Айға күсенеп китә алмайбыҙ, тимәк заман ҡуйған шарттарға ҡулайлашырға һәм үҙ урыныбыҙҙы билдәләргә генә ҡала.

Брежнев(Мәҡәлә иҫке булһа ла сайтыбыҙҙа урын бирергә булдыҡ. Админ)

Башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа бер нәмә лә юҡ һәм килер бер ваҡыт, башҡорттар үҙ ерҙәрен ташлап китәсәк...", тип Шакиров һәм Брежнев исеменә хаттар яҙҙыҡ.

Һуңғы ун биш йыл Башкортостан тарихына бөйөк төҙөлөштәр йылъяҙмаһы булып теркәләсәк. Тик дәүләт суверенлығы яулап, иҡтисади үҙаллылыҡҡа тейенгәс кенә мөмкин булды яңы сәнәғәт предприятиелары, юлдар, ҡатлы-ҡатлы йорттар, мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, дауаханалар, санаторийҙар, спорт комплекстары төҙөү. Ошо юҫыҡта республиканың Урал төбәге, көньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондары ла ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Илгә һәм республикаға тик сеймал базаһы ғына булып хеҙмәт иткән был төбәктәргә юлдар, мәктәптәр һалынды, газ үткәрелә, сөнәғәт предприятиелары төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта был хәлдәр шуны ла күрһәтте: совет осоронда асылда башҡорттар көн күргән был төбәктәргә республика етәкселегенең иғтибары етешмәгән булған икән. Халыҡта "Ашаған белмәй, тураған белә" тиҙәр. Республикабыҙға үҙаллылыҡ яулауҙа һәм артабан нығытыуҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәткән һәм күрһәтеүсе иҡтисад фәндәре докторҙары - академик, Башҡорт дәүләт университетының төбәк иҡтисады кафедраһы мөдире, профессор Мазһар Насип улы ИҪӘНБАЕВ менән Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Хәлил Әбүбәкер улы БАРЛЫБАЕВ тап ошо мәсьәләләр хаҡында әңгәмәләшә.

Социализм осорон нисек кенә тәнҡитләмәһендәр, уның Евразия халыҡтары есөн прогрессив роле лә баһалап бәткеһеҙ ҙур булды. Утопия булһа ла, коммунизм төҙөргә хыялланып йәшәүсе халыҡтарҙың киләсәккә өмөте яҡты ине. Шул ук ваҡытта социализмдың планлы иктисады хеҙмәтсәндәрҙә "минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе" тигән кәйеф тыуҙырҙы. Ул ғына ла түгел, "колхоз белә", "хөкүмәт белә" тип өйрәнгән күптәр, илдең ижтимағи ҡоролошо үҙгәреп, донъяуи ысынбарлыҡ менән йеҙмә-йөҙ килеп осрашҡас, бер нигә яраҡһыҙ булып ҡалды. Ошо юҫыҡта ҡарағанда, социализм осоро башҡорт халҡының иҡтисадына нисек йоғонто яһаны?

