Ивриттың икенсегә тыуыуы, йәки йәhүдтәр үҙ телен нисек күтәрә алғандар?

     Хәҙерге ваҡытта төрлө халыҡтар үҙ телдәренә төрлө мөнәсәбәттә. Ҡайһы берҙәре туған телдәрен яратып, һаҡлап йәшәй, ә ҡайһы берҙәре үз теленә үтә вайымһыҙ. Бигерәк тә вак халыҡтарға был мәсьәлә ҡағыла. Әгәр ҙә улар, башҡа халыҡтарырың мәҙәниәтенә иҫе китеп, йә иһә бөйөк милләттәрҙең ҡысыуына дусар ителеп,

үҙ телдәренә кире ҡарай башлай, уларҙың теле юҡҡа сыға. Мәҫәлән, хәҙерге бойондороҡһоҙ Ирландияла (Англияның элекке колонияһында), төп халыҡтың теле онотолоп бара. Ирланд телен инглиз теле алмаштырып бөткән. Йәһүдтәр менән уға оҡшаш хәл булған. Улар туған телен бөтөнләй онота яҙған. Әммә йәһүдтәр, үҙҙәренең боронғо иврит телен 2000 йылдан һуң, XX быуатта тергеҙә алғандар. Әлбиттә, был мөғжизәле күренеш. Йәhүдтәр уҙ телен нисек күтәрә алғандар һуң? Был турала аҫтағы мәҡәләлә уҡый алаһығыҙ.


Ивриттың икенсегә тыуыуы



     Иврит телендә Тәүрәтте өйрәнгәндәр, доғалар ҡылғандар, был телдә мөһим-мөһим рухи хазиналар ижад ителгән. XIX быуат аҙағына тиклем ивритты «изге тел» итеп күргәндәр, уны көнкүрештә, ябай ихтыяждар өсөн файҙаланыу вәхшилек һаналған.
     Йәһүд халҡының боронғо ватанына әйләнеп ҡайтыуы, сионизм идеяларының тормошҡа ашыуы иврит телен тергеҙеү менән бер вакытҡа тура килгән.
     «Тере, һөйләшеүҙә еңел ҡулланылған ивритһыҙ илдәге милли үҙаңдың тергеҙелеүе хаҡында уйларға ла түгел». Был фекерҙәрен Элиэзер Бен-Иехуда эмиграцияһына хәтлем ике йыл алда, Венала сыҡҡан абруйлы «Рассвет» журналында белдергән. Һуңыраҡ мәҡәләне йәһүд баҫмаларының күпселегендә күсереп баҫҡандар, Бен-Иехуданың уй-фекерҙәре күп илдәрҙә көн иткән йәһүд интеллигенцияһы араһында бәхәстәр, дискуссиялар ҡабыҙған.
     Бен-Иехуда Иерусалимда иврит телендә сыҡҡан «Хавацелет» гәзитендә йыш сығыш яһар булған. Уны Д. Фрумкин исемле кеше нәшер иткән. Бен-Иехуда, унан эш һорап, ризалығын алғас, ҡатыны Двора менән Иерусалимға ашыҡҡан. 1881 йылдың октябрендә булған был ваҡиғалар. 
     Израиль еренә аяҡ баҫыу менән Элиэзер Бен-Иехуда йәһүдтәр менән тик ивритта аралашырға ант иткән.
     … Элиэзер менән Двора Иерусалимдың Яффо ҡапҡаһына таң атҡанда килеп етә. Ҡапҡа әле бикле булғанлыҡтан, инеп-сығып йөрөүселәр өсөн «энә тишеге» тип йөрөтөлгән бәләкәй генә ишек асыҡ торған була. Башыңды эйеңкерәп үттең дә - рәхим ит. Тик Бен-Иехуда изге ҡалаға эйелгән килеш инергә теләмәй. Ул ҡояш ҡалҡҡанын, оло ҡапҡаның асылыуын көтөп ала… 
     Фрумкиндар ғаиләһе ир менән ҡатынды ихтирам менән ҡабул иткән. Мөхәррир йорто мосолман кварталында, Әләм тыҡрығында булған. Бында бәләкәй типография эшләгән, редакция ла урынлашҡан.
     Тәүге осрашыуҙа уҡ гәзиттең хужаһы Бен-Иехудаға сит илгә китергә йыйыныуы, мөхәррирлекте уға тапшырырға ниәтләүе тураһында әйткән. Эше өсөн айына 20 франктан (4 доллар самаһы) артыҡ түләй алмаясағын да йәшермәгән.
     Был эш хаҡының иң кәрәкле нәмәләргә лә етмәүен аңлауына ҡарамаҫтан, Бен-Иехуда тәҡдимгә ризалашҡан, гәзитте сығарыуға кәрәгенсә ваҡытын бүлергә вәғәҙә иткән. Иң ҙур шатлығы – иврит телендәге гәзит уның ҡулда буласаҡ. Тимәк, был баҫма иң мөһим маҡсатҡа – ата-бабалар төйәгендә милли телде тергеҙеүгә хеҙмәт итәсәк.
