Башҡорт йәмәғәтселәре Мәскәүҙе пикет һәм петициялар менән “йонсота”

     Милли республикаларҙың ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан федералдар мәғарифҡа ҡараған федераль законды аҫтыртын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Уға ярашлы 2009 йылдың 1 сентябренән мәктәптең уҡыу программаларынан региональ предметтар алып ташлана, уларҙың урынына федераль белем биреү стандартынан предметтар индерелә.

     Икенсе йыл инде, туған телде өйрәнеүгә бирелгән сәғәттәрҙең бөтөнләй ҡыҫҡарыуына хафаланған милли әҙселек йәмғиәт ойошмалары был законға ҡаршы ризаһыҙлыҡ акциялары ойоштора. Эш шунда, элек туған телдәр белем биреүҙә региональ компонент иҫәбенә өйрәнелә ине, ә хәҙер яңы законда ул булмаясаҡ. Рәсәй мәғариф министрлығы урындарҙағы туған телде өйрәнеүҙе яҡлаусыларҙы тынысландырырға маташа. Федераль чиновниктар яңы уҡыу программаһында региональ үҙенсәлекте мөмкин тиклем иҫәпкә алыуҙы вәғәҙә итә.
    Былтыр, шулай, Ҡазанда мәғариф мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә РФ мәғариф министры Фурсенко ярайһы ғына актер оҫталығы күрһәтте. Ул ныҡ асыуланған Шәймиевты республикаларҙа Дәүләт теле мотлаҡ өйрәнеләсәк, тик хәҙер ул федераль белем биреү стандартында буласаҡ, тип ҡыҙып-ҡыҙып ышандырырға маташты. Шул уҡ ваҡытта Фурсенко законға яңынан “региональ компонент” тигән төшөнсәне кире ҡайтарыуға үҙенең бер сара ла күрмәйәсәген барыһына ла асыҡ төшөндөрҙө.
     Әммә был Өфө башҡорт йәмәғәтселеген ҡәнәғәтләндермәй...
    2008 йылдың 20 декабрендә мәғариф тураһындағы федераль законға региональ компонентты ҡайтарыуҙы талап итеп “Күк бүре” башҡорт ижтимағи хәрәкәте ойошторған пикетта йөҙәрләгән студент ҡатнашты. Ризаһыҙлыҡ менән сығыш яһаусылар милли республикалар етәкселәрен федераль “тартышҡа” бирешмәҫкә һәм региональ законды юҡҡа сығарған законды тулыһынса бөтөрөүгә ирешергә саҡырҙы.
     Башҡорт халыҡ үҙәге “Урал” “Күк бүре”гә ҡарағанда уртасылыҡтараҡ сығыш яһай. Ошо көндәрҙә ул РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызловҡа мөрәжәғәт ебәрҙе. Унда ул Дәүләт Думаһына Федерация субьекттарына туған тел, республика дәүләт теле, республика йәки крайҙың тарихы, мәҙәниәте, географияһы кеүек предметтарҙың, артабан РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан федераль дәүләт белем биреү стандартына индереләсәк региональ белем биреү стандартын формалаштырыу хоҡуғы биргән федераль законды әҙерләүҙе һәм ҡабул итеүҙе талап итә.
     Башҡорт йәмғиәтселәренең пикет, петицияларының һөҙөмтәһе булырмы-юҡмы – тиҙ арала асыҡланасаҡ. Күп ваҡыт та түгел – 1 сентябрға тиклем бер нисә генә ай ҡалды.

 

Тимур Мохтаров