«Бөгөн башҡорт телен һаҡламаһаҡ, иртәгә тотош республика юҡҡа сығыр»

Мәғариф законы тирәләй үҙгәрештәр халыҡ хоҡуҡтарын боҙа

     Бер нисә ай элек дәүләт кимәлендәге мәғариф стандарты структураһында милли-төбәк компоненттарын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итеүсе Федераль закон (309-сы ФЗ) сыҡҡан. Уға ярашлы, туған тел уҡытыу юҡҡа сыға яҙа тигән һүҙ. БР-ҙын, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров был үҙгәрештәргә ҡырҡа ҡаршы икәнен белдереп сығып яһаны. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, йәштәр ҙә ситтә тороп ҡалманы - улар законға үҙгәрештәр индереүгә (милли белем алыуҙы сикләгән үҙгәреш!) протест белдереп митингыға сыҡты.

НИМӘ УЛ МИЛЛИ-ТӨБӘК КОМПОНЕНТЫ?

     Әлегә үҙгәртелмәгән норматив акттар буйынса федераль база уҡыу планында түбәндәгеләр билдәләнгән:
- федераль компонент дөйөм норма ваҡытының 75 процен¬тын (унан да әҙ булырға тейеш түгел) тәшкил итә. Был дөйөм белем алыу программаһын үтеүгә сарыф ителә;
- милли-төбәк компоненты -10 процент (милли телдәр, мәҙәниәт, тарих уҡытыу);
- белем биреү учреждениеһы компоненты 10 процент.
     Беҙҙең республикала милли-төбәк компоненты сиктәрендә туған телдәр (башҡорт, татар, сыуаш һ.б.), Башҡортостан мәҙәниәте (1-10 кластарҙа аҙнаһына 1 сәғәт), тарихы (8-9 класта 1-әр сәғәт), географияһы (9 класта аҙнаға 1 сәғәт) өйрәнелә. Был предметтар буйынса дәреслектәр, методик пособиелар, күргәҙмә материалдар, һүҙлектәр әҙерләп сығарылған. Электрон дәреслектәр, видеоҡулланмалар эшләнә, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителгән. Тимәк, беҙҙәге милли төбәк компонент тотош белем биреү системаһын (балаларға рух биреүсе, ата-бабалары мираҫын еткереүсе) тәшкил итә.
     Ә яңы законға ярашлы, уҡыу планын раҫлау, китаптар сығарыу тик федераль органдар тарафынан алып барыласаҡ. Был иһә, мәҫәлән,, башҡортса сираттағы күргәҙмә материал өсөн дә нәҡ уларҙан рөхсәт һорау мотлаҡ тигәнде аңлата.
     Бер һүҙ менән әйткәндә, төбәктәр мәғарифты тәьмин итеүҙе ойоштороуҙан мәхрүм ителәләр.

