Халыҡты йәшәтер им-әмәл

Башҡорттар :) Борон башҡорттарҙа ырыу берҙәмлеге билдәләренең береһе оран булған. Батырҙар, азамат ирҙәр ҡан ҡәрҙәштәрен, йорт-илде яуға, көрәшкә, донъяуи ҙур эшкә саҡырып оран һалған. Урал батыр, һәүбән, Салауат, Әхмәтзәки... Ил ағаларының ялҡынлы һүҙҙәре, ҡайнар өндәмәләре йөрәктәрҙе ҡуҙғытҡан, халыҡты бер уй, ниәт менән беректереп, изге эшкә ҡуҙғатҡан. Бөгөн дә бөтә башҡорт халҡына оран ташлар хәлдәр, яр ҡысҡырып иғлан итер хәбәрҙәр бар. Улар Беренсе һәм Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ла яңғыраны. Иң-иң мөһимдәренең береһе — өйләнеү, ғаилә ҡороу, нәҫел-нәсәпте ишәйтеү.

Халҡыбыҙҙы тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн беҙгә ишле лә, берҙәм дә булыу зарур. Ишләнеү, берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү булыу әүәл-әүәлдән хуп күрелгән. “Быларҙың беренән-бере батыр улдары, бе-ренән-бере матур ҡыҙҙары тыуып ҡына торған, ти. Балалары, балаларының балалары ишәйеп китеп, бара-бара бер ауыл булған, ти”, — тип әкиәт һөйләр ине бабайым. Әкиәт түгел, тормош хәҡиҡәте булған был. Борон халҡыбыҙ ишле булғанға күрә Урал буйына таралып ултыра алған бит. “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә:
Бар халыҡ эркелеп,
Бер Иҙелдең буйында,
Йәмле туғай — уйында
Торлаҡ ҡора башлағас,
Ай-йыл һанап түлләгәс,
Илдә кеше күбәйгән,
Иҙел буйы тарайған.
Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, һаҡмарҙар
Тағы урын эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан, ти,
Уларҙан да өс йылға
Шылтыратып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.

Йәнә “Урал батыр”ҙа беҙгә фәһем булырҙай шундай һүҙҙәр ҙә бар: “Әжәлдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр; түл йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр”. Бөгөн Урал батыр нәҫелдәренә нәҫелде дауам итеү өсөн түл йәйеү, үрсеү бик мөһим. “Башҡорттарым, артайыҡ, күбәйәйек!” - тип алғыш әйтер оран һалыр саҡ, халҡыбыҙҙың аҙайыуынан ҡотолорға юл эҙләр, бергә ултырып яй эҙләр мәл. Әүәл иһә килен төшөргәндә, бала, ишле нәҫел көҫәп, ошондай теләктәр теләнгән:

Түлле, түлле, түлле бул,
Бүҙәнәлә! түлле бул.
Иренмәһәң, игеҙ тап,
Йыбанмаһаң, йыл да тап!


Йәки:

Ҡотло аяғың менән,
Еңел тояғың менән!
Ҡушағалар ҡушылып,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ,
Алты ҡыҙлы булығыҙ,
Ете уллы булығыҙ!


Ҡояш тыумаһа, аң атмаһа, донъяны ҡараңғылыҡ баҫыр; ҡатын-ҡыҙ т,лләмәһә, бала тыумаһа, нәҫел ҡорор халыҡ бөтөр. Тыуым ғына халыҡты йәшәртә, йәшәтә. Шуға ла халыҡ: “Ул тыуғанға көн тыуған. Ул тыуҙы - илгә тыу тыуҙы. Ул - һөйөнөс, ҡыҙ - ҡыуаныс”, - тигән. Сөнки ул, ҡыҙ тыуыу ата-инәнең генә түгел, бөтә йорт- илдең ҡыуанысы ла. Бишек кенә - киң донъяға ишек. Бишек йыры,бала тауышы ишетелмәү - халыҡтың, милләттең фажиғәһе һәм әжәле яҡынайыуға ишара. Шуға ла теләк әйткәндә һис тартынмай: “Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ”, - тигәндәр.

