Хат яҙышыуҙы онотоу... туған телдәге телмәрҙе ле оноттора тугелме?

Бынан бер-нисә ай элек тыуған яғымда, Ырымбур өлкәһе Красногвардеец районында булырға тура килде. Ҡайтыу форсаты һирәк тәтей. Һәр ҡайтҡанымда үҙгәрештәр, яңылыҡтарҙы йотлоғоп күҙәтәм, тыңлайым, ҡайһы берҙә сағыштырам да.

 

Алты йәшем тулғанда ғаиләбеҙ менән Башҡортостандың Ғафури районына күсеп килеп йәшәй башланыҡ. Алтынсы-етенсе кластарҙа уҡығанда уҡытыу рус телендә алып барыла башланы. Башҡорт ауылы балалары өсөн бындай хәлдең күпме ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуын үҙ башынан үткәргәндәр генә аңлар. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламағанға күрә темаларҙы үҙләштереү ауырға тура килде. Мин етенсе класты тамамлаған йәйҙә тыуған яҡҡа ҡайтып йәшәнек, унан һуң, балаларҙы уҡытырға кәрәк, тигән һылтау менән атайым ғаиләне Өфө ҡалаһына күсереп алып килде. Был етди сәбәп, шулай ҙа уны башҡорт мөхите тартҡандыр, тип уйлайым, һәр хәлдә, Өфөлә булған һайын ул дуҫтары менән осрашып әңгәмәләшеп ултыра ла, бик дәртләнеп ҡайта ине.
Төрлө ерҙә йәшәгәнгәлерме, төрлө һөйләште ишетеп, аралашып үҫкәнгәме, телгә ҡыҙыҡһыныу көсәйә барҙы.
Туҡ йылғаһы буйында йәшәүсе әбейемдәрҙең һөйләшен һаман да һағынам. Ике туған апай-ағайҙарым, туғандарым үҙ телендә беҙҙең кеүек үк тиерлек һөйләшә лә бит, тик уларҙа рус һүҙҙәрен күберәк ҡыҫтыралар, ә балалары туған телде бөтөнләй белмәй.
Бергә йыйылышып, табын артында ултырғанда башҡортса һөйләшеүемде тыңлап, күҙҙәре янып-осҡонланып китә. Шуны күреп, йөрәк һулҡылдап ҡуя. Матур китаптар алып ҡайтып, балаларын ҡыҙыҡһындырып китеүем дә ваҡытлыса ғына - әлеге шул мөхит... Туҡ, Соран йылғалары буйында урынлашҡан башҡорт ауылдарында хәҙер инде туған телде башланғыс кластарҙа ғына өйрәнәләр, ә ҡайһы бер мәктәптәрҙә хәҙер уҡытыусылар ҙа юҡ. Инде булғандары ла хаҡлы ялға сығып бөткән.
Атайымдың тыуған йортонда ике туған ҡустым менән фотолар ҡарап ултырғанда альбом араһынан һарғайып бөткән, ләкин матур һаҡланған хаттар килеп сыҡты. Береһен Фәтих Бәхтейәров, икенсеһен Вәхит Бәхтейәров яҙған. 1965-1967 йылдарҙа яҙылған был хаттарҙы ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Эстәлегенә, каллиграфияларына хайран ҡалдым. Ә бит ул егеттәр ни бары унынсы класты тамамлап, армияла булғандар ҙа, уҡыуҙарын артабан дауам да итмәгәндәр. Хаттарҙа бер генә лә урыҫ һүҙе юҡ, тиһәң дә була. Бына береһенең башы: "Һаумыһың, ҡәҙерле апай! Күңелемдә булған ялҡынлы гүзәл сәләмдәремде һин, ҡәҙерле апайыма, бүләк иткәндең һуңында алдағы тормошонда ҙур уңышлыҡтарға, аҡ бәхеттәргә ирешеүенде теләп хат яҙа бергә иркәләп үҫкән туғаның Вәхит".
