Егеттәр ниңә сит милләткә өйләнергә теләй?

Кавказ ҡыҙҙары үҙ һылыуҙарыбыҙҙан ниндәй өҫтөнлөктәр менән айырыла?
Йәки егеттәр ниңә сит милләткә өйләнергә теләй?

Күптән түгел "Башҡорт форумдары"нда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр советы етәксеһе Тимур Лоҡмановтын ҙур бәхәс тыуҙырған яҙмаһы барлыҡҡа килгәйне. Унда башҡорт ҡыҙҙарының насар, юлдан яҙғандары тәнҡитләнеп, Кавказ традициялы төрки милләтле гүзәл заттар менән сағыштырыла.

Автор өйләнгәндә лә һуңғыларын һайлаясағын белдерә: "Общался со многими девушками многих национальностей, но более всего меня как мужчину привлекли девушки с Кавказа, конкретней если говорить, то думаю резонно брать супругу тюркской национальности с кавказскими традициями, выросшую в традициях восточного общества, почитания родителей, старших, супруга... На "Урал моңо" теснее общался с кумычками, меня просто очаровало отношение девушек к себе, к браку, к религии, сейчас переписываюсь с ногайкой... Ну и есть иные традиции с калымом, у них, в среднем от 100 до 200 тыс. рублей, ну в принципе это не очень важно... Вот в наших девушках этого не вижу, вчера пошел на концерт откровенно разочаровали некоторые представительницы башкирских девушек... Стоит одна с сигаретой в руках, глаза пьяненькие... еще как Йыуаса закричал с сцены "Учалылар бармы?!?"... они еще откликаются, захотелось сквозь землю провалиться... Страшно с такой быть".

Был сығыш "Башҡорт форумдары”нда ғына бәхәс тыуҙырып ҡалманы, уны тиҙ арала "изге ниәтле" "Уфагубъ" сайты эләктереп алды. Донъяның кире яғын ғына күрергә һәләтле сайт үҙенсә һығымта яһап, мәҡәлә лә баҫтырҙы.
"Башҡорт милләтселәре лидеры башҡорт ҡыҙына өйләнергә теләмәй!" тип яр һалды улар. Комментарийҙарҙа халҡыбыҙ га тағы ла бысраҡ сәстеләр, ҡыҙҙарыбыҙға ла ағыу һиптеләр. Халыҡ яҙмышына битараф булмағандарҙан бер төркөм был фекер (Т. Лоҡманов фекере) тирәләй аныҡламалар алыу маҡсатында авторҙың үҙе менән осрашмаҡсы булды.
Һөйләшеүҙә "Күк бүре" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, йәштәр ҡатнашты. Әйткәндәй, авторға яуаптар пост баҫылғас та июлдә үк булһа ла, ул командировкала сәбәпле, күҙгә-күҙ ҡарашып аңлашыу бер аҙ ваҡыттан һун ғына мөмкин булды.


НАСАР ҒӘҘӘТЛЕ КЫҘҘАР КҮБӘЙЕҮЕ КҮҢЕЛДЕ ӨЙКӘЙ

Артур Иҙелбаев, "Неделя" нәшриәт йорто генераль директоры:
- Тимур Лоҡмәновтың был сығышы бик күп бәхәстәр тыуҙырҙы, ҙур резонанс булды. Шунлыҡтан "Түңәрәк өҫтәл" уҙғарырға кәрәк тип таптыҡ. Күбеһенсә милләттәш ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан ризаһыҙлыҡтар булды. Әлбиттә, авторға ҡаты үпкә һүҙҙәре лә юлланды. Үҙенең был фекерен йәштәр лидеры нисек аңлата һуң?

