Баҡсала ла төпләнеп була / Бәлки, ҡайһы берәүҙәр ошо рәүешле торлаҡ мәсьәләһен хәл итер.

ДачаРФ Конституция суды «Граждандарҙың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек  һәм дача берләшмәләре тураһында» Федераль закондың 1-се статьяһындағы икенсе абзацты Рәсәй Конституцияһына ярашлы түгел тип тапты һәм «ил граждандары төп йәшәү урыны булараҡ дача участкаларында ла теркәлә ала» тип белдерҙе. Асыҡлап әйткәндә, закондың был өлөшөндә кешеләргә үҙ ер участкаһында торлаҡ төҙөү рөхсәт ителә, әммә теркәлеү (прописка) ярамай.

Ҡайһы бер граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса ҡануниәтте тикшергәндә РФ Конституция суды «бындай норма граждандарҙың тораҡ пункт ерҙәре иҫәбендәге баҡса участкаларында төҙөлгән, тормош көтөүгә яраҡлы торлаҡта даими йәшәүсе булараҡ теркәлеүгә хоҡуғын сикләй» тигән ҡарарға килде. Хәҙер РФ Дәүләт Думаһына дачаһын даими йәшәү урынына әйләндерергә теләүселәр мәнфәғәтен  ҡайғыртҡан закон сығараһы ғына ҡалды. Парламент быға бер ҙә ҡаршы түгел, хатта, һис көтөлмәгәнсә, әүҙемлек күрһәтә – тиҙҙән тейешле закон проекты әҙер буласаҡ. Федераль миграция хеҙмәте лә дәғүә белдермәй, сөнки, улар фекеренсә, яңы ҡануниәт көсөнә ингәндән һуң илдә рәсми теркәлеү мәсьәләһе еңелләшәсәк һәм, һөҙөмтә булараҡ, сит илдәрҙән килеп рөхсәтһеҙ эшләп йөрөүселәр һаны ла аҙаясаҡ.

Шулай ҙа кешеләр бөгөндән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, баҡса участкаһында теркәүҙәрен һорай алмай. Яңы закон әле әҙер түгел, уны тикшереүҙең йәйгә, хатта көҙгә тиклем һуҙылыуы бар. Теләһә ниндәй өйҙә пропискаға торорға була, тип тә уйларға ярамай – закон сығарыусылар рөхсәт алмайынса төҙөлгән, тейешле урында иҫәпкә алынмаған, тораҡ пункттарҙан шаҡтай йыраҡ урынлашҡан йорттарҙа рәсми теркәлеп йәшәүгә бер нисек тә юл ҡуймаясаҡ.

Ғөмүмән, был мәсьәлә ябайҙарҙан түгел. Уның артынса бик күп үҙгәрештәр булмаҡсы. Һис шикһеҙ, көтөлмәгән ерҙән яңынан-яңы мәшәҡәттәр тыуып торасаҡ. Илдең Төп Законы үтәлешен контролдә тотоусы судтың был ҡарарын тормошҡа ашырыу барышында бихисап законға һәм башҡа норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәреш индерергә тура киләсәк. РФ-тың Торлаҡ, Ғаилә, Гражданлыҡ, Административ, Ер кодекстарына, шулай уҡ, бәлки, тағы бер-ике мөһим документҡа етди өҫтәмәләр кәрәк булыуы тәбиғи. Төрлө күрһәтмәләр, ведомство ҡарарҙары тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Конституция судының әлеге ҡарарына ярашлы законды үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән проблемалар араһында ауылдарҙың саманан тыш күбәйеүенә бәйлеһе лә булыр, моғайын, сөнки, дачаларҙа теркәлеү рөхсәт ителгәс, дәүләт органдарына баҡсасылыҡ ширҡәттәрен тораҡ пункт тип ҡабул итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Илдә бер нисә йыл эсендә йөҙҙәрсә мең (рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Рәсәйҙә 20 миллиондан ашыу баҡсасылыҡ участкаһы бар) яңы ауыл барлыҡҡа килгәс, уларҙың һәр ҡайһыһында урындағы үҙидара һайлап ҡуйыу мәсьәләһе көн үҙәгенә сығасаҡ. Артабан, тәбиғи, ваҡиғалар бер-береһен ашыҡтырасаҡ: ауылдарҙың барыһында ла юлдар, мәктәптәр, дауахана, почта бүлексәләре һәм башҡаһын төҙөргә, коммуникациялар үткәрергә тура киләсәк – кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тәьмин итергә кәрәк бит. Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан күпме аҡса тотонолорон күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Был тиклем күләмле һәм ҡатмарлы эштәрҙе атҡарып сығырға дәүләт әҙерме һуң?