М. Иҫәнбаев: Иң мөһиме, беҙ тап ошо осорҙа дәүләтселек алдыҡ. Уҡырға, эшләргә һәм ял итергә мөмкинселек тыуҙы. Социализмды бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Әммә совет осороноң планлы иҡтисады башҡорт халҡы күпселек булып йәшәгән төбәктәр ихтыяжы әсән артыҡ эшләмәне. Сөнки 90-сы йылдарға тиклем социаль-иҡтисади яҡтан республиканың иң артта ҡалған өлөшө башҡорттар күпләп йәшәгән райондар булды. Тураһын әйтергә кәрәк. Ул саҡта, мәҫәлән, Бөрйән әкиәттә һымаҡ ҡына йәшәне, халыҡ уның ҡайҙа икәнен дә белмәне. Социаль-иҡтисади үҫештең нигеҙендә сәнәғәт ята. Республиканың сәнәғәт потенциалының 5 проценты ғына Урал төбәгенә тура килә. Тап шул йылдарҙа беҙҙең халыҡ ялҡаулыҡҡа өйрәнде, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел. Беҙҙең халыҡ - эшсән халыҡ ул. Ә бына беҙҙең халыҡ йәшәгән төбәктәрҙә эш урындары булманы. Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, 1970-1990 йылдар араһында 300 мең самаһы башҡорт вәкиле эш эҙләп ситкә киткән. Был ул саҡтағы республика етәкселегенең аңлы рәүештә башҡорт халҡын үҙ еренән ҡыуалап сығарыу процесы булды. 60-сы йылдарҙағы республика етәкселеге тарафынан беҙҙең башҡорт райондары ҙур емереүҙәргә дусар ителде. Мәҫәлән, шул йылдарҙа Учалынан алып Күгәрсенгә тиклемге Урал төбәгендә гел совхоздар төҙөлдө, колхоздар юҡҡа сығарылды. Совхоз - ул дәүләттеке, предприятиенан бер ере менән дә айырылмай. Унда эшләүсенең милке юҡ, эшләһә - эш хаҡы ала, эшләмәһә - юҡ. Ере ауылға төкөткәнсә һөрөлгән. Колхоз иһә, хужалыҡ итеүҙең прогрессив ысулы. Ни өсөн бөгөн Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко кеүек райондар бирешмәй. Уларҙа бер ниндәй ҙә совхоз юҡ. Икенсенән, Урал төбәгендә сәнәғәт ныҡлы үҫеш алмағас, ауыл хужалығы ла артҡа һөйрәлде. Беҙҙең халыҡ араһынан эшҡыуарҙар әҙ булыуын да Урал төбәгендә сәнәғәт үҫешенең түбән кимәлдә булыуы менән аңлатып була. Бәләкәй предприятиеларҙың һаны буйынса бөгөн беренсе урынды Туймазы ҡалаһы һәм районы алып тора. Унда ниндәй генә сәнәғәт төрө юҡ. Нефтекама, Октябрьский, Ағиҙел, Дүртөйлө ҡалаларында ла бәләкәй предприятиелар гөрләп үҫә. Шулар фонында Сибай ҡалаһын алайыҡ. Унда бәләкәй предприятиелар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Урал төбәгендәге ауыл хужалығы һәм сәнәғәте шул осорҙа ҙур юғалтыуҙарға дусар ителде. 60-сы йылдарҙа Урал төбәгендәге ҡалаларҙа һәм райондарҙа сәнәғәт предприятиеларын төҙөү зарурлығын беҙ СССР-ҙың, РСФСР-ҙың Госпландары алдында иҫбат итә килдек. Ул ҡағыҙҙар республикаға ҡайтып, партияның Өлкә Комитеты ҡулына эләгеү менән үҙ көсөн юғалта килде. Ул саҡтағы пландарыбыҙ тормошҡа ашһа, ошо көндө Баймаҡта, Сибайҙа, Учалыла, Белоретта бик күп предприятиелар эшләп ултырыр ине. Ә бит ул саҡта Урал төбәгендә, һуғыш ваҡытында һәм унан алда төҙөлгән сырье әҙерләүсе предприятиеларҙан тыш, хатта бер кирбес заводы ла төҙөлмәне.

Х. Барлыбаев: Донъяла бер күренеш тә йә тик ак, йә тик ҡара ғына булмай. Донъя бик күп төҫлө. Артта ҡалған социализм да халҡыбыҙ тормошона төрлөсә тәьҫир итте. Ыңғай яҡтары: яртылаш ҡына булһа ла автономия дәүләтселеге, мәҙәниәт башланғыстары, бөтә халыҡтың грамотаға эйә булыуы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге уңыштар, һ.б. булды. Совет дәүләтенең беҙҙең халыҡҡа ҡаршы иң ҙур зыяны - ул 1919 йылдың мартында Әхмәтзәки Вәлиди хөкүмәте менән төҙөлгән Килешеүҙе 1920 йылдың майында юҡҡа сығарып, беҙҙең республиканың автономияһын яһалма хәлгә ҡалдырыуы ине. Колхоз һәм совхоз тормошо иҡтисади үҫеш, берҙәм хеҙмәт өлгөләре менән бергә коллектив яуапһыҙлыҡҡа, шәхси ҡыҙыҡһыныуҙың булмауына, уғрылыҡҡа, ялҡауҙарҙың эшлеклеләр, бөтә колхоз елкәһенә һалынып йәшәүенә килтерҙе. Унан башҡа крәҫтиәнде бөлгөнлөккә төшөрөүсе күренеш - колхоз һәм совхоз аша еңел генә етештергән уңышты бөтөнләй бушҡа дәүләт файҙаһына алып китеү булды. 1930 йылдарҙағы индустриялаштырыу, һуғыштан һуңғы емерелгән сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырыу, хәрби ҡоралланыу - бөтәһе лә ана шул колхоз һәм совхоз аша крәҫтиәнде талау нигеҙендә эшләнде. Оло кешеләр хәтерләйҙер, һуғыштан һуңғы йылдарҙа "недоимка" тигән яһалма һалым аша ярлы крәҫтиәндең һуңғы кәзәһен һәм ҡош-ҡортон алып китеү күренеше киң таралғайны. Ул ваҡытта колхозсы ҡағыҙға яҙылған "трудодень" таяғы өсөн генә эшләне. Уның паспорты булманы, крепостной крәҫтиән һымаҡ йәшәне. Шуның арҡаһында беҙҙең халыҡ ҡалаларға килеп йәшәүҙән, сәнәғәткә йәлеп ителеүҙән мәхрүм булды. Билдәле булыуынса, республиканың сәнәғәте бер яҡлы, табышлы тармаҡтары нигеҙендә генә үҫте.