Тимур Лоҡманов:
- Иң беренсе шуны әйтер инем: әле мин башҡорт ҡыҙы менән дуҫлашам.
"Башҡорт форумдәрын”дағы посҡа килгәндә, етди сәбәптәр ҙә бар ине. Милләттәштәр араһында үҙ тәртибе менән халыҡ намыҫына тап төшөрөүсе ҡыҙҙар бар. Улар амораль тормош алып бара, тупаҫтар. Мәҫәлән, ауылдан ҡалаға килгән (уҡырға, эшкә) ҡайһы бер 17-19 йәшлек кенә ҡыҙҙар урамда тәмәке тартып йөрөй, эсәләр. Улар үҙҙәренең был ҡылығын насар тип тә уйламай. Ә инде ошо күренеш минең өсөн арҡаға бысаҡ ҡаҙаған кеүек тәьҫир итә. Ғәрләндерә. Ауыл ҡыҙының шундай түбәнселеккә төшөүе аптырата. Шундай мәғлүмәт ишетелә: "саҡырыу буйынса ҡыҙ" (Девушка по вызову) булып "эшләгән" башҡорт һылыуҙары бар икән. Уларҙы сит ил машиналары менән килеп алалар. Ниңә ҡыҙҙар үҙҙәрен шулай кәмһетә икән?
Ә "Башфорумдарын"дағы телгә алған Кавказ ҡыҙҙарына килгәндә, уларҙа оҙон итәк, эргәһендә ир-ат булғанда күҙҙәрен күтәреп тә ҡарамайҙар. Был тәрбиәнән килә, тип уйлайым. Ата-әсә ныҡ иғтибар бирә инде, Ә беҙҙә ҡыҙҙарыбыҙҙың насар ҡылығына башҡорт ир-егеттәре юл ҡуя кеүек. Бында шымып ҡалырға ярамай. Минең сығыш иһә дискуссия тыуҙырыр өсөн дә ине.

Булат Моратов, ғилми хеҙмәткәр:
Һеҙ үҙ фекерегеҙҙе форумда шулай белдереп дөрөҫ эшләмәнегеҙ. Әгәр кеше етди урын биләй икән (Бында Т. Лоҡмановтың вазифаһы күҙ уңында тотола. Ред.), уның идеялы ышанысы булырға тейеш, һеҙ, Тимур, эскән, тартҡан ҡыҙҙар тураһында әйткәнһегеҙ, ә аҡыллы, мосолманса ҡарашлы һылыуҙарыбыҙ хаҡында телгә лә алмағанһығыҙ, һеҙҙең был темағыҙ башҡорттарҙың үҙ-ара эске аралашыуында күтәрелһә, яҡшыраҡ булыр ине. Бәлки псевдоним менән яҙырға кәрәк булғандыр. Ә былай һеҙ башҡорт йәштәре лидерҙарының береһе булараҡ, сит милләттәргә "сәйнәргә" аҙыҡ бирҙегеҙ. Улар: "Хатта башҡорттарҙың лидеры ла үҙ милләттәшенә өйләнергә теләмәй", - тип үҙенсә йомғаҡ яһаны.

Азат Сәлмәнов, "Күк бүре" ойошмаһы рәйестәше:
- Һәр уйлаған нәмәне әйтергә ярамай. Беҙҙең маҡсат - башҡорт имиджын күтәреү. Шул иҫәптән - башҡорт ҡатын-ҡыҙының да.
Һеҙҙең лидер булараҡ шәхси фекерегеҙҙең һәр һүҙе төптән уйлап әйтелгән булырға тейеш ине. Беҙгә дуҫ булмағандар нәҡ шул уйланмаған һүҙҙәребеҙгә "йәбешергә" әҙер торалар. Беҙ милләтте нисек күтәрергә икәнен уйларға тейешбеҙ.

Тимур Мөхтәров, "Күк бүре" ойошмаһы рәйестәше:
- Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарының күпселеге улай уҡ насар, боҙолған тимәҫ инем. Статистикаға күҙ һалһаҡ, күп ҡыҙҙарыбыҙ ғаилә, бала бағыу кеүек йолауи күренештәргә тоғро ҡала.
Ауылдан килеүселәр ҡала тормошона уңышлы яраҡлаша алмай. Шуға үҙҙәрен насар тота. Эйе, ундайҙар бар. Был - йәмғиәттең ауырыу өлөшө.
Бөтә нәмә сағыштырмаса. Мин бына түбәндәгене әйтер инем: Тимур Лоҡманов иң насар башҡорт ҡыҙҙарын иң һәйбәт кавказ ҡыҙҙары менән сырыштырған. Бының менән нисек килешәһең?!
Кавказ традициялы тигәнде башҡорт ҡыҙы тип үҙгәртһәң дә шул фекер килеп сыға бит. Етмәһә, "дәүләт хеҙмәткәренең үҙ фекерен әйтергә хоҡуғы юҡ", тиелә бер законда.
Мин йәмғиәт структураһында тәртип урынлаштырыу яҡлы.
Артыҡ һөйләү һәр ваҡыт үҙ һөҙөмтәһен бирә.

НАСАР МЕНӘН ЯКШЫНЫ БЕР КАЛЫПКА ҺАЛМАЙЫК

Тимур Лоҡманов:
- Ҡыҙҙар тураһында шундай фекер әйтһәм дә, үҙеме халҡымдың патриоты тип һанайым. Мин етәкләгән йәштәр Советының маҡсаты - башҡорт егеттәрен, ҡыҙҙарын юғары күтәреү.
Башҡортостандан сит илдә, бигерәк тә, көнсығыш илдәрҙә уҡыусылар беҙҙең ҡыҙҙарҙың шәреҡтекеләрҙән айырмаһын нығыраҡ белә. Ни өсөн шундай айырма тип аптырай.
Ир-егеттәр был хәлгә битараф ҡалырға тейеш түгел.

