Йотолорбоҙмо?

    Жюри менән йыйылып, «Һылыуҡай» конкурсында ҡатнашыусыларҙың «мәрәй»ҙәрен һанап сығарған арала, бәхәс килеп тыуҙы. Бер һылыу уңышлы сығыш яһаны: етеҙ, һәр һөйәге бейеп торған терегөмөштәй ҡыҙ - уңғандыр ҙа үҙе, әммә, стандартҡа тап килмәй, тип, артҡараҡ ҡалдырҙылар. Европа стандарттарына инде. Башҡорт һылыуын сит ҡалыпҡа һалып баһаларға мөмкинме һуң?! Йәнәһе, бөтә донъя шулай үткәрә конкурстарҙы...

Милләттеке итеп үткәрәбеҙ икән, иң тәүҙә ҡәүемебеҙҙе ишәйтер зат образын кәүҙәләндерергә тейешбеҙ, тип һанайым. Халҡыбыҙҙа ыҡсым кәүҙәле, уймаҡ ауыҙлы, ҡарлуғас ҡанатылай ҡашлы, бер бите айҙай, бер бите ҡояштай түңәрәк битле, һыу һөлөгөләй хәрәкәтсән, тилберҙәр ғүмер баҡый һылыу һаналған.     Егеттәребеҙгә иһә сит образ маҡтала, улаp шул стандарттарға ҡарап, ауыҙ һыуын ҡорота. Тамырыбыҙҙы ҡоротoyғa йүнәлдерелгән был сәйәсәт беҙҙе һуҡырайтып, глобализм тип аталған аяуһыҙ машина аҫтына этәрә.

    XXI быуатты глобалләштереү дәүере тип беҙҙең аңыбыҙға тиҫтәләрсә йыл һеңдереп киләләр. Бар донъяны бер унитар дәүләт итергә хыяллана космополит олигархтар. Улар, таҫма телләнеп, был идеяға бик матур төҫ бирергә тырышһа ла, Рим клубының аналитик эшләнмәләренә ҡарағанда, глобалләштереүселәр ер йөҙөндә иң күбе миллиард кеше — «алтын миллиард» ҡына ҡалыуын маҡсатҡа ярашлы тип таба. Ҡалған халыҡ сүплеккә сығарып ташланырға тейеш.
    Һис шикһеҙ, глобалләштереүҙең төп дошманы - ул милли идеяға таянған рухи-сәйәси аң, сөнки унитар космополитик дәүләттә милли идеяға урын юҡ, тимәк, глобалистик утопия хаҡына милләттәр, уларҙың рухи, әхлаҡи ҡанундары юҡҡа сығырға тейеш. Ана шуға ла масскультура тип аталған нәмә эфир, экран, баҫма продукция һәм башҡалар аша беҙҙең йәнебеҙгә, аңыбыҙға йылан булып шыуышып инә, таш йылғалай баҫып килә. Маҡсат - милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте юҡҡа сығарыу, көсһөҙләндереү, локаль күренеш кенә итеп ҡалдырыу.
    Глобалистар яуҙырған баллы һүҙҙәр беҙҙе, кеше бөтә донъя гражданына әүереләсәк, тип әүрәтә, йәнәһе, ер шарының ҡайһы нөктәһенә килһәң дә - һин үҙ Ватаныңда. Әммә шул Ватанда беҙгә, еренән, асыл Ватанынан айырылырға тейешле башҡортҡа, урын табылырмы, беҙ шул «алтын миллиард» иҫәбенә инербеҙме? Бөгөнгө беҙҙең закондар ер аҫтын да, ер өҫтөн дә, хатта һауаның һуларлығынан башҡаһын һатып, алыу-һатыу тауары иткән мәлдә, милләтебеҙҙең нимәһе ҡала?
    Беҙ, башҡорттар, иртәгебеҙҙе нисек күҙаллайбыҙ? Ата-бабаларыбыҙ ере тип кенә түгел, ейән-бүләләребеҙ ере был, тип әйтерлек нимә ижтиһад ҡылабыҙ? Әллә беҙҙең тарих арбаһында артҡа ҡарап ултырған килеш офоҡтағы монарҙа ҡалған үткәндәргә үҙ сырамытыуыбыҙҙы һалып моңайыуҙан башҡаға көсөбөҙ самалыраҡмы? Туҡтауһыҙ артҡа ҡарап әсенеп барыу алдағыны күреүҙән генә түгел, бөгөнгөбөҙҙөң тәмен белеүҙән дә мәхрүм итә. Сығып килгән ҡояшҡа ҡарап ижтиһад итергә тейеш илем, тип янған шәхес.
    Хәҙер идеология юҡ, фекер төрлөлөгөнә өҫтөнлөк бирелә, тиеү -буш һүҙ. Глобализм тигән көслө идеология бар, һәм, көслөнөкө - замана, тип йәшәгән хаяһыҙҙар донъяһында беҙҙең берҙән-бер ҡоралы-быҙ - рух көсө, иман, арҡадашлыҡ.
    Әммә ҡойолоп төшөргә лә ярамай, Урал ташынан да ҡатыраҡ булһаҡ, ҡомдай ишелеп бармаһаҡ, зар илауҙан туҡтап, алға күҙ һалһаҡ, иманыбыҙҙы, рухыбыҙҙы еңеүгә көйләһәк, һәр беребеҙ унға торошло эш башҡарһаҡ, бирешмәбеҙ. Бында ваҡ нәмә юҡ - хатта «Һылыуҡай» тигән ябай ғына конкурс булһа ла. Беҙ үҙебеҙсә матур, үҙебеҙсә моңло, үҙебеҙсә уйлы.
    Мосолман илдәрендә, ғөмүмән, ундай конкурстар үткәрмәйҙәр, һәм ҡыҙҙары башҡа илдәрҙә үткәрелгәнендә лә ҡатнашмай. «Уң да юҡ, һул да юҡ, үҙе тотҡан юл да юҡ» халыҡ рәүешле йәшәмәйҙәр. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ әйткән, кем башҡа ҡәүемдәргә оҡшарға тырышһа, ул шул ҡәүемдән булыр, тип. Мәңге бөтмәҫ милләт булайыҡ тиһәк, барабан ҡаҡһалар, барабан артынан, ҡумыҙ тартһалар, ҡумыҙ артынан китергә тормайыҡ.
    Һылыуҡай һайлау, депутат һайлау, ил башлығын һайлау... һәр береһе милләт яҙмышына йоғонто яһай торған күренеш былар, шуны онотмайыҡ. Һайлауҙар яҡынайҙымы, глобалләштереү тигән ғифриттең алыҫтан килгән ипкене һиҙелә башлай, ә ниндәй ҡурҡыныс ул тын, бигерәк тә етәкселек әсән көрәш барғанда.
    Бәғзе бер зыялыларыбыҙ араһында туҙға яҙмаған, власҡа оппозицияла тороу, тигән фекер алға һөрөлөүе лә аҙаштырыуға йүнәлтелгән ағыу ул. Беҙгә әле булғанын һаҡларға, нығытырға кәрәк. Бөйөк Аҡмулла-быҙ әйтмешләй:
Арғымағың яманлап,
Толпар ҡайҙан табырһың,
Тойғоноңдо яманлап,
Шоңҡар ҡайҙан табырһың,
Хакимыңды яманлап,
Ғәҙелен ҡайҙан табырһың,
Хужаларың яманлап,
Артығын ҡайҙан табырһың.
Үҙ башыңды ҙур итеп
Тиңдәш ҡайҙан табырһың.