1970-1990 йылдар араһында 300 мең самаһы башҡорт вәкиле эш эҙләп ситкә киткән. Был ул саҡтағы республика етәкселегенең аңлы рәүештә башҡорт халҡын үҙ еренән ҡыуалап сығарыу процесы булды. 60-сы йылдарҙағы республика етәкселеге тарафынан беҙҙең башҡорт райондары ҙур емереүҙәргә дусар ителде. Мәҫәлән, шул йылдарҙа Учалынан алып Күгәрсенгә тиклемге Урал төбәгендә гел совхоздар төҙөлдө, колхоздар юҡҡа сығарылды. Совхоз - ул дәүләттеке, предприятиенан бер ере менән дә айырылмай. Колхоз иһә, хужалыҡ итеүҙең прогрессив ысулы. Ни өсөн бөгөн Саҡмағош, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко кеүек райондар бирешмәй. Уларҙа бер ниндәй ҙә совхоз юҡ.

Ошоғаса "Башҡорттар баҙар иҡтисадында һатып алыусы сифатында ғына ҡатнаша" тиган бик үкенесле хәбәр йөрөнө. Был һүҙҙәргә ниндәй баһа бирәһегеҙ?

М. Иҫәнбаев: Баҙар иҡтисадының етеп килгәнен беҙ 70-се йылдарҙың аҙағында уҡ белдек. "Ауыр йылдар килә. Башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа бер нәмә лә юҡ һәм килер бер ваҡыт, башҡорттар үҙ ерҙәрен ташлап китәсәк...", тип Шакиров һәм Брежнев исеменә хаттар яҙҙыҡ. Ошонда тағы ла Урал төбәгендә сәнәғәт предприятиелары төҙөү мәсьәләһен күтәрҙек. Әммә быларҙың күбеһе тормошҡа ашманы. Шуға күрә бөгөн "Башҡорттар баҙар иҡтисадында һатып алыусы сифатында ғына ҡатнаша" тигән фекер дөрөҫлөккә тап килмәксе. Сәнәғәт булмағас, баҙарҙа нимә һатаһың инде? Бөгөн башҡорттар араһында сауҙагәрҙәр әҙерәк икән, бының өсөн шул саҡтағы республика етәкселеге ғәйепле. Бөгөн дә Урал төбәгендә йәшәүселәр баҙарға тик малсылыҡ тармағында етештергән тауары менән генә сыға. Быға тиклем хатта кирбестең кирбесен дә Өфө яғынан ташыныҡ. Бөгөн Рәсәй бөтә донъя баҙарына инергә уйлай. Әгәр ҙә был хәл була ҡалһа, Рәсәйҙең барлы-юҡлы сәнәғәте ҡолаясаҡ. Сөнки беҙҙә, хәрби сәнәғәттән тыш, донъя сәнәғәте менән конкурентлыҡҡа һәләтле бер генә тармаҡ та юҡ. Башҡортостандың да донъя баҙарына сығарырлыҡ тауары әҙ. Сөнки 90-сы йылдарға тиклем Башҡортостан асылда сеймал һәм ярымфабрикаттар ғына етештерҙе. Һуңғы ун йылда ғына беҙҙә автобус, троллейбус, трамвай эшләүсе заводтар, нефть һәм нефть химияһы өлкәһендә сеймалдан, ағастан продукция сығарыусы предприятиелар барлыҡҡа килде. Улар бер аҙ өмөт уята. Х. Барлыбаев: Ысынлап та, беҙҙең халыҡ күберәк ауыл хужалығында, дәүләт хеҙмәтендә эшләүгә (уҡытыу, медицина, милиция, почта), мәҙәниәткә ылыға. Халҡыбыҙҙың сауҙагәрлеккә артыҡ иҫе китмәүе уның күңел сафлығынан, юғары рухлы булыуынан да киләлер. "Тәүрат" китабында яҙылғанса, һатыусыларҙы хатта храмдан ҡыуғандар. Ысынлап та, "ҡырағай баҙар", "ҡырағай эшҡыуарлыҡҡа" күңеле саф булған кеше ылыға ла алмайҙыр. Ә шулай ҙа бөгөн эшҡыуарлыҡ, сауҙагәрлек әлкәләрендә эштәр яйға һалына һәм шул фонда өлгөрөп еткән йәштәребеҙ ҙә күренә башланы. Тимәк, заманса, цивилизациялы эшҡыуарлыҡ беҙҙең халыҡты ла урап үтмәй, ысын мәғәнәһендәге башҡорт сауҙагәрҙәре һәм эшҡыуарҙары барлыҡҡа килеүенә юл асыласаҡ.