     Израилдәге беренсе өс айында Бен-Иехуда бары тик гәзитте мөхәрирләү эше менән мәшғүл булған. Хатта өйөнән дә сыҡмаған. Двора өнһөҙ кешеләй аҙапланған – ире унан фәҡәт ивритта һөйләшеүҙе талап иткән, ҡатын иһә телде бөтөнләй белмәгән.
     Ҡалаға килеп төшкәндән һүң бер нисә көн үткәс, ирле-ҡатынлы бер сефардтар ғаиләһенең (сефардтар - йәһүд йәмғиәтенең ике тармағының береһе) йортонда ике бүлмәне биләй башлаған. Яңы торлаҡтарына эләгеү өсөн улар, сүп-сарға батҡан ете ихата аша үтеп, баҫҡыс буйлап өҫкә үрләгән. Урам-ихаталарҙың бындай ҡоролошо ул замандағы йәһүд кварталдарына хас күренеш булған.
     Бүлмәләрҙең түбәһе бейек, ярым түңәрәк була, иҙәне – таштан. Диуарҙары хан заманында һыланған, буғай, тик унан һуң ҡот осҡос бысранып өлгөргән. Ике бүлмә лә буп-буш – ултырғыс та, карауат та юҡ. Уның ҡарауы, уларҙың тәҙрәһенән Һыҡтау Диуары (Стена Плача) күренеп тора.
     Эргә-тирәһендәге бер бөртөк йән дә Бен-Иехуданы хупламаған, хатта бик белемле кешеләр ҙә уны сәйерһенгән. Рухи ярҙам күрһәтеүсе бер нисә кешенең иһә уй-хыялын тулыһынса яңы саҡ барлыҡҡа килгән Яффо ҡасабаһы солғаған. Ләкин Бен-Иехуда изге ҡаланы ташлап китергә риза булмаған.
     Ивритты тергеҙеү өсөн тәүге алыш Бен-Иехуда йәшәгән өйҙә үткән. Йорт хужалары, сефард-йәһүдтәр, Элиэзерға идеаль күршеләр булып күренгән: идишты белмәгәндәр, ивритта һөйләшеүҙе ашкеназиҙарға (йәһүдтәрҙең йәнә бер тармағы) ҡарағанда нығыраҡ хуп күргәндәр.
     Двора өсөн улар япа-ят кешеләр булғанлығы уның яңғыҙлыҡ тойғоһон тағы ла көсәйткән. Йәш ҡатын диңгеҙ аръяғында ҡалған ғаиләһен, дуҫтарын һағынған. Әлбиттә, Иерусалимда ла таныштары, дуҫ-иштәре юҡ түгел, әммә уларҙың йәшәү рәүеше, фекерләүе үҙҙәренекенән шаҡтай айырыла. Ә инде ҡатынға иң ауыр тойолған һынау – ире дусар иткән өндәшмәүе. Ҡатынын яратыуына, ихтирам итеүенә ҡарамаҫтан, Бен-Иехуда унан тик ивритта һөйләшеүен талап иткән, һәм был мәсьәләлә бер ниндәй компромистарға бармаған: иң башта үҙе өлгө бирмәһә, нисек башҡаларҙан ҡорбан талап итмәк кәрәк?..
     Тәүҙәрәк Двора ивриттағы һүҙҙәрҙе көс-хәл менән ҡулланған, ләкин ике-өс йыл да үтмәй, ҡаланың Эвелина Ротшильд исемендәге ҡыҙҙар мәктәбендә иврит уҡытыусыһы булып эшләүгә өлгәшкән. 
     Бен-Иехуда бер туҡтамай эшләгән, ваҡытын буш һүҙ-хәбәр һатыуға, күңел асыуға әрәм итмәгән. Һаулыҡҡа сарсабыраҡ үҫкән өлкән улдары Итамарҙы ҡарау-хәстәрләү бурысы Двораның иңендә булған. Бик оҙаҡ айҙар буйы сабый үҙенең үҫеүендә тиҫтерҙәренән ҡалышҡан. Бишектәге бала өнһөҙ генә әсә күҙҙәренә бағып ятыр булған, ә ғазапланған Двора йөрәген рус йырҙары менән йыуатҡан.
Ҡыштың бер көнө Бен-Иехуда, өйөнә инеп барышлай, улының бишеге янында русса йырлаған тауышты ишеткән. Ир шундуҡ йоҙроҡ төйөп ҡатынына ташланған, ләкин тап шул минутта «өнһөҙ» бала, бишегендә ҡалҡынып, атаһына ҡулдарын һуҙған да: «А-ба!» (атай) тигән. Был уның иврит телендәге беренсе һүҙе булған. Аптырауҙан шаҡ ҡатҡан ата-әсә, бер-береһен ҡосаҡлап, ҡыуаныстан илап ебәргән, теле ивритта асылған сабыйҙың йөҙөнә уларҙың шатлыҡлы күҙ йәштәре тамған.
