Өфөлә "ТУFАН ТЕЛ" клубы барлыҡҡа килде

2009 йылдың 20 февралендә ЮНЕСКО башҡорт телен "Юғалып барған телдәренең атласы"на индергән, уның мәғлүмәте буйынса, башҡорт теленең юҡка сығыу ҡурҡынысы бар, сөнки башҡорт балаларының күбеһе башҡортса үҙ-ара башҡортса һөйләшмәй...

Шуға курә, 2009 йылдың 19 мартында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр "ТУFАН ТЕЛ" клубы барлыҡҡа килде. Клуб ойоштороу инициативаһы менән Тимур Мохтаров сыҡты. Уның фекере буйынса, клубтың төп маҡсаты - әҙәби башҡорт телен бөтә башҡорттарҙың ысын үҙ-ара аралашыу теле итеү. Клуб ағзалары аҙна һайын йыйылышып, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен башҡорттар араһында популярлаштырыу һәм пропагандалау сараларын күреү тураһында фекер алышырға килеште.