Артур Иҙелбаев:
- Һеҙҙең сығыш менән танышҡас та тәүҙә ни әйтергә теләгәнегеҙҙе аңламаным, дөрөҫөн әйткәндә, был фекер менән бүтән нәмәне белдерергә тырышҡанһығыҙҙыр, тип уйлағайным. Беренсенән, бөтә ҡыҙҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу ярамай.
Икенсенән, һеҙ бит билдәле кеше. һәм һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе "башҡорт ҡыҙҙарына өйләнергә кәрәкмәй" тип аңлаясаҡтар. Ә был өндәү-саҡырыу һымаҡ яңғырай бит.

Ғилман Ишкинин, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы:
- Был фекерегеҙ менән һеҙ, Тимур Уралович, ҡатын-ҡыҙҙы бөтөнләй яратмаған кеше кеүек күренәһегеҙ. Халыҡ бит ул бәләкәй бала кеүек - нисек аңлай, шулай ҡабул итә.
Ҡаҙаҡ һымаҡ ни күрәһең, шуны думбырала сиртеп, көйләп йөрөргә ярамай. Бәлки бындай фекергә ни эшләргә белмәгәндән килгәнһегеҙҙер?
Ҡатын-ҡыҙ бит ул барыбер ҙә ғаилә усағын һаҡлаусы, әсә. Бер генә тарихты иҫегеҙгә төшөрәйем.
Борон баш күтәргән башҡорттарҙы батша ғәскәре баҫтырып килә. Һаҡмар, Ҡаҫмарт буйҙарына сигенә ирҙәр. Ҡатындары, балалары менән. Бик күп ҡырылалар. Ир-ат үлеп бөткәс, ҡатын-ҡыҙ уҡ-һаҙаҡҡа тотона. Балаларын һаҡлау өсөн уларҙы берәм-берәм йылғаға бәрәләр. Малай-ҡыҙҙар аръяҡҡа йөҙөп сығып, тере ҡала...
Бына шундай булған башҡорт ҡатындары. Әле юҡ тиһегеҙме?!

Булат Моратов:
- Кемгә теләйһең, шуға өйләнергә мөмкин. Эйе, насар ҡыҙҙар бәр. Әммә беҙҙекеләрҙе насарлап, кавказ ҡыҙҙары менән сағыштырыу дөрөҫ түгел.

Ғилман Ишкинин:
- Ир-ат өмөтөн юғалтһа, үҙендә көсһөҙлөк тойһа, бисәһен, балаһын ғәйепләй башлай...

Азат Сәлмәнов:
- Башҡорттарҙа былай ҙа ассимиляция проблемаһы бар. Милләттәр буталған саҡ бит. Ҡатнаш ғаилә ҡоролһа (башҡорт-татар, башҡорт-урыҫ һ.б.), күп осраҡта башҡорт юғалыусан. Йәштәр лидеры ла үҙ милләтенә өйләнергә теләмәгәс.

Артур Иҙелбаев:
- Юҡ, лидер түгел, ябай кеше әйтһә лә, бәхәстәр тыуыр ине. Был етди тема.

Тимур Мөхтәров:
- Үҙен башҡорт тип һанағандарҙың бер бурысы бар - һатлыҡ йәнгә яза биреү. Беҙҙең "Күк бүре" ойошмаһы ысын башҡортто булдырыу яҡлы.

Әлфиә Зөбәйерова, "Башҡорт форумында ҡатнашыусы:
- Һәр көтөүҙә насар һарыҡ була тигән кеүек, бер нисә насар ҡыҙ арҡаһында бөтәһенә лә бысраҡ һибеү кәрәкмәҫ ине. Мин гүзәл зат булараҡ, Тимур Лоҡмановтың фекеренә бик аптыраным, үпкәләнем хатта. Насарлыҡты үҙгәртеп була ул. Тәрбиә аша ла. Яманларҙан алда шуны уйларға кәрәк.

ПРОБЛЕМА БАР. УНЫ НИСЕК ХӘЛ ИТЕРГӘ ҺУҢ?

