкурстың финалына ғына килеп, һылыуҡайҙарҙы күрә, таныша ине. Быйыл иһә алдан уҡ уларҙың үҙ-үҙен нисек тотоуы, уй-фекерҙәре, хыялдары хаҡында белеп булды. Хатта ҡайһы берҙәр үҙенсә еңеүсене лә алдан билдәләй торғандыр. Хәйер, ойоштороусылар ҡыҙҙарға төрлө һынауҙар уйлап табып ҡына торҙо. Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромында ҡыҙҙар атта йөрөһөнме, баш ҡаланың спорт залдарының берендә ҡаяға үрмәләһенме, милли музейҙа халыҡ кейемдәрендә, хатта бер тапҡыр ҙа руль артына ултырмаған ҡыҙҙар автомобилдә лә йөрөһөнме - улар бер ерҙә һынатманы.

ҺЫЛЫУҘАРҘЫҢ ӘҘЕРЛЕК КИМӘЛЕ ЮҒАРЫ ИНЕ

     Конкурстың үҙенә килгәндә, уны һылыуҡайҙар ҙа, шулай уҡ тамашасылар ҙа көтөп алғандыр. Быйыл бәйге нисек үтер, ниндәй һынауҙар булыр, ҡыҙҙар тулыһынса асыла алырмы?
     Бәйге сибәркәйҙәрҙе үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды, һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Берәүҙәр үҙ хыялдары, серҙәре менән бүлеште, икенселәр киләсәккә маҡсаттарын да асып һалды. Тарихҡа, халҡыбыҙҙың үткәненә лә байҡау яһанылар, фәлсәфәүи уйҙарға ла бирелделәр. Һиҙелә, һәр кеме еңеүгә өмөт итә, маҡсаттары ҙур.
     Артабан инде йыл һайын ҡабатланған өҫ кейемдәрен бермә-бер алмаштырып дефиле ҡуйыуҙар, төрлө көй-моңға бейеүҙәр башланды. Маҡсаты -ҡыҙҙарҙың һығылмалығын, бейеүгә оҫталығын, үҙ-үҙен тотошон күрһәтеү, гүзәллектәренә баҫым яһау. Матур көйҙәргә ҡыҙҙар башҡорт милли кейемдәрендә лә, заманса ҡупшы күлдәктәрҙә лә сәхнәгә сыҡты, заманса техно көйҙәргә лә бейене. Күренеп тора, тамашаның сценарийы алдан ентекле уйланылған, ҡыҙҙар менән дә алдан эш алып барылған. Ҡаушап тороуҙар, буталыуҙар, ҡолау фәлән күҙәтелмәне.
     Ҡыҙҙарҙы быйыл үткән йылдарҙа ҡабатланмаған үҙенсәлекле оло һынау ҙа көтә ине. Оло тип әйтеүебеҙ юҡҡа түгел. Гүзәлкәйҙәргә һорау биреүҙән ғибәрәт ине ул. Сер түгел, үткән йылдарҙа ҡайһы бер һылыуҡайҙар башҡорт телен насар белгәнлектән, алып барыусылар һорауына алдан әҙерләнеп, ятлап уҡ ҡуяине. Яһалма яуаптары эске күңелбайлыҡтарын асып һалыуға бик ҡамасауланы. Быйыл иһә һорауҙарҙы жюри ағзалары үҙҙәре үк бирҙе. Бының менән ҡыҙҙарҙың һүҙгә әүәҫлеген, конкурстың шарттарына ярашлы саф башҡорт телендә һөйләшә белеү-белмәүен һынап ҡараны. Ҡыҙҙар әҙерләнмәйенсә уларға яуап ҡайтарҙы. Бына ошонда ысын йөҙҙәре күрен де лә инде. Тамашасы һиҙгәндер, ҡайһы берҙәре ҡаушап ҡалды, икенселәре, башҡорт телендә бик үк яҡшы һөйләшә лә белмәй ине. Хәйер, башҡортса һөйләшергә тырышыуҙары үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Алдағы йылдарҙа ла был конкурс төрө мотлаҡ ҡалһын ине. Сәхнәгә телен, мәҙәниәтен, тарихын белгән ысын башҡорт ҡыҙҙары ғына сығырға тейеш. Юғиһә, ул ниндәй башҡорт һылыуҡайҙарының матурлыҡ бәйгеһе булһын.
      Бер әйткәс, әйтәйек инде, тигәндәй, шуны ла телгә алып үтәйек. Республика кимәлендә үткәрелгән башҡорт ҡыҙҙары гүзәллек бәйгеһе Европа йәки донъя кимәлендәге конкурстарға оҡшай башлауы һиҙелде. Эйе, был, бер яҡтан, яҡшы күренеш. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа башҡаларҙан һис кәм түгел бит. Әммә, ни тиһәң дә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифаттарҙы, сит ил ҡатындары һыҙаттары алмаштырырға тейеш башҡорт һылыуҡайҙарының да донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыуға юл асылыуын теләй, тик милли ярыштарҙа милли сифаттарға барыбер өҫтөнлөк бирелеүе мөһимдер.