Бер йылды иҡтисадсылар шундай дәлил килтерҙе: "Игенселек менән шеғелләнеүҙең файҙаһы юҡ. Сөнки, әйтәйек, бер тонна иген үҫтереү әсен киткән сығымға сит илдән ес тонна иген һатып алып була..." Күптәр беҙгә иҡти садтың Ҡытай моделенә" күсергә кәрәк ти, йәғни, тик етештереүсе генә үҙ тауарын һата ала. Ғөмүмән, киләсәктә беҙҙең илде ниндәй иҡтисад ҡотҡарасаҡ, тип уйлайһығыҙ?

М. Иҫәнбаев: Үҙҡиммәтенә ҡарап ҡына иген сәсеүҙе туҡтатыу төптән яңылыш фекер. Сөнки игенселек ауыл халҡының йәшәү сығанағы, үҙ еренә бәйләүсе шөғөлө. Икенсенән, иген - ул алтын, алтынға ҡарағанда ла ҡиммәт. Ниндәй ил бай? Игене һәм алтыны куп булғаны. Иген серемәй, тиҫтәләрсә йылдар буйы уны келәттә һаҡлап була. Кем етештерә, шул ғына үҙенең тауарын һатырға тейеш, тигән фекер дөрөҫ, әммә Кы-тайҙа етештереү әлкәһе менән баҙарҙы дәүләт көйләй һәм контролдә тота. Европа илдәрендә, шулай уҡ Америкала ла дәүләт иҡтисад теҙгенен ҡулынан ыскындырмай. Беҙҙә, үкенескә ҡаршы, иҡтисад теҙгене ҡулдан ысҡындырылған һәм үҙағышына ҡуйылған. 90-сы йылдарҙың башында беҙҙең республикала асылда эре предприятиелар ғына булды һәм уларҙы ил буйынса барған хосу-силаштырыу кампанияһына ҡушылып, акционерҙар ҡулына бирмәйенсә, дөрөҫ эшләнек, тип уйлайым. Сөнки бөгөн, республика бюджетының төп өлөшөн шул предприятиелар тултыра. Әгәр ҙә беҙ уларҙы ваҡытында шәхси ҡулдарға биргән булһаҡ, бөгөн республика бюджеты бик ауыр хәлгә ҡалыр ине. Х. Барлыбаев: Бөгөнгө йәштәрҙең киләсәк тормошо беҙҙә етештерелгән игендең сы ғымына сит илдән күпме иген һатып алып була, тигән пробле ма аша хәл ителмәйәсәк. Уларҙың киләсәге бөгөн һәр йәш кешенең уҡый-яҙа белеүе кәрәк булған кеүек, компьютерҙа эшләй белеүенә, Интернетҡа инеп, кәрәк булған һәр мәғлүмәтте эшкәртә белеүенә бәйләнгән буласаҡ. 5-10 йыл эсендә һәр ауылда Интернет буласаҡ. Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисады ҡасан булһа ла донъя иҡтисадына ныҡ бәйле буласаҡ. Шул саҡта беҙҙең халыҡ вәкилдәре халыҡ-ара хеҙмәт бүлешеү системаһында, ниндәйҙер хәҙерге заман етештереү структураһында, уның тармаҡ бүлексәләрендә эшләргә әҙер булырға тейеш. Ҡытайҙа ундай система эшләй башланы. Унда хәҙер компьютерҙан алып джип автомобилдәренә тиклем етештерә башланылар. Шул уҡ ваҡытта традицион етештереү формалары ла һаҡланырға һәм үҫергә тейеш. Әйтәйек, ауыл ерендә шәхси йорт хужалығында экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештереүҙе киңәйтергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, статистика буйынса ғаиләнең йыллыҡ бюджеты сығымының 80 проценты аҙыҡ-түлеккә китә.

Үкенескә ҡаршы, цивилизация халҡыбыҙға бик күп ауырыуҙар алып килде. Беҙҙең халыҡ элек далаһында, тауҙарында йәйрәп үҙе генә йәшәгән саҡта бөтөнләй ауырымаған.