РӘСӘЙҘЕҢ ТӨРЛӨ ТӨБӘКТӘРЕНДӘ КАРШЫЛЫК БЕЛДЕРЕП МАЙҘАНДАРҒА СЫКТЫЛАР

     Ошо 309-сы федераль законға төрлө төбәк халҡы, йәмәғәтселеге үҙ ҡарашын белдереп пикеттар ойоштора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеттары милли-төбәк компонентын бөтөрөүгә ризаһыҙлыҡ белдереп, берлектә мөрәжәғәт әҙерләне лә инде.
     Яҡут-Саха йәмәғәт үҙәге, Ҡазанда татар йәштәре, Бөтә татар йәмәғәт үҙәге пикеттар ойошторҙо. "Ватан" татар халыҡ-демократик партияһы, Рәсәйҙең православныйҙары союзы ла ситтә ҡалманы.
     Башҡортостан йәмәғәтселегенән халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге һәм "Күк бүре" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте лә Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында пикет ойошторҙо. Унда йәштәр, уҡытыусылар килгәйне. "Был хата һәм ғәҙел булмаған закон, - тине үҙ сығышында "Күк бүре" етәкселәренең береһе Тимур Мөхтәров. - Ул крайҙы өйрәнеүгә, патриотик тәрбиәгә аяҡ салыу, аҫаба халыҡ теленә битараф ҡалыу, тигәнде аңлата. Был үҙгәрештәр Рәсәйҙең милли төбәктәренә аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте.
     Төбәк компоненты сиктәрендә тыуған ерҙе өйрәнеү. рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү уңышлы атҡарыла. Ошо уҡ өлкәлә наркомания кеүек афәтте иҫкәртеү системаһы ла булдырылған, ҡайһы бер төбәктәрҙең юғары уҡыу йорттарында этник үҙенсәлектәр тәрән өйрәнелә.
     Ә был яңы 309-сы федераль закон күп нәмәне юҡҡа сығарасаҡ..."
     Ысынлап та, әлеге реформа ҙур сығымдар талап итә, уҡытыу-методик базаны яңыртыуҙы һорай.

ЯҢЫ ЗАКОНҒА КАРШЫ СЫҒЫП, БЕҘ БАШКАЛАРҘЫҢ ХОКУҒЫН СИКЛӘМӘЙБЕҘ!

     Ауыл ерҙәрендә башҡорттар үҙ телен нисек тә һаҡлаясаҡ. Ә бына бихисап милләт көн күргән ҡалаларҙа туған тел уҡытыуҙы (әле ҡасан ғына милли телдәр өйрәнелә башлағайны) ҡыҫҡартыу бик тиҙҙән кире һөҙөмтәһен бирәсәк.
     Ошо юҫыҡта ҡала башҡорттары исеменән Азат Сәлмәнов та ("Күк бүре" хәрәкәте етәкселәренең береһе) телмәр тотто.
- Күпселек ҡала халҡы үҙ телен белмәй. Миңә лә туған телде һаҡлау проблемаһы яҡшы таныш. Әлеге закон Рәсәйҙең аҫаба халыҡтарын ассимиляциялауға йүнәлтелгән.
     Бөгөн башҡорт телен яҡламаһаҡ, иртәгә тотош Республика юҡҡа сығыр...
     Башҡорттар бүтән халыҡтарҙы бер ҡасан да ситләтмәгән һәм ситләтмәй. Башҡорт теле - БР-ҙың дәүләт телдәренең береһе. Уны һәммәһе өйрәнергә тейеш. Ә 309-сы законды бөтөрөүҙе талап итеп беҙ бер генә лә башҡа милләттең хоҡуғын сикләмәйбеҙ, беҙ тик үҙ телебеҙҙе һаҡларға теләйбеҙ!

МАНКОРТЛОККА КИРЕ КАЙТАЙЫКМЫ?

     Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге рәйесе Ирек Агишев сығышынан өҙөк: "Халҡыбыҙ тарихында йәмәғәтселектең мәғарифҡа битараф булмауы тураһында бик күп миҫалдар килтерергә була. Мәҫәлән, XIX быуаттың 90-сы йылдарында йәҙитселек хәрәкәте баҫымында мәҙрәсәләрҙә донъяуи предметтарҙы уҡыта башлау халҡыбыҙҙың күп кенә арҙаҡлы зыялыларын үҫтерергә ҙур мөмкинселектәр биргән. Әлеге ваҡытта халҡыбыҙ яҙмышында мәғариф өлкәһенә хәүеф янай. В.В. Путин тарафынан ҡул ҡуйылған федераль дәүләт мәғариф стандарты тураһындағы закон кире элекке 60-70-се йылдарҙағы манҡортлоҡ заманына ҡайтыуҙы раҫлай..."
Әйткәндәй, был закон 2008 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инә. Ошоға нигеҙләнеп, яңы уҡыу йылынан башлап БР мәктәптәрендә "Башҡортостан мәҙәниәте", "Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте" фәндәре берләштерелеп уҡытыу сәғәте ҡыҫҡартыласаҡ тип көтөлә. "Беҙ был үҙгәрештәр тирәләй һорауҙы халыҡ-ара кимәлгә күтәрәсәкбеҙ", - тип белдерә "Аҡтамыр" үҙәге. Ни генә тимә, үҫеп килгән быуынға тулы белем биреү (үҙ теле, тарихы шул иҫәпкә инә) хәүеф аҫтында ҡала. Башҡортостандағы башҡорт үҙ тарихын киң планда өйрәнмәһә, уны тағы ҡайҙа тормошҡа ашыра ала?!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА, "Аҙна" гәзите

