Нимә ул инновациялар?

ИнновацияларИнновацион типтағы иҡтисадты формалаштырыу Рәсәйҙең 2020 йылға тиклем үҫеш программаһында һалынған. Әммә беҙҙең беребеҙ ҙә "инновацион иҡтисад"тың нимәнән ғибәрәт булыуын аңламаған кеүек тәьҫир ҡала.

Беҙҙең чиновниктарға, бизнесмендарға, ғөмүмән, ябай кешеләргә был мәсьәлә аңлайышлы булһын өсөн, Башҡортостан Республикаһының III Асыҡ форумына ярашлы "Инновацион эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең хәҙерге заман тенденциялары" түңәрәк өҫтәле ойошторолдо.
Ә беҙгә һеҙҙең менән инновацияның билдәләмәһенән башларға кәрәктер, моғайын. "Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү институттары" ғилми предприятиеһының (Мәскәү) генераль директоры Андрей Лебедев аңлатыуынса, инновация - ул фәнни йәки конструкторлыҡ идеяһы ғына түгел. Беренсе сиратта, был сәнәғәт производствоһы кимәленә етерлек етди, перспективалы проект. Белгес айырып билдәләгәнсә, инновация - ул бер ҡасан да бер кемдә лә булмаған нәмә. Ләкин әгәр ғилми эшкәртмә бер нәмә менән дә нығытылмаған идея кимәлендә ҡалһа, был айырым бер ғалимдың гипотезаһы ғына. Хатта был идеяға ышанған эшҡыуар табылып, уны бойомға ашырыуға күпмелер аҡса бүлгән хәлдә, баҙарға, потенциаль талап ителеүгә барып еткәнгә тиклем ҙур һәм ҡатмарлы юл үтәһе бар әле. Ләкин хәҙер инде ғилми прожект һәм теләк формаһында ғына түгел, ә уның өсөн сәнәғәтселәр һәм ҙур дәүләт корпорациялары күп аҡса түләргә әҙер булған аныҡ технология формаһында. Шул саҡта был идея инновацияға әйләнә лә инде.

