"Папа", "мама"... йәки хаталар ҡайҙан башлана?

    Әлеге көндә Өфөләге бер нисә башҡорт ғаиләһе башҡорт телен, рухын һаҡлап, хәҙерге мегаполис шарттарында башҡорттарҙы нисек итеп тәрбиәләргә кәрәк тигән мәсьәләгә үҙ кәңәштәрен бирә алалыр. Әйтәйек, ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр, языусы-педагог Мирас Иҙелбаев, журналист Гөлфиә Янбаева ғаиләләре һәм башҡалар. Уларҙың һаны, үкенескә ҡаршы,

күп түгел, әммә улар - беззең маяҡтар. Ошо иҫәптән, әсәйем - яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән атайым - геолог-ғалим Диҡҡәт Бураҡаев та ҡала шарттарында ысын мәғәнәһендә башҡорт ғаиләһен булдыра алды. Атай-әсәйемдең тәжрибәһенән дә, өс бала әсәһе булараҡ, үҙемдең тәжрибәмдән сығып та, ауылда тыуып, тәрбиәләнеп, ҡалала төпләнергә ынтылыусы башҡорт ғаиләләренә һүҙем бар ине. Сөнки, күреп торам, бик күп атай-әсәйҙәр, заманында әсәйем биргән кәңәштәрҙе тотмай, хәҙер осраған һайын үкенестәрен белдерә. 