     Ивритты Эрец Исраэль йәһүдтәренең көндәлек тормошона индереү өсөн Бен-Иехуда бар булған сараларҙы файҙаланған. Мәҫәлән, ивритта һөйләшмәгән һатыусыларҙан аҙыҡ-түлек, әйбер алмаған. Уның йорто рухташ, фекерҙәш йәштәр өсөн үҙенә күрә мәғлүмәт үҙәгенә, илһам сығанағына әүерелә башлаған.
     Иерусалимдағы тәүге йылдарҙа Бен-Иехуданың матди хәле бик ауыр булған: Фрумкин түләгән аҡса ғаилә аҫрауға етмәгән. Аҙыҡ-түлеккә аҡса табыр өсөн Двора биҙәүестәрен һатырға мәжбүр булған. Бер нисә бөртөк аң-ғилемле кешеләрҙе һанамағанда, Иерусалимда Бен-Иехуда һаман да ҡасандыр Көнсығыш Европа биҫтәләрендә йәшәгәндәй көн иткән ортодоксаль йәһүдтәр йәмғиәтенә тап булған. Улар араһында ивритта һөйләшеүселәр байтаҡ булһа ла, телде бик һирәк ҡулланғандар. 
     Телде белгән ортодокстар ивритты тергеҙеү өсөн көрәште етәкләмәҫме икән, тигән өмөттә Бен-Иехуда уларға һәм лидерҙарына яҡынайырға тырышҡан, хатта боронғо йәһүд биҫтәләренә хас тормош рәүешен ҡабул иткән, шул стилдә кейенә башлаған.
     … Лужки тигән биҫтәлә йәшәгән атаһы – ортодоксаль йәһүд Иегуда Лейб Перельман – вафат булғанда Бен-Иехуда ни бары биш йәштә була. Әсәһе Фейга уны Полоцк ҡалаһына хедерға (башланғыс дини мәктәпкә), артабан – ешиваға (юғары дини уҡыу йортона) уҡырға ебәрә, улының раввин булырына өмөт итә. Ешивала уҡыу осоронда Бен-Иехуда ул йылдарҙа «ғилемлеләр әҙәбиәте» тип йөрөтөлгән фәлсәфәүи китаптар һәм донъяуи китаптар менән мауыға башлай, уларҙы йәшерен генә уҡый бара. Шулай итеп, әкренләп ул донъяуи тормош рәүешенә күсә. Рус гимназияһында белем ала. Әҙ һанлы халыҡтар яҙмышы, айырыуса үҙ халҡының яҙмышы менән етди ҡыҙыҡһынып, диндән тамам алыҫлаша. 
     Иерусалимда иһә, дингә кире ҡайтҡас, Бен-Иехуда яңынан ортодокс ише кейенә башлай, һаҡал, пейстар (сәстең ҡырҡылмаған өлөшө) ебәрә, ҡатынынан парик йөрөтөүҙе талап итә. Тәүрәт ҡанундарын тота, синагогаға йөрөй башлай. Ғибәҙәткә килеүселәрҙе «Шалом!» тип сәләмләр була. Ғәҙәттә, уға сәйерһенеп ҡарағандар, һирәк-һаяҡ ҡына яуап ҡайтарғандар, бала-саға сәйер ағайҙың артынан эләкләп йөрөгән.
     Ул саҡта «Хорба» синагогаһы алдындағы майҙан Иерусалимдағы ашкеназиҙар йәмғиәтенең тормош үҙәге булып торған. Унда доғалар тыңлап, Бен-Иехуда үҙе бығаса белмәгән иврит һүҙҙәрен ятлай барған. Тап шулай итеп тергеҙелә барған телгә индерерлек боронғо һүҙҙәрҙе эҙләү башлана. Күп тә үтмәй, ортодокстар ивриттың Бен-Иехуда өсөн бер ҙә «изге тел» булмауын төшөнә. Уғаса инде был юлдың хаталы икәнлеген Бен-Иехуда үҙе лә күрә. Ортодоксаль ҡәрҙәштәр менән яҡынайырға тырышыу шуның менән тамамлана.
     Бынан һуң Бен-Иехуда диндән тамам алыҫлаша, хатта үҙен «милләте буйынса йәһүд, бер индәй ҙә динде тотмай» тип яҙзыра. Ортодокс булыу тәжрибәһенән бары тик һаҡал тороп ҡала.
     Бер ваҡыт «Хорба» синагогаһы янында ҙур шаңдау уятҡан, Бен-Иехуданың йәш гәзите тиражын байтаҡҡа арттырған ваҡиғалар була. Йәһүд йәмғиәтенең «хоҡуҡтарҙы күҙәтеү» тип аталыусы төркөмө сит ир менән осрашҡан никахлы бер ҡатындың өҫтөнә сыға. Йәмғиәттең суды уны кеше буйы бейеклегендә ике ырғаҡ беркетелгән «мәсхәрә бағанаһы»на бәйләп ҡуйырға хөкөм итә. Ҡатынды ысынлап та сынъяр менән бағанаға бәйләйҙәр, йыйылған халыҡ уға алдан әҙерләп килтергән сүп-сар ырғыта. Һуңыраҡ ҡатын йән бирә. 