“Нәҫел-нәсәпте яҡшыртыу, бала табыу, ғаиләне ишәйтеү өсөн ниндәй ҡатын-ҡыҙ яҡшыраҡ, ни өсөн ирҙәр нескә биллеләрҙе өҫтөн күрә?” — тигән һорауға медицина фәндәре докторы, эндокринология белгесе О.Супряга шулай яуап бирә: “Нескә бил, киң янбаш һәм күкрәк - ул ҡатын-ҡыҙ өсөн типик икенсел енси билдәләр. Улар енси гормондар йоғонтоһонда үҫешә. Ошондай фигуралы ҡатын-ҡыҙҙың енси гормондары балансы һәйбәт. Тимәк, ул еңел ауырға ҡала, бәпәйен еңел йөрөтә һәм тыуҙыра. Яҡшы нәҫел булдырыу осон ир-егеттәр бындай ҡатын-ҡыҙҙы интуитив рәүештә һайлай, тип иҫәпләй биологтар. Был теория бәхәсһеҙ түгел. Минеңсә, ҡатын һайлағанда шулай ҙа социаль һәм мәҙәни факторҙар төп ролде уйнай. Мәҫәлән, хәҙер модель бизнесы йоғонтоһонда ирҙәрҙә супер ябыҡ ҡыҙҙар популяр. Шул уҡ ваҡытта антропологтарҙың белдереүенсә, Себерҙә, Тымыҡ океан утрауҙарында, Африкала аралашмай йәшәгән ҡәүем-төркөмдәрҙә ныҡ тулы, һимеҙ ҡатындар — матурлыҡ идеалы, һәм шулай уҡ бала табыу уларға хас проблема булып тора. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙың эс тирәһендә май тупланғанда ирҙәр енси гормондары иҫәбе арта һәм бының буйға ҡалыу хәл-то-рошона тотҡарлыҡ яһауы ихтимал” (“Аргументы и факты”, №8, 2007). Нисек кенә булмаһын, һәр ҡатын-дың инәй булыуы, бала бағыуы яҡшы.

Тормош ҡануны шундай: кеше тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалмай; ҡысҡырып, яр һалып донъяға килһә, әхирәткә тауыш-тынһыҙ ғына китә. Тыуымдан үлеме күбәйгән милләт тә тын ғына ҡараңғы донъяға юллана. Башҡорт халҡы өсөн үткән егерменсе бы-уат үтә лә хәүефле булды. Төрлө бәлә-ҡаза, үләт, һәләкәт үңәстән алды. 1897 йылдан һуң йөҙ йыл эсендә төрки халыҡтарынан ҡырғыҙҙар, төркмәндәр - 10, әзербай-жандар — 6, үзбәктәр - 4, татарҙар 3 тапҡырға артһа, башҡорт-тар ни бары 1,1 тапҡырға ғына күбәйгән. Хәл-торошобоҙ һис кенә лә ҡыуандырмай. 1960 йылда Башҡортостанда 1000 кешегә 33 бала тыуһа, 2005 йылда - 10,8, 2006 йылда 11,1 бала ғына, йәғни ҡырҡ алты йыл эсендә тыуым өс тапҡырға кәмегән.

Йорт-илдә яу юҡта, именлек мәлендә тыуымдан үлем арта. Бынан арыныуҙың, тереклек итеүҙән туҡталмауҙың әмәле фәҡәт үрсеү генә. Мәгәр быны төшөнөргә теләмәйбеҙ. Хәҙер хатта башҡорттар күмәк йәшәгән төйәктәрҙә биш-алты, ете-һигеҙ балалы ғаиләләр бик һирәк. Сәскәһеҙ, емешһеҙ ағас кеүек, балаһыҙ ғаиләләр тормоштоң ҡотон ебәрә. Инәйҙәребеҙҙең ике баланы бергә иҫәплә, бер баланы юҡҡа иҫәплә, тигән аманаты хәтерҙәрҙән юйылды. Ә бит инәйҙәребеҙ күлдәктәрен йүргәк итеп, арыш икмәге имеҙеп, ете, һигеҙ, туғыҙ бала баҡты, ир бала — йортҡа терәк, ҡыҙ бала - өйгә биҙәк икәнен тәбиғәттән бирелгән булмыштары менән тойоп ғүмер кисерҙе, бер-береһенә алғы итәгеңде бала баҫһын, арт итәгеңде мал баҫһын, тип теләк теләне. Хәҙер килеп ҡәрҙәштәребеҙ “Бала — донъя зиннәте” тигән ил һүҙен онотто. Ахыр заман еткәндәй, баланан биҙеп, бәғзеләрҙең нәҫеле ҡорой, йәшәү ҡото бөтә.

