Балалар өсөн нәсихәттәр

Хөрмәтле балалар!

Эшһөйәр, изгелекле, яҡшы күңелле кешеләр һәр ваҡыт хөрмәтле була һәм яҡын күренә, быны иһә үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ!

Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре улар менән бигерәк тә матур һөйләшеүҙе васыят иткән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: "Ата-әсәләрен риза итеүсе балаларҙан Аллаһы Тәғәлә риза булыр", - тигән. Киләсәктә хөрмәтле һәм файҙалы кеше булыуығыҙҙы ата-әсәгеҙ һәр ваҡыт өмөт итә һәм Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәренән һорай. Инде һеҙ бындай изгелектәргә яуызлыҡ итеүсе булмағыҙ. Шулай уҡ уларҙың нәсихәттәрен ҡурҡып һәм өркөп түгел, ә мөхәббәт һәм ихласлыҡ менән тотоғоҙ. Сөнки улар был донъя хәлен ҙур тәжрибәләре менән яҡшы аңлай һәм һеҙ белмәгән серҙәрҙе белә. Кешенең итәғәтле (тыңлаусан) булыуы уның яҡшы күңелле булыуын күрһәтә. Һеҙгә лә иң яҡын кешеләр - ата әсәгеҙ. Шуның өсөн уларға һәр ваҡыт итәғәтле булығыҙ. Ғәмәл һәм һүҙҙә уларға ҡаршы килмәгеҙ. Ошо сәбәптең уларҙың күңеленә рәхәт булыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ һәм тормошоғоҙ гүзәл булыр. Ата-әсәгеҙ алдында бик әҙәпле булығыҙ, уларҙың һүҙҙәрен яҡшы тотоғоҙ, өйрәткәндәрен аңлағыҙ, улар менән артыҡ ҡысҡырмай, әҙәпле, асыҡ һөйләшегеҙ.

Ризаитдин Фәхретдинов