ТЕЛДЕ ҺАНҒА ҺУҠМАҺАЛАР...француздар һымаҡ, штраф түләтәйек

   Баймаҡҡа аҡса ебәрергә уйлап, өйөбөҙ эргәһендәге почта бүлексәһенә барҙым. Был эш артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә атҡарылыр, тип уйлағайным, тик улай булып сыҡманы. Бланктың кәрәкле урындарын тултырып бөттөм дә, бер ыңғайы хат өсөн бүлегенә әсәйемә бер-ике ауыҙ һүҙ ҙә яҙып ҡуйҙым. Быға тиклем дә шулай итә инем. Тик был юлы ҡабул итеүсе почта хеҙмәткәре минең бланк артындағы башҡортса яҙған хатымды күрҙе лә, хеҙмәтләндереүҙән баш тартты. Хатты урыҫса яҙырға ҡушты.

Минең аңлатырға маташыуҙарым да бушҡа ғына булып сыҡты. Аҡсаны тиҙерәк ебәрергә кәрәк ине, шуға ла почта хеҙмәткәре менән артыҡ бәхәс ҡуптарып торорға теләмәнем. Бланкты яңынан тултырып, уны хатһыҙ ғына ебәрҙем. Әсәйемә урыҫса хат яҙғым килмәне. Килмәне генә түгел, телем дә әйләнмәне, ҡулым да барманы.

     Бер уйлаһаң, иғтибарға лайыҡ та түгел кеүек әлеге ваҡиға. Ярай, башҡортса хат тексын асыҡ бланкта ебәреп булмай икән дә, ти. Ә шулай ҙа бер минең хат менән генә бәйле шәхси проблема түгел бит был. Башҡортостан Республикаһы тип аталған илдә рус теле менән бергә дәүләт теле булып йөрөгән башҡорт теле ҡасан тулыһынса гәмәлгә ашырыла башлар һуң? Эш бит бына нимәлә тора...