Әйтерһең, еребеҙҙә йәндәрҙе биҙҙереп, Иблис тигән яуыз зат йөрөй Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә ҡорорға, тупылдатып бала табырға, һөйөргә ашыҡмай. Утыҙға еткәнсе һәм утыҙҙан ашҡансы буйҙаҡ йөрөгәндәр, яңғыҙҙар, тол ҡалғандар бихисап. Ауылдарҙа кәләш йәрәшә алмай ҡаңғырған, ни эшләргә белмәй аптыраған егет-елән, ҡала-ҡасабаларҙа кейәү таба алмай зарыҡҡан ҡыҙ-ҡырҡын иҫәпһеҙ. Улар бала баҡмай, ир-ҡатын бәхете татымай олоғая, ғүмер заяға үткәнде аңлағанда, бәпес күрергә һуң була. Кеше ҡаны уйнап торған саҡта үҙен донъяға мәңгегә килгәндәй хис итә. Мәгәр үткән ғүмер иҫкән ел кеүек кенә Ул үкенесле булмаһа икән.
Егет-ҡыҙҙарыбыҙға йәш, матур саҡта иштәрен табып ҡушылы-фарыз. Милләтебеҙҙең яҡты ки ләсәге өсөн үҙ милләт кешеһе менән парлашыу айырыуса мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ҡатнаш никахтар күбәйҙе. Ҡалаларҙа кейәү-кәләш башҡорт милләтенән булған парҙар ғәйәт аҙ. Был халҡыбыҙ яҙмышына - афәт. Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, татарға, урыҫҡа кейәүгә сыҡҡан һылыуҙарыбыҙҙың, башҡа милләт ҡыҙҙарын йәрәшкән ир-егеттәребеҙҙең балалары башҡорт булмай. Шуға ла башҡорт йәштәрен бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыу, димләү, ҡушыу йолаһын киң даирәгә йәйелдереү зарур.

Шул да ныҡ борсолдора: үҙе өсөн йәшәү, үҙ мәнфәғәтен бала бағыуҙан өҫтөн ҡуйыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының да тормош рәүешенә әйләнде. Күбеһе бер бала табыу менән генә сикләнә, байтағы икенсеһен теләмәй, бик аҙы ғына өсөнсөһөн тыуҙырырға баҙнат итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғәмәлдә утыҙ йәшкә тиклемге ҡатындар (80 процент самаһы) бала таба. Утыҙҙан уҙғандар заман башҡа - заң башҡаға һылтанып, бәпес хәстәрен ауыр күрә, йөклөләргә сәйерһенеп ҡарай. Йәнәһе, хәҙер ғәҙәт икенсе, күп бала ҡатын-ҡыҙға хуш түгел. Ғаиләһеҙ, балаһыҙ кеше - бәхетле кеше тигән уй-ҡараш - ин яман уй, халыҡ өсөн үлемесле сир. Унға бар, уңғансы бар, тиеү беҙҙең башҡортҡа хас түгел һәм уның эҙемтәләре лә хәсрәтле.

XX быуат аҙағындағы, XXI быуат башындағы йәшәйештәге үҙгәреш, ижтимағи тормош мөхәббәткә, әйләнеүгә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртте. Әхлаҡ-әҙәпте әҙәпһеҙлек ҡыҫырыҡланы, уйнашлыҡ, кәнизәлек, кәнтәйлек, төрлө венерик ауырыуҙар ныҡ таралды. Бәғзеләр йоғошло сирҙән, бәғзеләр аборттан түлһеҙлеккә дусар. Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәй. Йәп-йәш ҡыҙҙарҙың әсеүе, үлән тартыуы, енси бәйһеҙлеге көсәйҙе. Аҙыу-туҙыу, аң-тоң белмәй теләһә кем менән түшәккә тәгәрәү эҙһеҙ ҡалмай. Яман ҡылыҡ, өҫтәүенә яман экологик хәл, ыулы эсәр һыу һаулыҡты ала. Ауырыу ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта. Ауырға ҡалған ауырыу ҡатындарҙан ауырыу, зәғиф һәм хатта үле балалар тыуа. Был әҙәмдән бала тыумаҫ, тыуһа ла тормаҫ тигәндәй, тыуып, бер йәшкә лә етмәгәндәр бар. һандарҙы һанауы ҡурҡыныс, һуңғы егерме йылда никахтан тыш донъяға килгәндәр өс тапҡырға артҡан.