Артур Иҙелбаев:
- Шундай фекерҙе ир-егет урынына ҡатын-ҡыҙ әйтһә?
Әйтәйек, бик билдәле шәхес ир-атты асыҡ рәүештә яманлаһа. Әлбиттә, бәхәс ҡубасаҡ. Ә һуңынан был билдәле ханым мин дискуссия өсөн генә шулай әйттем тиһә? Халыҡ яуабы нисек буласаҡ?

Тимур Лоҡманов:
- Мин был һүҙҙәрем өсөн форумда уҡ ғәфү үтендем, ләкин теләһәгеҙ, быны гәзит битендә лә ҡабатлай алам.

Тимур Мөхтәров:
- Һеҙҙең шул фекерегеҙҙән үҙ халҡығыҙ тураһында түбән уйҙаһығыҙ икән тигәнде лә аңларға була.

Тимур Лоҡманов:
- Мин улай уйламайым. Йәмәғәт эшендә оҙаҡ ҡына халҡыма хеҙмәт итәм һәм эшемде дауам итәсәкмен дә.

Әлфиә Зөбәйерова:
- Тәрбиәле, яҡшы ҡатын-ҡыҙ булыр өсөн мотлаҡ оҙон итәк кейергә түгел. Минең өсөн ирем ысын ир-егет булып тора. Ҡатын-ҡыҙға иң мөһиме - ир-ат йөҙөндә терәкте күреү, һәм мин улар алдында күҙҙәремде күтәрмәй ҙә тора алмайым.

Тимур Лоҡманов:
- Мин ошондай уҡ һөҙөмтә булыр тип уйламағайным. Форумдағы һүҙҙәр, алда әйткәнемсә,"ҡыҙыл флаг" ("красный флажок" - бәхәс тыуҙырыу мәғәнәһендә) ине. Ул фекерем абстракт булды, һүҙҙәремдән баш тартам.

Ғилман Ишкинин:
- Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы улай кәмһетмәйек. Бөгөн күл ир-ат өйөнән ситкә йөрөп эшләй. Донъяны ҡатындар көтә. Кешенең дә төрлөһө була.

Азат Сәлмәнов:
- Һәр кем үҙенең аҙымын ҡарап баҫырға тейеш. Насар күренештәр менән мотлаҡ көрәшергә кәрәк. Әммә дөрөҫ һәм һөҙөмтәле юл менән, аҡыл менән.

Тимур Мөхтәров:
- Ә башҡорттарҙы Кавказ менән сағыштырырға ярамай. Урал һәм Кавказ - икеһе ике ерлек. Ғаилә ҡороу, өйләнешеүгә килгәндә яуаплылыҡ көслө булыу мөһим. Үҙ милләтеңә, үҙ халҡыңа мөхәббәт кәрәк. Кем үҙ милләте егетен йә ҡыҙын ярата алмай, шул халҡын да яратмай тигән һүҙ. Эйе, проблема бар. Насар ғәҙәтлеләр осрай. Көрәшәйек шулар менән. Нисектер йоғонто яһайыҡ. Оялтайыҡ, йәмәғәтселеккә сығарайыҡ йүнһеҙҙәрҙе.

ҺУҢҒЫ ҺҮҘ УРЫНЫНА

Абруйлы йәш лидерҙың уйламайыраҡ белдергән фекере шундай бәхәс тыуҙырҙы. Кемделер ул ғәрләндерҙе, йәнен көйҙөрҙө, кәмһетте лә. Халкыбыҙ һылыуҙары араһында хатта кәләш булырға ярамаған ҡыҙҙар бөтөнләй юҡ тип тә әйтеп булмай. Был һөйләшеү нигеҙенә һалынған проблеманы юҡ тип һанарға ярамаҫ. Бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа тигәндәй, ана шул дегет һүрәтендәге ҡыҙ-ҡатындар саф, илтифатлы башҡорт ҡыҙҙарына ла бысраҡ сәсрәтә. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалыу ярамай.
Кемдер үҙ милләтенә өйләнергә теләмәй икән, был уның шәхси эше. Әммә башҡорттоң сит халыҡ менән ҡатнашҡаны бик күп осраҡта юғалып ҡала. Был факт. "Күк бүре" нән Тимур Мөхтәров әйткәнсә, йәмғиәтебеҙҙең бер өлөшө ауырыу. Шул киҫәксәне юҡ итеү, йәғни насар ғәҙәтле, амораль тормош менән йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе һауыҡтырыу мотлаҡ.
Ошо саҡта бәхәсле, һау-сәләмәт өлөштө кәмһетерлек фекерҙәр ҙә тыумаясаҡ. Килешәһегеҙме, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?


Һөйләшеүҙе Алһыу ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.
Аҙна гәзите, № 32, 2008й.