Көлкөлө хаталар

КӨЛКӨЛӨ ХАТАЛАР Laughing

    Яҙғаныңды компьютерҙа баҫҡанда, бер хәреф урынына икенсеһе баҫылһа, ғәжәп ҡыҙыҡ, хатта көлкөлө һүҙҙәр барлыҡҡа килә. Элек шундай хаталар ебәрелгән гәзит-журнал мөхәррирҙәренә көлкө ҡайғыһы булмаған, әлбиттә. Ошондай һүҙҙәр эсегеҙ ҡатҡансы көлдөрмәһә лә, йылмайырға мәжбүр итер тип, бер килкеһен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.


Бахыр - ысын баһадирҙәр баҡыйлыҡҡа күсеп бөткәс, уларҙың урынын биләүсе ялған батыр.
Боракрат - ниндәй генә һорау менән килмә, бүлмәһенән кире бороп сығарыусы бюрократ түрә.
Бөтөринар (руссанан) - мал-тыуарҙы дөрөҫ дауалай белмәү арҡаһында мал хужаларын бөтөрөнөргә дусар иткән елғыуар ветеринар.
Көтәк - автобус көткәндә ел-ямғырҙан ышыҡлаусы кетәк ҡәҙәрле генә ҡоролма.
Ҡармаҡ - нисек кенә борғослаһаң да, тик үҙ яғыңа ғына кәкерәйә торған бармаҡ символы.
Муллионер - көрсөккә тиклемге осорҙа муллыҡтан зиһене томаланып, аҡсаһын нисек туҙҙырыу ысулын таба алмай ыҙаланған миллионер.
Өшҡыуар - элекке замандарҙа өшкөрә-өшкөрә сырхап китеүсенең тәненән сирҡыуыусы эшҡыуар.
Сумалёт (руссанан) - СССР-ҙан Ҡытайға һатылып, кире ҡайтарылған Рәсәй авиакомпанияһы самолеты.
Тараҡ - асығауыҙҙарҙы, тиҙ байығырға ынтылыусы байғоштарҙы һемәйтеп, уларҙың барлы-юҡлы аҡсаларын финанс пирамидаһына тарап тултырыусы ҡараҡ.
Телмәрйен - яҙ етеү менән баҡылдауҙан һис туҡтай алмаҫ тәлмәрйен кеүек, телмәр ене ҡағылған әҙәм.
Тирләшкә - аҙ ғына ҡыймылдаһа ла, тирләп-бешеп барыусы сирләшкә әҙәм.
Томалаҡ - әҙәм башын томалаусы иҫерткес эсемлектәр әҙерләү өсөн ҡулланылған ҡомалаҡ үҫемлеге.
Туҡмаҡ - әҙәм балаларының илке-һалҡы эшләп, еңел-елпе йәшәп, аҙып-туҙып йөрөгәндәренә арнап, сәнскеле һүҙҙәр менән биҙәлеп сығарылған таҡмаҡ.
Түрәшлек - булмағанды булды, тип аҡҡа төшөрөп, ҡараны - аҡ, аҡты - ҡара, тип, себенде фил ҙурлығында күрә алыусы вазифалы әҙәмдең күрәшлек сире.
Хапҡорһаҡ - һимеҙ ҡалъя йыш эләгеп, артығын һоғоноусы ҡапҡорһаҡ.
Хата - ашыҡ-бошоҡ тегелгән ҡыйыш ҡата.
Хурсаҡ - теге донъяла гонаһһыҙ ирҙәргә генә тәғәйен ҡурсаҡ кеүек матур хур ҡыҙы.
Хуш аяғына - ҡунаҡҡа килгән элекке президент Бушты оҙатыр алдынан Буш аяғына түгел, башына тәғәйенләнгән ботинкалар ярҙамында башҡарылған көнсығыш йолаһы.
Һанат - "Салауат Юлаев" командаһы өсөн аҡсаһын да, тауышын да һис йәлләмәҫ фанат.
Һыйырсыҡ - ҡош һөтө бирмәһә лә, көрсөк заманында һөт-ҡаймагын ауыҙ иткәнде сыйырсыҡ балаһындай ҡыуандырған бәләкәй һыйыр.
Шутлык (руссанан) - анекдот, көләмәс һөйләү маһирлығы, яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ килтепә алыу һәләте.

Бәҙри Әхмәтов
«Киске Өфө» гәзите, № 13, 2009й.