“Аргументы и факты гәзите (№9, 2007) яҙыуынса: “ Рәсәйҙә тағы ла бәйһеҙерәк рәүештә ғаилә ҡиммәттәренә һөжүм бара. Үтә лә сәйер ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә. Хөкүмәт бер ҡулы менән ғаиләне тергеҙеү, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау маҡсатынан милли проектты ғәмәлгә ашырырға ынтыла, ә дәүләт телевидениеһы эскелекте, кәйеф-сафаны, типтереүҙе, ыҙғыш-тартышты, сексуаль бәйһеҙлекте күрһәтә. Ҡайһылыр “йондоҙ”ҙоң айырылыуы, йәки сираттағы өйләнеүе, олигарх-казановаларҙың, модалы кумир-фигуристарҙың ғиш-ғишрәт мажаралары көнүҙәк яңылыҡ итеп танытыла. Ғөмүмән, күберәк аҙған-туҙғандар, боҙоҡлоҡ ҡылғандар беҙҙең заман геройы кимәленә күтәрелә...

Рәсәй империяһында революцияға тиклем ғаилә бәйләнештәре дәүләт тарафынан яҡланған. Дин, йолалар, ҡанундар менән. Айырылышыусылар һаны теркәлгән никахтарҙың ни бары 0,4 процентын ғына тәшкил иткән. Хәҙерге Рәсәйҙә һәр икенсе никах айырылышыу һәм ғаиләнең тарҡалыуы менән тамамлана. Йәштәрҙә ғаилә ҡиммәттәренә, әхлаҡ-әҙәпкә еңел ҡараш формалаша. һорашылғандарҙьщ 50 проценты самаһы ир, ҡатын хыянаты мөмкин, тип һанай, 73 проценты .әхишәлеккә йомшаҡ мөғәмәләлә Тағы ла күберәктәр эскелеккә күҙ йома. Инде шул характерлы күренеш: халыҡтың иң яҡшы тәьмин ителгән ҡатламы араһында, урта хәллеләр менән сағыштырғанда, айырылышыусылар, икенсе, өсөнсө, дүртенсе тапҡыр никахҡа инеүселә, һиҙелерлек күп. Сереп байының, танылдың — ҡатын алмаштыр, тигән принцип нормаға инеп бара.

Ни тиһәң дә, ғаилә һәм никах мәсьәләһе әҙәп хаҡында һөйләшеүҙең күптән сигенән ашты. Көн ҡаҙағында — демография һәм уға бәйле үҫеш проблемалары. 2007 йылда хеҙмәткә яраҡлы халыҡ иҫәбе 300 мең кешегә кәмене. Алдағы ун йыллыҡта иһә йыл һайын 1 миллион кешегә кәмеүе ихтимал. Ғаилә һәм тыуыу торғонлоғо һөҙөмтәһендә Рәсәй үеренә 20-25 миллион мигрант ке ретергә тейеш буласаҡ”.

Әүәл милли үҙенсәлектәрҙе һанға һуҡмау башҡорт ғаиләһе ҡоролошон, тотороҡлолоғоноң төп ҡағиҙәләрен, ынйы-гәүһәрҙәргә тин йолаларын юҡҡа сығарҙы. Рухи һәм әхлаҡи тотанаҡһыҙлыҡ никах боҙоуҙарҙы, айырылышыуҙарҙы күбәйтте. Яңғыҙ ҡалған ҡатындар, әлбиттә, бала табырға атлығып тормай. Ир менән ҡатындың бер йән, бер тән булмауы, ҡатын кешенең ир ҡәҙерен белмәүе, утлы киҫәүгә әйләнеүе лә, ирҙәрҙең эскегә һалышыуы ла бергә йәшәүҙән биҙҙерә. Яҡшы ҡатын - йән аҙығы, донъя тотҡаһы икәнде һис кенә хәтерҙән сығарырға ярамай. Халыҡтың именлеге — тотороҡло, ныҡлы һәм әҙәпле ғаиләләрҙә. Әҙәп, әхлаҡ ҡанундары буйынса йәшәгән йәмғиәт кенә ҡотло һәм ҡөҙрәтле.

