Ирен буяуы эффекты

       Яҡшыға тиҙ һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ өйрәнәһең, тиҙәр. Кире процесс йөрәк әрнеткес. Кемдең һәләкәтле ҡылығы булған (миҫал өсөн, тәмәке тартҡан), әммә унан ваҡытында ҡотола алған, быны ул аңлай, ә дөрөҫөрәге тоя ала. Дөйөм алғанда, тәмәке тартҡан кеше тирә-яҡтағыларға айырым мәшәҡәт тыуҙырмай. Әммә үҙегеҙҙе никотин ҡулланыуҙа сикләп ҡарағыҙ - организм шунда уҡ протест белдерәсәк. Кем бер тапҡыр булһа ла тәмәке тартыуҙы ташларға ҡарар иткән, ул яҡшы белә, беренсе осорҙа тәмәкене ҡулланыу ике тапҡырға тиерлек арта.

       Врач-психологтар был феноменға лайыҡлы аңлатма бирә. Беҙ быны икенсе яҡтан ҡарайыҡ. Һәм быға бәйле ҡомарлы "косметико-парфюмо-маньяк"тың тойғоларын килтереү урынлы булыр. Шулай итеп...
       Ошо көндәрҙә косметика һатып алырға булдым. Эйе, күп итеп! Биҙәнеү әйберҙәре урынлашҡан шкафҡа күҙ һалдым. Бер нисә яңы ялтырауыҡ алырға кәрәк, тип уйлап ҡуйҙым. Биткә һөртә торған инлек тә бөтөп килә, яңыһын һатып алырға ваҡыт. Ә был еҫле һыу ялҡытты, һәм өҫтәүенә... Туҡта! Мин нигә аҡланам әле? Тәрән һулап һәм ҡулаҡса алып, мин ҡыйыу ғына өйҙән сыҡтым.
       Магазинға килгәс, мин ғәжәпкә ҡалдым. Баҡтиһәң, гүзәл заттарҙың һатып алыу һәләтлелегенә бер ниндәй көрсөк тә, бер ниндәй эшһеҙлек тә тәьҫир итмәй икән. Ғәҙәти көн булыуға ҡарамаҫтан, билдәле бер стилдә кейенгән ҡыҙҙар төркөмө магазин буйлап йөрөй. Улар борсоулы йөҙ менән витринаны ҡарай, осһоҙ тауар менән тулған кәрзинәне аҡтара, оҙон сиратҡа баҫа һәм, бәхетлеләр, буғай... Кассир һатып алыусыларға чек менән бергә төҫлө пакеттар өләшә.
       Донъя баҙарында финанс болаһы көндән-көн хаҡтарҙы арттыра.
       - Сәйер, эйеме? Хаҡтар күтәрелә, ә магазин тулы халыҡ, - тип уйлап ҡуйҙым мин душ өсөн хуш еҫле гелде күреп.
       Хәйер, мин дә уның ҡайғыһы юҡ ине - хуш еҫле гель артында мин яратҡан биҙәнеү әйберҙәре күҙҙе ҡамаштыра ине. Мин шунда уҡ косметика стендына уҡталдым.
       Аҙағын әҙ-мәҙ генә хәтерләйем. Ал төҫтәге шампунь, күҙ өсөн тәғәйенләнгән буяуҙар, 300 һумлыҡ (һәм был ташламаһыҙ) ялтырап торған пудра, 100 һумлыҡ төҫлө тушь - былар ни рәүешле ҡулыма эләккәндер... Гүзәл заттар бер-береһенән ҡалышмай. Кем тағы нимә алды - яҡ-яҡҡа ҡыҙыҡһынып ҡараш ташлап, күҙ ҡабағы өсөн бер нисә ҡәләм һәм осһоҙ лак һатып алды.
       - Ҡарағыҙ, иҫ киткес төҫ! Был төҫ һеҙгә килешә! - тине кемдер шыйыҡ помада футлярын миңә һоноп. - Ҡулдар шунда уҡ уны эләктереп алды... Ҡулыма килеп эләккән ирен буяуы башымды әйләндерҙе. Һәм, ниһайәт, оператор хаҡын әйткәс, тәмле төшөм өҙөлдө...
       - Уй алла, әлбиттә, рәхим итегеҙ! - һатыусыға янсыҡта булған бөтә аҡсаны бирҙем һәм моңһоу һулап ҡуйҙым - ваҡ аҡса бүлегендә тетелеп бөткән бер унлыҡ ҡалды. Әммә уйларға һуң ине - һатып алған әйбер пакетҡа инеп юғалды.
       Бер аҙна самаһы үткәс, сайтҡа күҙ һалырға булдым, һәм унда бер яңылыҡҡа юлыҡтым:
       "Финанс тикшереүселәр билдәләнгән хаҡтарҙың кәмеүен өйрәнеп, фонд биржаһын иғтибар менән күҙәтеп бара. Кем дөрөҫөн белергә теләй, улар өсөн уникаль күрһәткес бар, халыҡта "ирен помадаһы эффекты" тиҙәр".