     Гәзиттәрҙә йыш ҡына телебеҙҙе боҙоуҙар тураһында әсенеп яҙылған хаттар баҫыла. Һәр халыҡ хәҙер үҙ телен камиллаштырырға, байытырға, уны артабан үҫтерергә һәм һаҡларға тырыша. Был - тәбиғи хәл. Халыҡты халыҡ иткән - ул тел һәм рух. Телһеҙ халыҡ булмай. Белеүемсә, француздар француз телен яҡлау буйынса бик күп саралар үткәрә. Уларҙың закондарында француз телен боҙоп яҙған йәки урынһыҙға сит телдәр һүҙҙәрен ҡулланған өсөн ҙур ғына штрафтар ҡаралған. Ошондай уҡ саралар Венгрия Республикаһында ла ҡабул ителгән. Уғыр тел төркөмөнә ҡараған венгрҙар үҙҙәрен уратып алған ят тел мөхитенән үҙ-үҙҙәрен элек-электән бик ныҡ һаҡлаған һәм әле лә сит тел йоғонтоһона бирелмәү өсөн төрлө саралар күрә. Төрөктәр ҙә ошондай уҡ сараларҙы ҡуллана. Минең уйымса, беҙҙең республикабыҙҙа ла закондар сығарыу органдарына төрлө рәсми иғландарҙағы, яҙыуҙарҙағы башҡорт телендәге хаталар өсөн, йәиһә башҡорт теленең, әле мин телгә алған миҫалдағы кеүек, ҡулланыу даирәһен тарайтырға тырышыуҙар өсөн штраф түләтеү тураһында закон ҡабул итеү мәсьәләһен күптән күтәрергә кәрәк. Һалынған штрафтар ғәйеплеләрҙең кеҫәһе өсөн һиҙелерлек булырға һәм мотлаҡ түлә-телергә тейеш. Шунһыҙ, ундай сараны ҡулланып тороу ҙа кәрәкмәй. Әгәр дәүләт телдәрендәге хаталар өсөн штраф күләме һиҙелерлек булһа һәм бындай штраф һалыу һүҙҙә генә ҡалмайынса, мотлаҡ тормошҡа ашырылһа, файҙаһы буласаҡ, тип уйлайым. Шунһыҙ беҙ төрлө тәҡдимдәр, декларациялар менән генә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ғәмәлгә ашыра алмаясаҡбыҙ. Был законды һанға һуғырға теләмәгән кеше өсөн бик һөҙөмтәле тәрбиәүи сара.
     Благовещенск район-ара прокуратураһында эшләп йөрөгәнемдә булған бер ғибрәтле хәл иҫкә төшә. Элегерәк прокуратура, милиция хеҙмәткәрҙәренә балиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы тәрбиәгә беркетә торғайнылар. Беркетеп кенә ҡалмай, квартал һайын улар хаҡында отчет талап итәләр ине. Миңә лә бер малайҙы беркеттеләр. Уның ата-әсәһе ярайһы уҡ ҙур урында эшләп, белемдәре, вазифалары юғары булыуға ҡарамаҫтан, малайҙы, ғәйепле булһа ла, гел генә яҡлап тороп, боҙоп, аҙҙырып бөткәйнеләр. Шуға ла малайҙың ата-әсәһе менән һөйләшеү, уларҙы өгөтләү файҙаһыҙ ине. Бер ваҡыт әлеге малай район үҙәгендә урынлашҡан бер ойошмаға ҙур ғына зыян килтерҙе. Милиция хеҙмәткәрҙәре уның ғәйебен тулыһынса иҫбат итте. Малайҙың ата-әсәһе был юлы ла, ғәҙәт буйынса, балиғ булмағандар комиссияһына саҡыртып һөйләшерҙәр ҙә, шуның менән ҡотолорбоҙ, тип уйлағайны, күрәһең. Килеп сыҡманы. Ул замандағы закон буйынса, балиғ булмағандарҙың ҡылған ҡылыҡтарынан күрелгән зыянды ата-әсә ҡапларға тейеш ине. Мин прокурор исеменән дәүләт ойошмаһы күргән матди зыянды ҡаплатыр өсөн судҡа мөрәжәғәт иттем. Бындай аҙымды берәү ҙә көтмәгәйне. Судҡа малайҙың әсәһе килде. Тәүҙә ул бик дорфа ғына һөйләшеп маташты, әммә прокурор дәғүәһенең шаярыу түгеллеген һәм ҙур ғына сумманан ҡолаҡ ҡағасағын аңлағандан һуң, ҡатын бөтә асыуын улына төшөрҙө. Быға тиклем гел генә һыуҙан ҡоро килеш ҡотолоп өйрәнгән малайға судта әсәһе алдында яуап бирергә тура килде. Ҡатыңдың штраф суммаһын кәметеүҙе үтенеүен суд кире ҡаҡты һәм ғаиләгә балиғ булмаған тәрбиәһеҙ улдары арҡаһында дәүләт күргән зыянды тулыһынса ҡапларға тура килде. Ғаилә бюджетына килгән зыяндан ярһыған әсәһе малайҙы суд залында уҡ типкеләй башланы - түҙеп кенә тор. Милиция саҡыртып, көс-хәл менән тынысландырҙылар теге ҡатынды. Малайҙы тәрбиәләү эше, "өшкөрөү" өйҙә лә дауам иткәндер, тип уйлайым. Сөнки ошонан һун малайыбыҙҙың өнө лә, тыны ла ишетелмәне. Унда ла, бында ла эш боҙоп, милиция хеҙмәткәрҙәренең күрһәткестәрен, отчетын боҙған малайҙан шулай ҡотолдоҡ. Бының өсөн милиция егеттәре миңә рәхмәт уҡыны. Минең уйлауымса, малайҙың ҡылыҡтары улай тиҙ генә үҙгәрмәгәндер. Йәмғиәттәге дөйөм талаптарҙы, дәүләт закондарын һанға һуҡмай, уларҙы нисек теләй, шулай боҙоп өйрәнгәйне бит инде ул. Әммә тәртип боҙһа, язаның уны ҡыуып етәсәген аңлау һәм шул күрәсәк язанан ҡурҡыу тойғоһо уны тәртип боҙоуҙарҙан тыйып килде.
     Ошо факт ҡына ла ғәйеплеләрҙән штраф кеүек мәжбүри аҡса түләтеүҙең бик һөҙөмтәле алым икәнлеген күрһәтә. Закондарҙың төп функцияларының береһе - ғәйепле кешенең мотлаҡ аласаҡ язанан ҡурҡыу тойғоһо. Шуға күрә, башҡорт телен ғәмәлгә ашырыуҙа иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе - ҙур штраф суммалары булырға тейеш. Кем дә кем "Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәре тураһында" БР Законын һанға һуғырға теләмәй, уны инҡар итә - ул кеше, йәки ойошма ҙур штраф түләргә тейеш. Ҡабаттан һанға һуҡмаһа, был юлы тәүгеһенән дә ҙурыраҡ штраф түләтергә мөмкин. Тик шундай саралар менән генә ғәмәлгә ашырырға булалыр тел тураһындағы законды. Уҡыусыларыбыҙ ни уйлай икән был турала?


Зәкирйән ӘМИНЕВ, пенсиялағы прокурор.

"Киске Өфө" гәзите, № 45, 2008й.