Хәҙер тыуым кәмеүҙе баҙар мөнәсәбәттәре, иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар, халыҡтың матди, финанс хәленең мөшкөлләнеүе менән дә бәйләйҙәр. Ләкин булдыҡлы, йүнсел йәштәргә ғаилә ҡороуға был ғына кәртә була алмай. Донъя һәр саҡ ҡораманан йыйыла. Халыҡ әйтмешләй, әйләнеү - үҙе үк донъяң көйләнеү. Ике яҡшы өйләнешһә - уңыш була, бер яҡшы, бер яман өйләнешһә — дөрөҫ була, ике яман өйләнешhә — көн-төн hуғыш була. Беҙ халыҡ аҡылына, тәрбиәһенә таянып,йәштәребеҙҙе күҙле-башлы, һәр башҡорт ғаиләһен бәхетле итә, тарҡалыуҙан һаҡлап ҡала алабыҙ. Урындағы матбуғат, телевидение аша татыу ғаилә тормошон
күрһәткән, ҡала, район, ауыл хакимиәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, башҡорт ҡоролтайҙары йәштәр, йәрһеҙҙәр өсөн осрашыуҙар,кисәләр үткәргән, бындай сараларға төрлө ойошмаларҙы йәлеп иткән яҡтарҙа никахлашыусылар һаны арта. Атай-инәй әүҙем булған, балаларын нәҫел шәжәрәһе, абруйы, ҡаҙаныштары менән таныштырған, үҙ милләтеңдең фиҙакәр улы, ҡыҙы булырға өндәгән ғаиләләрҙә башҡорт рухы һүнмәй,
тормош юлдашын табыу ҙа хәл иткеһеҙ мәсьәлә булып тормай.

Нәҫелебеҙҙең, халҡыбыҙҙың булмышын һаҡлау, дауамлығын тәьмин итеү, шул маҡсатта ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең һанын арттырыу — бурыстарыбыҙҙың да бурысы. Золом-йәбер аҫтында йәшәү, зәхмәт шауҡымы йылдарында ҡан ҡәрҙәштәребеҙ милли үҙаңынан, ғорурлығынан яҙыу сигенә етте, маңҡортҡа ла әйләнде. Тарихын, рухи ҡиммәттәрен, телен белмәгән һәм белергә лә теләмәгән, залимдар ихтыяры тәьҫирендә кемлеген онотҡан, бәғзеләре үҙ халҡына ҡәһәр ҡылған быуын ҡалҡты. Был яһилдарҙың иң ҙур яһиллығы - милләт сырхауы ине. Шул сырхауҙан беҙ әле лә арына алмайбыҙ.

Байтаҡ ҡәрҙәштәребеҙ - тамырынан өҙөлөп, ел ыңғайына тәгәрләгән ҡамғаҡ рәүешендә. Улар үҙ илендә мөрхәт-ҡәнәғәтлек, рәхәтлек таба алмай, күрше әлкәләргә, Себер тарафтарына тәгәрләне, Башҡортостанда башҡорттар йылдан-йыл кәмене, һуңғы егерме йылда 120 мең самаһы башҡорт бәхет эҙләп ситкә киткән. Республикабыҙҙың башҡорттар күпләп йәшәгән көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә иғтибар етмәү сәбәпле, тормош-көнкүреш шарттары түбән булды. Сәнәғәт нығыраҡ үҫешкән Силәбе, Свердловск әлкәләрендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүе анһатыраҡ, эш хаҡы юғарыраҡ, йәшәү ҙә еңелерәк ине.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов хөкүмәт ултырыштарының береһендә белдереүенсә, 2006 йылда баш ҡалабыҙ Өфөнән генә алты меңгә яҡын кеше киткән. Бындай тенденцияға юл ҡуйһаҡ, миллион-ҡала статусын юғалтыуыбыҙ ихтимал. Шундай хәл Волгоград һәм Пермь менән булды ла инде... Асыҡланыуынса, кешеләр, торлаҡҡа хаҡтың юғары булыуы арҡаһында, шөһрәтлерәк юғары уҡыу йорттарына һәм ғаилә хәле буйынса китә... Халыҡ әйткәнсә, балыҡ тәрәнерәк, кеше яҡшыраҡ урынды эҙләй. Яҡшыраҡ юғары уҡыу йортон, торлаҡтың арзанырағын, һәйбәтерәк эш урынын һәм хаҡын. Быны иғтибарға алыу зарур (“Аргументы и факты”, №14, 2007).