     Бен-Иехуда был ваҡиға тураһында гәзиттә яҙып сыға, ҡәтғи рәүештә фашлай. Ул прогресҡа ҡамасаулыҡ тип күренгән һәр күренеш, «иҫкелек ҡалдығы» менән аяуһыҙ көрәшә. Раввиндар, элекке тәртипкә тоғролар уның үҙенә лә, гәзитенә лә ҡаршы йүнәлтелгән бойкот, эҙәрлекләү менән яуап ҡайтара. Бер тапҡыр хатта уны ҡулға алдырыуға өлгәшәләр. 
     Уны «ҡарғау» ритуалдарының береһе бигерәк тә шау-шыулы үтә: «Хорба» синагогаһында шофар-борғоларға өрөп, ҡара шәмдәр яндыралар. Ул ваҡыттағы Иерусалимда бойкот менән язалау иң ауырҙарҙан һанала: бойкотка дусар булыусы менән берәүгә лә аралашырға ярамаған. Балалар, үҫмерҙәр Бен-Иехуда артынан «Ҡарғыш алған!» тип ҡысҡырып йөрөй, диндар йәһүдтәр күҙлегенән унан да ауыр яза булмай.
     Шулай ҙа, барса эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ортодокстар, хатта уларҙың лидерҙары, Бен-Иехуданың эшмәкәрлеген ихтирам итә – кемеһелер йәшертен, кемеһелер асыҡтан-асыҡ. Ундайҙар араһында раввиндар Шмуэль Салент, Ицхак Виноград, хатта атаҡлы раввин Кук була.
     Әкренләп Бен-Иехуда ҡаланың иң абруйлы кешеләренең береһенә әүерелә. «Хорба» синагогаһында ул Бөйөк Британияның Эрец Исраэлдәге беренсе етәксе-вәкиле, һуңыраҡ ивритты инглиз һәм ғәрәп телдәре менән бер рәттән Израилдең рәсми теле тип иғлан иткән Герберт Самуэлде тәбрикләп уҙғарылған тантанала ҡатнаша.
     Был ваҡытта Бен-Иехуда әле һаман документтары буйынса Ульянов булып йөрөй. Рус фамилияһы студент саҡтар, ағзалары Александр Икенсегә һөжүм иткән йәшертен народоволецтар түңәрәгендә ҡатнашыуҙы хәтерләтеп торғандай була. Фамилияны алмаштырыуҙы ватандан ситтә үткән осор менән тулыһынса хушлашыу тип аңларға кәрәктер.
     Рәсәй илселегенә килеп, Бен-Иехуда мәһим мәсьәлә буйынса аудиенция һорай. Уны оҙон коридорҙың иң төбөндәге кабинетҡа ебәрәләр. Бен-Иехуда кабинеттағы оло йәштәге һаҡалтай иргә рус гражданлығынан баш тартырға, паспортын ҡайтарып бирергә ниәте тураһында әйтеп һала. Фамилияны алмаштырыу сәбәптәрен аңлата.
     Кабинеттан сығып барғанында, хеҙмәткәр уға конверт һуҙа: «Һеҙгә тигән хат». Бен-Иехуда, хатты алып, тышындағы яҙыуҙы уҡығас, кире ҡайтарып бирә. Хат Ульянов әфәндегә төбәлгәнгә күрә, Бен-Иехуда уны алырға ла, элекке фамилияһы менән ҡул ҡуйырға ла теләмәй. (Һуңыраҡ асыҡланыуынса, конверта Бен-Иехудаға был көндәрҙә бигерәк тә кәрәкле ярайһы ҙур аҡса була). Хеҙмәткәр Бен-Иехуданан хат ебәреүсе хаҡында белешә. «Ахырыһы, хат бер туған ҡустымдан», - тип яуаплай тегенеһе. Хат ебәреүсе йәшәгән урынды – Луцкты телгә алыу хеҙмәткәргә уның апаһы, ҡасандыр шунда йәшәгән Фейгалены хәтерләткәс, ул Бен-Иехуданан шул ҡатын тураһында һораша. «Фейгале – ул минең әсәйем. Уның ағаһы ла бар ине, хәтерләүемсә, Лейб-Бар исемле. Әсәйем уның турала йыш һөйләй торғайны. Ағаһына ете йәш булғанда уны казактар тотоп алған да, армияға оҙатҡан. Шунан алып уның турала ишеткәндәре юҡ» - ти Бен-Иехуда. Ҡапыл хеҙмәткәр бер һүҙһеҙ Элиэзерҙы күкрәгенә ҡыҫып, оҙайлы айырылышыуҙан һуң улын тапҡан атай ише ҡосаҡлап ала. Бен-Иехуда эргәһендә уның олатаһы баҫып торған була.
