Беткә үс итеп тунымды һаттым... Йәки "Шаяниум-2009" йәнә гөрләп үтте

    Өфөнөң башҡорт мәктәп, гимназия, лицей уҡыусылары араһындағы иң сәмле, иң ҡыҙыҡлы бәйге ниндәй, тигән һорауға, моғайын да һәр кем "Шаяниум" - отҡорҙар һәм шаяндар бәйгеһе, тип яуап ҡайтарыр. Ысынлап та, инде йолаға әүерелгән был байрам быйыл да шаулап-гөрләп үтте. Ҡатнашыусылар һаны командаға етте, улар финал уйындарында сәхнәгә сыҡҡанда хатта уға һыймай торҙо! Һәр йылдағыса, быйыл да ғәжәпләндергән, хайран ҡалдырһан командалар табылды... 

 ҠАЙҺЫ БЕР КОМАНДАЛАР ҒӘЖӘПЛӘНДЕРҘЕ

 

"Шаяниум" үткәрелә башлағанға ете йылдан ашыу ваҡыт та үтеп киткән. Әлбиттә, ул да һәр башланғыс, сабый кеүек яйлап үҫә килде: ҡатнашыусы командалар һаны артҡандан артты, әҙерлек кимәлдәре күтәрелде. Бөгөнгө көндә, йәғни "Шаяниум - 2009"-ҙа, тиҫтәгә яҡын команда әҙерлеге буйынса бик көслө булды (алдағы йылдарҙағы 2-3 команда ғына көслө булыуын күҙ уңында тотҡанда, бик яҡшы күренеш) һәм төп урындар өсөн улар үҙ-ара бик ҡаты көрәшеп, бүлешеп алды. Кемдәр һуң улар, тиһегеҙме?
    Тәүҙә жюриҙарҙы, хәйер, шул уҡ шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә һәр ҡатнашыусыны хайран ҡалдырған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын телгә алып үтеү кәрәктер. Бынан теүәл 4 йыл элек улар тәүге тапҡыр был бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡарағайны. Ҡыҙғанысҡа күрә, әҙерлек кимәлдәре түбән булып, улар ул саҡта төшөп ҡалды. Әллә үпкәләп, әллә гимназия етәкселәре шулай хәл итеп, был уҡыу йорто "Шаяниум"да, әйтеүебеҙсә, 4 йылға юғалды. Ниһайәт, быйыл көслө әҙерләнеп, сәхнәне дер һелкетеп, Оригиналь сәхнә күренеше номинацияһында тәүге урынды яуланы. Тамашасылар уларға һоҡланып, алҡыштарға күмде. Быны бәләкәй генә сенсация, тип атарға ла мөмкин. Нисәмә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәгән Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы, Башҡорт республика лицей-интернатының танауына сиртте бит улар. Афарин! Киләһе йылдарҙа ла ошо уңыштары уларҙы ҡанатландырып, йәнә беренселектәргә әйҙәр, ә гимназия етәкселеге балалар хыялы тормошҡа ашһын өсөн барыһын да эшләр, тип өмөтләнәбеҙ.

«ШАЯНИУМ»ДЫ БАР ИТКӘН КОМАНДАЛАРҒА АФАРИН!

     Башҡа командаларға килгәндә, үрҙә телгә алып үтелгән "XX централ" менән "Башҡорттар.ru" һәр ваҡыттағыса һынатманы. Көтөлгәнсә, шаяртыуҙары көн үҙәгендә, йор, костюмдары, бейеүҙәре, йырҙары ла шәп. Башҡорт телендә лә еңел аралашып, ысын башҡорт КВН-ы күрһәттеләр. Ике команда ла тулыһынса һуңғы номинацияла асылды. Күренеп тора, уға айырыуса ныҡ әҙерләнгәндәр. Әммә команда составы тулыһынса үҙгәреүе (БРЛИ), ҡайһы бер ҡыҙыҡлы булмаған шаяртыуҙар үҙ эшен эшләне. Йыл да улар иң-иңдәр тип ҡараған жюри ағзалары быйыл да уларҙан супер уйын көттө, әммә өмөттәре бик үк аҡланманы... Хәйер, быны ныҡ тәнҡит, катастрофа тип ҡабул итеү кәрәкмәйҙер, һис шикһеҙ, улар яҡшы, маҡсаттарына ынтылыусан, сәмле команда. Башҡалар ҙа бит уларҙан үрнәк алып, уҙҙырып ебәреүҙе маҡсат итеп алған. Быға ынтылып уларҙы саҡ ҡыуып тоттолар, тиергә мөмкин. "XX централ" менән "Башҡорттар.ru" нисәмә йыл рәттән флагман булып тороуҙары, "Шаяниум"дың кимәлен үҫтереүҙә уларҙың тырышлығы бик ҙур булыуҙарына йәнә афарин һүҙебеҙҙе йәлләмәйбеҙ!

