Сайт тураһында

Сайтыбыҙға рәхим итегеҙ!

Сайттыбыҙҙң маҡсатын, бөтә донъя селтәрендә башҡорт телен ҡулланыуҙы арттырыуға өлөш керетеү, көндән-көн арта барған бөтә донъя селтәрен ҡулланыусы милләттәштәребеҙгә ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙамсы булыу, интернеттағы телебеҙ менән бәйле мөһим мәсьәләләрҙе белдереп барыу, башҡорт интернетының "урыҫ"лашҡан йәки "һаҡау" сайттарҙан ғына ғибәрәт булмауын һәм башҡортса интернет мөмкинселектәрен күрһәтеү итеп ҡуйҙыҡ.

Сайт менән бәйле тәнҡиттәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе һәм фекерҙәрегеҙҙе белдереүҙән тартынмағыҙ. Бының өсөн бәйләнеш битен дә ҡуллана алаһығыҙ. Башланғыста һәм хәҙер ярҙамсы булып торған ҡулланыусыларыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ.

Сайтыбыҙ www.bashqort.info адресында 2006 йылдың аҙағында эшләй башланы. Аҙаҡтан яңы адресҡа күстек. Иҫке адрес асылмаһа, был сайтҡа йүнләндерһә йәки эстәлеге сайтыбыҙ менән бәйле булмаһа, ул сайттан тулыһынса күсеп бөткәнбеҙ тимәк.

Сайтыбыҙ көндән-көн үҫә бара, эстәлеге байый, Bashqort.Com субдомендарында үҙаллы сайттар үҫеп сыҡты.

Хәҙерге ваҡытта Bashqort.Com, саф башҡорт телендә эшләй башлаған беренсе сайт булып тора.

Интернет селтәрендә башҡорт теленең үҫешенә өлөш керетеүебеҙҙе дауам итербеҙ тип өмөт итәбеҙ. 

P.S. The competition is the engine of progress ;-)