Ғинуарҙан авгусҡа тиклем

Башҡортостан Республикаһының айырым социаль-иҡтисади күрһәткестәре

2008 йылдың авгусында сәнәғәт етештереү индексы 2007 йылдың авгусына ҡарата — 111,6 процент, ғинуар-августа 110,6 процент тәшкил итте.
Ғинуар-августа барлыҡ төр файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа етештереү индексы былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда — 101 процент, эшкәртеүсе сәнәғәттә — 114,4, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеүҙә 105,3 процент тәшкил итте.

2008 йылдың ғинуар-авгусында республика территорияһында дөйөм майҙаны 1091,6 мең квадрат метр тәшкил иткән 12,9 мең фатир (ятаҡтарҙағы фатирҙарҙы ла индереп) сафҡа индерелгән, 2007 йылдың ошо осорона ҡарата торлаҡ үҫеше 18,2 процентҡа тәьмин ителгән. Торлаҡ төҙөүҙә өҫтөнлөклө урын элеккесә шәхси төҙөүселәрҙә: улар 755,6 мең квадрат метрлыҡ дөйөм майҙанлы 7174 шәхси йорт һалған, 2007 йылдың ғинуар-авгусына ҡарата үҫеш 12,0 процент. Шул уҡ ваҡытта республика предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан төҙөлгән торлаҡтың күбәйеүе билдәләнә: улар 336,0 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырған, был 2007 йылдың ғинуар-авгусы кимәленән 35,0 процентҡа артыҡ.
2008 йылдың ғинуар-авгусында бөтә төр транспорт ойошмалары тарафынан 165,6 миллион тонна йөк ташылған, был 2007 йылдың ғинуар-авгусындағы күләмгә ҡарағанда 8,5 процентҡа күберәк. Күләмдең артыуы эске һыу транспортында йөк ташыуҙың — 87,7 процентҡа, тимер юл транспортында — 10,3, автомобиль транспортында — 8,9, магистраль үткәргес торбалар транспортында 4,5 процентҡа үҫеүе менән бәйле.
Республика буйынса августа бөтә тауарҙарға һәм түләүле хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡы индексы — 100,3 процент, Рәсәй буйынса 100,4 процент тәшкил итте. Йыл башынан Башҡортостан Республикаһы буйынса инфляция — 9,3, Рәсәй буйынса 9,7 процент кимәлендә булды. Волга буйы федераль округында инфляция күрһәткесе Татарстан Республикаһындағы 8,5 проценттан Пенза өлкәһендәге 12,0 процентҡа тиклем тәшкил итте.

2008 йылдың ғинуар-авгусы йомғаҡтарын билдәләүсе төп күрһәткестәр:

  2008 йыл 2008 йыл
2007 йылға
ҡарата проценттарҙа
ғинуар-август август ғинуар- август ғинуар-авгусҡа ҡарата август авгусҡа ҡарата 
Ойошмалар әйләнеше, млн. һум 1171781,5 159590,1 135,4* 126,8*
Үҙендә етештереп оҙатылған тауарҙар, үҙ көсө менән башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр, млн. һум 662243,0 95068,1 126,7* 126,9*
Сәнәғәт етештереүе индексы х х 110,6 111,6
Төп капиталға инвестициялар, млн. һум 86597,7 13148,6 108,8 104,5
Эшмәкәрлектең "Төҙөлөш" төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме, млн. һум 58644,0 9743,3 103,0 104,7
Торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү, мең квадрат метр майҙан 1091,6 173,5 118,2 138,2
Ауыл хужалығы продукцияһы күләме, млн. һум 58268,3 21012,4 101,6 99,2
Транспорттың йөк әйләнеше, млн. тонна-км 142652,0 18021,5 102,6 105,4
Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше, млн. һум 251386,5 40316,2 124,6 112,8
Күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше, млн. һум 248142,8 36494,5 116,7 111,3
Халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме, млн. һум 79385,1 12074,7 118,3 121,1
Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны, мең кеше 2008 йылдың 1 сентябренә) х 22,0 х 107,7
Ҡулланыу хаҡтары һәм тауарҙарға, хеҙмәттәргә тарифтар индексы 109,3 100,3 115,1 115,4
Сәнәғәт тауарҙары етештереүселәрҙең хаҡтар индексы 122,3 96,2 143,1 143,8
* Ғәмәлдәге хаҡтарҙа.

Бер айға һуңлап эшкәртелгән күрһәткестәр:

  2008 йыл 2008 йыл 2007 йылғаҡарата проценттарҙа
ғинуар-июль июль ғинуар-июль,ғинуар-июлгәҡарата июльиюлгәҡарата 
Тышҡы сауҙа әйләнеше, млн. АҠШ доллары* шул иҫәптән:тауарҙар экспорты тауарҙар импорты 5686,6 5159,1 527,5 х х х 150,2 155,6 112,2 х хх
Иҡтисадта эшләүселәрҙең исемлектәге уртаса һаны, мең кеше 1437,1 1438,3 100,0 99,1
Халыҡтың йән башына иҫәпләнгән аҡса килемдәре (айына уртаса алғанда), һум (яҡынса мәғлүмәттәр)номиналь реаль эйә булған   12167,9 х   15394,8 х   133,2 117,4   139,2121,7
Ойошмаларҙың тулы даирәһе буйынса иҫәпләнгән уртаса эш хаҡы, һумноминаль реаль  13265,0 х  14245,7 х  128,2 111,5  129,7111,7
Эре һәм уртаса предприятиелар буйынса фактик хаҡтарҙа сальдолаштырылған финанс һөҙөмтә табыш минус зыян), млн. һум  72333,1  х  133,3  х
2008 йылдың 1 авгусына дебитор һәм кредитор бурысының нисбәте, % 93,0 х х х
* Волга буйы таможня идаралығы мәғлүмәттәре буйынса.

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы.

«Башҡортостан» гәзите.