Әңгәмәлә ҡатнашыусы абруйлы шәхестәр, атаҡлы ғалимдар, билдәле иҡтисадсылар бар хәҡиҡәтте бөтөн тулылығында асып һалып, алды-быҙҙа торған атҡараһы бурыстарҙы билдәләп, маҡсаттарҙы барлап, республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың киләсәгенә оло өмөт, ышаныс бағлай. Юҡтан ғына килмәйҙәр бындай өмөт һәм ышаныс. Халҡыбыҙҙың интеллектуаль, физик һәм ижади потенциалын тәрән тойоуҙан, аңлауҙан килә бындай инаныу. Ғалимдар белмәй әйтмәйҙер. Шундай инаныу һәр берөбөҙҙә йәшәһен инә!

Колхоздарҙы тарҡатыу ваҡытын кисектереү кәрәк инеме? Уларҙы ошоғаса һаҡлап килеү беҙгә нимә бирҙе?

М. Иҫәнбаев: Мәскәүҙән колхоздарҙы тарҡатыу буйынса фарман булғас, беҙҙең тарафтан да әлегә колхоздарҙы һаҡларға кәрәк, тигән тәҡдим индерелде. Сөнки беҙҙең ауыл халҡы борон-борондан күмәкләп ерҙә эшләргә өйрәнгән һәм колхоздарҙы тарҡатып, юғарынан күрһәтмә ысулы менән фермер хужалыҡтары төҙөп, уңышҡа өлгәшеп булмаясаҡ, тинек. Беҙҙең был тәҡдимдәр бермә-бер раҫланды. Шул саҡтағы шауҡым буйынса процентһыҙ кредит алыусы фермерҙар береһе лә йүнләп эшләп китә алманы. Бөгөн уларҙың тик йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүгә ҡулайлашҡандары ғына ҡалды. Х. Барлыбаев: 1990 йылдарҙа колхоз һәм совхоздарҙы ҡапыл бөтөрөү хата булыр ине һәм быны эшләмәү беҙҙең республиканың ҡаҙанышы булды. Колхоздарҙы ҡапыл тарҡатыу насармы-яҡшымы яйға һалынған етештереү ысулын тиҙ арала юҡҡа сығарып, әле билдәле булмаған, эш тәртибе куҙапланмаған ысулдар көнлө булып ҡалыуға килтерер ине. Шуға күрә колхоздарҙың етешһеҙлектәрен яйлап бөтөрөп, яңы ысулдарҙың төрлө формаларын яйға һалыу өсөн ваҡытты һуҙыу кәрәк булды. Был өлкәлә Башҡортостан шулай эш итергә тырышты һәм бының һөҙөмтәһендә беҙҙең республикала ауыл хужалығы оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килде. Хәҙер иһә, беҙҙән алда колхоздарын бөтөргән күршеләр баҙар юлына күсеп, алға китә башланы. Шуға күрә беҙгә ауыл хужалығында яңыса эш итеү формаларын үҙләштереүҙе ҡыҙыулатырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта коллектив хужалыҡтарҙың, кооперативтарҙың төрлө формаларын, шәхси һәм фермер хужалыҡтарын үҫтереү системаһын әүҙем рәүештә яйға һалырға кәрәк ине, һәм был аҙмы-күпме шулай эшләнде. Әммә эшләйһе эштәр эшләмәгәненән күберәк. Сөнки "Колхоз һәйбәт ине, колхоздан башҡа йәшәп булмай", тип һаман да күктән нимәлер көтөп ултырыусылар бар.

Алдағы йыл башынан ерҙәрҙе уларҙың ысын хужаларына ҡайтарыу башланасаҡ. Тимәк, тегеләй-былай итеп йәшәп килгән колхоздар үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ һәм һәр кем үҙ ерендә зшларгә тейеш буласаҡ. Ерҙе эшкәртеүгә байле ауылдарҙың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

