Ҡуртымға алырғамы, төҙөргәме әллә һатып алырғамы?

Өй       Йыл һайын республикала торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре арта. Мәҫәлән, былтыр 1,856 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө. Был 22,9 мең фатир. Әйткәндәй, был күрһәткес элгәре йылғы кимәлдән 8,9 процентҡа юғары булды һәм һуңғы 16 йыл эсендә иң юғары күрһәткес булып тора.
       Һуңғы өс йылда ғына республиканың торлаҡ фонды 3,4 миллион квадрат метрға артты.

       Өфөлә былтыр 611 мең торлаҡ "квадраты" тапшырылды. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә хаҡтар үҫешен туҡтатыуға өлгәшеп булмай. Әгәр былтыр улар ун процентҡа кәмеһә, быйылғы ғинуар бының даими тенденция булмауын күрһәтте.
       Бөгөн Өфөнөң торлаҡ баҙарында хәлдәр нисек һуң? Икенсел баҙар тураһында һөйләгәндә, ғинуарҙа бында хаҡтар уртаса 1,5 процентҡа артты. Айырым алғанда, бер бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы бер процентҡа кәмене - һәр квадрат метрҙың хаҡы 53,53 мең һум. Ике бүлмәле фатирҙар 3,2 процентҡа ҡиммәтәйҙе, йәғни һәр "квадрат"тың хаҡы 50,43 мең һум тәшкил итте, ә өс бүлмәлеләр - 2,6 процентҡа, йәғни 48,3 мең һум.
       Элеккесә, иң ҡиммәт фатирҙар - Үҙәктә, унда бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 55 мең һумдан ашып китә, Шаҡшала "квадрат"ын 39 мең һумдан фатир һатып алырға мөмкин.
       "Эксперт" күсемһеҙ милек агентлығы аналитиктары билдәләүенсә, торлаҡтың табышлылыҡ индексы күтәрелә башлаған. Бөгөн ул "минус" 0,15 банк депозиты тәшкил итә. Был нимәне белдерә һуң? Күсемһеҙ милеккә һалыуҙар инвесторҙарға банкылағы депозиттан күберәк килем бирмәһә лә, торлаҡтан табышлылыҡ күтәрелә башланы.
       Быйыл ипотека кредиты биреүҙең баҙар индексы ла 0,2 процентҡа үҫте (йыллыҡ 12,4 процент), икенсе төрлө әйткәндә, бөтә банкылар ҙа ипотека займдары буйынса проценттарҙы күтәрҙе. Әммә бөгөн банкылар ун кешенән етәүһенә генә кредит бирә. Был кредит ойошмаларының ипотека буйынса талаптарҙы ҡатыландырыуы тураһында һөйләй, беренсе сиратта - клиенттарҙың түләү һәләтлелегенә ҡарап.
       Фатирҙарға ҡуртым ставкаһы торлаҡ хаҡына ҡарағанда тиҙерәк үҫә. Һорау-тәҡдим кимәле бер тигеҙ көйөнсә һаҡлана. Етмәһә, 2007 йылдағы инфляцияны һәм торлаҡҡа хаҡтар ун процентҡа кәмеүен иҫәпкә алғанда, дөйөм хаҡтар кәмеү 20 процент (2007 йыл башында аҡса ҡиммәтенә ҡарата) тиерлек тәшкил иткән.
       Әйткәндәй, ҡуртым тураһында һөйләгәндә, быйыл ғинуар айында Өфөлә бөтә төр фатирҙар буйынса уртаса ҡуртым хаҡы 11780 һум тәшкил иткән. Айырым алғанда, бер бүлмәле фатирҙы бер айға ҡуртымға алыу - 1,8 процентҡа, 9140 һумға тиклем, ике бүлмәлене - 4,8 процентҡа, 12960 һумға тиклем күтәрелгән, ә өс бүлмәлене ҡуртымға алыу 2,4 процентҡа, 16,715 һумға тиклем төшкән.
       Ҡуртым түләүе буйынса иң беренсе урында Йәшел ҡурсаулыҡ биҫтәһе тора, унда фатирҙы 9 меңдән 20 мең һумға тиклем ҡуртымға алырға мөмкин. Икенсе урында - Октябрь проспекты, унда хаҡтар диапазоны - айына һигеҙ меңдән 20 меңгә тиклем. Унан ҡала Сипайлово килә (8,5-18 мең һум).
       Әйткәндәй, иң күп торлаҡ Октябрь проспектында тапшырыла (31 процент), һуңынан Сипайлово (ҡала буйынса бөтә тәҡдимдәрҙең 28 проценты), Черниковка (20 процент), Үҙәк (11 процент) һәм Йәшел сауҡалыҡ (10 процент) килә.
       Ғинуар айында Өфөнөң беренсел баҙарында хаҡтар артыуы теркәлде. Бер айҙа Өфөлә яңы төҙөлгән фатирҙарҙың уртаса хаҡы 1,5 процентҡа күтәрелде. Февраль башына бер бүлмәле фатирҙар буйынса уртаса тәҡдим хаҡы 47,3 мең һум тәшкил итте, был 2007 йылдың декабренән 4,4 процентҡа юғарыраҡ. Ике бүлмәле фатирҙар бер айҙа 1,8 процентҡа, йәғни бер квадрат метры 46 мең һумға тиклем ҡиммәтәйҙе, өс бүлмәлеләр дүрт процентҡа, 45,1 мең һумға тиклем арзанайҙы.
       Быйыл ни булырын аналитиктар әлегә әйтә алмай. Шулай ҙа барыһы ла бер фекер яҡлы - бөтә күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар артыуын дауам итәсәк.

"БАШвестЪ"