Хәрби хеҙмәткә 21 йәштән өлкәнерәктәр алынасаҡ

Өйләнгән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар йортонан алыҫ түгел хеҙмәт итәсәк, ә 21 йәштән кесе егеттәр ғөмүмән армияға алынмаясаҡ. Башҡортостан хәрби комиссары Тимофей Назаров журналистар менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте. 1 октябрҙә башланған көҙгө призывҡа арналған матбуғат конференцияһы аншлаг менән үтте. Ул ғәжәп тә түгел - бер йыл хеҙмәт итеүгә күсеү менән армияла күп нәмә үҙгәрҙе, ә Көньяҡ Осетиялағы билдәле ваҡиғаларҙан һуң үҙгәрештәр тағы ла күбәйҙе. Хәрби комиссар индерелгән яңылыҡтарға төп баҫым яһаны ла.


       Башҡортостандың Әбйәлил районынан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы фажиғәле һәләк булғандан һуң ғаиләле егеттәрҙе ҡатындарынан һәм балаларынан алыҫ ебәрмәҫкә ҡарар иттеләр. Йөклө ҡатыны булған егет Төньяҡ Кавказға хеҙмәт итергә ебәрелә һәм быйыл августа Көньяҡ Осетияла үлтерелә. Ерләүгә бөтә райондан халыҡ йыйыла, Башҡортостандың хәрби комиссары ла килә.
       - Йәш кенә ҡыҙ, әсә булырға ла өлгөрмәй, тол ҡала, - тип билдәләне Азаров, был хәл өсөн үҙенең ғәйебен тойоп.
       Ул журналистарға шулай уҡ, 20 сентябрҙә һәләк булған һалдаттың тол ҡатыны имен-аман ул тапты, тине, ә Осетиялағы хәрби хәрәкәттәр барышында Башҡортостандан өс хәрби хеҙмәткәр һәләк булды, тағы бишәүһе яраланды.
       Ошо хәл нигеҙендә республика хәрби комиссары тәүге тапҡыр хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларына һәр саҡырылыусының ғаилә һәм социаль хәлен иҫәпкә алырға, уларҙың һәр береһенә индивидуаль ҡарарға бойороҡ бирҙе.
       - Өйләнгән егеттәр, бигерәк тә балалары булғандар, яҡындағы төбәктәргә - Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә, Татарстанға, Удмуртияға - хеҙмәт итергә ебәреләсәк, - тип белдерҙе Азаров.
       18-20 йәшлек хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға ике төп сәбәп арҡаһында теймәҫкә ҡарар иттеләр. Беренсеһе. Практиканан күренеүенсә, кеше үҙ аллы тормошҡа әле әҙер булмаған, психикаһы әле нығынмаған тап ошо йәштә хеҙмәт иткән саҡта үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар күп яһала. Һәм икенсеһе. Был егеттәргә, тип иҫәпләй республика властары, белем алыу мөмкинлеге бирергә кәрәк, сөнки кисәге мәктәп уҡыусыларына бөтә нәмәгә бер генә йыл бирелгән хәҙерге армияла бик ҡатмарлы буласаҡ.
       - Хәҙер башҡаса хеҙмәт итәләр. Матди һәм көнкүреш планында түгел: тормош көсөргәнешлелеге хәҙер бөтөнләй икенсе, - тине Азаров.
       Уҙған яҙ армияға республиканан бер 18 йәшлекте лә, бер мәктәп тамамлаусыны ла оҙатманылар, тип белдерҙе ул.
       Урта махсус уҡыу йортонда уҡыған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшенә еткән егеттәргә лә Башҡортостанда уҡыуын тамамларға һәм диплом алырға ваҡыт бирергә ҡарар иттеләр.
       Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса план бик ҙур булыуға ҡарамаҫтан, республикала ошондай ҡарарға килделәр. Быйыл көҙ ғәскәрҙәрҙе Башҡортостандан кәмендә 10900 егет тулыландырырға тейеш: сағыштырыу өсөн, яҙ республика Ҡораллы Көстәргә 6600 кеше оҙатты. Нарядты өлкән йәштәге призывниктар - кисектереүгә хоҡуғы менән файҙаланғандар иҫәбенә үтәргә ҡарар ителде. Бында юғары белемле егеттәргә баҫым яһаласаҡ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларҙы хәрби техника менән эш итергә өйрәтеү еңелерәк булыр, тип уйлайҙар. Башҡортостан хәрби комиссариаты күҙаллауы буйынса, бындай призывниктар быйыл көҙ 60 процент тирәһе булырға тейеш. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы ағзалары һәм хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре вуз тамамлаған һәр егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәһен өсөн бөтә саралар күрә. Айырым алғанда, хеҙмәт итмәгән егеттәргә сит илгә сығыу еңелдән булмаясаҡ.
       - Әгәр юғары белемле егет хеҙмәт итмәгән икән - ул йәки криминал, йәғни ҡасып ҡалған, йәки һаулығы буйынса яраҡһыҙ, - тип белдерҙе Тимофей Азаров.