М. Иҫәнбаев: Был тәңгәлдә беҙҙең республикала мәсьәлә дөрөҫ ҡуйылған, тип уйлайым. Беҙҙә һәр кемдең пай ере буласаҡ, ул арендаға биреләсәк. Ер һатылмаясаҡ. Сөнки Рәсәй иле, ғөмүмән, ер һатыуҙы индереүгә әҙер түгел. Бының өсөн ергә иҡтисади яҡтан хаҡ бирелергә тейеш. Донъяның башҡа илдәре менән сағыштырғанда, Рәсәйҙә тәбиғи байлыҡтарҙың хаҡы юҡ. Беҙ әлегә тиклем ул байлыҡтар менән, символик кенә хаҡ ҡуйып, бушлай файҙаландыҡ. Хәҙерге ергә һалым кадастр баһаға ҡарап ҡына билдәләнә. Кадастр баһа - ул тупраҡтың уңдырышлы өҫкә ҡатламына ғына бирелгән баһа. Беҙҙә әлегә иң ҡиммәт ер Кырмыҫҡапы, Дүртөйлө, Илеш райондарында. Ә бына Хәйбулланың ҡоролоҡ арҡаһында йыл һайын тигеҙ уңыш бирә алмаған ерҙең кадастр баһа буйынса хаҡы бик түбән. Әгәр ҙә ер аҫты байлыҡтары менән ерҙең ысын хаҡын билдәләйем, тиһәң, шул уҡ Хәйбулла еренең бөгөн хаҡы иң юғарыһы. Шул уҡ ваҡытта нефть табылған ерҙәр ҙә ҡиммәт тора Хосусилаштырыу һылтауы менән бөгөн бөтөн ер өҫтө байлығын ваучерға күсереп, бүлешеп алып бөттөләр, ер аҫтындағы байлыҡ ҡына ҡалды. Бына шуларҙы ҡулға эләктереү өсөн уйлап сығарҙылар был ер реформаһын. Хәҙерге көндә Әбйәлил районында, бигерәк тә Магнитогор-скиға яҡын ятҡан ауылдарҙа ер һатыу процесы башланды. Нисек башҡарыла был алыш-биреш? Бигерәк тә эскеселәр өйҙәрен ҡала кешеләренә һата. Өй урыны менән баҡса участкаһы ла һатыла бит инде. Унда магниттар дача төҙөй һәм ер әкренләп беҙҙән китә.

Х. Барлыбаев: Ерҙә эш итеүҙең яңы формаларын инде реү ныҡышмалы һәм ентекле ой оштороу эштәре алып барыуҙы, һәр крәҫтиәндең уяу һәм һаҡ бу лыуын талап итә. Иң элек ауыл эшсәндәренә бөгөнгө ер милкенә ҡағылған кодекс һәм закон дарҙың төп төшөнсәләрен үҙләштерергә кәрәк. Ер ҡиммәте - бөтә донъяла иң ҡиммәтлеһе. Уңдырышлы, ҡалаларға, транспорт юлдарына яҡын ерҙәрҙең хаҡы һәр 3-5 йыл һайын унарлаған, йөҙәрләгән тапҡырға ҡиммәтләнәсәк. Сөнки Ер шарында кеше һаны күбәйә, ә ер майҙаны шул килеш ҡала килә. Ҡытайҙа, мәҫәлән, кешеләр ер таба алмай. Унда ерҙең һәр аҙымы иҫәпле. Хатта ҡыуаҡ төптәренә тиклем тупраҡты ҡул менән эшкәртеп, нәмәлер үҫтерәләр. Шуға күрә, бөгөн ерҙе һатып, унан алған барлы-юҡлы аҡсаны елгә осорғансы, ерле булып йәшәү ышаныслыраҡ буласаҡ. Һәр ауылда, ҡалала муниципаль ерҙәрҙе һатыуға урындағы советтар, төрлө комиссиялар тарафынан ныҡлы контроль булдырырға кәрәк. Ауыл хужалығы эштәрен алып барыу тәңгәлендә төрлө яңы продукциялар етештереүҙе үҙләштереү, һатып алыу, һатыу, етештереү һәм башҡа кооператив формалар булдырыуҙы яйға һалырға кәрәк буласаҡ. Кайһы бер райондарҙа бындай эштәр бөгөн үк алып барыла ла инде.

Милли идея - ул бик ябай төшөнсә. Ул халҡыбыҙҙың быуаттар буйы барлыҡҡа килгән тормошҡа ҡарашына, эске мәҙәнилегөнә, тупланған рухи байлығына бәйләнгән. Уның йөкмәткеһе шундай: үҙ телеңде, мәҙәниәтеңде, ғөреф-ғәҙәттәреңде бел, аңла һәм ярат, йәшәйеш ҡанундарын күҙәт, эшһвйәрлекте онотма, һәр саҡ уҡыуға, белемгә ынтыл, айыҡ тормошта йәшә, дуҫлыҡҡа һәм туғанлыҡҡа тоғро бул, намыҫыңды юғалтма, дингә ышанһаң, уның ҡанундарын теүәл үтә, ышанмаһаң -ихтирам ит, башҡалар менән бергә уның әхлаҡ һәм йола нормаларын теүәл үтә, башҡа милләттәрҙе үҙ халҡыңды яратҡан кеүек ихтирам ит, бвтә донъя, бвтә ил ҡайғыһы менән йәшә.

Теләйбеҙме-юкмы, үҙенең барлыҡ ысынбарлығы менән элек беҙ яратмайынса "капитализм" тип атаған ҡоролош алдыбыҙға баҫты. Ул ҡоролоштоң ҡанундарын ҡабул иткәндәр, уға яраҡлашҡандар ғына йәшәй аласаҡ, тимәк...