     …Бен-Иехуда мәктәп, айырыуса, мәктәпкә тиклемге мәғарифта көндәлек аралашыуҙа ҡулланырлыҡ ивритты тергеҙеү өсөн бик ҙур мөмкинлектәр күргән. Эмиграцияһы алдынан белдерә башлаған был уй-фекерен ул үҙенең гәзите биттәрендә ҡабат-ҡабат ҡалҡытып торған. 
     Илгә Франциянан «Бар Израиль – дуҫтар» компанияһы вәкиле килеп, төрлө общиналарҙан сыҡҡан йәһүд егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн мәктәп булдырыу эшенә тотонғас, ул иврит теле уҡытыусыһы итеп Бен-Иехуданы алырға ҡарар итә. Директор яңы педагогтың шартына – дәрестәрендә тик ивритта аралашыуға ризалаша. Шулай итеп, Бен-Иехуда ивритты тере, гел ҡулланылған тел булараҡ уҡытыу эшен ҡуҙғатҡан беренсе кешегә әүерелә.
     Элиэзерға тәғәйен эш хаҡы көн дә 7-әр уҡытыу өсөн айына 50 франк тәшкил иткән. Ул ваҡыт өсөн был ифрат әҙ аҡса һанала. «Бар Израиль – дуҫтар» компанияһы директорҙың үҙ теләге менән алып барылған иврит дәрестәренә аҡса бүлмәй, шуға күрә ул кәрәкле сумманы динде уҡытҡан ике мөғәллимдың эш хаҡын ҡыҫҡартыу иҫәбенә туплай.
     Ортодоксаль йәһүдтәр йәмәғәтселеге донъяуи мәктәптәр асыу ниәтенә ҡырҡа ҡаршы була; улар мәктәптәргә лә, хатта балаларын унда ебәрергә йөрьәт иткән ата-әсәләргә лә бойкот аса. Бен-Иехуда эшләгән мәктәпкә күп тапҡыр таш ырғыталар, тәҙрәләрен онтайҙар. Ул үҙе лә әллә күпме тапҡыр йәрәхәтләнә. Бары тик бер нисә йылдан һуң ғына күпселек кеше Бен-Иехуданың педагогик алымының етдилегенә инана, дөрөҫлөгөн таный башлай. Бихисап уҡытыусылар уның һуҡмағынан китә, артабан «Ивриттағы иврит» исемле хәрәкәт ойоштора.
     Бен-Иехуданың һаулығы ҡаҡшай, мәктәптәге көсөргәнешле эш сирен аҙҙырып ебәреп, уның үпкәһенән ҡабат ҡан килә башлай. Табиптарҙың ҡаты тыйыуына ҡарамаҫтан, ул йәнә бер нисә йыл уҡыта бирә: тормошоноң оло маҡсатына өлгәшеү, шулай уҡ ғаиләһен тәьмин итеү өсөн быны бик мөһим һанай.
     Элиэзер менән Двора Бен-Иехудаларҙың танышыу тарихы эмиграцияға тиклем ун йыл алда башлана. Ун дүрт йәшлек сағында Элиэзер донъяуи китап уҡып тотолғаны өсөн туғаны Давид Вольфсон өйөнән ҡыуыла. Төндә, йәйәүләп, үҫмер Глубокое исемле ҡаласыҡҡа барып етеп, синагогала төйәк таба. Ғибәҙәткә йөрөүселәрҙең береһе, Ионас тигән фамилиялы ярайһы бай кеше, үҫмерҙе күреп ҡалып, яҙмышы менән ҡыҙыҡһына ла, егеттең һөйләгәндәрен тыңлағас, уны үҙ йортона ала. Бен-Иехуда был өйҙә ике йылдай йәшәй. Ионастың өлкән ҡыҙы Двора уны француз, рус телдәренә өйрәтә. Был йорттан ул гимназияға юл тота, уны бик яҡшы баһалар менән тамамлай.
      Егетте Ионастың бар ғаиләһе ярата, үҙ итә, ғаилә башлығының ике ҡыҙы ла һуңынан уның тормош иптәше була. Тәүге ҡатыны Двора үпкә сиренән вафат булғас, Бен-Иехуда уның һеңлеһе Поляға өйләнә. Израилгә күскәс, ҡатын исемен Хемдаға үҙгәртә.