       Әйткәндәй, быйыл көҙ хеҙмәт итеү урындарына оҙатыу иртәрәк башланасаҡ: беренсеһе 25 октябргә планлаштырылған, ғәҙәттә, 7-8 ноябрҙә оҙата башлай торғайнылар. "БАШвестЪ" хәбәр итеүенсә, ноябрь-декабрҙә иғтибарҙы оҙатыуға йүнәлтеү өсөн, республика алдында саҡырыуҙы октябрҙә үк тамамлау бурысы тора. Призывниктар бик күп булыу менән бәйле - һуңғы тапҡыр был тиклем егеттәрҙе республика 15 йыл элек оҙатҡайны - Республика йыйылма пункты тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Унда бер үк ваҡытта 600 кеше һыя, һәм элек был етә торғайны, ләкин хәҙер хәл үҙгәрҙе. Башҡортостан хәрби комиссариатында, 11 меңгә яҡын кешене оҙатырға өлгөрөү өсөн йыйылма пунктта бер юлы мең ярым кешене урынлаштырырға кәрәк буласаҡ. Шуға күрә оҙатыуға ай ярым түгел, ике ай бүлергә ҡарар ителде. Бынан тыш, хәҙер призывниктар йыйылма пунктында бер тәүлек кенә буласаҡ, ә элек улар өсәр-дүртәр көн була торғайнылар. Улар хәрби форма алырға, мораль яҡтан хәрби хеҙмәткә әҙерләнергә, ә иң мөһиме - ҡабаттан медицина тикшереүе үтергә өлгөрә инеләр. Хәҙер иһә контроль медосмотрға ваҡыт булмаясаҡ. Шулай итеп, призывниктың сәләмәтлеген һәм хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ дәрәжәһен билдәләү өсөн бөтә яуаплылыҡ район һәм ҡалалар хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларына төшә.
       - Яуаплылыҡты призывниктың медицина картаһына ҡул ҡуйыусы күтәрә, - тип айырып билдәләне Тимофей Азаров.
       Башҡортостан хәрби комиссариатында был перспективаға хәүефләнеберәк ҡарайҙар. Хәрби комиссариаттың хәрби-врач комиссияһы рәйесе Роберт Йыһангиров билдәләүенсә, һәр саҡырыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса йыйылма пункттан медицина күрһәткестәре буйынса 200-ләп кешене кире ҡайтара, тағы 400-гә яҡын кешенең яраҡлылыҡ категорияһын үҙгәртә торғайнылар. Хәҙер иһә урындарҙа үткәрелгән медицина тикшереүе һөҙөмтәләрен ҡайтанан тикшерергә ваҡыт булмаясаҡ, ә сәләмәтлеге буйынса йыйылма пунктынан, бигерәк тә хәрби частан кире ҡайтарыу - ул саҡырыу комиссияларының эшендәге ҙур етешһеҙлек. 2008 йылғы яҙғы саҡырыу һөҙөмтәләре буйынса йыйылма пунктынан 132 призывник кире ҡайтарылды, ә ғәскәрҙәрҙән - һигеҙ кеше. Башлыса өлкән йәштәге йәштәрҙе саҡырырға планлаштырыуҙары менән бәйле, Йыһангиров, 18-20 йәшлек егеттәр менән 24-26 йәшлектәрҙең һаулығында артыҡ айырма юҡ, тип билдәләне.
       Йыйылма пунктында ла призывниктарҙың хәрби кейемдәре өсөн урын етешмәүен асыҡланыҡ. Әйбер склады туп-тулы, егеттәр хеҙмәт итеү урынына кейеп китәсәк кейемдәрҙе спортзал бинаһында һаҡларға ҡарар иткәндәр: барыбер егеттәрҙең унда шөғөлләнергә ваҡыттары булмаясаҡ.
       Егеттәребеҙҙең төп өлөшө ҡоро ер ғәскәрҙәренә эләгәсәк - 4200 тирәһе. Эске ғәскәрҙәргә 1300 ебәреләсәк, десантсыларға - 300-гә яҡын, флотҡа - меңдән ашыу, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә - 700-ләп, космос ғәскәрҙәренә - 350 тирәһе кеше һәм башҡалар.
       500-гә яҡын Башҡортостан егете Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итәсәк. Бында Тимофей Азаров, бөтә Кавказ - "утлы нөктәләр" түгел, был Дондағы Ростов та, Краснодар ҙа, Волгоград та, тип айырып билдәләне. Контрактсылар етешмәүен иҫәпкә алып, ҡайтанан ваҡытлыса хеҙмәт итеүселәрҙе даими хәрби әҙерлек частарына ебәрергә ҡарар ителде, тине ул.
       Тотош Рәсәй буйынса быйыл көҙ Ҡораллы Көстәр сафына 219 мең тирәһе ваҡытлыса хеҙмәт итеүсе һалдат оҙатырға кәрәк. 2009 йылдың яҙында план бер ярым тапҡырға тиерлек - 40 процентҡа арттырыласаҡ, ә киләһе йылдың көҙөндә призывниктар һаны хәҙерге кампания менән сағыштырғанда 60 процентҡа артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡытын яңынан арттырыуҙары хаҡында мәсьәлә күтәрелмәй, тип билдәләне Азаров.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
«БАШвестЪ»  Интернет Гәзите