Ат кемдеке - йүгән шуныҡы

Йылҡысылыҡ – ҙур табыш килтереүсе тармаҡ

Рәсәйҙә йылҡысылыҡты үҫтереү концепцияһында  2010 йылға тиклем Мари Иле Республикаһында, Калуга, Рязань өлкәләрендә бейә һөтөнән сабыйҙарҙы туҡландырыу өсөн аҙыҡ әҙерләү буйынса фермалар булдырыу тураһында һүҙ алып барыла. Минеңсә, бейә һөтөнән балалар аҙығы етештереү үҙәген Башҡортостанда ойошторорға кәрәк.

Был эш киләсәктә республиканың донъя кимәлендә танылыу яулаған брэндына әйләнәсәк. Күҙаллауымса, эшҡыуарҙар әле ярты ҡеүәтенә генә эшләгән Сибай һөт-консерва комбинаты кеүек етештереү базаһын, башҡа мөмкинлектәрҙе тулы көскә эшләтә алыр ине. Әйткәндәй, етмешенсе йылдарҙа СССР-ҙа төҙөлгән оҡшаш дүрт комбинаттың Сибайҙағыһы тап балалар аҙығы сығарыуға тәғәйенләнгәйне лә инде.

Йылҡысылыҡты, ат заводтарын һәм ат спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан программаһында байтаҡ саралар ҡаралған. Уның маҡсаты – йылҡысылыҡ тармағының бөтә йүнәлештәренең дә баҙар иҡтисады шарттарында әүҙем һәм тотороҡло эшләүе, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү. Был юҫыҡта Көньяҡ Урал райондарында өйөр йылҡысылығын, ат спортын үҫтереү, бейә һөтө һәм йылҡы ите етештереү күләмдәрен арттырыуға етди иғтибар бирелә. Асыҡлап әйткәндә, бейә һөтөн һалҡын ысул менән киптереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға субсидия бүлеү, 2010-2011 йылдарҙа заманса сәнәғәт нигеҙендә йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса эре йылҡысылыҡ предприятиелары булдырыу, тоҡомсолоҡ репродукторҙарында үрсетелгән бейәләрҙе тотоуға, һәр баш малға йылына 10 мең һум күләменән сығып, дәүләт дотациялары бүлеү ҡаралған.

Киләһе йылға башҡорт аттарының беренсе Дәүләт тоҡом китабына материалдар әҙерләү һәм нәшер итеүгә БР Хөкүмәте 2,5 миллион һум аҡса йүнәлтәсәк. Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты базаһында йылҡысылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән  ғилми яҡтан нигеҙләнгән технологиялар индереү бүлеге ойоштороуға ла субсидия ҡаралған.

Аттарҙың тоҡомлолоғо, уларҙың ҡиммәтлелеге тоҡомсолоҡ буйынса үҙәкләштерелгән иҫәп алып барыуға ҡорола. Үрҙә һаналып кителгән оло бурыстар күп ойоштороу, технологик һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе талап итә. Мәҫәлән, иң яҡшы аттарҙы һайлау һәм уларҙың нәҫел-тамырын барлау, ДНК-контроль булдырыу һәм микрочиптар ҡуйыу, бонитировка (малдарҙың торошон комплекслы тикшереү) һәм һәр ҡайһыһының паспортын алып барыу, тоҡомсолоҡ-селекция пландары төҙөү, башҡорт тайҙарын менгегә өйрәтеү һәм квалификациялы тренингтарҙы даими үткәреү, тоҡомсолоҡ эшен башҡарған хужалыҡтарҙы лицензиялауҙы ошолар рәтенә индерергә мөмкин.

Алға ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн иң тәүҙә ныҡлы матди-техник база кәрәк. Был йәһәттән республиканың Көньяҡ Урал райондарында булдырылған база барлыҡ талаптарға ла яуап бирә. Спорт аттарының юғары класлы  башҡорт  тайҙарын үрсетеү, өйөр йылҡысылығын үҫтереү, йылҡысылыҡ продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү буйынса махсуслашҡан предприятиеларҙы тап ошо райондар хужалыҡтары базаһында ойошторорға мөмкин. Иң мөһиме – бында әҙер производство базаһы, дәүләт кимәлендә фекерләүсе энтузиаст-белгестәр бар.

Заманында умартасылыҡты үҫтерә алдыҡ. Хәҙер был тармаҡ яңынан-яңы үрҙәр яулауын дауам итә. Илдә башланған “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” өҫтөнлөклө милли проекты республикала йылҡысылыҡты үҫтереү өсөн уникаль мөмкинлектәр бирә. Файҙаланып ҡалһаҡ, киләсәктә йылҡысылыҡ тармағы төбәктең тағы бер өмөтлө һәм килемле йүнәлешенә әйләнер ине.

Мөғин ЛОҠМАНОВ.

«Башҡортостан» гәзите

 

Әмир ШАМАЕВ, профессор, медицина һәм иҡтисад фәндәре докторы:

– Бейә һөтөнөң составы буйынса әсә һөтөнә оҡшаш булыуы, унан әсә һөтөнән мәхрүм булған сабыйҙар өсөн һөт ҡатнашмаһы етештереүҙе яйға һалыу өҫтөндә ғалимдар күптән баш вата. “Мираҫ – Башҡорт милли продукты” компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡымыҙҙы йыл әйләнәһенә әҙерләү, уны һаҡлау ваҡытын оҙайтыу, бейә һөтөн киптереү, унан балалар аҙығы етештереү йүнәлешендә эш башлағайны. Үкенескә ҡаршы, күптән сиселешен көткән көнүҙәк мәсьәләнең мөһимлеген аңламаусылар бар, юғиһә рөхсәт документтарын алып, күптән тулы көскә эшләй башлаған булыр инек.  

Һаҙый КӘРИМОВ, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

– Йылҡысылыҡ тармағының хужалыҡтар кимәлендә үҫеш алыуы, әлбиттә, шәхси хужалыҡтарҙағы йылҡылар һаны артыуына ла килтерер ине. Бейә һөтөн, йылҡы итен һатып алыу буйынса махсус комбинат йәки завод булһа, халыҡ та ат үрсетеүгә етди иғтибар йүнәлтәсәк. Бәлки, өйөр йылҡысылығы менән шөғөлләнеүгә махсуслашҡан фермерҙар һаны ла артыр. Ғөмүмән, Башҡортостан был өлкәлә алдынғылыҡты бирмәҫкә тейеш, тип иҫәпләйем.