      Бергә йәшәгән һуңғы йылдарын Элиэзер менән Двора Бохара кварталында уҙғара, Хемда ла шул ергә күсеп килә. Апаһы кеүек, ул да башта ивритты бөтөнләй белмәй. Бен-Иехуда типографияны йортоноң бер бүлмәһенә күсергән була. Ә типография эшселәре эш мәлендә ивритта белгән бер нисә бөртөк булһа, ла йырҙы йырлай. Шулай итеп, Хемда тирәләй ивритта һөйләшкән даирә барлыҡҡа килә. Ярты йыл эсендә ул ивритты ифрат яҡшы өйрәнеп, бары тик унда ғына һөйләшергә күнеккән кешегә әйләнә. Был хәбәр шунда уҡ Иерусалим, Яффо һәм тирә-яҡ ҡаласыҡ-ҡасабалар буйлап тарала, ғәжәйеп көслө тәьҫир итә: Хемда үҙ миҫалында ивритты өйрәнеү мөмкин икәнлеген, был эш һәр кемдең ҡулынан килгәнлеген раҫлай. Ҡатын иренең эшмәкәрлеген бик ныҡ ихтирам итә, хуплай, уны барлыҡ өй мәшәҡәттәренән, балалар тәрбиәләүҙән азат итеп кенә ҡалмай, иренең эшендә ярҙам итергә лә форсат таба.
     Хемда «Цви» гәзитенә яҙыша башлай, күбәйгәндән-күбәйә барған иврит һөйөүселәр өсөн кисәләр ойоштора, гәзитте таратыу, яңы уҡыусылар йәлеп итеү өсөн ҡала буйлап күп йөрөй.
     Бохара кварталынан Элиэзер менән Хемда Яффо урамындағы 107-се йортҡа күсә. Ул саҡта Яффо урамында кешеләр әллә ни күп булмай, бейек ҡойма менән кәртәләнгән ҙур баҡсалы йорт яңғыҙ тора. Хужалары уны, Бен-Иехудалар ремонт яһаясаҡ тигән иҫәп менән, осһоҙ хаҡҡа 10 йылға ҡуртымға бирә. Хемда был өйҙө хан һарайындай итеп үҙгәртә ала.
     Бен-Иехуда ғаиләһен быға тиклем уратҡан яңғыҙлыҡ, башҡаларҙан ситләшеү мөхите үҙгәрә: ивритта һөйләшеүселәр түңәрәген булдырыу менән уларҙың йорто Иерусалим элитаһының осрашыу урынына әйләнә. Шәмбе етеү менән унда дуҫтарса әңгәмәләр ҡороу өсөн белемле, күренекле кешеләр йыйыла. Алсаҡ, егәрле Хемда һәр саҡ уларҙың үҙәгендә була. Уның менән аралашыу барыһында ла ыңғай тәьҫорат ҡалдыра, ә инде гәзиттә мода битен алып бара башлағас, ҡатын Иерусалим ҡатын-ҡыҙҙары араһында мода билдәләүсе дәрәжәһенә эйә була.
     Ивритта һөйләшеүсе беренсе ғаилә аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан бәләкәй генә гәзитте һатыуҙан килгән аҡсаға көн итә.
     «Цви» («Болан») гәзитен Бен-Иехуда 1884 йылдан сығара башлай. Тиражы әллә ни ҙур булмай, барон Эдмонд Ротшильд гәзиткә ай һайын аҡсалата ярҙам күрһәтә башлағанға тиклем баҫманың ғүмере йыш ҡына ҡыл өҫтөндә тора. Ләкин консерватив йәмғиәт менән бер туҡтауһыҙ көрәш барыбер гәзитте яптырыуға килтерә.
     Бен-Иехуда һүҙлек өҫтөндә эш башлай. Был ҡыш айырыуса һалҡын килә, аҡса етешмәүе сэбәпле ғаилә утын һатып ала алмай, Элиэзер эшен ҡат-ҡат кейелгән кейемдә дауам итә.
     1897 йылда Базелдә үткән сионистик конгресс сионизм эшенә ҙур өлөш индерә. Әйтәйек, Англияның етеш йәһүдтәре, филантроптар йәмғиәтен булдырып, изге ерҙә төпләнергә теләгән йәһүдтәргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был йәмғиәт Бен-Иехудаға 5 000 франк күләмендә ай һайын бирелә торған, үҙ ҡарамағына файҙаланырлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтә. Шул арҡала Бен-Иехуда бурысын ҡайтара, типография өсөн яңы шрифтар ала. Ҡалған аҡсаны ғаилә яңы йортто ҡуртымға алыу өсөн файҙаланырға була. Оҙаҡламай Хемда «Эфиопия, 11» адресы буйынса бейек, иркен, янында ҙур баҡсаһы булған йортто таба. Өй янындағы ҡарауыл башняһына ихаталағы ҡоҙоҡтан һыу үткәреп, Хемда уны ванна бүлмәһе итеп ҡора. Беренсе донъя һуғышынан һуң ғаилә тап ошо йортҡа ҡайта, ғүмеренең ахырынаса Бен-Иехуда бында йәшәй.
     Ниһайәт, Элиэзерҙың яңы өйҙөң юғары ҡатында эш өсөн махсус кабинеты була. Бар стеналар буйлап, иҙәндән алып түбәгә хәтлем, китап кәштәләре теҙелә; иң уртала асылған килеш ивриттағы һәм сит телдәрҙәге унарлаған китап ятҡан киң өҫтәл тора.