Ауыл хужалығы бөлгәс, ауылда йәшәүе тағы ла ауырлашты: эш тә, эш хаҡы ла юҡ, фәҡәт - фәҡирлек. Ҡәрҙәштәребеҙ бер-береһенен мал-мөлкәтен урлау сигенә етте. Эскелек, аҙғынлыҡ көсәйҙе. Ауылда өйҙәре булған йәштәр ғаиләләре менән ҙур эш хаҡы эҙләп, Себер ҡалаларына һәм ҡасабаларына сығып китте, шунда төпләнде. Аҡса мул, тормош етеш булғас, ҡайтҡылары ла килмәй. Тик шуныһы аяныс: балалары урыҫлаша, үҙ асылынан айырыла. Башҡортостаныбыҙҙың башҡорт ауылдарында иһә балалар, мәктәптәрҙә уҡыусылар аҙайҙы. Балалар булмаһа, башҡорт мәғарифының киләсәге лә булмаясаҡ.

һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда байтаҡ мәктәптәрҙең яңырыуы, белем һәм тәрбиә биреү шарттары яҡшырыуы ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Ләкин йөрәкте өшөткән күренештәр ҙә күҙаллана. 1997 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә 697700 уҡыусы иҫәпләнһә, 2007 йылда иһә — 487633, йәғни уҡыусы балалар һаны 210097-гә кәмегән. Мәғариф министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙың һәр районында йыл һайын 700-1000 уҡыусы кәмей. Ауылдарҙа 60-100 бала белем алған урта мәктәптәр, 30-60 бала уҡыған тулы булмаған урта мәктәптәр бар. 1997 йылда республикабыҙҙа бөтәһе 3301 мәктәп булһа, 2007 йылда - 2949, йәғни 352 мәктәпкә аҙыраҡ. Алдағы йылдарҙа ла мәктәптәрҙең ябылыуы күҙаллана. Уҡыусылар аҙлығын сәбәп итеп, мәҫәлән, Ҡыйғы районында Иҙрис тулы булмаған мәктәбен япмаҡсылар. Ә бит Иҙрис - РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғималетдин Минһажев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғәзимулла Хәйбуллин һәм башҡа билдәле шәхестәр тыуған ауыл.

Барҙы юҡ итеү, әлбиттә, бик еңел (быға аҡыл кәрәкмәй), булмағанды булдырыу ҡыйын. Әле телгә алған Иҙрис ауылы - башҡорт ауылы! Мәктәбе ябылғас, эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар, балаларын йәшәгән урында уҡытырға мөрхәт ҡалмаған кешеләр был ауылдан китергә мәжбүр буласаҡ, һөҙөмтә аяныс - әлеге лә баяғы шул башҡорт ауылы тараласаҡ, тарҡаласаҡ. Быға һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай. Ауыл мәктәптәрен ябылыу хәленә еткергән, лидер була алмаған хакимиәт башлыҡтарының үҙҙәренең кабинет ишектәрен ябыу хәйерле. Хакимиәт башлыҡтарына мәктәптәрҙе бөтөрөтүгел, ә ауылдарҙа йәштәрҙе ҡал дырыу, уларҙы эш менән тәьмин итеү, кәсеп-шөғөлдәр булдырыу, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу сараларын күрергә кәрәк.

Башҡорттар ирекле тормош өсөн күтәрелештәрҙә, һуғыштарҙа, репрессия йылдарында, аслыҡ мәлендә иҫәпһеҙ ҡырылһа ла, ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт, йәшәү илһамы менән яңынан ишәйгән. XVI-XVIII быуаттарҙа күпме ауылдар яндырылған, күпме ирҙәр үлтерелгән, һөргөнгә ебәрелгән, күпме ҡатын-ҡыҙ ҡоллоҡҡа оҙатылған, мәсхәрә ителгән. Мәгәр, туҙҙырылған бал ҡорто к,селәй, башҡорттар тағы ойошҡан тупланған, тағы кәрәҙ-тормош ҡорған.