БЫЙЫЛ КОМАНДАЛАР «БЕР БАШКА ҮҪЕП» КИЛГӘЙНЕ

     "Шаяниум"да быйыл ҡатнашҡан командаларҙан 158-се башҡорт гимназияһы менән 136-сы башҡорт лицейын да телгә алып үтәйек. Эйе, был командалар ҙа нисәмә йыл рәттән отҡорҙар һәм шаяндар конкурсының төп ҡатнашыусылары. Быға тиклем улар номинацияларҙа теге йәки был урындарҙы алып килде. Быйыл иһә улар әҙерлек буйынса тағы "бер башҡа үҫкән". Һөҙөмтәләр үҙҙәре хаҡында бик асыҡ һөйләй. "Һупайлы дәрүиштәре" (136-сы БЛ) - "Сәләмләү", ә "Кендектәр" (158-се БГ) "Эстрада миниатюралары" номинацияһында беренселекте алды.

БЕРЕНСЕЛЕК ӨСӨН КӨРӘШ КИЛӘҺЕ ЙЫЛДА ТАҒЫ ЛА АЯУҺЫҘЫРАК БУЛМАҠСЫ

Әлбиттә, финалға сығыусы 140-сы башҡорт гимназияһы, 48-се башҡорт лицей, 102-се башҡорт гимнзияһы, 2-се башҡорт лицейы, Республика иҡтисад лицей-интернаты ла һынатманы. Әллә уларға тәүге урындарҙы яулау өсөн аҙ ғына уңыш етеңкерәмәне. Бәйге бәйге булып ҡала шул, унда барыһы ла булыуы мөмкин. Әммә шуныһы күҙгә асыҡ салынды: уларҙы һис тә көсһөҙ тип әйтергә тел әйләнмәй. Юғары кимәлдәге уйын күрһәтеп, "Шаяниум"дың шартына тап килеп, тамашасыны ихлас көлдөрҙө, кәйе¬фен күтәрҙе, һис шикһеҙ, улар алдағы йылдарҙа беренселек өсөн тағы көрәшәсәк әле.

БАШКА КАЛА, РАЙОН КОМАНДАЛАРЫ ЛА ҺЫНАТМАНЫ

Әлбиттә, "Шаяниумда" ҡатнашҡан Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил районы командаларын да телгә алмау мөмкин түгел. Быйыл улар өсөнсө йыл рәттән бәйгелә ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, көслө әҙерләнеп, шартына яраҡлаштырып, әҙерләнеп килгәндәр. Өс йыл элек булған программалары менән әлегеһе ер менән күк араһындағы кеүек айырма. Тимәк, отҡорҙар һәм шаяндар бәйгеһе ене был төбәктәргә лә ныҡлы "йоҡҡан". Унда ла хәҙер бына тигән уйындар үтә.


ҺҮҘ ҺУҢЫНДА

Әлбиттә, гәзит битендә "Шаяниум"да ҡатнашҡан һәр бер командаға туҡталып китеү мөмкин түгел. Уларҙың көслө яҡтары ла, кәмселектәре лә булды. Улар хаҡында ойоштороусылар, жюри ағзалары ла уйын барышында әйтеп үтте. Шуныһы ҡыуаныслы, бәйгелә еңеүсе һәм еңелеүселәр булыуына ҡарамаҫтан, балалар дуҫлаша, ихлас аралаша, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡарата хөрмәте арта. Ә был «Шаяниум»дың төп маҡсаты һәм уға быйыл да тулыһынса ирешелде. Бында, әлбиттә, йоштороусыларҙың, атап үткәәндә, Өфө ҡала хакимиәтенең һалынған ҡөсө баһалап бөткөһөҙ.


