Башҡорт балының киләсәге

Башҡорт Балы   Башҡорт балы тураһында, ғөмүмән, бал тураһында бөгөн беҙ күп нәмә беләбеҙ. Ул – борондан билдәле ҡиммәтле ризыҡ, халыҡ араһында киң ҡулланылған дауалау сараһы. Балдың файҙаһын боронғо Мысырҙа, Грецияла ла белгәндәр. Балдан башҡа бал ҡорто прополис, балауыҙ кеүек файҙалы матдәләрҙе бүләк итте кешелеккә. Быуаттар үтеү менән уларҙы ла файҙаланырға өйрәнеп алдыҡ.

   Бөгөн илдә бал ҡорто һәм уның емештәре фәнни яҡтан ентекле өйрәнелә, тикшерелә. Ошо йәһәттән «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт  учреждениеһы эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ.

–   «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт  учреждениеһы тарихына күҙ һалһаҡ, тәүге йылдарҙа өр-яңы юҫыҡта эш башлап ебәреүе – балды фәнни йәһәттән өйрәнеүҙе, юғары технологияларға таянып бал продукцияһын етештереүҙе яйға һалыу еңел булманы.Б елгестәрҙең етешмәүе, хоҡуҡи вәкәләттәрҙең, был өлкәгә ҡағылышлы махсус ҡануниәттең булмауы ла бәкәлгә һуҡты. Бинаға барып урынлашыуы, бүлмәләрҙе махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа етерлек мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Шуныһы һөйөнөслө, барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Президентыбыҙҙың һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең  даими ярҙамын тоябыҙ, – ти учреждение директоры Әмир Ишемғолов.

Быйыл «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт  учреждениеһы ун йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Үҙәктә фәнни тикшеренеүҙәр 25 йүнәлештә үткәрелә, уларҙың өсәүһе Рәсәй Федерацияһында дәүләт  теркәүе үткән. 2001-2010 йылдарға ҡараған фәнни программалар Башҡортостанда бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлап ҡалыуға, бал ҡортон тәрбиәләү һәм экологик йәһәттән таҙа продукция алыу өсөн иң яҡшы урындар билдәләү, дауалау сараларын ҡулланыүға йүнәлтелгән.

Үткән ун йыл эсендә үҙәк бик күп фәнни һығымталарға һәм асыштарға өлгәште. Уларҙың күбеһе бөгөн медицинала, дауалауҙа, косметикала, балдан һәм бал ҡорто матдәләренән эшләнгән биоактив өҫтәлмәләр, көнкүреш химияһы етештереүҙә киң ҡулланыла. Бөгөн бында 150-нән ашыу продукция етештерелә. Һуңғы йылдарҙа 23 төр продукция төрлө дипломдарға, миҙалдарға лайыҡ булды.

Башҡорт балын фәнни йәһәттән тикшереүгә бында ҙур иғтибар бүленә. Башҡорт балы доньяла кимәлендә лә киң танылыу яулай бара. Уны бер нисә илдең һатыу үҙәктәрендә – Франция, Германия, Япония, АҠШ-та табырға мөмкин. Донья баҙарына сығыу алдынан үҙәктә балды тикшереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Рәсәйҙә балдың ҡиммәте 12 шарт, ә һаналған илдәрҙә 60-тан ашыу шарт буйынса билдәләнеүен дә әйтеп үтергә кәрәк. Беҙҙең продукция был шарттарға бөтә яҡлап та тура килә,ул  юғары сифаты менән алдыра.

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Башҡортостанда етештерелгән балды беҙ тик башҡорт балы тип атайбыҙ. Үҙәк белегестәре әйтеүенсә, быға тиклем Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында «башҡорт балын» табырға була ине. Мәҫәлән, «Каштан башҡорт балы», «Акация башҡорт балы» һәм башҡалар. Ә бит был ағас төрҙәре республикабыҙҙа, ғәҙәттә, үҫмәй... Һөҙөмтәлә, башҡорт балы тип тик Башҡортостанда етештерелгән балды ғына атар өсөн тәрән һәм төплө тикшеренеүҙәр үткәрелде. Тик башҡорт балына ғына хас сифаттар булыуы иҫбатланды. Бөгөн башҡорт балы – ул теркәләгән һатыу маркаһы, үҙенсәлекле бренд. Хәҙер, ошо өлкәлә донья баҙарына ярашлы тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Рәсәй Федерацияһы, яҡын һәм алыҫ сит илдәр, республикалағы юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй үҙәк. Бында үткәрелгән фәнни тәжрибәләр, асыштар донъя кимәлендә киң ҡулланыу таба. 5 фәнни-тәжрибә станция әлегә әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләп килә. Ошо станцияларҙың 45 тоҡом умарталығында 5 меңдән ашыу ҡорт ғаиләһе бар. Үҙәктең иң күркәм ҡаҙаныштарының береһе – ул селекция һөҙөмтәһендә сығарылған эшсе башҡорт ҡорто.

Ниндәй ҙә булһа ойошманың төп байлығы ул, әлбиттә, шунда эшләгән халыҡ. Бөгөн үҙәктә ике доктор һәм ун кандидат фәнни-етештереү өлкәһендә шөғөлләнә.! Кадрҙар сығанағы – республикала берҙән-бер һаналған БДАУ-ның бал ҡорто кафедраһы. Әмир Ишемғолов та шул кафедрала эшләп йөрөп, үҙ үҙәгенә йәш белгестәр әҙерләй. Бынан башҡа үҙәктә умартасылар менән аралашыу эше төплө ҡуйылған. Улар өсөн күп китаптар баҫтырыла, тәжрибә күтәреү курстары үткәрелә. Хатта мәктәптәрҙә лә бал ҡортон тәрбиәләү курстарын индерегә ниәтләнә үҙәк белгестәре.

2008 йылда Өфөлә үҙәктең апитерапия бүлегендә Халыҡ медицинаһы һәм апитерапия буйынса республика үҙәге асыу ҡаралған.

Башҡорт иленең данын  арттырыуға,  башҡорт балының абруйын үҫтереүгә үҙәк күп көс түгә. «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт  учреждениеһының һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм донья кимәлендәге күргәҙмәләрҙә барлығы 300-ҙән ашыу миҙал яулауы, сит ил эшҡыуарҙары менән эшмәкәрлек хаҡындағы яңынан-яңы килешеүҙәр төҙөлөүе лә ошо хаҡта һөйләй.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең рәсми сайты