КОНКУРС КОНКУРС БУЛЫП ҠАЛА, УНДА ЕҢЕҮСЕ ЛӘ БУЛА

     Конкурс барышында тамаша залындағылар һылыуҙарҙың исемдәрен ҡысҡырыуҙар, фоторәсемдәрен күтәреп алҡышлауҙар ҡыҙҙарға дәрт өҫтәп торҙо. Ниһайәт, жюри ағзалары ла кәңәшләшеп, еңеүсене билдәләне. Бер һылыуҙы ла үпкәләтмәҫлек итеп баһалама биреп булһа икән. Кемдәр конкурста ҡатнашҡан, улар үҙҙәре үк еңеүсе тигән һүҙ. Тик ярыш - ярыш инде еңеүсе берәү генә була. Ул -Стәрлебаш һылыуы Гөлназ Ғәлиева!
     Башҡа ҡыҙҙарҙы ла жюри ситтә ҡалдырманы: "Тамашасы һөйөүе" номинацияһына Әлшәй һылыуы Айһылыу Юнысбаева (әйткәндәй, Айһылыу "Һылыуҡай-2007" бәйгеһендә ошо уҡ номинацияға эйә булғайны), "Автоледи һылыуҡайы" - Белорет ҡыҙы Динара Ғәрифуллина, "Беренсе радио гүзәле" - Бөрйән ҡыҙы Зәриә Ҡолдәүләтова, "Интернет гүзәле" - Ҡыйғы һылыуы Анжелика Якусева, "Дуҫлыҡ" номинацияһы Юлиана Хоҙайғолова, "Матбуғат гүзәле" - Сибай ҡыҙы Гөлсөм Айытҡолова, "Иң алсаҡ һылыуҡай" - Дәүләкән гүзәле Гөлнара Килмөхәмәтова, "Сая Һылыуҡай" - Ғафури һылыуы Гөлсинә Хәбибуллина, "Серле һылыуҡай" - Белорет һылыуҡайы Лилиә Ғайсина лайыҡ булды.
     Әйтеп китеүебеҙсә, Гран-при Гөлназ Ғәлиеваға эләкһә, беренсе урынға беренсе һан аҫтында сығыш яһаусы Гөлсөм Айытҡолова, икенсе урынға - Айһылыу Юнысбаева һәм Динара Ғәрифуллина сыҡты, өсөнсө урынды Анжелика Якусева, Әлиә Ҡаразбаева һәм Зәриә Ҡолдәүләтова үҙ-ара бүлеште. Гран-при хужаһы Гөлназ Ғәлиева Европаға ике кешелек юллау ҡағыҙы менән бүләкләнде һәм шулай уҡ "Мисс Туран" төрки халыҡтар гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашырға мөмкинлек алды. Әйткәндәй, Гөлсөм Айытҡолова ла "Һомай 2008" республика халыҡтары гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулап, "Мисс Азия" гүзәллек конкурсында Башҡортостанды яҡлап сығыу хоҡуғына иреште. Ҡыҙҙарҙы шулай уҡ һәр төбәктән бүләк менән килеүсе район башлыҡтары ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сифаттарға эйә булған ҡыҙҙарға киләсәк тормоштарында ла уңыштар юлдаш булһын!

Люция ӘЛМӨХӘМӘТОВА
"Аҙна" гәзите, № 15, 2009й.