ШАЯРТЫУҘАР
(финалға сығыусылар һәм һайлап алыу турында булған командаларҙыҡы )

"Депо-Ханой", 102-се башҡорт гимназияһы
- Тырышкан ҡазаҡты ташҡа ҡаҡҡан, бик тырышҡан ҡаҙаҡты кәкрәйткән.
- Айырылғанды - айыу, бүленгәнде - бүре, кителгәнде ҡуян ашар.
- Беткә үс итеп, тунды һаттым.
- Таш менән атканға мылтык менән ат!


"Ша-шу-ша", 122-се башҡорт гимназияһы
Ҡыҙ сыға ла (Эльмира Әкрәмова): - Бирегеҙ бында һағыҙҙарығыҙҙы, - тип команда ағзаларының барыһының да ауыҙынан тартып тиерлек һағыҙҙарын ала, аҙактан уларҙы йомарлай ҙа, ауыҙына ҡаба. - Тәмле, как Орбит-бәрәңге!


- Олатай, был миҙалды кем бирҙе?
- Быныһын Владимир Путин...
- Быныһын?
- Мортаза Рәхимов...
- Ә быныһын?
- Быныһын ни... (күккә карап) ҡоштар...

"Һупайлы дәрүиштәре", 136-сы башҡорт лицейы
- Иҡтисади көрсөк аркаһында хәҙер ҡыҙҙар кейәүгә мөхәббәт буйынса сыға башлаған.

"XX централ", 20-се ҡала башҡорт гимназияһы
"XX централ" Президентка Салауат Юлаев хоккей клубы еңелеүе хакында хәбәр килтерә.
- Ике яңылығыбыҙ бар. Бе¬реһе насар, икенсеһе якшы. Ҡайһыһынан башлайык икән?
- Күпте күргәнбеҙ, беҙҙе ҡурҡытыу мөмкин түгел, әйҙә насарынан...
- Салауат Юлаев еңелде...
-1775 йылда булған хәлде ни эшләп әле һөйләп тораһың?

"Кендектәр", 158-се башҡорт гимназияһы
- Иң тәмле йогурт исеме ниндәй?
-Данон?
- Юк, М-м-м, Данон.

- Өфөлә С хәрефенә башланған ниндәй тукталыш бар. Варианттар: Спорт, Сәғит Ағиш, Сипайлово, Себер автовокзалы...
- Беләм, Сентральный рынок...
-Дөрөҫ!!!

Музыкаль кәрт уйнайҙар.
- Мә һиңә Минзифа Искужина кәрте!
- Артур Туктағолов менән ябам.
- Бита...

"Лицей", 48-се башҡорт лицейы
- Ысын башкорт ниндәй була, беләһегеҙме?
- Юк.
- Ысын башкорт, әгәр "Тала-тала "йырын ишетһә, кайҙа ҡына булмаһын, аяғын тыпырҙатып тора, вәт.

УРЫНДАР

"СӘЛӘМЛӘУ НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын "Һупайлы дәрүиштәре", 136-сы башҡорт лицейы
2-се урын "Әфлисун", Стәрлетамаҡ ҡалаһы 3-сө республика лицей-интернаты
3-сө урын "Лицей", 48-се башҡорт лицейы.

"ЭСТРАДА МИНИАТЮРАЛАРЫ" НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын "Кендектәр", 158-се башкорт гимназияһы
2-се урын "XX централ", 20-се ҡала башкорт гимназияһы
3-сө урын "Кендек", Сибай һалаһы.

"МУЗЫКАЛЬ ТӨРТТӨРӨҮҘӘР" НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын "Башкорттар.ru", республика башкорт лицей-интернаты
2-се урын "Ығы-зығы", 140-сы башҡорт гимназияһы
3-сө уры н "Реали", республика иктисад лицей-интернаты.

"ОРИГИНАЛЬ СӘХНӘ КҮРЕНЕШЕ" НОМИНАЦИЯҺЫ
1-се урын "VIР-йәштәр", 1-се республика гимназия-интернаты
2-се урын "Башкорттар.ru", республика башкорт лицей-интернаты
3-сө урын "XX централ", 20-се кала башкорт гимназияһы.

"Иң якшы ир-егет роле" - Йәмил Намаҙбаев, 136-сы башкорт лицейы, 7 синыф.
"Иң якшы катын-кыҙ роле" - Эльмира Әкрәмова, 122-се башҡорт гимназияһы, 9 синыф.
"Тамашасылар симпатияһы призы" – "Позитив" командаһы. Әбйәлил районы.

 

Вадим Хилажев

"Аҙна" гәзите, № 12, 2009й.