Киләсәкте йәштәр үҙҙәре төҙөргә теләй

Күп таныштарым минең оло ҡорҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә юлланасағымды ишеткәс: «Һуң һин бит район делегаттары исемлегендә юҡһың», — тип шикләнеү белдерҙе. Март-апрель айҙарында бөтә донъя башҡорттары ҡарамағындағы Йәштәр советы конкурс иғлан иткәйне. Был конкурста башҡорт йәштәренең мөһим проблемаларын сисеү юлдарын тәҡдим иткән проекттарым еңеүгә лайыҡ булды һәм мин I Башҡорт йәштәре ҡолотайында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдым...

Ҡоролтайға барлыҡ йәмәғәт һәм сәйәси башҡорт ойошмаларының әүҙем ағзалары, диндарҙар, яҡташтар ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Ә параолимпия уйындарының дүрт тапҡыр донъя чемпионы Ирек Зарипов сәхнәгә сыҡҡас, йәштәр аяғүрә баҫып, көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды. Шыма ғына башланып китмәне йыйын. Йәштәр советы председателе, алып барыусы Фәнзил Әхмәтшин президиумдың исемлеге менән таныштырғас, «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Урал Байбулатов, президиумға алдан ҡабул ителгән ҡарар буйынса ике кешене саҡырыуҙы талап итте. Улар – «Күк бүре» һәм «Туған тел» ойошмалары рәйестәре Азат Сәлмәнов менән Тимур Мөхтәров. Тик тәүгеһе залдың тауыш биреүе буйынса президиумға үтмәне. Ошо ерҙә аңлатып китергә кәрәк: Азат өсөн тауыш биреүҙе беренсе иғлан иттеләр. Ә залдағы йәштәрҙең күбеһе мандаттарын күтәреп өлгөрмәне, (шәхсән мин папкалағы ҡағыҙҙар араһында ятҡан мандатымды эҙләп тапҡансы, кемдең ҡаршы булыуын һоранылар). Ғөмүмән, райондарҙан килгән йәштәр эштең төбөн аңлап еткермәне һәм тауыш күтәреүселәрҙе махсус рәүештә йыйынды боҙа тип аңланы, ҡыҙғаныс. «Күк бүре»ләр, флагтарын күтәреп, «Кемдәр ғәҙеллек өсөн, беҙҙең менән!» — тиеп, мандаттарын ташлап, залдан ғорур сығып киттеләр. Сараны ойошороусылар йәштәрҙең әйтер һүҙәрен тыйыу, цензура, ҡоролтайҙы формаль сараға әйләндерәсәк икәнен аңлап, телмәр тотоусыларға артабан кәртәләр ҡуйып маташманы. Сығыш яһаусыларҙың докладтары төрлө темаларға, атап әйткәндә, эскелек, туған тел, демография, федерализм, ер һатыу һ.б. мәсьәләләргә арналды. Шуныһы мәслихәт – улар ҡоро дөйөм һүҙҙәргә, фразаларға ғына ҡоролмаған ине. Мәҫәлән, Баймаҡ районынынан Илсур Ирназаровтың сығышы бик фәһемле яңғыраны. Егет үҙе йәшәгән ауыл биләмәһе буйынса бөгөнгө башҡортттарҙың йәшәйешен асып һалды, никахтар һәм айырылышыуҙар, тыуым һәм үлем һандарын яңғыратты. Уның һүҙҙәренән ысынлап та миләтебеҙҙең ныҡ ауыр хәлдә икәнен аңланыҡ, Илсур бындай күрһәткестәр тиҙҙән беҙҙе юҡ итәсәк тине һәм быға ҡаршы көрәшкә саҡырҙы. Һөнәре буйынса юрист Азат Бадранов, Рәсәйҙең Башҡортостанға ҡарата федерализм нигеҙҙәрен боҙоп ҡулланыуы хаҡында ҡыйыу телмәр тотто. Башҡорт йәмәғәт ойошмаларына ҡаршы көс структураларының әүҙемлеген дә әйтеп уҙҙы... Ислам дине ойошмалары ағзаларына ла иғтибар күп бүленде. Телмәр тотоусы бер дин әһеле делегаттарға: «Кем бөтөнләй эсмәй?» — тигән һорау биргәс, залдағыларҙың яртыһынан күбеһе ҡулдарын күтәрҙе, шөкөр. Башҡорт йәштәре ҡоролтайы милли идеология күҙлегенән бик ойошҡанлы үтте. Ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, докладтар ҡыҫҡартылған вариантта яңғыраны, ә ҡайһы берәүҙәренә ваҡыт бөтөнләй етмәне. Был йыйын башҡорт йәштәренең, уҙған быуат башындағы кеүек, милли йүнәлештә ҡайнай башлауын, сәйәси йоҡонан уяныуын һәм яңы тарихи ваҡиға алдында баҫып тороуын иҫбат итте. Тик әлегә башҡортҡа бик күп сиселмәгән көндәлек мәсьәләләр социаль-иҡтисади һәм рухи яҡтан ныҡлап үҫешмәү кеүек етешһеҙлектәр аяҡ сала. Ә йәштәр быларҙың барыһын да еңеп сығырға, киләсәкте аңлы һәм әүҙем рәүештә үҙҙәре төҙөргә теләй. Райондарҙан делегат булып һайланған йәштәребеҙ, моғайын, район йәштәрен яңы кимәлгә күтәреү, башҡорт идеяһын ныҡлап таратыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонор, тип ышанғы килә. Урындарҙа Йәштәр палатаһы һәм уның етәксеһе ҡағыҙҙа ғына булмаһын, ә уның эшләгән эше, идеяһы, һәм стратегик планы булһын. Шул саҡта ғына беҙ берләшербеҙ, башҡорт милләтен артабан үҫтереү һәм илде нығытыу теләге менән яныусылар рәтенә баҫырбыҙ, иртәнге көнөбөҙгә ныҡлап өмөт менән бағырбыҙ.

 

Лилиә Хәлитова, Әбйәлил районы.