       Сер түгел, автомобиль, күсемһеҙ милек, көнкүреш техникаһын һатыу кәмей. Әммә, иҡтисадсылар раҫлауынса, кешеләр шоппингтан бөтөнләй баш тартмай, ә осһоҙ тауарға күсә.
       - Миҫал өсөн, был биҙәнеү әйберҙәре - тип аңлата аналитик Дхавал Джоши (Бөйөк Британия). - Кешеләр күпкә сарыф итмәй, улар һаҡсыл тотона. Һөҙөмтәлә бәләкәй тауарға ихтыяж арта.
       Әйтергә кәрәк, "ирен помадаһы эффекты" 1930 йылдарҙа АҠШ-та "бөйөк депрессия" ваҡытында уҡ һиҙелә. Ул саҡта Американың сәнәғәт производствоһы ике тапҡырға кәмей, ә биҙәнеү әйберҙәрен һатыу арта. Көрсөк осоронда (80-90-сы һәм 2000 йылдар башы) шәхси ҡулланыу тауарҙары секторы Европаның башҡа тармаҡтарын йөҙ процентҡа уҙып китте. Шуныһы ҡыҙыҡ, бындай тәртип бөтә илдәр өсөн хас һәм ҡулланыусыларҙың мәҙәни традицияларына бәйле түгел.
       Сәйер! Әммә был Рәсәй ысынбарлығы шарттарында эшләйме һуң? Билдәле булыуынса, рәсәйҙәрҙең етешлек кимәле европалыларға "тиңләшмәй" бит, беҙҙең халыҡтың менталитеты ла башҡаса.
       "БАШвестЪ" был мәсьәләне асыҡлау маҡсаты менән ҡулланыусыларҙың үҙҙәренән һорарға ҡарар итте. Һәм бына нимә килеп сыҡты:
       - Мин быйылға тун һәм телевизор һатып алмаҫҡа ҡарар иттем, - ти 32 йәшлек Виктория. - Әммә биҙәнеү әйберҙәрен һәм осһоҙ өҫ кейемен даими һатып алам. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙемә душ өсөн гель йәки матур ғына кофта һатып алһам, минең күңелем тыныслана.
       - Хушбуй, төрлө кремдар, биҙәнеү әйерҙәрен почта аша йәки магазиндан һатып алам, - ти 33 йәшлек Светлана. - Көрсөк башланыу менән быны йышыраҡ эшләй башланым. Ирем һөйләнә, ә мин барыбер һатып алам... Һәм бер ҙә туҡтайһы килмәй. Белмәйем, бәлки, миңә дауаланырға кәрәктер?
       - Көрсөккә тиклем күпме һатып алынһа, әле лә шунса алам, - ти Екатерина. - Үҙемде шатландырырға теләһәм, һатып алыуҙан баш тартмайым. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ниндәйҙер финанс боланан биҙәнмәй башлар, тип уйлайһығыҙмы?
       Ир-аттарҙың да фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ әле. Һүҙ - көслө заттарға.
       - 15 меңгә яңы компьютер һатып алыу урынына, юғары класлы "оперативка" һәм яңы винчестер һатып алырға тура килде, - ти 42 йәшлек Александр. - Күпкә ҡарар итмәйем - сөнки дуҫтарым бурыстарын ҡайтарырға ашыҡмай. Күрәһең, көрсөктә башҡаға сарыф итәләрҙер инде...
       Ҡулланыусыларыбыҙ шулай уйлай. Ә һатыусылар нимә ти һуң?
       - Ағымдағы йылда һатыу динамикаһы ысынлап та юғары, - ти косметика-парфюмерия селтәре консультанты Елена. - Бары тик - өҫтөнлөктәр алмашынды: масс-маркеттан ҡиммәт булмаған косметика популярлыҡ менән файҙаланыла.
       Шулай итеп, "ирен помадаһы эффекты" ысынлап та бар, беҙ һеҙҙең менән быға инандыҡ. Аҡса әҙ, әммә һатып алыу ҡомары юҡҡа сыҡмаясаҡ. Улай ғына ла түгел, ҡурҡыу барлыҡҡа килә - ысынлап та аҡса бөтһә? Ә унда - бөлгөнлөк, ярлылыҡ, эшһеҙлек... Шуға ла осһоҙға күсергә тура килә лә инде...
       Бының менән көрәшергә кәрәкме? Бер яҡтан, кәрәк. Бындай күренештең тамырҙары боронғолоҡҡа китә бит. Икенсе яҡтан - яңы ирен буяуы, инлек йәки бер терабайтлыҡ винчестер кемгә ҡамасаулай ала?

Дарья Святохина.
"
БАШвестЪ" гәзите.