Салауат Юлаев һәм унын көрәштәштәренең нәҫелдәре батша карателдәренең эҙәрлекләүенән ҡасып, Учалы районының Төҫлө Көҙәй, Ҡыйғы районының Ҡурғаш, Иҙрис ауылдарына нигеҙ һалған. Ҡатындар буйға уҙған, бала тапҡан, нәҫелде ҡоротмаған. Бишенсе быуын ҡарттайым, поход старшинаһы Бикжан Сәғитовтың тәүге ҡатыны Әминә ҡартнәй дүртенсе быуын ҡарттайым Мөхәмәтфәйезде илле ике йәшендә тапҡан, нәҫел-нәсәпте ишәйткән. Ғорур ҙа, ғәйрәтле лә, сәмсел дә булғандар. Батшаларға баш эймәгән башҡортомдоң, хәҙер килеп баҙар балтаһы төйҙәһе менән башына иҫәнгерәтә, үлтерә һуҡмаҡсылар. Ҡатын-ҡыҙҙың түл йәймәүе, йәштәрҙең ситкә сығып китеүе, әүәл мул иген үҫкән ерҙәрҙе сүп үләне баҫыуы, ауылдарҙың ҡотһоҙланыуы, мәктәптәрҙең уҡыусыларһыҙ ҡалыуы быға асыҡ миҫал. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” дәүләт программаһының ғәмәли сараларында һәм тәҡдимдәрендә белем биреү йорттарын үҙгәртеп ҡороуҙы, яҡшыртыуҙы һәм төҙөүҙе күҙ уңында тотоп, уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр селтәрен киңәйтеү ҡаралғайны. 2002 йылдың 14-15 июнендә үткән Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт милли мәғарифы: торошо, проблемалары, перспективалары” секцияһы резолюцияһында заманса милли урта мәктәптәр асыу башҡорт халҡының яңырыуынын һәм артабан үҫешенең төп шарты булып тора, тип билдәләнде. Башҡорт мәктәптәре ысын мәғәнәһендә “Башҡорт милли мәғарифы концепцияһына тура килһен өсөн тәғәйен аҙымдар яһалған... Шул уҡ ваҡытта башҡорт мәктәптәрен тергеҙеү һәм үҫтереү эшендә күп кенә етешһеҙлектәр ҙә бар. Башҡорт милли мәғарифын үҫтереүҙең беренсе этабы — Башҡортостанда мәктәптәр һәм балалар баҡсаһы селтәрен булдырыу — әлегә тиклем тамамланмаған.Ҡалаларҙа, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм район үҙәктәрендә уларҙың һаны ифрат аҙ. Өфөлә, республиканың баш ҡалаһында, башҡорт милләтенән булған уҡыусыларҙың, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең бөтәһе лә башҡорт мәктәптәренә һәм балалар баҡсаларына йәлеп ителмәгән.

Башҡорт мәктәптәренең һәм балалар баҡсаларының, айырыуса элек асылғандарының, матди-техник нигеҙе наҡыҫ. Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорт балаларын башҡорт телендә уҡытыу өсөн милли мәктәптәр асыу көн үҙәгендәге һәм хәл ителмәгән мәсьәлә булып ҡала.

Башҡорт милли мәғарифын үҫтереү, яңы башҡорт мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын асыу буйынса етди ҡарарҙар ҡабул ителгәндә, мөһим бурыстар ҡуйылғанда, ҡайһы бер район хакимиәттәре башлыҡтарының әле эшләп килгән башҡорт мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын ябыуы һәм ябырға ниәтләнеүе һарыуҙы ҡайната.

Башҡорттарҙың башҡа милләттәр тарафынан йотолоуын, кәмеүен туҡтатыу, демографик хәлде һауыҡтырыу, тыуымды арттырыу, башҡорт ауылдарының тарҡалыуына юл ҡуймау — дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә. Башҡорттар йәнтөйәгенән, бар булмышы, рухы, моңо менән бәйләнгән еренән айы“ылмаһын, шунда түл йәйһен өсөн Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” программаһына ярашлы иҡтисади сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу, йәғни Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш райондарында предприятиелар асыу, эш менән тәьмин итеү, яҡшы эш хаҡы түләү үтә лә мөһим. Себерҙә ҙур эш хаҡы түләгән кеүек, Башҡортостанда ла түләп була бит! Был башҡорт ғаиләләренең матди хәлен, көнкүрешен яҡшыртырға, тыуымды ла арттырырға булышлыҡ итәсәк. Ғаиләнең абруйын, әйләнеүҙең, күп бала табыуҙың шөһрәтен күтәреүҙең дә,ләт саралары даирәһен киңәйтеү әйтәйек, әсәлек һәм балалыҡ культын тергеҙеү, мәктәп йәшендәгеләрен түләүһеҙ ашатыу, кейендереү, йәки был мәнфәғәттә пособиелар биреү, талиптарҙың стипендияларын арттырыу зарур.