М. Иҫәнбаев: Был уй мине көнө-төнө, бер туҡтауһыҙ бор сой. Беҙ ошо ерҙә йәшәгәс, Ай ға күсеп китә алмайбыҙ. Шулай булғас, заман ҡуйған шарттарға яраҡлашырға һәм яңы шарттарҙа үҙебеҙҙең урыныбыҙҙы билдәләргә тейешбеҙ. Тик дөйәғош ҡына ҡомға башын тығып, кешеләр күҙенән йәшенергә маташа, әммә уның барлыҡ кәүҙәһе күренеп тора. Киләсәктә кем әүҙем, кем инициативалы, улар юғалып ҡалмаясаҡ. Ике йыл элек Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылындағы туғандарыбыҙҙа ҡунаҡта ултырғанда, бер туғаным ауылда эш булмауына, йәштәрҙең әсеүенә, үҙ-ара һуғы-шыуына зарланып алды. Мин уға: "Хоҙай һеҙгә бөтәһен дә биргән: бына ята урман, сәсеүлектәр, көтөүлектәр, са- б ы н - лыҡтар, Һаҡмар йылғаһы аға... Доноп ятҡан Һаҡмар туғайҙарын да кәбеҫтәне лә, кишерҙе лә, сөгөлдөрҙө лә, һуғанды ла үҫте реп була. Һеҙ бит уларҙы Си байҙан, Магниттан ташыйһығыҙ. Һеҙ, киреһенсә, ошоларҙы бын да үҫтереп, Сибай, Магнит баҙарҙарына сығарырға тей ешһегеҙ. Ә һеҙ эш юҡ, тип әйтәһегеҙ..." - тип әйтергә тура килде уға. Бынан биш-алты йыл элек баҡсама мунса бураһы бе лешеп йөрөнөм. Шунда бер егетте осраттым. Ул миңә: "Ад ресығыҙҙы бирегеҙ, бура кил терәм", - тине. Ул егет үҙе Үзбәкстанда тыуып үҫкән. Әсәһе башҡорт, атаһы татар милләтенән. Уның Йылайырҙан алып Учалыға тиклем урман зонаһында урман ҡырҡыусы бригадалары эшләй икән. Ағас ҡырҡып, Башҡортостандың мебель фабрикаларын тәьмин итеп торалар. Ыңғайында мунса буралары ла эшләп осоралар икән. "Нисек индә, Үзбәкстандан килеп, шул эштәрҙе башҡара алаһың?" - тип һораным үҙенән. "Урманда хәҙер хужа юҡ бит, кем теләй, шул ала",- тип яуап бирҙе ул егет. Ҡунаҡта ултырған туғандарыма ошо хаҡта һөйләнем. Ысынлап та, бына ошо нигеҙҙә генә лә күпме эштәр башҡарып була. Ә беҙҙекеләр ғәмһеҙ, вайымһыҙ, колхоз бөткәс, йәшәү ҙә туҡтаны, тип тик ултыра.

Х. Барлыбаев: Тәбиғәттә булған тәбиғи һайлап алыу хәҙер йәмғиәттә лә буласаҡ. Был ос- раҡта күп һәм тырышып уҡыған, айыҡ тормош алып барған, ныҡышмалы һәм егәрле эшләгән кеше генә уңышҡа өлгәшәсәк. Башҡаса юл юҡ. Алдынғы илдәрҙә йәшәүселәрҙең бетәһе лә шулай эш итә. Минең бер дуҫтың аграр университетты бөткән улы үткән йыл йәй Германиялағы бер хәлле фермер хужалығында өс ай контракт буйынса эшләп, немец теле буйынса стажировка үтеп, аҙмы-күпме аҡса эшләп ҡайтты. Теге фермер был егетте бер ялһыҙ, һәр көн иртәнге сәғәт 6-нан киске 9-ға тиклем үҙе менән бергә алып йөрөп эшләтеп, хәлдән тайҙырып ҡайтарған. Шул өс ай эсендә теге фермер 2-3 кис кенә күрше ҡалалағы театрға барып ҡайтҡан. Бына шулай ул Европалағы бай фермерҙарҙың тормошо.

Һуңғы ваҡытта милли идея хаҡында күп һөйләйҙар, яҙалар. Замандың һәр терлө шарттарында ла милләтте һаҡлап ҡа- . лырлык милли > идеяны һеҙ ниҙә күрәһегеҙ?

