2009 йылдың үткәрелгән акциялар хроникаһы

2009 йыл сәйәси акцияларға бай булды. Уларҙы үткәреүҙә "Күк бүре" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ был акцияларҙа башҡорт йәмәғәт ойошмаларынан “Аҡтамыр”, “Урал”, Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы һәм "ТУҒАН ТЕЛ" вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.

2009 йылдың 30 мартында Конгресс-Холл эргәһендә “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт хәрәкәте республиканың үҙаллығын яҡлап, пикет ойошторҙо. Пиктҡа 100-ҙән ашыу кеше килде. Улар Башҡортостан Президентының урындағы халыҡ тарафынан һайланыуын талап иттеләр. Был пикет Мәскәүгә ҡаршы йүнәлтелгәйне. Федерализмға арналған пикет маҡсатына иреште.

2009 йылдың 18 апрелендә Рус дәүләт драма театры бинаһы эргәһендә бик ҙур митинг ойошторолдо. Митингты Башҡорт йәштәре иттифағы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли-төбәк компонентты яҡлауга арнаны.

Был акцияға бик күп кеше килде. Уларҙың һаны 6 меңгә етә ине. Бында Башҡортостандың Мәләүез, Баймаҡ, Көйөргәҙе райондарынан да автобустарға тейәлеп килгәйнеләр. Митингта сығыш яһаусылар араһында тик башҡорттар ғына булманы, икенсе милләт граждандары ла телмәр тотто. Бөтәһе лә Рәсәҙең 309-сы һанлы федераль законды ғәйепләне.

Акция айырыуса ҙур әһәмиәтле булды. 2009-2010 уҡыу йылында милли-төбәк компоненты тулыһынса Башҡортостанда һаҡланып ҡалды.

2009 йылдың йәйендә Бөрйән районынынң Мәндеғол ауылы эргәһендә Башҡорт йәштәре иттифағы йәштәр байрамы үткәрҙе. Байрам ваҡытында “Күк бүре” йәмәғәт хәрәкәте вәкиле сығыш яһай. Ул үҙенең сығышында ФСБ хеҙмәткәрҙәренең йәмәғәт ойошмалары эштәренә ҡыҫылыуы тураһында белдерә. Ана шул сығыш өсөн был егеткә енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Был эш сентябрь айына тиклем дауам ителә. Ошоноң арҡаһында бөтә башҡорт йәштәр ойошмаларына ФСБ, прокуратура тарафынан хаттар ебәрелә. Уларҙы предписаниелар тип атарға була. Бөтә йәштәр ойошмалары экстремизмда ғәйепләнә ине. Ундай предписаниены “Күк бүре” йәмәғәт хәрәкәте лә алды.

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы 25 сентябрҙә ошоға ҡағылышлы пресс-конференция үткәрҙе. Пресс-конференцияны БСТ каналында телевидениела күрһәттеләр. Унда йәштәр байрамында сығыш яһаған егеттең видеояҙмаһы ла күрһәтелде.

29 сентябрҙә БЙИ, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Прокуратура, ФСБ бинаһы эргәһендә пикет ойошторҙо. Пикетҡа 200 яҡын кеше килде. Нас всех не пересажаете!», “Свободу слова!” кеүек лозунгтар күтәреп йәштәр тора ине. Бер сәғәткә һуҙылды был акция. Республика телевидениеһы пикетты төшөрөп алды. Бер нисә кеше интервью бирҙе. Бында Башҡортостан, хатта сит өлкәләрҙән дә журналистар бар ине. Улар ҙа акцияла ҡатнашыусыларҙың интервью алды. Һуңынан Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Р.Т. Аҙнабаев БЙИ, «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре менән Башҡортостан буйынса ФСБ идаралығы начальнигына В.Н. Палагинға инделәр.

2009 йылдың 19 авгусында халыҡ мәғарифҡа булышлыҡ итеүсе “Аҡтамыр” башҡорт үҙәге милли мәғариф мәсьәләре буйынса пикет ойошторорға маташты. Ул пикет Конгресс-холл эргәһендә булырға тейеш ине. Шул көндө Конгресс-Холл залында Өфө ҡалаһы уҡытыусыларының конференцияһы үтте. Пикет 15 сәғәткә тәғәйенләнгәйне. Әммә акцияға бик аҙ кеше килеү сәбәпле, пикет килеп сыҡманы. Акцияны сентябрь айына күсерергә ҡарар ҡабул ителде.