 

МИЛЛИ МӘҒАРИФТЫ ҺАКЛАЙЫК! БМО-НЫҢ ГЕНЕРАЛЬ СЕКРЕТАРЫНА, ЕВРОПА СОВЕТЫ БАШКАРМА КОМИТЕТЫ ГЕНЕРАЛЬ СЕКРЕТАРЫНА, ЮНЕСКО ГЕНЕРАЛЬ ДИРЕКТОРЫНА, РФ ПРЕЗИДЕНТЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ

     2007 йылдың декабрендә РФ Президенты дәүләт мәғариф стандартында милли-төбәк компонентын бөтөрөргә булышлыҡ итеүсе федераль законға (309-сы ФЗ) ҡул ҡуйҙы. Быны милли мәктәптәрҙә республикаларҙың икенсе дәүләт телен (рус теленән башҡа) өйрәнеүгә дәүләт гарантияһы биреүҙән баш тартыу тип аңларға була. Тимәк, әле ошо компонент сиктәрендә туған тел һәм әҙәбиәт, милли мәҙәниәт һәм тарих уҡытыуҙы сикләү хәүефе тыуа.
Мәғариф өлкәһендә федераль принципты тарҡатыу, Рәсәй халҡының милли-мәҙәни үҫешенә хоҡуҡтарын сикләү, милли мәктәптәрҙә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙы, милли мәҙәниәтте, халыҡ тарихын өйрәнеүҙе яйлап алмаштырыу РФ Конституцияһын тупаҫ боҙоу ул. Әлеге закон:
- РФ-ның күп милләтле булыуын, Конституцияла нығытылғанса "һәр халыҡ тигеҙ хоҡуҡҡа эйә" принцибын инҡар итә;
- РФ-һы Конституцияһының 26-сы статьяһындағы "һәр кем туған телен файҙаланыуға, аралашыу, тәрбиә, белем алыу, ижад итеү телен ирекле һайларға хоҡуҡлы" тигән 2-се пунктты боҙа;
- РФ субъекттарын мәғариф процесынан ситләтә. Был хәл Конституцияның 72-се статьяһы, "е" пунктына ҡаршы килә.
- Конституцияға ярашлы "РФ-һы бөтә халыҡтарына үҙ телен һаҡлау, уны үҫтереү һәм өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу хоҡуғын бирә" (68-се статья, 3-сө пункт) тигән менән тап килмәй;
- 1999 йылдың 25 октябрендәге Декларацияны (унда "һәр халыҡтың үҙ аллы теле", "РСФСР-ҙың бөтә халыҡтарының үҙ телен һаҡлау, үҫтереү, өйрәнеүҙә тигеҙ мөмкинселектәре", "бөтә телдәрҙең дәүләт тарафынан социаль, иҡтисади, юридик яҡланыу тигеҙлеге" хаҡында һүҙ бара) һанға һуҡмай.
Бөтә Рәсәй халҡын мәғарифтың дәүләт стандартында мил¬ли-төбәк компонентын яңынан тергеҙеүҙе яҡлап сығыш яһарға саҡырабыҙ.
Тел юҡ икән, милләт тә юҡ!

Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге,
"Күк бүре" башҡорт йәмәғәт хәрәкәте.