    Мәскәүҙә уҡыған осорҙа ундағы әрмән, грузиндарҙың, Мәскәү татарҙарының, башҡа милләт диаспораларының тормошо менән ҡыҙыҡһындым. Ни өсөн ҡайһы бер халыҡтар үҙҙәренең милли йөҙөн, милли үҙенсәлеген һаҡлай ала, ә ҡайһыларының миллилеге үҙ быуынына ғына етә, балаларына, ейәндәренә күсмәй? Ошо һорауға яуап эҙләйем. Ҡай саҡ, Кавказ халыҡтарының миҫалын килтерһәң, күптәр: "һуң улар бит көслө халыҡ", - тип кисә. Көслө халыҡ булыр өсөн нимә кәрәк һуң? Үҙеңде көслө, рухлы һәм иң мөһиме - милләт алдында яуаплы итеп тойоу етмәйме ни? Ни эшләп яу алдынан (ә мегаполис тормошо, ғөмүмән, хәҙерге заман ағышы, глобализация, цивилизация - үҙе көндәлек яу, көрәш бит!) еңелеүеңде танырға?
  Милләтте милләт иткән - тел. Шуға ла телде һаҡлау - ул иң тәүге һәм иң мөһим бурыс, һәм тап ошо юсыҡта оло хаталар ебәрелә лә инде. Әлеге көндә зыялыларыбыҙ телде һаҡлау буйынса бик күп мәҡәләләр яза, радио-телевидениенан сығыш яһай. Әммә уларҙың һүҙен ишетер өсөн... нимә эшләргә кәрәк, тиерһегеҙ? Тәү сиратта - башҡорт матбуғатын алдырырға, башҡорт тапшырыуҙарын ишетергә һәм күрергә, башҡорт театрҙарына йөрөргә! Ғаилә башҡорт гәзит-журналдарын, балаларына махсус баҫмалар алдырта икән - ошо үҙе үк оло тәрбиә. Башҡа халыҡтарҙа үҙ баҫмаларын һаҡлау өсөн икешәр-өсәр гәзит-журналға яҙылыу миҫалдары билдәле. Ә беҙ?.. 
    Күҙ алдына килтерәйек. Салауат Юлаевыбыз, Шәйехзада Бабичыбыз, Зәки Вәлидибез, Аҡмуллабыз әлеге заманда йәшәһен ине әле, ошондай байлыҡҡа ҡыуанып бөтә алмастар ине бит! Ни өсөн уларҙың исемен ғорурлыҡ менән хәтерҙә һаҡлаған беҙ тел һаҡлаусы, үҫтереүсе, байытыусы баҫмаларҙы алдырмайбыҙ? Ерен, телен, милли асылын һаҡлау өсөн меңәрләп яуҙарҙа һәләк булған, язалап үлтерелгән, яндырылған башҡорттарҙың рухына енәйәт ҡылыу менән бәрәбәр бит был! 
    Был күренеште дөйөм ятаҡтарҙа, ваҡытлы фатирҙарҙа йәшәү менән аҡлап булмай. Ваҡыт үтә, балалар үсә. Ә иң әрнеткәне - ғаиләлә һәм балаларҙың зиһенендә башҡорт матбуғатын, китаптарын уҡыу ғәҙәте барлыҡҡа килмәй. Ә бит ул кескәй саҡтан уҡ күңел ихтыяжына әйләнергә тейеш. 
    Телде ғаилә һаҡлай. Был, ике икең - дүрт тигәндәй, ябай төшөнсә. Әммә күбеһе тел өйрәнеүҙе, белеүҙе һаман да балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөкмәтеп маташа. Күп тапҡыр күҙәткәнем бар – уҡытыусы бала менән саф башҡортса һөйләшә, ә атай-әсәй, хатта олатай-өләсәй, шунда уҡ балаға русса өндәшә. Телде белмәһәң, өйрәнергә лә мөмкин. Кәрәк икән, инглиз телен ярты йылда өйрәнеп алалар. Шулай булғас, туған телебеҙгә ҡарата вайымһыҙлыҡ күрһәтмәһәк ине. Йәһүдтәр, мәҫәлән, үле тел тип һаналған, ике мең йыл дауамында инде онотолоп бөткән, дин теле генә булараҡ ҡулланылған ивритты дәүләт теленә әйләндерҙе, хәҙер, заманаға күрә камиллаштырып, һәр йәһүд белергә тейеш, тип халҡына төшөндөрә. 
    Фатирын, бөтә милкен һатып, аҡсаһын шикле финанс пирамидаларға һалып отолған кешегә беҙ нисек ҡарайбыҙ? Ниндәй мыҫҡыллы һүҙҙәр менән әрләйбеҙ уны? Ә Туған Тел кеүек байлыҡтан үҙен һәм балаларын мәхрүм иткәндәргә беҙҙең дәүләт сәйәсәте, мәҙәниәте, матбуғаты ошо байлыҡты һуҙып торғанда ла уны алмағандарға ни өсөн беҙҙә шундай уҡ мөнәсәбәт түгел һуң? 
Урамда кескәй генә баланың ауыҙ тултырып: "Әсәй, атай!" - тип тәтелдәүе һөйөнөслө. Әммә ул урыҫ мөхитенә эләккәс, башлана ла инде һынауҙар. Әйтергә кәрәк, ҙур ҡалаларҙа башҡорт балалар баҡсаһында ла, мәктәптәрендә лә балаларҙың аралашыу теле - рус теле. Шулай итеп, тәүге һынау - баланың башҡаларға, йәғни рус теллеләргә эйәреп, "папа, мама" тип әйтеү, артабан атай-әсәй менән тиҫтерҙәре алдында русса һөйләшеү теләге уяна. Атай-әсәйҙәр балалары ыңғайына уларға русса яуап бирә... Шунан инде ике бер туған үҙ-ара русса һөйләшергә керешә... Һәм шулай яйлап-яйлап матур башҡорт ғаиләһе бер ваҡыт рус телле ғаиләгә әйләнеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Атай-әсәй үҙ-ара башҡортса һөйләшә, балалары менән - русса... Күңел әрнеткес был күренеш, әлбиттә, үҙебеҙҙең битарафлыҡтан килә. 