Ә хәҙер киләһе терминға күсәйек - инновация системаһы, йәки ҡатмарлыраҡ итеп әйткәндә, "инновация инфраструктураһы". Нимә һуң ул? Андрей Лебедев әйтеүенсә, РФ Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығында был мәсьәләне түбәндәгесә аңлаталар.
Инновацион системала беренсе этап булып, министрлыҡ вәкилдәре фекеренсә, бизнес-инкубаторҙар булдырыу торорға тейеш.
Беҙҙең илдә улар тураһында иң алда телгә алдылар, һәм был осраҡлы күренеш түгел, инкубаторҙар - тыуып килеүсе бизнесҡа ярҙам итеүҙең башланғыс стадияһы бит. Бизнес-инкубатор төшөнсәһе үҙ эсенә нимәләрҙе индерә һуң? Был дәүләт тарафынан булдырылған инфраструктура, унда төрлө иҡтисади "елдәргә" "һыуыҡтарға" һәм башҡа агрессив мөхиткә бирешеүсән башланғыс бизнес өсөн мөмкин тиклем ҙурыраҡ льготалы шарттар бар.
Бөгөнгө көндә Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы программаһында йөҙ бизнес-инкубатор төҙөү планлаштырылған, уларҙың ҡырҡы ғәмәлдә лә инде (йәки яңы-яңы эшләй башлай), алтмышы - төҙөү йәки реконструкциялау стадияһында. Киләсәктә биш йөҙгә еткереү күҙаллана. Андрей Лебедев әйтеүенсә, был әлегә планлаштырылған һандар ҙа артыҡ ҙур түгел. Сағыштырыу өсөн белгес ҡытай коллегаларын миҫалға килтерә: бөгөн Ҡытайҙа 800 бизнес-инкубатор эшләй, ә 2008 йыл аҙағына был һанды меңгә еткереү планлаштырыла.
Нисек кенә булмаһын, бизнес-инкубаторҙар, эшҡыуарҙар эш башлаған осорҙа етди ярҙам булып торһа ла, проблеманы хәл итмәй әле. Һәм министрлыҡ программаһында хронология буйынса технопарктар (ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре, шулай уҡ тәжрибә һәм ваҡ сериялы етештереү өсөн тәғәйенләнгән производство майҙансыҡтары) килә.
Инновацион системаның киләһе этабы - венчур фондтары (ғилми-техник өлкә предприятиеларына ярҙам күрһәтеүсе компаниялар). Бындай фондтар шәхси-дәүләт партнерлығы принциптарында төҙөлә. Был нимәне аңлата һуң? Министрлыҡ планлаштырыуынса, фонд средстволарының илле процентын дәүләт индерәсәк, ә ҡалғанын шәхси бизнес өҫтәйәсәк. Фонд аҡсаһы менән конкурс нигеҙендә һайланған махсус компания идара итәсәк.
Ахыр килеп, инновацион инфраструктураның тағы бер звеноһы - туранан-тура инвестиция фондтары һәм гарантия фондтары. Һуңғылары залог тәьминәте булмаған эшҡыуар өсөн гарантия йөкләмәләре бирә.
Башҡортостанда инновацион инфраструктура ниндәй этапта һуң?
БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Евгений Сафоновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда инновация эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы сифатында 2008-2010 йылдарға республика маҡсатлы Программаһы ҡабул ителгән. Был документҡа ярашлы, сараларҙы (45 пункт буйынса) финанслауға 140,5 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Бөгөн Башҡортостанда бер бизнес- инкубатор эшләй, быйыл тағы икәү асыласаҡ. Беҙҙә "Геофизприбор" акционерҙар йәмғиәте, БР Нефтехимик эшкәртеү институты дәүләт унитар предприятиеһы, Инновацион проектлау һәм идара итеү үҙәге базаһында төҙөлгән технопарктар ҙа бар. Венчур фонды ла, Гарантия фонды ла төҙөлгән. Ә быйыл майҙа республикала шулай уҡ Туранан-тура инвестициялар фонды ла барлыҡҡа киләсәк. Евгений Сафонов әйтеүенсә, уның тәүге 100 миллион доллары яҡшы итеп эшләнгән инновацион проекттарға йүнәлтеләсәк.
Шул уҡ ваҡытта, тип билдәләне министр урынбаҫары, был һандар Башҡортостандың инновацион ҡеүәтенә тулыһынса тап килмәй һәм иҡтисад талаптарына яуап бирмәй - асылда, улар күпкә юғары.
Был ҡеүәтте ғәмәлгә ашырырға нимә ҡамасаулай һуң? Ҡайһы бер эксперттарҙың фекеренсә, төп проблема инновацион системаға нимәләр инергә тейешлеген аныҡ аңламауға ҡайтып ҡала. Хәҙерге бизнес-берләшмә был мәсьәлә буйынса аныҡ ҡына берҙәм позиция булдырмаған әле. Һөҙөмтәлә юлға һалынған схема урынына беҙ айырым, тарҡау элементтар ғына күрәбеҙ.
Был "тарҡаулыҡта" инновацион инфраструктура тураһында мәғлүмәт булмауы етди роль уйнай. Эшҡыуарҙар элекке кеүек, бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ, тип уйлай, финанс һәм техник ярҙам һорап ҡайҙа барырға кәрәклеген белмәй. Етмәһә, процестың юридик яҡтан регламентланмауы "утҡа май" өҫтәй. Әле булһа инновационлыҡ критерийҙары аныҡ билдәләнмәгән.
Ахыр килеп, төп проблема булып "шәхси капиталдың ҡурҡыуы" тора. Андрей Лебедев әйтеүенсә, шәхси бизнес шул уҡ венчур фондтарға аҡса һалырға ҡурҡа, сөнки был өлкәлә килем алыу механизмдарын күрмәй һәм аңламай. Ә улар бик ябай - реаль файҙаны 3,5-4 йыл үткәс кенә күрергә мөмкин. Һәм был бөгөн бизнестың тап дәүләт шәхси капиталға тәҡдим иткән варианты.
Эйе, был бизнес, һис шикһеҙ, килемле. Өфөнөң фәнни-техник фирмаларының береһен миҫалға килтерәйек: эшләй башлағандың тәүге йылында акцияларҙың күп өлөшө дәүләткә ҡарай ине. Бөгөн иһә, дүрт йыл үткәс, уның (дәүләт) ҡарамағында бер процент та юҡ - барыһын да шәхси капитал һатып алған. Хәҙер иһә был алдынғы предприятие. Ә был, шәхси бизнес нисек аҡса эшләп табырға кәрәклеген аңлаған һәм инновация кеүек өлкәнең фантастик перспективаларын баһалаған, тигән һүҙ.

Дарья Святохина.
«БАШвестЪ» Интернет Гәзите