Демографик хәлде һауыҡтырыу, генофондты һаҡлау, миграция күренешен көйләү күп яҡлы, киң даирәле, үтә лә мөһим вә әһәмиәтле, дәүләттең һәм йәмғиәттең һәр саҡ күҙ уңында торорға тейешле мәсьәлә. Башҡортостан Республикаһының “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһында башҡорттарҙың социаль-демографик программаһын төҙө, ҡарала. Ул тәбиғи үҫеште һаҡлауға һаулыҡты яҡшыртыуға, күп балалы ғаиләләрҙе, етеш көнитмеште тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Был юҫыҡта ҡайһы бер йоғонтоло саралар күрелә башлауы ҡыуаныслы. Рәсәй кимәлендә һәр яңы тыуған балаға 250 мең һум аҡса бүленеү демографик хәлде һауыҡтырыуға бер аҙ шифаһы тейерҙәй им-әмәл.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына, уның урындағы ойошмаларына "Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә лә демографик хәлде һауыҡтырыу, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ ойошоп йәшәгән урындарҙа кәсеп-шөғөлдәр булдырыу, ситкә киткән туғандарыбыҙҙы Башҡортостанға кире ҡайтарыу, тарихи илендә туплау буйынса ең һыҙғанып ғәмәли эште дауам итеү кәрәк. Шулай итһәк, меңәрләгән йәш башҡортто ят милләт кешеһенә әйләнеүҙән араларбыҙ, һаҡлағанды Хоҙай үҙе һаҡлар, тигән ҡан-бабаларыбыҙ. Йорт-ил, халҡыбы-хаҡына изге эштәр ҡылһаҡ, Ал лаһы Тәғәлә гонаһтарыбыҙҙан ярлыҡар, аҡылды юйыуҙан һәм рухи үлемдән ҡотҡарыр.

Изге Ҡөрьәндең Әш-шура (Кәңәш) сүрәһендә әйтелгәнсә: “Күктәрҙә һәм Ерҙә батшалыҡ - Алланыҡы. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә ҡыҙ балалар, теләгән кешегә ир балалар бирә. Йәки уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирә һәм теләгән кешене нәҫелһеҙ яһай, ысынлап та, Ул белә, ҡөҙрәтле!

Алла кеше менән һөйләшә торған булманы, тик вәхи аша йәки ҡорма аша ғына, йәки рәсүл ебәрә, һәм үҙ рөхсәте менән уға теләгән нәмәне вәхи ҡыла. Ул, ысынлап та, оло, хикмәтле! һәм ошолай Беҙ һиңә Үҙебеҙҙең әмеребеҙҙән рух вәхи ҡылдыҡ, һин китаптың да, имандың да нимә икәнен белмәй инең, әммә Беҙ уны нур ҡылдыҡ, уның менән Беҙ ҡолдарыбыҙҙан теләгән кешене тура юлға йүнәлдерәбеҙ, һәм һин дә тура юлға йүнәлдерәһең, Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр эйәһе Алла юлына. Эйе! Барлыҡ эштәр ҙә Аллаға ҡайта!”

Хоҙай Тәғәлә башҡортомдо ярлыҡаһын, тура юлға йүнәлдерһен, рух үәхи ҡылып, иманға күндерһен, халҡыма күберәк ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирһен, ҡәрҙәштәребеҙҙе нәҫелле итһен! Уй-ниәтебеҙ фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килһен. Берегәйек, тупланайыҡ, ишәйәйек, бар булайыҡ, башҡорттарым! Иман килтермәгән боҙоҡ халыҡтар һәләк ителә. Эй, халҡым! Беҙ бындай яҙмышҡа дусар булмайыҡ!

Бөтә социологик һәм психологик тикшеренеүҙәр әйләнеүҙең, бала табыуҙың ғүмерҙе оҙайтыуын раҫлай. Яратышып ҡауышҡандар, йәндән артыҡ йән һөйгәндәр менән йәшәгәндәр, һис шикһеҙ, бәхетле. Әлбиттә, оҙон ғүмер кисе.гән буйҙаҡтар ҙа юҡ түгел Мәгәр өйләнмәй йөрөгәндәрҙе, бала һөймәй ғүмерен зая үткәргәндәрҙе халыҡ хуп күрмәй, сөнки ундайҙарҙың тамыры ҡорой. Баланың ата-инәгә, ил-йортҡа алтын бағана, нәҫелдең дауамы, киләсәге булыуы бәхәсһеҙ.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ
"Ватандаш" журналынан