     Көн һайын Бен-Иехуда иртәнге 6-нан эш башлай, төнгө 12-нән һуң ғына туҡтай, төшкө һәм киске ашҡа тигән ике генә тәнәфес яһай. Иртәнге сәғәттәрен – һүҙлек төҙөүгә, киске һәм төнгө ваҡытын - гәзитте мөхәрриләүгә арнай.
     Ивриттың тулы, күләмле һүҙлеге кәрәклеген Бен-Иехуда элек үк, Парижда йәшәгән сағында аңлай. Телдә ябай көнитмеш өсөн кәрәкле бик күп һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр етешмәгәнлеген дә тоя. Шул саҡтан алып бөртөкләп тигәндәй һүҙҙәр йыйыуҙан туҡтамай.
     Уның тикшеренеүҙәре Тәүрәт һәм Талмуд менән генә сикләнмәй, ивриттағы һуңғыраҡ осор әҙәбиәтенең иң күркәм өлгөләрен дә, онотолған яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәрен дә, бары тик ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған яҙмаларҙы ла индерә. Унар меңләгән һүҙҙе «соҡоп сығарыр» өсөн Бен-Иехуда 40 мең китап менән ҡулъяҙманың биттәрен барлаған. Һуңынан был һүҙҙәр ҙур һүҙлектә урын алған.
«Ижадсы йорто» тигән атама менән танылған йорттан Бен-Иехуда бер ҡасан да тиерлек сыҡмаған. Унда-бында ғына китап һаҡлағыстарҙа ниндәйҙер бер мәсьәләне асыҡлау өсөн китапханаға юл тотҡан; Иерусалимдағы бер нисә белемле кешеләрҙең өйөнә барған – уныһы ла бик оло ваҡиғалар айҡанлы ғына. Дуҫтарын, ҡунаҡтарын фәҡәт шәмбеләрҙә генә ҡабул иткән. Бен-Иехуданың кабинеты ишеге һәр саҡ асыҡ булған берҙән-бер кеше билдәле тикшеренеүсе, Париждағы осорҙа уҡ Бен-Иехуда менән ивритта аралашҡан Авраам Моше Лоиц булған.
Эфиопия урамындағы 11-се йорт диуарында һаман да Бен-Иехуда исеме яҙылған мемориаль таҡта тора. Уның дини самаһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшкәнен иҫтә тотоп, ортодокс-күршеләр ваҡыты-ваҡыты менән таҡтаны сисә, ләкин уны һәр саҡ яңынан ҡуйыусылар була.
     Консерваторҙар һәм ортодокстар күҙлегенән Бен-Иехуданың эшмәкәрлеге хәүефле, зыянлы тип ҡабул ителгән: ул гәзит биттәренән мәғрифәтселек, динһеҙлек идеяларын һөргән, дини таяуҙарҙы, иҫке тәртиптәрҙе ҡаҡшатырға маташҡан, етмәһә, эшмәкәрлеген ортодоксаль тормош рәүешенең ҡап уртаһында – Иерусалимда йәйелдергән. Дини общиналар етәкселәре нисек булһа ла «башҡаларҙы ла гонаһҡа этәреүсе гонаһлы»ны юҡ итергә тырышҡан. Уны эҙәрлекләп, ҡабат-ҡабат үҙенә лә, гәзитенә лә бойкот иғлан иткәндәр. Бер ниҙән дә фәтеүә сыҡмағас, ортодокстар Төркиә властары вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә булған.
     Гәзит һандарының береһендә Бен-Иехуда түбәндәге фекерен белдергән: «Хасмонейҙарҙан өлгө алып, беҙ тағы ла нығыраҡ берләшергә лә, алға ынтылырға тейеш». Публицистың дошмандары, контексты йәшереп, был һөйләмде төрөк теленә төптө икенсе төрлө мәғәнәлә тәржемә иткән: «Әрме йыяйыҡ та, көнсығышҡа юл тотайыҡ». Һәм был яҙыуҙы төрөк телендәге аңлатма менән төрөк власы вәкилдәренә гәзит мөхәррирен ғәйепләү рәүешендә алып барып тотторғандар. Гәзит сыҡҡандан һуң бер нисә сәғәт эсендә үк Яффо урамындағы йорттарҙың диуарҙары дин әһелдәренең Бен-Иехуданы төрөктәргә ҡаршы ҡораллы сығышҡа өндәүҙә ғәйепләгән яҙыуҙары менән тулған. Иртәгеһенә Бен-Иехуданың йортона төрөк полицияһы вәкилдәре килеп етеп ҡулға ала ла, Ала-а-Дин урамындағы «Эль-Рибат» төрмәһенә бикләй. Был урам һаман да «Әл-Хабас», йәғни «Төрмә урамы» тип атала.