Дачаларҙа пропискаға тороу рөхсәт ителгәс, күптәр ҡалаларҙан ситтә, тыныс һәм иркенерәк урында йәшәүҙе хуп күрәсәк, әлбиттә. Тимәк, баҡса участкаларына һорау бермә-бер артасаҡ. Ихтыяж ҙурайған һайын хаҡ та күтәреләсәк. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, Өфө – Аэропорт юлындағы дачаларҙың хаҡы 500 мең һумдан кәм түгел, Дим микрорайонына яҡын урынлашҡан баҡса участкаларына хаҡ, йылдан-йыл артып килеп, әле 1,5 миллион һумға еткән. Әлбиттә, баҡсалағы өйҙөң ҙурлығын, ҡасан һәм ниндәй материалдан төҙөлгәнлеген иҫәпкә алып, күберәккә лә баһалайҙар. Киләсәктә дача участкаларында теркәлеп йәшәү байҙарҙың ғына хәленән килерлек булып һаналһа, аптырайһы түгел.

Әйткәндәй, 2006 йылда «Граждандарҙың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берләшмәләре тураһында» Федераль законға етди үҙгәрештәр индерелеүе, йәғни, халыҡса әйткәндә, «дача амнистияһы» башланыуы арҡаһында хәҙер шәхси ярҙамсы һәм дача хужалыҡтарына, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек участкаларына, торлаҡ, гараж һәм башҡа объекттар төҙөлөшө өсөн бирелгән ерҙәргә хоҡуҡ алыу еңелләште. Бөгөнгә тиклем республикала ошондай 80 меңдән ашыу хоҡуҡ ябайлаштырылған тәртиптә теркәлгән. Атап әйткәндә, уларҙың һаны 2006 йылда 9 мең самаһы булһа, киләһе йылына 71 меңгә артҡан. Былтыр теркәлгән хоҡуҡтарҙың 46 меңдән ашыуы ер участкаларына бәйле, 21 мең самаһы шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарына ҡағыла, өс меңдән ашыуы – башҡа объекттар. Өфөлә аҙна һайын «дача амнистияһы» буйынса 150 – 200 тирәһе документтар пакеты ҡабул ителә.

Дөйөм алғанда, дачаларға ҡағылышлы 2006 йылда ҡабул ителгән закондың үтәлеше ыңғай бара. Ошонан сығып ҡарағанда, киләһе законды тормошҡа ашырыу буйынса ҡатмарлылыҡтар әллә ни күп булмаҫ тип тә ышанырға мөмкин. Хәйер, уңырбыҙмы, туңырбыҙмы – уныһын ваҡыт күрһәтер. Бәлки, ҙур ҡалаларҙа торлаҡһыҙ, пропискаһыҙ интегеүселәргә, шул иҫәптән айырыуса йәш ғаиләләргә әҙер дача һатып алып йәки баҡса участкаһында йорт төҙөп йәшәү уңайлыраҡҡа тура килер.

Даян МӘЖИТОВ.

Файыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВ, яҙыусы, журналист, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны:

– Ике йәш ҡыҙ беҙҙең күршенең дачаһын арендалап йәшәй. Ундағы өй һәйбәт, ҡышын да торорға була. Һыу үткәрелмәһә лә, ҡоҙоҡ ҡаҙылған, мейес сығарылған. Ғөмүмән, уңайлыҡтары бар. Өҫтәүенә, Өфөнән әллә ни алыҫ түгел, хужалары ла, моғайын, хаҡты күп алмайҙыр. Бик яҡшы, әгәр баш ҡалаға килеп йәшәй башлаған, торлаҡһыҙ аптыранған сағым булһа, мин дә шул юлды ҡарар инем. Тәбиғәт ҡосағын яратам, йыл һайын йәй буйына дачала йәшәйбеҙ. Ауыл кешеһенә яраҡлашаһы түгел, күнегелгән. Пропискаға торорға рөхсәт бирһәләр, күптәр ҡаланан ситтә йәшәргә тырышасаҡ, тип уйлайым. 

Рөстәм ФАТТАРОВ, Үзбәкстандан килгән эшҡыуар:

– Ҡатыным, ике улым һәм миңә, йәғни дүрт кешегә, ике фатирыбыҙ бар. Береһе – ике, икенсеһе өс бүлмәле. Былтыр тағы ла Ҡариҙел буйынан дача алдым. Бер ни ҙә үҫтермәйбеҙ, ни бары ара-тирә барып ял итеп ҡайтыу өсөн генә файҙаланабыҙ. Шуныһын беләм: алдағы йылдарҙа был дачаның хаҡы бер нисә тапҡырға артасаҡ. Унан инде һатырға була. Бәлки, тағы ла ҡиммәтләнгәнен көтөрбөҙ. Һуңғы йылдарҙа торлаҡҡа ғына түгел, ергә лә хаҡ туҡтауһыҙ күтәрелә, шуға уны бөгөн алып ҡалмаһаҡ, аҙаҡ ҡыйынға тура киләсәк.

«Башҡортостан» Республика Ижтимағи-Сәйәси Гәзите
3.05.2008