    Балаларҙың теләктәре күп була. Әммә бала теләй, тип, уның һәр бер мыжыуына юл ҡуймайһығыҙ бит?! Үҫмерҙе якшы атай-әсәй тәмәке тартыуҙан да, башҡа насар холоҡтарҙан да тыя. Әле күп нәмәне аңламаған баланы ҡырҡ яҡтан тыйыу - тәрбиә нигеҙе. Ә ни өсөн башҡортса һөйләшергә кәрәклеге тураһында, башҡорттар "папа, мама", тип әйтергә тейеш түгеллеген, башҡорт теле - ул бөйөк шәхестәрҙең, Салауат Юлаевтың теле икәнен ике йәштән үк аңлатмаҫҡа, ят мөхиттең йоғонтоһонан тыймаҫҡа? Мәҫәлән, зыялы рус ғаиләһендә баланың матур итеп русса һөйләшеүе талап ителә, телде байытыуға йүнәлтелгән эштәргә өҫтөнлөк бирелеп, слэнгтарға ҡаршы көрәш алып барыла. Шундай уҡ проблемалар тураһында инглиз, француз, башҡа Европа илдәре зыялыларының сығыштарын ишетергә тура килә. Тимәк, тел таҙалығы, байлығы өсөн көрәш, балаңа ошо оло хазинаны мираҫ итеп ҡалдырыу - ул бөтөн алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең бурысы. Шуға ла, алдынғы ҡарашлы тип һаналырға хаҡлы журналистарыбыҙҙың, артистарыбыҙҙың, ғалимдарыбыззың, эшҡыуарзарыбыззың балалары "мама, папа" тип китеп барһа, ирекһеҙҙән уларға ҡарата енәйәт ҡылған әҙәмгә тейешле мөнәсәбәт тыуа. 
    Милләттәштәребеҙҙә шулай уҡ теленән тартыныу, урамда урыҫса һөйләшеү күренеше хас. Шул сәбәптән өйҙә балалары менән башҡортса, ә урамда русса һөйләшкән ғаиләләр күп. Ә әсәй берәү генә булған кеүек, ғаилә теле лә бер генә була ала. Бала русса таҙа һөйләшһен, тип рус теленә күсеү - иң зур хата. Рус әҙәбиәтенән дәресен әҙерләшкәндәме, йоҡлар алдынан әҙәби китап уҡығандамы, рус теленә күсеп китеү мөмкин. Тик был осраҡта таҙа, бай телдә һөйләшеү мотлаҡ. Биш-алты рус һүҙе аша бер-ике башҡорт һүҙен ҡыҫтырып ебәреү - телде лә, аңды ла боҙа, рус телен дә баҙар теленә әйләндерә. 
    Күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙгә бер нисә йыл Японияла йәшәргә кәрәк икән, ти. Һеҙ япон телен ауырлыҡ менән саҡ-саҡ өйрәнеп килгәндә, бәләкәсегеҙ бер-ике азна эсендә япон һүҙҙәрен өйрәнә һалып, оялмай-нитмәй япон тиҫтерҙәре менән урамда елдереп уйнап йөрөйәсәк. Сөнки кескәй бала өсөн тел белмәү комплексы юҡ. Уның өсөн аралашыу теләге һәм бының өсөн тиҙ арала тел үҙләштереү кәрәклеге генә бар. Тел белмәүҙән оялыу - ул ололарҙың бәләһе. Һәм ошо бәләне ауырыу баштан һау бала башына һалырға ярамай. Һеҙ үҙегеҙ ауылда үҫеү сәбәплеме, рус теленән уҡытыусы булмау һөҙөмтәһендәме, рус телен хөр-төрәк беләһегеҙ икән, был проблема бер нисек тә һеҙҙең ғаиләгә лә, балаларығыҙға ла ҡағылмай. Өйҙә саф башҡортса һөйләшеүҙе талап итәһегеҙ икән, балағыҙ русса өйрәнмәй ҡаласаҡ тигән һүҙ түгел. Әсәйем беҙҙе: "Рус теле тупһаның теге яғында ҡалһын", - тип ҡат-ҡат иҫкәртә торғайны. Рус телен өйрәтмәйем, тиһәң дә, ҡайза-ҡайза, ә инде Рәсәй ерлегендә, ҡалаларҙа барыбер өйрәнеләсәк: йәнһүрәттәр, кинолар, китаптар, дуҫ-иптәштәр... – рус телен үҙләштереү проблемаһын бала үҙе бик еңел хәл итә. Ә бына башҡорт телен ул үҙ алдына, үҙ белдеге менән бер ҡасан да өйрәнмәйәсәк. Уныһы инде - атай-әсәйҙең, олатай-өләсәйҙең иң иҙге, иң оло бурысы. 
    Әлеге көндә Өфөлә лә, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла, башҡортлоҡто үҫтереү, бай мәҙәни тормошҡа сумып йәшәү өсөн бөтә шарттар за бар. Шуға ла хәҙерге заманда ҡала башҡорттарын үҫтереү күп көс тә, ваҡыт та талап итмәй. Бары тик Рух һәм Тел һаҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған ғаилә сәйәсәтен булдырыу, һәм юғары идеалдарзағы сәйәси курс алғас, сәйәси фәхишәгә генә әйләнеп китмәү фарыз.

 



Зөһрә БУРАҠАЕВА