     Бен-Иехуданың дуҫтары һәм фекерҙәштәре был хәбәрҙе ярһыу, асыу менән ҡабул итә, уның миҫалында «Сиондың беренсе тотҡоно»н күрә. Улар йәһәтләп дуҫтарын иреккә сығарыуҙы ҡайғырта башлай. Көн һайын Бен-Иехуда менән күрешергә тип илдең төрлө тарафынан йөҙәрләгән кеше килә; төрмәнең ҡапҡаһы төбөндә килеүселәр өсөн хатта бәләкәй кафетерий асыла. Дошмандарҙы аптырашта ҡалдырып, Бен-Иехуданы ҡулға алыу, киреһенсә, прогрессив көстәрҙең берләшеүенә килтерә.
     Мөхәррирҙе төрмәлә 8 көн тоталар. Башта ул 15 тотҡон ултырған камераға индерелә, әҙме-күпме саф һауа һулар өсөн ишектәге бер тишеккә һыйынып, төн оҙоно аяҡ өҫтө үткәрергә мәжбүр була. Был шарттарҙа Бен-Иехуданың сәләмәтлеге тағы ла хәүеф тыуҙыра башлай. Төрмә табибы, уны ҡарап сыҡҡас, айырым камераға индерергә ҡуша. Унда Бен-Иехуда карауат, өҫтәл, ултырғыс, һүҙлек өҫтөндә эшләүгә кәрәкле бар нәмә, хатта кескәй генә нефть мейесе менән тәьмин ителә. Тотҡонлоғоноң һигеҙенсе көнөндә Бен-Иехуда суд алдына баҫа. Хөкөм итеүселәр уны хыянатта ғәйепләй. Хөкөмдарҙары бер йәһүд-сефард менән ике ғәрәп була. Дини общинаһы менән аралар ҡырҡыулашыуынан ҡурҡҡан сефард ғәйепләүҙе хуплай; ике яҡтан да ришүәт алған ғәрәптәр иһә ҡыйын хәлдә ҡала. Суд хөкөмө Бен-Иехуданы «хәүефле янъялсы» тип түгел, бары «ҡотҡо таратыусы» тип таный, шуға ҡарамаҫтан, уны бер йылға иректән мәхрүм итергә, гәзит сығарыуға лицензияһын тартып алырға ҡарар итә. Ләкин уға юғарыраҡ инстанцияға аппеляция биреү мөмкинлеге бирелә, «ҡотҡо таратыусы»ны, залог түләтеп, төрмәнән сығаралар.
     Аппеляцияны ҡарау Бейрутта үтә, барон Ротшильд Бен-Иехуданы аҡлауға кәрәкле аҡса бирә. Шулай ҙа Төркиәнең Иерусалимдағы етәксе-вәкиле Ибраһим-паша уға гәзит сығарырға рөхсәт итмәй. Бер аҙ ваҡыт үткәс илгә барон Ротшильдтың ярҙамсыһы килеп, пашаға бүләккә репродукциялар альбомы тапшыра, һәр репродукция аҫтына меңәр франклыҡ банкнота һалынған була. Хәйлә маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итә. Бен-Иехуда гәзитен сығарыуға рөхсәт ала.
     Аҙнаһына бер мәртәбә сыҡҡан бәләкәй генә гәзиттән «Цви» көн дә донъя күргән 6-8 битлек баҫмаға әйләнә. Гәзит Беренсе донъя һуғышына тиклем даими сыға. Исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрә («Болан», «Сағылыш», «Яҡтылыҡ»), төрлө исемдәр гәзиттең дә, журналист булараҡ Бен-Иехуданың да үҙгәреү осорҙарын сағылдыра. Баҫма «бәләкәй, шулай ҙа бойондороҡһоҙ дәүләттең тере телдәге гәзите булып, Европаның иң беренсе булып ивритта сыҡҡан, глобаль йәмәғәтселек һәм финанс мәсьәләләр хаҡында фекер алышҡан гәзите» тип һанала.
Бен-Иехуда бар ғүмеренең төп эшен – һүҙлекте тамамлап өлгөрмәй, иҫән сағында уның 6 томы ғына сығып ҡала. Һүҙлекте сығарыуҙа ярҙамлашҡан Хемда Берлинда нәшриәт таба, аҡса йыя, тик эште уның вафатынан һуң ғына тамамлай ала.
     1920 йылда Бөйөк Британияның Эрец Исраэлдәге беренсе етәксе-вәкиле ивритты бындағы өс рәсми телдең береһе тип иғлан итә, йәғни Бен-Иехуданың хыялы бойомға аша…. 
     Бен-Иехуда тергеҙелгән, ҡабат йән ингән телдең символына әүерелә. Ул 65 йәшендә донъя ҡуя, шул ғүмерҙең 41 йылы берҙән-бер маҡсатына өлгәшеүгә бағышлана.
     …Бен-Иехуданың ҡәбере «Йәйғорҙоң ете төҫө» ҡунаҡханаһына табан юлда, тауҙа урынлашҡан. Янында ҡатыны Хемда менән өлкән улы Итамар ҡуйылған.

 

Владимир Цывкин

"Мишпоха" журналы
№ 13, 2003й.
 

Ивриттан Лариса Смолянская тәржемәһе.