М. Иҫәнбаев: Быны бер һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгелдер. Милли идеябыҙ ни геҙендә ысын мәғәнәһендәге ба шҡорт менталите- тын барлыҡҡа кил тереү ятырға тейе штер. Бынан тыш, милли шәхестәре беҙҙең ижтимағи әүҙемлеген арттырыу зарур. Беҙҙең милләт вәкилдәре ил етәкселегенең һәр даирәһенә үрләп, шул кимәлдән милләттең ихтыяжын ҡайғыртырға бурыслы. Бөгөнгөләй ҡатмарлы заманда шунһыҙ милләт өсөн бик ҡыйынға тура киләсәк. Беҙҙең халыҡҡа ғына хас милли ғорурлыҡ тойғоһо ла бар. Ба- тырлыҡ, эске донъяңдың таҙалығы, һәр төрлө ялған менән килешә алмау, кешелеклек кеүек сифаттар. Төрлө хәлдәр була: мин үҙемә насарлыҡ эшләгән кешегә шулай уҡ итеп яуап биргәнем дә булды. Әммә мин бынан ләззәт таба алманым. Ә индә кешенең ауыр хәленә инеп, ярҙам итеүем ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо алып килә. Беҙҙә үҙ-үҙебеҙгө баһа биреү бик түбән кимәлдә. Бигерәк тә гәзит-журнал биттәрендә "Халҡыбыҙ бөтә инде" тигән зарланыу китте. Кемдәр әйтә бит әле ундай һүҙҙәрҙе! Ауылда йәшәгән кеше шул һүҙҙәрҙе уҡый ҙа, үҙ-үҙен шул һүҙҙәргә ышандыра башлай. Ышанмаҫ ине, ул һүҙҙәрҙе аҡыллы, был мәсьәләне белгән кеше - профессор әйткән. Заманында "Башҡорт милләтселегенә ҡаршы көрәш" тигән идеология алып барылды. Шулай ҙа быуаттар буйы үҙ азатлығын юғалтмаҫ өсөн көрәшкән халҡыбыҙ үҙенең менталитетын һаҡлап ҡалырға ла ынтылды. Беҙҙән, баймаҡтарҙан, "күкрәге күм-күк" тип көләләр. Минеңсә, был милли ғорурлыҡ, милли менталитет сағылышы, маҡтан-сыҡлыҡ түгел. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡтың милли идеяһы нигеҙендә милли ғорурлыҡ ятырға тейеш.

Х. Барлыбаев: Милли идея -ул бик ябай төшөнсә. Ул халҡыбыҙҙың быуаттар буйы барлыҡҡа килгән тормошҡа ҡарашына, эске мәҙәнилегенә, тупланған рухи байлығына бәйләнгән. Уның йөкмәткеһе шундай: үҙ теленде, мәҙәниәтеңде, ғөрөф-ғәҙәттәреңде бел, аңла һәм ярат, йәшәйеш ҡанундарын күҙәт, эшһөйәрлекте онотма, һәр саҡ уҡыуға, белемгә ынтыл, айыҡ тормошта йәшә, дуҫлыҡҡа һәм туғанлыҡҡа тоғро бул, намыҫыңды юғалтма, дингә ышанһаң, уның ҡанундарын теүәл үтә, ышанмаһаң - ихтирам ит, башҡалар менән бергә уның әхлаҡ һәм йола нормаларын теүәл үтә, башҡа милләттәрҙе үҙ хапҡынды яратҡан кеүек ихтирам ит, бөтә донъя, бөтә ил ҡайғыһы менән йәшә. Башҡа ниндәйҙер серле һәм мөғжизәле милли идея эҙләү файҙаһыҙ эштер гип уйлайым. Мөғжизәләр тик тырыш хеҙмәттә генә тыуасаҡ. Элек башҡорт та, рус та, немец та милли идея эҙләмәгән, бары тик матур итеп йәшәй генә белгән. Үкенескә ҡаршы, цивилизация халҡыбыҙға бик күп ауырыуҙар алып килде. Беҙҙең халыҡ элек далаһында, тауҙарында йәйрәп үҙе генә йәшәгән саҡта бөтөнләй ауырымаған. Һуңғы 300-400 йыл эсендә генә беҙгә ауырыуҙар килә башлай. Әле глобаль йылыныу ҙа төрлө сирҙәр килтереүе ихтимал. Халҡыбыҙҙың күңел үҙәне таҙа, имен. Насар күренештәр бар, әлбиттә. Әйтәйек, элекке мәҙәниәт йорттары йәштәрҙең төндә йыйылып эсеү, күңел асыу урынына, ҡайһы бер урындарҙа аҙғынлыҡ үҙәктәренә әүерелеп бара. Был күренеште бөтөрергә кәрак.

Әхмәр ҮТӘБАЙ.

«Киске Өфө» гәзите, 3-9 декабрь 2005