Был хаттарҙы уҡығандан һуң башҡа төрлө уйҙар килде. Ул заманда уҡытыу методикаһы күпкә ябай булған, әлбиттә. Әммә ябай ғаиләләге уҡыусының - уҡыу тигән, ә уҡытыусының уҡытыу төшөнсәһенә ҡарата иҫ киткес ихтирамлы булыуы(!) ана шул әлеге лә баяғы ябайлыҡта - бөйөклөктә түгелме икән? Ошо ябай, әммә иҫ киткес матур, яғымлы, йөкмәткеле хатта авторҙың ни тиклем бай зауыҡлы күңеле, үҙ телен тәрәндән һәм бөтә нескәлектәрендә белеүе һоҡландыра. Хәҙер бик һирәк йәки бөтөнләй ҡулланмаған һүҙҙәр ҙә бар был хатта: ифрат, кәйеф, рәүешле, ҡәҙерле, тараф, әүәлгесә һ.б. Ни бары илле йыл тирәһе үткән. Был егеттәр әле уҡытыу башҡорт телендә алып барылған осорҙа уҡыған. Нәҡ шул йылдарҙа бөтә фәндәрҙе урыҫ телендә уҡытыуға күсергәндәр ҙә инде...
Мәктәптәрҙә программаларҙы ла үтә ҡатмарлаштырыу бумеранг кеүек тәьҫир итә. Хәҙерге заман уҡытыусыһына талаптар кәрәккәндән артыҡ ҡуйыла. Уҡыусы балаларҙың да ваҡыттары үткән быуаттың 50-60-сы йылдарҙағы балаларҙыҡы кеүек түгел. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, образлы фекерләү, хис-тойғоларға бирелеп китап уҡыу йәки уйнау урынына күпселеге ата-әсәһенән күреп, телевизорға текләп ултыра.
Компьютерҙары булғандары мәктәптә үк, өйгә ҡайтыу менән ниндәй уйынды уйнарға, тип хыяллана.
Кей-Кавустың улы Гиланшаһҡа нәсихәттәр китабында (“Кабус-намэ”) шундай юлдар бар: "Кеше ишетеү, күреү, һиҙеү, тойоу һәм тән ҡарай. Эске тойғоларға фекерләү, хәтер, хыял, әйберҙәрҙе, күренештәрҙе береһен икенсеһенән айыра белеү, телмәр инә". Телмәргә өйрән, сәсән бул, тигән нәсихәт беҙгә лә төбәп әйтелгән кеүек.
Һуңғы йылдарҙа фекерләүебеҙгә һәм телмәребеҙгә урыҫ теле генә ҡурҡыныс янай, тиһәк, хата булыр. Үткәнде йәки юғалтыуҙарыбыҙҙы кире ҡайтарып булмай, беҙгә әлегеһе һәм ҡалғаны ҡиммәт. Баш ҡалабыҙҙа балаларын бынамын тигән итеп үҙ телендә һөйләшеп үҫтереүгә өлгәшә алған ғаиләләр йәшәүен күреү генә лә ниндәй ҙур ҡыуаныс! Булғанын һаҡларға тырышайыҡ.
Бынан бер нисә йыл элек район үҙәгендәге балалар баҡсаларының өлкән төркөмдәрендә тәстикләү үткәргәндә "Ата-әсәйҙәрегеҙ менән кистәрен ял көндәрендә ваҡытты нисек үткәрәһегеҙ?" тигән һорауға 92(!) процент "Телевизор ҡарайбыҙ" тип яуаплағайны. Йәмәғәт! Аҙнаға 3 кенә кисте балаларығыҙ менән китап уҡыуға бүлһәгеҙ, тормошоғоҙ күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуын бермә-бер тойор инегеҙ, балаларығыҙ ниндәй ҡәнәғәт булыр ине лә, рухтары нисегерәк байыр ине!.. Ҡыҙғаныс, әммә факт: яуап биреүсе балаларҙың күбеһенең ата-әсәһе - юғары белемле... Мин баяғы хат авторҙары һәм уларҙың фекерләүе менән замандаштарыбыҙҙың телмәргә, образлы уй-фекер йөрөтөүгә оҫталығы араһында ниндәйҙер параллелдәр табып буламы икән, тим.

 

 

Сәриә ИШЕМҒОЛОВА

"Киске Өфө" гәзите, № 18, 2009й.