2009 йылдың 19 сентябрендә «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт хәрәкәте йәнә Конгресс-холл эргәһәндә республиканың үҙаллылығын яҡлап, Рәсәйҙең унитар сәйәсәтенә ҡаршы пикет ойошторҙо. Пикетта Урал үҙәге, Аҡтамыр ойошмалары вәкилдәренән тыш, татар берекмәләренән дә вәкилдәр ҡанашты. Көн бик ямғырлы булды. Халыҡтың һаны 60-70 кешегә яҡын ине. Ямғыр яуыу сәбәпле ҡайһы бер лозынгтарҙы күтәреп булманы. Пикет митинг кеүек үтте. Күп кенә сығыш яһусыларҙың телмәрҙәрен “Азатлыҡ” радиостанцияһы хәбәрсеһе яҙып алды. Пикетта Хөҡүмәт рәйесе В.В. Путиндың сәйәсәте ғәйепләнде.

2009 йылдың 17 октябрендә “Күк бүре” башҡорт йәмәғәт хәрәкәте йәнә Конгресс-холл эргәһендә Башҡортостандың суверенитетын һәм 1993 йылда ҡабул ителгән Конституцияның тергеҙелеүен талап итеп пикет ойошторҙо. Бында ла татар ойошмаларынан килделәр.

Бик яҡшы үтте был акция. Бигерәк тә бигерәк тә бер егеттең акция башланыр алдынан шиғыр һөйләүе күптәргә оҡшаны. Ул “Ниңә йәнә беҙ 200 кеше пикетҡа сыҡтыҡ, ә ниңә 2000 түгел?”, тип һораны.

Пикетта 200 кеше ҡатнашты. Пикетта ҡатнашыусыларҙың төрлө власть органдарына адресланған мөрәжәғәте ҡабул ителде.

2009 йылдың 26 ноябрендә ҡала советы ҡаршыһында пикет ойошторолдо. Акцияны халыҡ ихтыяры хәрәкәте үткәрҙе. Улар «Күп милләтле халыҡтың суверенитеты” тураһында закон проектын ҡабул итеүҙе талап итә ине.

2009 йылдың 28 ноябрендә ҡала советы ҡаршыһында берләштерелгән оппозиция (лидер М. Хузин) 12 сәғәттә пикет ойошторҙо. Бында 200-гә яҡын кеше сыҡты. Пикетҡа сыҡҡандар республика прокуроры Хуртин, Хөҡүмәт Премьер-министры Р.С. Срабаев, Рәсәй хөҡүмәте рәйесе В.В. Путин кеүек әһелдәргә ҡаршы лозунгтар күтәргәйне.

2009 йылдың 12 декабендә 12 сәғәттә Өфө ҡала советы янында тағы бер пикет ойошторолдо. Пикеты Татар ижтимағи үҙәге (ТИҮ) ойошторҙо. Улар Татарстандағы милли хәрәҡәт лидеры Фәүзиә Байрамованы яҡлап сыҡты. Ф. Байрамованы Рәсәйҙең махсус хеҙмәттәре ҡулға алған һәм уға енәйәт еше ҡуҙғатҡан.

Уларға ошо акция ваҡытында Күк бүре башҡорт йәмәғәт хәрәкәте лә ҡушылды. Улар кеше хоҡуҡтары мәсьәләләрен күтәрҙе. Лоунгтарҙа «Күк бүре»– за демократию!», “Права человека – высшая ценность в РФ (ст. 2 Конституции)” яҙыуҙар яҙылғайны. Көн бик һыуыҡ булды. Милиция хеҙмәткәрҙәре “Күк бүре” хәрәкәте вәкилдәрен таратырға маташҡайны, ләкин уларҙың этэре килеп сыҡманы. Был акцияла 50 кешенән артығыраҡ халыҡ ҡатнашты.

ИРЕК АГИШЕВ, “Урал” үҙәгенең идара ағзаһы