Бюджет нисек үтәлә?

БюджетБашҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2008 йылдың 1 мартына Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйынса 35 миллиард 234 миллион һумлыҡ килем индерелгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 6 миллиард 144,5 миллион һумға (21,1 %) күберәк. Шуларҙан федераль бюджет һәм Рәсәйҙең бюджеттан тыш дәүләт фондтары килеменә 25 миллиард 632,1 миллион һум (72,7 %) һәм Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджетына 9 миллиард 601,9 миллион һум (27,3 %) күсерелгән.

2008 йылдың ғинуар-февралендә федераль бюджетҡа килемдәр былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 5 миллиард 209,6 миллион һумға, йәки 25,5 процентҡа, һәм Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджетына 934,9 миллион һумға, йәки 10,8 процентҡа, артҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһы килемдәре нигеҙҙә (таможня түләүҙәрен иҫәпкә алмайынса) килемдәрҙең дөйөм күләмендә удель ауырлығы 65,3 процент тәшкил иткән Өфө, Стәрлетамаҡ (4,8 %), Нефтекама (2 %), Октябрьский (1,4 %) ҡала округтары һәм Өфө (4,4%), Туймазы (2,1 %),Учалы (1,8 %), Бәләбәй (1,6 %), Ишембай (1,2%), Көйөргәҙе (1 %) муниципаль райондары территорияларында тәьмин ителгән.
2008 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһы бюджеты шәхси һалымдар һәм һалым булмаған килемдәр буйынса 6 миллиард 957,9 миллион һумға (I кварталға планға ҡарата 59,7 %) үтәлгән. Шәхси килемдәрҙең төп сығанаҡтары түбәндәгеләр булды: ойошмаларҙың табышына һалым — 2 миллиард 228,1 миллион һум (шәхси килемдәрҙең дөйөм күләменең 32 проценты), физик шәхестәрҙең килеменә һалым — 2 миллиард 131,4 миллион һум (30,6 %), акциздар — 1 миллиард 174,5 миллион һум (16,9 %), мөлкәткә һалым — 489 миллион һум (7 %).
2008 йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдары 8 миллиард 961,1 миллион һум күләмендә финансланды, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 34,4 процентҡа, йәки 2 миллиард 292,4 миллион һумға, күберәк. Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдары структураһында түбәнге бюджеттарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә сығымдар (бюджет-ара трансферттар) 4 миллиард 552,8 миллион һум, йәки сығымдарҙың дөйөм күләменән 50,8 процент, республика учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә — 1 миллиард 265,6 миллион һум, йәки 14,1 процент, республика ойошмаларына субсидиялар һәм субвенциялар биреүгә — 319,2 миллион һум, йәки 3,6 процент, граждандарға социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға, пособиелар, пенсияларға өҫтәмәләр түләүгә һәм социаль тәьминәт буйынса башҡа сығымдарға — 784 миллион һум, йәки 8,7 процент, тәшкил итте.
Юл хужалығын финанслауға — 745,4 миллион һум, йәки 8,3 процент, капитал һалыуҙарға 534,2 миллион һум, йәки бюджеттың бөтә сығымдарынан 6 процент, аҡса бүленде. Сығымдарҙың күрһәтелгән йүнәлештәренә Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдарының 91,5 проценты тура килә.
2008 йылдың ғинуар-февралендә урындағы (муниципаль райондар, ҡала округтары, ауыл һәм ҡала биләмәләре) бюджеттарҙың һалым һәм һалым булмаған килемдәре 2 миллиард 898,2 миллион һум йәки 2008 йылдың I кварталы планына ҡарата 80 процент тәшкил итте, шул иҫәптән муниципаль райондар бюджеттарына 1 миллиард 023,1 миллион һум һәм ҡала округтары бюджеттарына 1 миллиард 875,1 миллион һум самаһы килем индерелде, был 2008 йылдың I кварталы планына ҡарата 76,4 процент һәм 82,1 процент тәшкил итте.

БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса.
"Башҡортостан" гәзите.