    Әммә власҡа ярамһаҡлыҡ менән терәк булыуҙы бутамайыҡ. Был икеһе ике әйбер. Ярамһаҡлыҡ - серек таяу, ә терәк булыу - ул һәр изге башланғыста ярҙам, ил-көн хәлен дөрөҫ аңдан, халыҡтың рухын нығытыуға ал-ял белмәй хеҙмәт итеү. Ил тәхетенә башы йөҙөмдәй генә ҙурлыҡ ҡара хәбәш (эфиоп) ултыртылһа ла - буйһоноғоҙ, тигән Рәсүлебеҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең шулай уҡ, бөтөр милләттең күренекле¬ләре бер-береһенә ташланыр, тигән мәғәнәле хәҙисе лә бар. Бәғзе берәүҙәребеҙ имеш-мимешкә ышанып, ғәйбәт, уйҙырмалар тарата, ниндәйҙер шәхси ҡәнәғәтһеҙлек нигеҙендә хөсөт тыуҙыра, үҙҙәренең эшлекһеҙлеге, һәлкәүлеге, һәләтһеҙлеге арҡаһында тыуған уңышһыҙлыҡтары өсөн үс ала. Шул хәлдәрҙе бар донъяға яр итеп, милләтте ҡаҡшата, көлкөгә ҡалдыра. Беҙ бүтән милләттәр алдында яҡшы даныбыҙҙы таратайыҡ, шул саҡта йәштәребеҙ милләтенән кәмһенмәҫ, үҙен башҡа ҡәүем кешеһе итеп күрһәтергә ынтылмаҫ.     Мосолман дин ҡәрҙәшенең етмеш гөнаһын йәшерһен, тип өйрәтә динебеҙ. Ә гөнаһтар мәғлүм ителгән һайын, хәбәре кеше араһында таралған һайын ҡеүәтләнә. Ҡасан ғына әле бер кешенең үлтерелеүе шаҡ ҡатыра, нәфрәт уята ине. Хәҙер быны хатта ғәҙәти хәл рәүешле ҡабул итә башланыҡ, күңелебеҙ ҡатты, ә енәйәтселек артҡандан-арта, ҡурҡынысыраҡ төҫкә инә бара.
    Бөйөк Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡлы - динде, йәғни иманды, һәм телде һаҡлаһаҡ ҡына, Башҡортостан тигән дәүләтебеҙҙе, исеме-беҙҙе һаҡлап ҡала алырбыҙ.

Гүзәл Ситдиҡова